Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һунарсы булған ырыуым, Һунарсы ата-бабам...
Һунарсы булған ырыуым, Һунарсы ата-бабам... “Яҙғы һунарсылыҡ осоро етеп килә, шул турала яҙырға кәрәк”, – тип баш мөхәррир бурыс йөкмәтте. Ғафури районының тау-урманлы төбәгендә үҫкән кеше булараҡ, һунарсылар менән аралашҡаным, алып ҡайтҡан табыштарын күргәнем бар. Хатта мәктәптә бергә уҡыған ике дуҫым да һунарсы ине. Көлкө булһа ла әйтәйем әле, мин дә арҡама мылтыҡ аҫып, бер-ике тапҡыр булһа ла “һунар”ға сыҡтым. Ләкин урманға инһәм, уйҙар шырлығында аҙашам да ҡуям. Китеп барам бер шулай. Эргәләге ҡыуаҡлыҡтан ҡуян сығып ҡасты. Саба биргәс, мыҫҡыл иткән шикелле, туҡтап миңә ҡарап торҙо ла урманға инеп, күҙҙән юғалды. Ә мин иһә, нимәгә килгәнемде онотоп, артынан ҡарап ҡалдым. “Һунарсылығым” шуның менән бөттө.


Һунарсылыҡ тураһында һүҙ башлағас, бер көләмәс иҫкә төштө. Һунарҙан ҡайтҡан иренән ҡатыны һорай икән:
– Һунар нисек булды?
– Һәйбәт. Бер ай буйы ит һатып алмаясаҡбыҙ.
– Болан аттыңмы әллә?
– Юҡ. Эш хаҡын эсеп бөтөрҙөм.
Хәҙерге заман һунары ниндәй­ҙер табыш артынан ҡыуыуҙан бигерәк күңел талабына, үҙенсә­лекле ял, тәбиғәт менән аралашыу ысулына әйләнде, тиһәк тә була. Был йәһәттән иһә Башҡортоста­ныбыҙҙың ҡоласы киң: икһеҙ-сикһеҙ урмандары, бейек-бейек тауҙары, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан күлдәре, ярһып аҡҡан йылғалары йәнде арбай.
Гүзәл төбәгебеҙ Азия менән Европа сигендә урынлаш­ҡан­лыҡ­тан бай тәбиғи ресурстарға, күркәм ландшафтҡа эйә. Башҡорт илен­дәге урмандарҙың дөйөм майҙаны 5,2 миллион километр тәшкил итә, 1120 йылға еребеҙҙең ҡан тамыры булып тора, 2800 күл йәйрәп ята – быларҙың барыһы ла төрлө ҡоштарҙың, балыҡтарҙың, йән­лектәрҙең, кейектәрҙең тыуған йорто булып хеҙмәт итә.
Республикабыҙҙың хайуандар донъяһы бик бай һәм үҙенсәлекле: унда ҡоштарҙың – 286, һөтимәр хайуандарҙың 76 төрө йәшәй. Шу­ларҙың байтаҡ өлөшө (ҡош­тарҙың – 66, һөтимәрҙәрҙең 27 төрө) һунарсылыҡ фондына ҡарай. Шулай уҡ һунарсылыҡ фондына 140050 гектар ер беркетелгән. Шуның 8770 гектары аренда хоҡуғы буйынса ойошмаларға ҡарай. Тағы ла 63 мең гектар ер – өс эшҡыуар ҡулында. Ҡалған ерҙәр дөйөм һунарсылыҡ өсөн файҙаланыла. Ә Башҡортостанда һунарсыларҙың һаны 40 мең самаһы.
Әлбиттә, ошо икһеҙ-сикһеҙ би­ләмәләрҙе тәртиптә тотоу өсөн бик күп көс сарыф ителә. Баш­ҡорт­остандың Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы тарафынан йыл һайын төрлө саралар күрелә, рейдтар ойошторола. Уларҙың төп маҡсаты – браконь­ерҙарҙы асыҡлау, һунарсыларҙың рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшереү, биләмәләрҙе һаҡлау. Былтыр, мәҫәлән, браконьерҙар 35 мышыны, 9 боланды, 15 ҡыр сусҡаһын, 8 ҡуянды һәм 2 төлкөнө атҡан. Әлбиттә, былары – асыҡланған осраҡтар ғына.
Аусылар үҙҙәре менән һунарсы билеты, мылтыҡҡа, теге йәки был йәнлекте атыуға рөхсәт, шулай уҡ лицензия алып йөрөргә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, һалҡындар төшөү менән, браконьерҙар әүҙем­ләшә. Улар бигерәк тә ҡыр сус­ҡаһы, мышы һәм боландарға һунар итә. Рейдтар барышында республикала 44 законһыҙ һунар итеү осрағы асыҡланған. Бра­конь­ерҙар административ яуаплы­лыҡ­ҡа тарттырылған, штраф күләме йөҙҙәрсә мең һумға баһалана. Тәбиғәтте һәм ҡырағай йәнлек­тәрҙе һаҡлау маҡсатында белгес­тәр төрлө саралар күрә. Мәҫәлән, һунарсылыҡ биләмәләрендә ҡыш­тарын кейектәр өсөн махсус туҡ­ланыу урындары эшләнә. Уларҙы көн һайын егерҙар бесән, иген һәм тоҙ менән тәьмин итә. Баш­ҡортостанда тояҡлы хайуандарҙы, урман кейектәрен, төлкө, ҡуян, бүреләрҙе ауларға рөхсәт ителгән. Шул уҡ ваҡытта законһыҙ һунар итеүселәрҙе асыҡлау маҡ­сатында рейдтар көсәйтелә. Был эштә белгестәргә осоу аппараттары ла ярҙам итә.
Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы 23 мең һунарсыны берләштерһә лә, ассоциация ағ­заһы булып тормаған башҡа һунарсыларҙың да мәнфәғәтен күҙ уңынан ысҡындырмай. Шулай уҡ республиканың 48 районында тәбиғәтте һәм һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен һаҡлау буйынса егерь хеҙмәте ойошторған.
Үрҙә әйтеп үткәнсә, башҡорт урмандары йәнлектәргә, ха­й­уан­дар­ға бай. Айыу, бүре, ҡыр сус­ҡаһы, мышы кеүек ҡырағай хайуандарға һунар итеү айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Һоро айыу – урман батша­һының ауырлығы 400 килограмға етә. Аҡыллы һәм көслө был йыртҡыс ғаилә менән дә, яңғыҙ ҙа йәшәргә мөмкин. Уны аулау – һәр һунарсы өсөн оҫталыҡтың юғары нөктәһе. Башҡортостанда айыуҙарҙың һаны кәмеү сәбәпле, уларға һунар миҙгеле лә ҡыҫҡара бара. Былтыр ул август – ноябрь айҙарына тура килеп, 200 самаһы айыу ауларға рөхсәт бирелгән.
Бүреләргә һунар итеүҙә квота юҡ. Һунарсылыҡ хужалыҡтары уларҙың һанын кәметергә теләй, сөнки был йыртҡыстар йорт мал-тыуарына, хатта кешеләргә хәүеф менән янай. Бүреләрҙең ауырлығы 60 килограмға тиклем етә, өйөр­ҙәргә берләшеп йәшәйҙәр. Баш­ҡорт­останда уларҙың һаны 500-ҙән ашыу. Бигерәк тә Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Ғафури кеүек тау-урманлы райондарҙы төйәк итәләр.
Һеләүһен – бесәйҙәр ғаиләһе­нә ҡараған йыртҡыс йәнлек. Һунарсылар тарафынан элек-электән уларҙың тиреһе юғары баһаланған. Беҙҙең урмандарҙа һеләүһендәрҙең аҙ булыуы сәбәпле, оҙаҡ йылдар буйына уларға һунар тыйылды. Ләкин, әлеге мәлдә һеләүһендәргә һунар рөхсәт ителһә лә, квота символик рәүештә (өс баш) билдәләнгән.
Мышы – Башҡортостан һунар­сылары өсөн иң ҡиммәтле табыш. Ата мышының ауырлығы 600 ки­лограмға етә. Улар берәмләп тә, көтөү менән дә йөрөй. Мышыларға һунар көҙ һәм ҡыш айҙарында рөхсәт ителә. Мышы атыуға би­релгән квота 1000-дән артып китергә мөмкин.
Ҡоралай (илек) – боландар ғаиләһенә ҡараған ҙур булмаған йәнлек. Ауырлығы 60 килограмм самаһы. Һуңғы осорҙа уларҙың һаны бер кимәлдә тора. Һунар миҙгелендә 700-ҙән ашыу ҡоралай атырға квота бирелә.
Ҡабандарҙың ауырлығы 300 ки­лограмдан ашып китә. Һунар­сылыҡта киң таралған төр. Республикабыҙҙа уларҙың һаны 14 мең тирәһе, 8 меңдән ашыу квота рөхсәт ителә.
Әле телгә алған ҡырағай хай­уандар – күп һунарсыларҙы ым­һын­дырған хыял ғыналыр, бәлки. Ләкин һауалағы торнаға өмөт һуҙмағандар өсөн Башҡорт­останда башҡа төр йәнлектәр ҙә етәрлек. Төлкө, бурһыҡ, һыуһар, ҡуян, ҡондоҙ кеүек кейектәр ниндәй һунарсының ҡанын ҡай­натмаҫ тиһең. Ә иң мөһиме – һунар ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәрәк.
Әйтәйек, һунар осоро менән квоталарҙан тыш, аусылыҡ ысулдарына һәм алымдарына сикләү­ҙәр бар. Мәҫәлән, айыуҙарға ҡапҡан менән һунар итеү тыйыла. Ә инде йәнлекте аулау урындарын һунарсылыҡ хужалығында асыҡ­ларға кәрәк. Шулай уҡ быға рөхсәт ҡағыҙы 30 көнгә бирелгәнлеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Әгәр урын­дағы һунарсылыҡ клубы ағзаһы булып тораһығыҙ икән, уларҙың һеҙгә егерь беркетеүе мөмкин, аҙыҡ-түлек, транспорт, һунар эттә­ре менән тәьмин итә ала. Әлбиттә, барыһы өсөн айырым түләргә кәрәк буласаҡ.
Беҙҙең республикала һунарсы­лыҡ хужалыҡтары араһында Өфө ҡалаһы янындағы “Трехречье”, “Динамо”, “Первушино”, Стәрле­баш районындағы “Бобер”, Бәлә­бәй ҡалаһы эргәһендәге “Лесные просторы” кеүектәр киң танылыу алған. Ғөмүмән, беҙҙә һунарсылыҡ хужалыҡтары байтаҡ. Уларҙа һеҙ республиканың һунарсылыҡ картаһы, кейек-ҡоштарҙың төрө менән таныша алаһығыҙ. Һеҙҙән тик һунарсылыҡ билеты ғына талап ителә. Был документты Баш­ҡортостандың Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһында имтихан тапшырғандан һуң алыр­ға мөмкин. Һунарға путевка айырым бер районға һәм тәғәйен осорға, ә лицензия (рөхсәт) иһә кейек аулауға квота буйынса бирелә. Был исемлеккә (эт фай­ҙаланғанда) һунар этенең ветеринар паспортын, кәмә ҡуллан­ғанда, уның документтарын инде­рергә кәрәк.
Башҡортостанда һунарсылыҡ ҡыҙыҡлы ла, матур ял да. Күре­неүенсә, бында һыу ҡоштарына, кейектәргә һәм Рәсәй урман­дарының батшаһы булған тайыш табанға ла һунар итеп, үҙ көсөңдө, таһылыңды һынап ҡарарға мөм­кин. Ләкин тәбиғәт байлығының сикһеҙ түгеллеген онотмай, ҡағи­ҙәләрҙе боҙмағанда ғына һеҙҙең һунарығыҙ сәнғәт юғарылығына күтәрелер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876