Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рухи ҡиммәттәр һағында
Рухи  ҡиммәттәр һағында Фольклор белгесе, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина һуңғы ике-өс тиҫтә йыл эсендә ғилми коллектив ҡына үтәп сығырлыҡ ҙур эштәр башҡарҙы. Уның халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ынйыларын башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә әҙерләп, бар донъяға танытыуы – ҙур рухи ҡаһарманлыҡ.
1995 йылда уҡ ғалимә күренекле йырсы Флүрә Килдейәрова менән берлектә “Халҡым йыры” тигән китап әҙерләп сығарғайны. Баҫма башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Аҙаҡ Фәнүзә Айытбай ҡыҙы, айырым тәржемәселәрҙе йәлеп итеп, “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре”, “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары”, “Башҡортса-инглизсә-урыҫса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге”, “Урал батыр”. Башҡорт халыҡ ҡобайыры” тигән хеҙмәттәр яҙҙы. Уларҙа ла фольклор әҫәрҙәре өс телдә тәҡдим ителгән, һәр береһенә тейешле аңлатма, иҫкәрмә бирелгән, йырҙарҙың ноталары урынлаштырылған, боронғо һәм диалект лексикаһына һүҙлек төҙөлгән. Аҙағыраҡ ғалимәнең шундай уҡ алымға ҡоролған “Салауат башҡорт фольклорында” исемле ике томлы хеҙмәте донъя күрҙе.
Мәғлүм булыуынса, Фәнүзә Нәҙершина халҡыбыҙҙың легенда һәм риүәйәттәрен өйрәнеү эше менән күптән шөғөлләнә. Бының өсөн бихисап фәнни экспедицияларға, командировкаларға сығып, өлкәндәр хәтерендә һаҡланған рухи ҡомартҡыларҙы яҙып алды. Энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыуға тиң хеҙмәттең һөҙөмтәһе булып башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Башҡорт халыҡ ижады: риүәйәттәр, легендалар” тигән китаптар донъя күрҙе. Шул осорҙа һәм һуңыраҡ “Халыҡ хәтере” һәм үрҙә телгә алынған “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре” исемле хеҙмәттәре, тиҫтәләрсә мәҡәләһе баҫылып сыҡты.
Былтыр иһә ғалимә “Башҡорт тарихи риүәйәттәре һәм легендалары” тигән яңы китабы менән һөйөндөрҙө. Урыҫ телендә ул. Элекке хеҙмәттәренә нигеҙләнһә лә, уларҙың туранан-тура күсермәһе, икенсе йәки өсөнсө баҫмаһы түгел. Беренсенән, автор ҡасандыр урыҫ теленә тәржемә итеп баҫтырылған легенда һәм риүәйәт текстарын камиллаштырыу маҡсатында уларға бер аҙ төҙәтмә, үҙгәреш индергән. Аңлатмалар, иҫкәрмәләр киңәйтелгән, тулыландырылған. Өҫтәмә материалдарға ла ғалимә төплө һәм күп яҡлы анализ яһаған.
Икенсенән, Фәнүзә Айытбай ҡыҙы яңы хеҙмәтен һуңғы йылдарҙағы эҙләнеүҙәренә таянып, Рәсәй, донъя фольклористикаһындағы яңы ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә алып, заманса методиканы һәм алымдарҙы ҡулланып яҙған. Мәҫәлән, “тарихи риүәйәт” тигән төшөнсәгә фәндә күптән йәшәп килгән ҡарашҡа ярашлы аныҡ хәл-ваҡиғалар, шәхестәр тура­һындағы әҫәрҙәрҙе генә түгел, ә ауылдар, йәйләүҙәр тарихына бәйле, шулай уҡ этногенетик йөкмәткеле риүәйәттәрҙе лә индергән. Йәғни төшөнсәгә киңерәк мәғәнә һалған, ҡарашын методологик йәһәттән төплө нигеҙләгән, дәлилләгән.
Авторҙың элекке китаптары менән сағыш­тырғанда, халыҡ ижады әҫәрҙәрен төркөмләп биреүҙә лә яңылыҡ бар. Әйтәйек, тәүҙә иң боронғо дәүерҙәргә, татар-монгол яуҙарына, башҡорт иленең Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуына, ырыу-ара ыҙғыштарға, башҡорт ихтилалдарына арналған легенда һәм риүәйәттәр бирелһә, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы, унда Салауат Юлаевтың әһәмиәтен тасуирлаған әҫәрҙәр икенсе төркөмдө тәшкил итә. Батырыбыҙҙың аты, ҡоралы, шәхси һыҙаттары, ғаиләһе, баш күтәреүҙән һуңғы ваҡиғалар һәм бүтән күренештәргә бәйле топонимик атамалар тураһындағы әҫәрҙәр үҙҙәре айырым төркөмдәрҙе хасил иткән. 1812 йылғы Ватан һуғышы, кантонлыҡ осорондағы хәрби хеҙмәт, төрлө ҡаһармандар, ҡасҡындар хаҡындағы фольклор ҡомартҡыларынан һуң граждандар һуғышына, коллективлаштырыу дәүеренә һәм Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы әҫәрҙәр урынлаштырылған. Ауылдарҙың тарихына бәйле легенда һәм риүәйәттәр иһә үҙе бер төркөм рәүешендә китаптың иң аҙағында бирелгән.
Һәр тематик төркөм аҙағында ҡомартҡы текстарының ҡайһы сығанаҡтарҙан, архивтан алынғанлығы аныҡ күрһәтелгән. Аңлатмаларҙа авторҙың һуңғы йылдарҙа сыҡҡан фәнни әҙәбиәтте, документаль материалды киң ҡулланғанлығы асыҡ күренә.
Һуңғы өлөш шартлы ҡыҫҡартмалар исемлегенән, глоссарийҙан, йәғни текстарҙа урыҫ теленә тәржемәһеҙ бирелгән һүҙҙәргә һәм географик атамаларға аңлатмаларҙан тора. Бүтән ғилми баҫмаларҙа бөтөнләй тиерлек осрамаған “Мотивтар күрһәткесе” иғтибарҙы йәлеп итә. Урыҫ һәм инглиз телдәрендә тәҡдим ителгән был бүлексәлә автор, тематик төркөмсәләргә бүлеп, боронғо дәүерҙән алып ХХ быуаттың беренсе яртыһына тиклемге хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлаған легенда-риүәйәт­тәрҙәге төп мотивтарҙы атап сыҡҡан. Был, әлбиттә, уҡыусыға китаптан кәрәкле тексты табыуҙы күпкә еңелләштерә. Этник атамаларға, тарихи һәм легендар персонаждарҙың исемдәренә бәйле күрһәткестәр ҙә уҡыусыға уңайлыҡ, еңеллек тыуҙырыу маҡсатынан төҙөлгән. Китапты фольклор ҡомартҡыларының кемдәрҙән, нисек яҙып алыныуына, текстарҙы бығаса кемдәрҙең урыҫ теленә тәржемә итеүенә ҡағылышлы күрһәткестәр йомғаҡлай.
Ғөмүмән, яңы китаптың киң ҡатлам уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле сығанаҡ булырына шик юҡ.

Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә