Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәрештәр үҫешкә төбәлгән
Үҙгәрештәр үҫешкә төбәлгән Халыҡ элек-электән аң-белемгә ынтылған, тормош шарттарын ғилем нигеҙендә яҡшыртыу мөмкинлеген белгән. Хәҙер инде камиллашыу юлдары бихисап, яңынан-яңы асыштарға шаһитбыҙ. Фәндең йылдам үҫеше арҡаһында хатта уҡыу-уҡытыу программаларын, методик әсбаптарҙы, дәреслектәрҙе ваҡытында төҙөп өлгөртөү ауырлаша. Шулай ҙа, һис шикһеҙ, мәғариф тармағында реформа үткәреү мөһим. Йәш быуын яңы шарттарға яраҡлашып, конкуренцияға һәләтле булып үҫергә тейеш.

“Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ. Баланы тормошҡа әҙерләү, әлбиттә, тәү сиратта ата-әсәнең бурысы. Сабыйының киләсәген беренсе урынға ҡуйып, улар ғаиләлә уңайлы мөхит булдырырға тейеш.
Балалар баҡсаһында иһә – яңы мөхит. Сабый өсөн ауыр, әммә бик кәрәкле осор. Шуға ла ата-әсә менән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу ифрат мөһим. Ошондай күркәм мөхиттә сабый күңелендә милли рух тәрбиәләү күпкә һөҙөмтәлерәк булыр.
Республикабыҙҙа, мәғариф тураһындағы закондарға, Конс­ти­туцияға таянып, райондарҙа милли белем биреү учреждениеларын һаҡлауға күп көс һалған кешеләр етерлек. Балалар баҡсаларының, мәктәп­тәрҙең милләтте һаҡлауҙағы тос өлөшөн аңлап эш итә улар. Шундайҙарҙың бер нисәүһен телгә алып үтмәксемен.
Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡорт мәктәптәре асыу, телебеҙҙе үҫтереү, милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен күтәреп, ғүмерен шул маҡсат­тарҙы тормошҡа ашырыуға бағышлаған профессор, Борай ҡыҙы Мөсәлиә Хәйруллинаның исемен тыуған ауылы Ҡушкүл­дәге мәктәпкә биреү уңайынан ойошторолған сарала ҡатна­шырға тура килгәйне.
...1947 йыл. Өфөлә яңы ғына асылған 9-сы башҡорт мәктә­бенә төрлө райондарҙан һуғыш осоро балаларын йыйҙылар. Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы урыҫ теле­нән уҡыта ине. Дәреслектәр ҙә, дәфтәрҙәр ҙә юҡ. Ә уҡытыу­сыбыҙ “йырлап” белем бирә! Ошондай ихлас тырышлығы, фиҙакәрлеге менән ул беҙҙе, урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән балаларҙы, тиҙ арала сит телде аңларға, арыу һөйләшергә, яҙырға өйрәтте. “Һеҙ, йәш мил­ләт­тәштәребеҙ, һәр яҡлап ғи­лемле булырға тейеш, – ти тор­ғайны остазыбыҙ. – Респуб­ликабыҙға милли кадрҙар кәрәк”.
Профессор дәрәжәһенә күтә­релгән урыҫ теле уҡытыусыһы “Тамырҙарыбыҙ — тәрәндә” тигән китабында: “Беҙҙең Борай — ата-бабабыҙ ҡалдырған аҫаба ер. Һөйләшебеҙ менән беҙ – борондан килгән башҡорт нәҫел­дәре. Телебеҙҙе төплө өйрә­нер­гә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белергә тейешбеҙ”, — тип яҙған.
Ошо аманатҡа тоғро ҡалып, район етәкселеге мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Борай­ҙағы 3-сө мәктәптә булырға тура килгәйне. Унда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эшен дөрөҫ ойоштороу өсөн кәрәкле барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әлбиттә, ҡулайлаштырыу еле был районды ла урап үтмәгән, әммә төбәк етәкселеге ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙең ыңғай юлдарын тапҡан. Һөҙөмтәлә мәктәптәр хеҙмәтен уңышлы дауам итә.
Балалар баҡсаларында ла эш яйлы: милли төркөмдәр булдырылған, телебеҙҙе дәүләт статусында өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Сабыйҙар баш­ҡорт әкиәттәрен уҡый, шиғырҙар ятлай, уйындарҙа ҡатнаша. “Әкиәт — хыял асҡысы, йомаҡ — зиһен асҡысы”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” тигән сараларҙы үткәреү күркәм йолаға әүерел­гән.
Борайҙың мәғариф учреждениеларында яҙыусылар, шағир­ҙар, ғалимдар менән осрашыу­ҙар йыш ойошторола. Шәжәрә байрамдарын үткәреүгә йәш бы­уын вәкилдәрен әүҙем йәлеп итеү ҙә тамырҙарыбыҙҙың киңә­йеүенә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, илһө­йәрлек тойғоларының көсәйе­үенә ҙур йоғонто яһай.
Мәктәп бар ерҙә ауыл йәшәй. Ошо хәҡиҡәткә таянып, Күгәрсен районы етәкселеге белем усаҡ­тарын кәметмәү өсөн маҡсатлы эш алып бара. Ҡатмарлы мәсьә­ләләрҙән сығыу әмәлен таба улар.
Райондың мәғариф учреждениелары тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әйтәйек, балалар баҡсаһының милли төркөмөндә тәрбиәләнгән сабый мотлаҡ башҡорт мәктәбенә ҡабул ителә. Ул IV класҡа тиклем фәҡәт туған телендә белем һәм тәрбиә ала. Башланғыс мәктәптә бирелгән рухи байлыҡ мәңгелек бит.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй Конституцияһында Федерация составындағы барлыҡ халыҡтарға туған телде һаҡлау, уны өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу мөһимлеге хаҡында әйтелһә лә, республиканың бәғ­зе райондарында кире күре­нештәр осрап тора. Халыҡтың үтенесен дә иҫәпкә алмайынса, киләсәкте күҙалламайынса, белем усағын ҡулайлаштырырға ашыҡҡан урындағы хужаларҙың битарафлығы, яуапһыҙлығы уйға һала.
Мәктәптәрҙә йөрөгәндә уҡытыусыларҙың төрлө тәҡдим-теләген ишетергә тура килә. Әйтеүҙәренсә, элекке кеүек башҡорт һәм урыҫ телдәрен балаларҙың һанына ҡарап, уларҙы айырым төркөмдәргә бүлеп уҡытыу мөмкинлеге юҡ хәҙер. Етмәһә, бер класта төрлө милләт вәкилдәре белем алғас, педагог бер дәрескә ике план яҙырға тейеш. Ә бының өсөн эш хаҡы арттырып түләнмәй.

* * *

Һәр мәктәп коллективы яңы белем биреү стандарттарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында тырышып эшләй, ата-әсәнең ярҙамын тоя, мәғариф учреждениелары әсбаптар менән тәьмин ителә, кабинеттар йыһазландырыла, яңыса уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырыла... Педагогтар дәрестәрҙе заман талаптарына ярашлы итеп үткәрергә лә өйрәнде. Улар уҡыусылары менән бергә үҫә, төрлө яҡлап камиллаша. Курстарҙа, конференцияларҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер алышыу эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһенә әйләнде. Ғөмүмән, яңы һулыш кисерә мәғариф тармағы. Реформалар белем усаҡтарының бер-береһе, шулай уҡ ата-әсә менән бәйләнешен тағы ла нығытһын, уҡытыусы киләсәктә лә иң кәрәкле һөнәр булып ҡалһын, мәктәптәге үҙгәрештәр республиканың, илдең тотороҡло үҫешен тәьмин итһен тигән теләктә ҡалайыҡ.



Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә