Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ вайымһыҙ түгел
Халыҡ вайымһыҙ түгел Дәүләт етәкселәре власты халыҡҡа яҡынайтыуҙың төрлө юлын эҙләй. Телевидение аша аралашыу – иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та тура эфирҙы йыш ҡуллана. Үткән аҙнаның кесе йомаһында ул республиканың төп телеканалы ярҙамында ике сәғәт дауамында Башҡортостан халҡы менән аралашты. Әйткәндәй, ошоғаса ойошторолған тура трансляцияларҙан айырмалы, быйыл тәүге тапҡыр төбәктәр ҙә ҡушылды: Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Баймаҡ һәм Салауат тарафтарында йәшәүселәргә лә эфирға сығыу мөмкинлеге бирелде.

Юлдар...

Һорауҙарҙың 40 проценты самаһы юлдарҙың торошона ҡағылды. Быйыл был мәсьәлә бер беҙҙең республика өсөн генә хас күренеш түгел. Статис­тика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илдең барлыҡ төбәктәре лә тиерлек әлеге проблема менән осрашҡан. Көндәрҙең берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы юлдарҙың ныҡ таушалыуына килтерҙе. Әммә был аҡланыу булырға тейеш түгел. “Власть органдары бөгөнгө юлдар торошо өсөн халыҡтан ғәфү үтенергә бурыслы”, – тине Рөстәм Хәмитов.

Ташҡын...

Тағы бер көнүҙәк проблема – яҙғы ташҡын. Башҡортостан Башлығы республикала һыу баҫыу осоро хәүефһеҙ үтһен өсөн барыһы ла эшләнәсәген белдерҙе.
– Дөйөм алғанда, төбәктәрҙә әлегә хәл тотороҡло. Быйыл ҡар күп яуҙы. Ҡайһы бер йылғаларҙа боҙ тығылыуға бәйле ҡатмарлыҡтар тыуа. Атап әйт­кәндә, Сәрмәсән йылғаһы ярҙарынан сығып, Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылында тиҫтәләп йортто һыу аҫтында ҡалдырҙы. Шулай уҡ Дыуан районындағы Әй йылғаһында боҙ тығылыуы күҙәтелде. Шуға ла күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡса­тында барыһын да уяу булырға саҡырабыҙ, – тине республика Башлығы.

Торлаҡ...


Артабан тура бәйләнештең иң ҡыҙыу темалары теҙмәһен торлаҡ проблемаһы дауам итте – халыҡ башлыса граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, капиталь ремонт программалары менән ҡыҙыҡ­һынды. Эшҡыуарҙар берләш­мәһе лә ситтә ҡалманы, коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милек хаҡтарына ҡағылышлы һорауын бирҙе. Атап әйткәндә, төбәк Хөкүмәтенең торлаҡ баҙарында хаҡтарҙы көйләүгә йоғонто яһай алыу-алмауы менән ҡыҙыҡһындылар.
Ул арала һөйләшеүгә Стәрлетамаҡ та ҡушылды. Рөстәм Хәмитов менән телебәйләнешкә алданған өлөшсө­ләрҙән бер төркөм килгәйне. Әйткән­дәй, улар республика Башлығы менән тәүгә осрашмай. Былтыр Рөстәм Хәмитов әлеге мәсьәләне үҙ контроленә алғас, “боҙ” ҡуҙғала биреп тә ҡуйғайны. Ул саҡта алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеү маҡсатында әллә күпме “юл карталары” ла раҫланды. Әммә ваҡыт үтеү менән шул уҡ хәл ҡабатлана.
– “Башстрой”ға ҡағылышлы хәл. Бер шарлатан, ҡаланың яңы биҫтә­һе­нән фатирҙар вәғәҙә итеп, халыҡтан аҡса йыйып алған, әммә бер ни ҙә эшләмәгән. Халыҡ ысынлап та ғазап­лана. Беҙ иһә төрлө варианттарҙы өйрәнәбеҙ, әммә проблеманы өҙөп кенә хәл итерҙәй ҡарар әлегә юҡ. Бер нисек тә ҡаҙна иҫәбенә йорт һалып биреп булмай. Әйҙәгеҙ, был мәсьәлә буйынса тағы бер тапҡыр осрашып һөйләшәйек әле, –тине Рөстәм Зәки улы һәм стәрлетамаҡтарҙы үҙенә саҡырҙы.

“Башнефть”...

“Башнефть” компанияһының 25 процентлыҡ акциялар пакетын һатыу күҙалланмай, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән тура бәйләнеш барышында.
– Ысынлап та, “Башнефть” компа­нияһы акцияларының 50 проценттан ашыуыраҡ “федераль” өлөшө һатыуға әҙерләнә. Был осраҡта беҙ республика үҙенең пакетын һаҡлап ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тип аңлатты Баш­ҡорт­остан Башлығы. – Был бик мөһим, сөнки беҙгә, беренсенән, “Башнефть” менән идара итеүҙә ҡатнашырға һәм уның эшмәкәрлеге нисек барғанын белергә кәрәк, икенсенән, республикаға дивидендтар рәүешендә килгән аҡса ағымы туҡтарға тейеш түгел. Пакетты юллап алғандан һуң ярты йыл үтеүгә уны һатыу тураһында иғлан итһәк, сәйер булыр ине.
“Башнефть” компанияһының рес­пуб­ликаға тәтегән акциялар пакетының хаҡы 100 миллиард һумдан кәм түгел, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

“500 ферма”...

Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш барышында Янғантауҙағы бер фермер хужалығы етәксеһе: “500 ферма” программаһының һөҙөмтә­лелеген нисек баһалайһығыҙ? Маҡсатҡа өлгәшелдеме? Аҡсаны субсидияға, халыҡтан ит, һөт һатып алыуға йүнәлтеү яҡшыраҡ булмаҫмы?” – тип ҡыҙыҡһынды.
– Фермаларҙы яңыртырға төҙөлөш менән дә шөғөлләнергә, шул уҡ ваҡытта ауыл хужа­лығында мәшғүл кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – “500 ферма” – һәйбәт программа. Бөгөнгә 230-250 хужалыҡта яҡынса 350 бина һәм ҡоролма ремонтланған. Етештереү­сәнлек артты, һөттөң сифаты күтәрелде, хеҙмәт шарттары яҡшырҙы. Программаны дауам итәсәкбеҙ.
Республика Башлығы әйтеүенсә, Федераль программа буйынса бүленгән аҡса ауыл хужалығы предприятиеларын реконструк­циялауға булышлыҡ итәсәк.
– Халыҡтан ауыл хужалығы продукцияһын йыйыу – ҙур етешһеҙлек. Алдан уҡ әйтеп килдем һәм әйтәм: кешеләр бергәләп эшләргә, бер нисә шәхси ярҙамсы хужалыҡтан – фермерға, фермерҙан ҙурыраҡ хужалыҡҡа әйләнеп, берләшергә тейеш. Бындай осраҡта кооперация һәм тауар һатыу мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин. ”500 ферма”ға йүнәлтелгән аҡса иҫәбенә түгел, эште дөрөҫ ойоштороу иҫәбенә. Беҙ ауыл хужалығы етештереүселәре менән эшләргә, продукцияны һатыу өсөн мөмкинлектәр бирергә әҙер. Ошо аҙыҡ-түлек “Башҡортостан тауарҙары” кәштәһенә эләкһен өсөн ярҙам итергә әҙербеҙ. Был да бик мөһим. Әммә энергиялы, ошондай кооперативтарҙы ойоштора алырлыҡ кешеләр кәрәк. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кеше бар ерҙә барыһы ла килеп сыға. Ундай кеше юҡ икән, һөҙөмтә лә юҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

БДУ-ның Сибай институты


Әлбиттә, ике сәғәт эсендә барлыҡ һорауҙарға ла яуап биреп өлгөрөү мөмкин түгел. Тура бәйләнеш ваҡытында төбәк етәксеһенә 10 меңдән ашыу һорау килгәнен иҫәпкә алғанда ла, сараның ни тиклем әһәмиәтле булыуын күҙалларға мөмкин. Ә кемдәргәлер Рөстәм Хәмитовҡа туранан-тура һорау биреү бәхете тәтегән икән, улар мөмкин­лектәрен асылда халҡы мәнфәғәтендә файҙаланып ҡалырға ашыҡты. Шул иҫәптән баймаҡтар ҙа. Халыҡты, әлбиттә, башҡа райондарҙағы кеүек үк юлдар проблемаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәшғүллек мәсьәләләре, социаль өлкәләге етешһеҙлектәр борсой. Урал аръяғында йәшәүселәр шулай уҡ юғары тиҙлекле Интернет булмауына ла зарлана. Һорауҙар күп, әлбиттә. Шулай ҙа иң “ауыртҡан” тема – БДУ-ның Сибай институты яҙмышы.
– Филиал беҙгә кәрәк. Ысынлап та, бөгөн был уҡыу йортонда бер нисә мең кеше белем ала. Уға ихтыяж ҙур. Әле филиал матди яҡтан да, рухи яҡтан да яҡшы үҫешә. Былтыр ғына уҡыу йортоноң ҡаҙанлығын ремонтлауға ярҙам иттек. Хәҙер унда студенттар өшөмәй. Уҡыу йортонда бөтә йәһәттән дә шундай йылы, яҡты мөхит тыуҙырылған. Һис шикһеҙ, Сибай институты артабан да йәшәһен өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Әлбиттә, проблемалар бар, әммә, дөйөм алғанда, Сибай филиалы лицензияһын оҙайтты һәм артабан да эшләйәсәк. Мин быға ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов.
Төрлө темаларға һорауҙар яңғыраны. Күптәр Рөстәм Хәмитовтың ҡайҙа ял итергә яратыуы, ниндәй спорт төрҙәренә өҫтөнлөк биреүе хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Туғыҙ йәшлек Өфө ҡыҙының теләге иһә бөтөнләй көтөлмәгәнсә хәл ителде. Ул бер көнөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән үткәрергә теләүен әйткәс, республика етәксеһе быға һис тә ҡаршы килмәне.
– Саҡырырбыҙ. Минеңсә, ауырлыҡ төшмәһен өсөн беҙ уны шәмбе көндө саҡырырбыҙ. Был көндө минең эш көнөм саҡ ҡына һуңғараҡ – иртәнге 9-ҙан – башлана, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ҡырым тарафтарынан килгән шылтыратыу ҙа үҙенә күрә матур “сюрприз” булды. Белогорск районы халҡы Башҡортостанға социаль ярҙам өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙе.
Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов йәнә бер тапҡыр ошоноң ише сараларҙың әһәмиәтен билдәләне.
– Бындай аралашыу минең өсөн бик мөһим. Министрҙарҙың отчеты түгел ул. Халыҡ – төп мәғлүмәт сығанағы. Уларҙы нимә борсоуын тыңлау, ишетеү һәм аңлау мөһим, – тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов кешеләрҙең Башҡорт­остандағы һәр хәл-ваҡиға өсөн ысын күңелдән борсолоуҙарын ишетеүен билдәләне. Төбәк Башлығы ошондай асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе кәрәкле тип иҫәпләй.
– Минең өсөн бөгөнгөләй аралашыу бик мөһим. Үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе аңларға кәрәк: республиканы дөрөҫ йүнәлештә үҫтерергә тырышҡан берҙәм коллективмы йә иһә беҙҙе кире һөҙөмтәләргә килтерәсәк эске ҡаршылыҡ­тармы? Дөйөм проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында ойошҡанлыҡты күрәм. Халыҡ вайымһыҙ түгел, – тине Рөстәм Хәмитов.



Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе:

– Тура бәйләнеш ваҡытында күтәрелгән мәсьәләләрҙең һәр ҡайһыһы – көн ҡаҙағына һуҡҡан темалар. Шуға ла аралашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Һорауҙар ысынлап та көнүҙәк. Уларҙың һәр ҡайһыһын Башлыҡ аңлайышлы итеп, проблеманың төбөнә төшөп аңлатты, шул уҡ ваҡытта теманан ситләшмәне. Үҙемә иһә баш ҡалалағы “ВДНХ-Экспо” майҙансығының артабанғы яҙмышына ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡ булды. Республика етәксеһенең Нефтекама һәм Сибай ҡалаларындағы вуздарға ҡағылышлы фекере лә бик ышаныслы яңғыраны.
Дөйөм алғанда, аралашыу бик йылы, ышаныслы шарттарҙа үтте. Ике сәғәт эсендә барлыҡ һорауҙарға ла яуап биреп бөтөү мөмкин түгел, әлбиттә. Иң мөһиме – мөрәжәғәттәрҙең береһе лә, йәғни ун меңдән ашыу һорау, иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Ғөмүмән, бындай тура бәйләнештәрҙе даими ойоштороп тороу шарт, сөнки нәҡ ошондай сараларҙа халыҡтың кәйефе асыҡ сағыла.

Рәсүл ҒОСМАНОВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе:


– Тура бәйләнештә “500 ферма” программаһына һәм ауыл хужалығы кооперацияларына ҡағылышлы мәсьәләләрҙең күтәрелеүе әһәмиәтле булды. Рөстәм Хәмитовтың асыҡ һауала күргәҙмә комплексын булдырыу идеяһы айырыуса оҡшаны. Үҙем өсөн тағы бер нәмә астым: беҙгә ябай кооперациялар төҙөү генә аҙ. Халыҡты берләштереп, ауылдарҙа аныҡ етештереү тармаҡтарын үҫтереү шарт.
Тура бәйләнеш ваҡытында ауыл хужалығы йәрминкәләренә ҡағылышлы фекерҙәр ҙә яңғыраны. Республика Башлығы был йүнәлеште хуплай, үҙе лә йәрминкәләргә йөрөй. Ә бөгөн ошондай сауҙа майҙансыҡтары булдырыла икән, халыҡҡа үҙ продукцияһын һатыу еңелгә төшәсәк. Тауарҙы етештереү генә аҙ, унан килем алыу мәсьәләһен дә өйрәнергә ваҡыт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530