Заман шундай ҙур тиҙлек менән алға елә – техник яңылыҡтар артынан ҡыуып етеү хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Бөгөнгө балаларҙың мөмкинлектәрен барлайым да, бынан ике тиҫтә йылдан ашыу булып үткән бер ваҡиғаны иҫләп, йылмайып ҡуям. Хәйер, әллә ҡайҙа аҙашып ҡалған сая, эскерһеҙ бала сағымды юҡһынып ҡына йылмаям, сөнки әлеге бейеклектән ҡарағанда, был хәл бер ҙә ҡыҙыҡ булмаған, киреһенсә, ҡыҙғаныстыр... Аллаһ Тәғәлә беҙҙе, ҡанаттары нығынып етмәгән бер ҡатлы балаларҙы, бәлә-ҡазанан аяған икән, тип уйлайым....1993 йылдың зәһәр һалҡын декабре ине (хәҙер генә ул иртән тышта нисә градус һыуыҡ икәнде белеп алабыҙ ҙа, норманан артыҡ булһа, бала-саға мәктәпкә бармай торһа ла ярар, тигән булабыҙ). Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш класында уҡып йөрөгән саҡ. Каникулды тын менән тартып алырҙай итеп көтәбеҙ: ауылға, атай-әсәй эргәһенә ҡайтҡы килә, һағындырған!
Ул саҡта тыуған яғым Учалыға бер ысул – поезд менән генә ҡайтып була ине. Уныһы ла юлда 14-15 сәғәт бара, вагонда һелкенә-һелкенә арып-ялҡып бөтәһең... Әлеге кеүек, Өфөнән сәғәт һайын транспорт китеп торһа икән – ул ваҡытта такси түгел, йүнле автомобиль юлы һәм махсус автобус маршруты ла юҡ ине.
Ҡыҫҡаһы, каникул башланыр ваҡыт аныҡланғансы, тәрбиәселәрҙән рөхсәт алып вокзалға барғансы, күҙ терәп торған поезыбыҙға билеттар һатылып бөткән дә ҡуйған – етеҙ студенттар ҙа тыуған яҡҡа ашҡына бит! Киләһе көндәргә дөйөм вагонға билет бар ҙа ул, тик былай ҙа иҫәпле каникулды әрәм итке килмәй. Уйлана торғас, үҙебеҙсә бик шәп ҡарарға килдек: Белоретҡа самолет оса лабаһа, шуға билет алайыҡ! Унан Учалыға тиклем ҡалған 100 километр арала автобус йөрөй. Етмәһә, бер көндә ҡайтып етәһең – самолет ташбаҡа-поезд түгел дә! Барып белештек: данлыҡлы “Ан-2” – “кукурузник” Өфөнән көндөҙгө сәғәт 12-лә оса, бер сәғәттән Белорет аэропортында була. Унан автовокзалға автобус алып бара икән. Ә төшкө сәғәт икелә Учалыға автобус ҡуҙғала...
Мин артабан нисек тыуған ауылыма тиклем ҡайтып етеремде уйлап та торманым – уныһы сүп кенә тойолдо. Тәүәккәлләп билет алдыҡ, көтөлмәгән шатлыҡ булһын тип, пландарыбыҙ хаҡында атай-әсәйҙәргә әйтеп торманыҡ. Хәйер, кеҫә телефоны булһа, бәлки, хәбәрләшкән дә булыр инек. Әммә махсус һөйләшеү пунктына барып, телефон аша шылтыратырға әллә ваҡыт, әллә мөмкинлек юҡ ине.
Шулай итеп, 25 декабрҙә мин, класташым һәм уның ике туған ҡустыһы таңдан тороп аэропортҡа юлландыҡ. Үс иткәндәй, көн ныҡлап һыуынып китте – 30 градус самаһы. Күңелде “кискә өйҙә булам” тигән уй ғына йылыта...Ниһайәт, аэропортҡа килеп еттек. О-о-о, ул ваҡыттағы һауа ҡапҡаларын бөгөнгө менән сағыштырып буламы ни?! Шыҡһыҙ, һалҡын вокзалда теркәү үттек. Тегендә лә, бында ла шаҡмаҡлы ҙур сумкалар менән “челноктар” ҡунаҡлаған.
Беребеҙҙең дә быға тиклем самолетта осҡаны юҡ. Уйҙарҙы яңғырауыҡлы иғлан бүлде: һауа торошона бәйле, беҙҙең самолет бер сәғәткә һуңлап осасаҡ. Их! Был беҙ Белорет–Учалы автобусына һуңлаясаҡбыҙ, ул көндә башҡа рейс автобусына эләгә алмаясаҡбыҙ тигәнде аңлата ине.
Ни хәл итмәк – бер йүне сығыр әле, тинек тә самолетты көтә башланыҡ. Байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Ниһайәт, махсус автобусҡа ултырып, осоу яланына елдек...
Йә, Хоҙай!!! Ошо бәләкәс кенә, әйтерһең дә, фанеранан ҡоршап яһалған ҡанатлы хәстрүш беҙ оса торған самолетмы?! Илаһым! Нисек ҡайтып етербеҙ икән? Тиҫтәгә яҡын пассажир инеп ултырғас, осоу аппаратының арт яғына баяғы алыпһатарҙарҙың шаҡмаҡлы сумкаларын тултыра башланылар. Түбәгә тиклем! Һауа тулҡындары менән көрәшә-көрәшә күккә күтәрелгәнебеҙҙе, сағыштырмаса түбән бейеклектә Белорет районының бейек тауҙары, ҡуйы урмандары өҫтөнән осҡанды хәтерләйем. Юлдар, йылан кеүек, бормаланып-бормаланып ятҡаны әле лә күҙ алдында тора. Шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны – үҙәккә үтерлек һыуыҡ һәм ҡолаҡты ярып барған мотор тауышы (ҡайтҡас, ике көн ипкә килә алманы). Шулай итеп, аяҡ туңды, ҡолаҡ тондо, әммә бер сәғәттән беҙ тауҙар араһындағы ап-аҡ яланға, Белорет аэропортына, килеп төштөк.
Класташтың ҡустыһын атаһы машина менән ҡаршы алды, сөнки уларҙың ауылы Белореттан сағыштырмаса яҡын урынлашҡан, ике район сигендә. Был көр тауышлы, дыуамалыраҡ холоҡло ағай бер аҙ уйлап торҙо ла ауылдары боролошона тиклем алып барырға тәҡдим итте. Беҙгә инде ни тиклем Учалы йүнәлешенә яҡыныраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ. Риза булдыҡ.
Ағайҙың башҡа пландары ла булған икән. Ул ҡала буйлап әле бында, әле тегендә сабыуланы, ниндәйҙер эштәрен теүәлләне. Ә ҡышҡы көн ҡыҫҡа – ҡояш түбәнләй ҙә башланы. Ниһайәт, Уралтауҙы армаҡлап, Учалы юлына төштөк. Еләбеҙ! Күңел күтәренке, артабан нимә менән ҡайтып етеүҙе уйлаған да юҡ. Ағай беҙҙе, вәғәҙә иткәнсә, ауылдарҙан байтаҡ алыҫлыҡта ятҡан оло юлдағы боролошта (унан һуң уларҙың ауылына ла ике тиҫтә самаһы километр ҡала) төшөрөп ҡалдырҙы.
Урман-тауҙар менән уратылған ҡола ялан, үҙәккә үткес һыуыҡ, көн кисләй. Һиллек. 90-сы йылдарҙа машиналар ниндәй йышлыҡ менән осрағанын хәтерләйһегеҙме, замандаштар? Сәғәтенә бер үтһә, шөкөр. Кеҫә телефоны тигән нәмә әлегә уйлап сығарылмаған, ата-әсәләр беҙҙең бындай юл менән ҡайтырҙы уйламай ҙа... Туңыуҙан бигерәк, ас бүреләрҙең ҡорбанына әүерелһәк? Сөнки төрлө йылдарҙа тап ошо урында йыртҡыстарҙың кешегә һөжүм итеүе, ҡорбандар барлығы хаҡында ишеткеләнек. Ул ағай “ҡайтам” тип күҙе тонған балаларҙы яҡындағы ауылға тиклем алып барып ҡуйһасы?! Үҙемдән сығып әйтәм – юлда үҫмерҙе ултыртып алһаң, уның өсөн ниндәйҙер яуаплылыҡ кисергәндәй булаһың – кәрәк икән, хәүефһеҙерәк урынға еткереп ҡуйыр инем, валлаһи... Былар, әлбиттә, минең бөгөнгө һығымталарым.
Ул ваҡытта иһә шөрләтһә лә, ҡурҡыу тигән тойғо башҡа ла килмәне. Ҡайтып етәбеҙ һәм вәссәләм! Шуға ла Аллаһ Тәғәлә беҙҙе бәлә-ҡазанан, атай-әсәйҙәрҙе ҡара ҡайғынан аралағандыр... Шулай итеп, тора торғас, алыҫта, мөғжизә булып, машина күренде. Әлдә туҡтаны әле. Алсаҡ ағай Уральск ҡасабаһына бара икән (унан Учалыға тағы 50 километр самаһы ҡала). Беҙҙең ҡола яланда ҡатып торғанға бер аптыраһа, Өфөнән ҡайтып барабыҙ тигәс, иҫтән ауа яҙҙы. Уның менән 40 – 50 километрҙы үткәнсе, бер аҙ йылынып киттек, шофер беҙҙе Уральскиҙың йәнле урамында ҡалдырып китте. Оҙаҡ та торманыҡ, ниндәйҙер ауылдан Учалыға юлланыусы рейс автобусы килеп туҡтаны. Кеше күп, тығыҙ, әммә беҙ сумкаларҙы тешкә ҡыҫтырып тигәндәй, инеп баҫтыҡ. Пассажирҙар араһында тығылып барғанда өшөгән аяҡ-ҡулдар йылынды, исмаһам.
Бер сәғәттән, ниһайәт, Учалы вокзалына килеп еттек. О-о, күңелдәге елкенеү, ашҡыныу, еңеллек тойғоһон һөйләп аңлатып буламы икән? Эңер төшкәйне. Класташым үҙҙәрендә ҡалырға, ауылға иртәгәһенә иртән ҡуҙғалырға тәҡдим итһә лә, Өфө һынлы Өфөнән ҡайтып етеп, тыуған йортҡа тиклемге 15 километрҙы үтмәй түҙә буламмы һуң? Унан, атай менән әсәйҙең хайран ҡалғанын, ҡыуанып ҡосоп алғанын тиҙерәк кисерге килә...
Ҡыҫҡаһы, Учалы ҡалаһы менән ауылы араһында сәғәт һайын йөрөгән рейс автобусында артабан юлландым. Тиҙҙән ауылыбыҙ боролошонда тора инем. Биш километр ҡалды! Ярайһы уҡ ҡараңғы, туҡталыш аръяғында – ҡуйы ҡарағай урманы. Әммә минең күңелдә фанфаралар уйнай – ҡайтып етеп барам бит! Бер аҙ торғас, боролошҡа табан егеүле сана килгәне күренде. Оһо, беҙҙең күрше Сәрүәр бабай! Ҡул болғайым. Танып ҡалды. Ҡар борҡотоп, пар бөркөп, эргәмә генә килеп туҡтаны. Тиҙерәк санаға һикерәм. “Салауаттың ҡыҙы бит? Ҡайҙан киләһең, балам?” – тигән була күршем. “Өфөнән! Самолет менән ҡайттым, Сәрүәр бабай!” – тип яуап биргәнемә бер аҙ аптырап та, шикләнеберәк тә ҡарап ҡуйҙы ла “На-а-а, малҡай!” тип һөрәнләне.
Алға, өйгә табан! Урманды үтеп, асыҡлыҡҡа сыҡҡас, тау аҫтында, диңгеҙҙәй күл ярында урынлашҡан ауылым яҡты уттары менән сәләмләне. Мин ҡайттым! Хәҙер шундай ҡәҙимге тойолған, ә ул саҡта тормошҡа ашмаҫтай булған маҡсатҡа өлгәштем – иртән генә Өфөлә инем, кис ауылыма барып еттем.
...Ихатаға ингәс, этебеҙ ләүкелдәп өрә башланы. Тәҙрәләрҙә ут яна, ишек асыҡ. Өйгә килеп ингәс, аш-һыу бүлмәһендә йөрөгән әсәйем килеп сыҡты ла телһеҙ ҡалды. Шунан мең һорау яуҙыра башланы: нисек, ҡайҙан, ҡасан? Ҡыҫҡаса һөйләп биргәс, илап ебәрҙе. “Һуң мин ҡайттым бит, әсәй! Иҫән-һау алдыңда баҫып торам!”
Бына шундай мажара – берҙе, әммә берәгәйле булды. Хәүефһеҙлек – тәүге сиратта, йыраҡ юлға “попутка”ға ышанып сығырға ярамай. Был инаныуыма башҡаса хыянат итмәнем – оҙағыраҡ булһа ла, автобус-поезд менән ҡайтыуҙы хуп күрҙем. Ә хәҙер заманы башҡа – һәр кем тиерлек шәхси автомобилдә елдерә, шөкөр.