Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хужаһына күрә – нужаһы йәки Ҡыйғы районы ни сәбәпле көрсөккә терәлеп бара?
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов район һәм ҡала етәкселәренең һәммәһен дә халыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ, асығыраҡ булырға саҡыра. Эш мөхитен яҡшыртыу, бизнес менән шөғөлләнергә теләгәндәргә теләктәшлек күрһәтеү, административ кәртәләрҙе бөтөрөү, сәнәғәтте үҫтереү – мөҡәддәс бурыстар, тип аныҡ билдәләне ул. Әммә, Рөстәм Зәки улының ныҡлы талабына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер төбәктәрҙә түрәләрҙең яуапһыҙлығы, баш-баштаҡлығы һаман дауам итә, үҙ сиратында урындағы халыҡтың йәшәү кимәле күҙгә күренеп түбәнәйә.


Яңыраҡ республиканың Контроль-иҫәп палатаһында ошондай яҙмышҡа дусар булған Ҡыйғы районы буйынса айырым һөйләшеү ойошторолдо, төбәкте бәләнән ҡотҡарыу юлдары ҡаралды.
– Былтырғы күрһәткестәрҙе 2011 йылғы менән сағыштырып ҡарағанда, районда бер нисә йүнәлеш буйынса кире динамика күҙәтелә, – тип башланы сығышын Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Фирүзә Ғәлиева. – Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе предприятиелар кәмегән, сәнәғәттә лә, сауҙала ла хәлдәр хөрт, эшҡыуарҙар һаны 51-гә аҙайған. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫте­реү­ҙең комплекслы программаһы Ҡыйғыла 2014 йылда ни бары 50 процентҡа үтәлгән...
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡыйғылар 2014 йылда социаль-иҡтисади хәл буйынса 42 муниципаль район араһында 35-се урынды биләгән, ә бюджет системаһы буйынса тағы ла ике баҫҡысҡа түбән тәгәрәгән. 2015 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына күҙ һалһаҡ та, был район исемлектең аҙағында.
Фирүзә Кәшфулла ҡыҙы белде­реүенсә, төбәктә, ҙур мөмкинлектәр булған осраҡта ла, файҙаланылмаған объекттар бихисап. Мәҫәлән, Арыҫлан ауылында бынамын тигән бина буш тора. Муниципаль милек реестрына төҙөлөп бөткән объекттар һәм муниципаль мөлкәт, шул иҫәптән һыу һәм газ торбалары, электр линиялары, етем балалар өсөн төҙөлгән торлаҡ, автомобилдәр индерелмәгән. Эшҡыуар Г.Р. Зәйнуллина ер участкаларын файҙаланған өсөн бурысҡа батҡан булған, ә уға ҡуртым хаҡын түләү срогын боҙғанға бер ниндәй ҙә пеня ҡаралмаған. Район етәкселәре биргән мәғлүмәт буйынса, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр менән “Росреестр” базаһындағыһы араһында ҙур ғына айырмалыҡтар күҙәтелә. 1 мең 800 гектар ер эшкәртелмәй ята! Шулай уҡ “Восход” агрофирмаһы 200 гектар ерҙе, бер ҡайҙа ла теркәмәйенсә, үҙ белдеге менән файҙалана.
Дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән финанс сығымдарын һөҙөмтәһеҙ һәм маҡсатҡа ярашһыҙ тотоноу осраҡтары ла теркәлгән. Мәҫәлән, район үҙәге Үрге Ҡыйғыла һыу үткәргәндә аҡса менән бәйле етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған. Ҡолмәт ауылында иһә урамдар буйлап газ торбалары һалынған, ә өйҙәргә ҡасан “зәңгәр яғыулыҡ” килерен белеүсе юҡ.
– Ярай, һеҙ ауыл хужалығы, иҡтисад буйынса хәбәрҙар түгел, ти. Бәлки, мәғариф өлкәһен яҡшы беләһегеҙҙер? Улай икән, райондағы 19 белем биреү учреждениеһының лицензияһы юҡлығын нисек аңлатырһығыҙ? – тине аудитор Елена Петрова. – Уның ҡарауы, ҡыйбатлы “Тойота Камри” автомобилен алырға аҡса ла, ваҡыт та тапҡанһығыҙ. Бөгөн генә республика яңылыҡтары менән танышҡанда һеҙҙең районда бер нисә янғын сығыуын белдек...
Районды иҡтисади йәһәттән һауыҡтырыу ысулдары күп, тиелде ултырышта. Мәҫәлән, йылҡысылыҡ йүнәлешенең уңайлылығы, туризмды үҫтереүгә тотоноу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү мөмкинлеге билдәләнде. Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисовҡа төбәлеп: “Һәр йәһәттән дә кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, сөнки быны ситтән килеп берәү ҙә эшләмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта райондағы социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең түбәнлеген көрсөк менән бәйләргә ярамай. Көрсөк – ҡайһы берәүҙәрҙең уйында, башында ғына”, – тине.



Автор: Ю. МАЛИКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә