Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъяның төрлө мөйөштәренән ярҙам һорайҙар
Донъяның төрлө мөйөштәренән  ярҙам һорайҙар Өфөлә Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли семинар уҙғарылды. Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Литва, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Әрмәнстандан килгән белгестәр илебеҙҙә һәм донъяла органик ер эшкәртеү ҡаҙаныштары, заманса биотехнологиялар ярҙамында экологик яҡтан таҙа продукция етештереүҙе арттырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Халыҡ-ара сара “Башинком” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы башланғысы менән ойошторолдо. Әйткәндәй, ул сирек быуат эсендә генә Рәсәйҙә биоашламаларҙы, үҫемлектәрҙе тәбиғи һаҡлау сараларын күпләп етештергән ҙур ойошмаға әүерелде. Бында, әлбиттә, уның етәксеһе, техник фәндәр кандидаты Вячеслав Кузнецовтың да тырышлығы ҙур.
Бөгөн предприятие йылына 160 төрлө 10 мең тоннанан ашыу продукция етештерә. Ә бит барыһы ла үҫемлектәрҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ иткән ашламаларҙы шешәләргә һәм мискәләргә ҡулдан тултырыуҙан ғына башланғайны. Өҫтәүенә ауыл хужалығында биотехнологияларға ҡаршы булғандарҙың кәртәләрен дә, тәбиғәт менән кешенең көсөнә ышанмаусанлыҡты ла еңергә тура килде.
Баҫыуҙарҙың уңышын арттырған, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын күтәргән Башҡортостан биопрепараттары Рәсәйҙә генә өс миллион гектар ерҙә ҡулланыла. Ә “Башинком” ғалимдарына ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә ярҙам һорап төрлө тарафтарҙан мөрәжәғәт итәләр.
Предприятиеның фитопатология һәм микроорганизмдар селекцияһы лабораторияһы мөдире, биология фәндәре кандидаты Елена Ишкилдина шундай ваҡиға хаҡында һөйләне. “Башинком”ға Вьетнам эшҡыуары ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ким әфәнде ҡара борос үҫтереү менән шөғөлләнә икән. Һуңғы йылдарҙа үҫемлектәр сирләй, тамыр­ҙары серей, япраҡтары ҡорой башлаған. Патоген микробтарға ҡаршы химия ярҙамында көрәшергә лә мөмкин, әлбиттә. Ләкин был ғәмәл продукцияның сифатында сағылмай ҡалмаясаҡ. Эшҡыуар баҙарҙа абруйын юғалтҡыһы килмәй икән.
Фермер донъя буйлап ярҙам белешә башлаған һәм уны алыҫ Башҡортостанда тапҡан. “Башинком” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы ғалимдары сирле һеркәләрҙе алып һынау үткәргән, уларға “Фитоспорин” препаратының йоғонтоһон тикшергән. Борос сиренә ҡаршы торорлоҡ файҙалы бактерияларҙан дауалау сараһын табып, уны Ким әфәндегә ебәргәндәр.
Бындай миҫалдар байтаҡ. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк агросәнәғәт күргәҙмәләрендә предприятие эшмәкәрлегенең 60-тан ашыу алтын миҙал менән баһаланыуы ла осраҡлы түгелдер.
“Башинком”дың етәксеһе Вячеслав Кузнецов әйтеүенсә, илебеҙҙә биотехнологияларға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта. Шуға күрә биопрепараттар һәм биоашламалар етештереү күләме йыл һайын 20 – 30 процентҡа үҫә. Былтыр иһә импортты алмаштырыу шарттарында был һан 80 процентҡа күбәйгән.
“Башинком” тормошонда һуңғы ваҡытта тағы ла бер мөһим ваҡиға булды. Коллективтың эше республика һәм Рәсәй власының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ул илебеҙҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы грантына лайыҡ булды. Алынған аҡсаны эшкә тотондолар, әлбиттә. Фәнни һәм етештереү базаһы нығытылды.
Күптән түгел генә ғалимдар “Агророботоскоб” тип аталған инновациялы роботлаштырылған система уйлап тапты. Уның ярҙамында үҫемлектәрҙең үҫешен контролдә тоторға, яҡшы уңыш алыу өсөн ниндәй туҡланыу элементтары кәрәклеген белергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, предприятие төрлө сир, ҡоролоҡ, ҡырау кеүек тәбиғәт шарттары һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы продукцияһын юғалтыуҙы, гербицид­тарҙың үҫемлектәргә һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Шуны билдәләргә кәрәк: бында барыһы ла тәбиғи компоненттарға – гуминлы матдәләргә һәм фитоспоринға нигеҙләнә.
Һуңғы йылдарҙа ойошмала малсылыҡ мәсьәләләре менән дә етди шөғөлләнәләр. Лабораторияла ветеринария препараттары, мал аҙығына өҫтәмәләр сығарыла. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ветоспорин-Актив” пробиотик мал аҙығы өҫтәмәһе – почетлы дипломға, ә мал, балыҡ, ҡош-ҡорт һәм бал ҡорттары өсөн “Ветоспорин-Ж” аҙыҡ өҫтәмәһе лауреат исеменә лайыҡ булды. Был препараттар йыл яңылыҡтары тип танылды.
Әйтергә кәрәк: Беларусь Республикаһындағы Тупраҡты өйрәнеү һәм агрохимия институты, эксперименталь сәсеүлектәрендә “Богатый” һәм “Бионекс-Кеми” биологик яҡтан әүҙем комплекслы ашламаларын һынағандан һуң, уларҙы туғандаш дәүләттә теркәргә тәҡдим итте. Белоруссияла ошондай ашламалар ҡулланылған баҫыуҙарҙа игенде гектарынан уртаса биш центнерға күберәк йыйғандар. Аҡсалата сағылышта иһә бер гектарҙан 3 700 – 5 200 һумлыҡ өҫтәмә табыш алынған.
Ырымбур өлкәһе умартасылары, Башҡорт­остандағы коллегаларының тәжрибәһен өйрән­гәндән һуң, “СпасиПчел” микробиологик препаратын ҡуллана башлаған. Ул ҡышлау осоронда ҡорттарҙы һаҡлай, иммунитетын күтәрә, шулай уҡ бал йыйыу һәләтен арттыра.
Рәсәйҙә йәшелсәне һәм емеш-еләкте һаҡлауҙа биотехнологиялар ҡулланыуға күскән төбәктәр һаны артҡандан-арта. Былтыр көҙ “Башинком” предприятиеһы ғалимдары илебеҙҙең бер нисә төбәгендә ҡаҙаныштарын күрһәтеү маҡсатында йәшелсә һаҡлағыстарға үҙҙәренең препараттары менән эшкәртелгән картуф, кишер, кәбеҫтә, алманың тәжрибә партияларын һалды. Экспериментҡа Липецк, Орел, Тамбов өлкәләре аграрийҙары ҙур теләк менән ҡушылды.
Башҡортостандағы тәбиғи биоашламалар хаҡында Сәғүд Ғәрәбстанында ла ишеткәндәр. Былтыр сентябрҙә ғәрәп ярымутрауындағы ҙур агрокомпанияларҙың береһе менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уңыштар ҙа, ҡаҙаныштар ҙа бының менән сикләнмәй “Башинком”да. Яулайһы үрҙәре алда әле предприятиеның.





Автор: Ф. ҒӘЛИЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә