Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас ботаҡтарын ялғау
Баҡсасылыҡта емеш ағастарын ялғау киң таралған. Питомниктарҙа емештән шытып сыҡҡан үҫентеләргә һалҡынға сыҙамлы, уңдырышлы, тәмле сорттарҙың үренделәрен ялғап, һәүәҫкәр баҡсасыларға һаталар. Баҡсасы кәрәкмәгән сорттарҙан үҙенә оҡшағандарын ялғау юлы менән ҡотола ала. Зарарланған ботаҡтарҙы, ағас олондарын да шул рәүешле төҙәтергә мөмкин.
Эштең асылы шунда: ялғанмышҡа ялғанған сорт емешен бирә. Ялғанмышҡа бер нисә сорттың ботағын (сыбыҡсаһын) ялғарға мөмкин.
Ағастарҙы ялғау түбәндәге эштәрҙән ғибәрәт: сыбыҡса әҙерләү һәм уны һаҡлау, ялғанмышҡа сыбыҡса ялғау, ялғанған үҫентеләрҙе тәрбиәләү.
Ялғау өсөн кәрәкле ҡорал. Ағастарҙы баҡсасы ҡоралдары ярҙамында ғына уңышлы ялғап була. Йыуан ботаҡтар – ҡул бысҡыһы, ә нәҙектәре баҡса бысағы менән киҫелә. Сыбыҡсаны баҡса ҡайсыһы (секатор) менән әҙерләйҙәр, ә ағастарҙы ботаҡ ялғау (копулировка) бысағы ярҙамында ялғайҙар. Бөрө ялғауҙы бөрө ялғау (окулировка) бысағы менән башҡаралар.
Емеш ағастарын ялғау ваҡыты:
1. Емеш ағастарын иртә яҙ, апрель баштарында, ағастар һутланғансы – ҡайыр ағасынан айырылмағанда ялғайҙар.
2. Ялғауҙы ағастар һутланғас, май айҙарында башҡаралар. Ике осраҡта ла ағастарҙы ялғауҙың төрлө ысулдары файҙаланыла.
3. Июль аҙаҡтарында, август баштарында ялғау өсөн ағас бөрөләрен ҡулланалар.
Ялғау сыбыҡсаһы. Һәйбәт үҫешкән өс бөрөлө бер йыллыҡ үренде киҫәген сыбыҡса тип атайҙар. Сортлы ағастан бер йыллыҡ үрендене төбөнән ҡырҡып алалар. Ялғаған ваҡытта ғына унан сыбыҡса киҫәләр.
Сыбыҡсаны көҙ йәки яҙ ботаҡтар һутланғансы әҙерләйҙәр. Һәйбәте – көҙҙән әҙерләү. Ҡайһы бер баҡсасылар сыбыҡсаны киҫеп ала ла шул уҡ көндә ялғай. Бындай эш күп ваҡытта уңышһыҙ була.
Сыбыҡса таҙа, юғары уңышлы, һалҡынға сыҙамлы сортлы емеш ағастарынан киҫеп алына. Ғәмәлдә һәйбәт үҫешкән бөрөлө сыбыҡсалар емеш ағасының көньяҡҡа ҡараған сатырында була.
Әҙерләнгән сыбыҡсалар һалҡын баҙҙа дымлы ҡомға тығып ҡуйыла. Көҙ әҙерләнгән сыбыҡсаны күләгәле урынға 10 сантиметр тәрәнлектә ер менән күмеп ҡуйырға мөмкин, сыбыҡса көҙ һуң әҙерләнһә, уны күләгәле урында ҡар аҫтында ҡалдырырға мөмкин. Ағастарҙы ялғау эшен башлағанда, ҡар иреп бөтмәгән булһын. Ҡар аҫтында йөрөгән сысҡандар сыбыҡсаларҙы кимереп зыян килтереүе ихтимал. Шуға күрә уларҙы ылыҫ ботаҡтарына урап, ҡар аҫтында ҡалдырырға кәрәк. Киҫеп алған ерен баҡса елеме менән һылаһаң, ул яҡшы һаҡлана.
Сыбыҡсалар ялғай башлағансы шытым бирергә тейеш түгел.
Үҫеш шарттары. Ялғанған үҫемлекте – ялғанмыш (подвой), ә ялғау өсөн киҫеп алынған сыбыҡсаны ялғаулыҡ (привой) тип атайҙар.
Үҫемлектәр яҡын ҡәрҙәш булғанда ғына, ялғанмыш менән ялғаулыҡ, бер-береһенә йәбешеп, һәйбәт үҫеп китә. Шулай ҙа, ҡәрҙәш булһалар ҙа, ҡайһы бер сорттар бер-береһенә берекмәй. Мәҫәлән, алмағастың китайка сорты антоновкаға йәбешеп үҫмәй. Шуға күрә үҫемлекте үҫемлеккә ялғағанда уларҙың биологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу мотлаҡ.
Ағасты ағасҡа ялғау өсөн уларҙың камбий һыҙығын һәм күҙәнәк төҙөлөшөн белергә кәрәк.
Алманың ботағы йәки үрендеһенең күҙәнәк төҙөлөшө икенсе төргә ҡараған ағастың күҙәнәк төҙөлөшөнә тап килергә мөмкин. Мәҫәлән, алма үрендеһе ирга ағасына йәбешеп үҫә.
Камбий – үҙағас менән ҡайыр араһындағы әүҙем күҙәнәк. Ағасҡа ағасты ялғау камбий күҙәнәктәренең әүҙемлегенә бәйләнгән. Ялғанғанда ялғанмыш менән ялғаулыҡтың камбий ҡатламдары бер-береһенә тығыҙ тейеп тороуын күҙ уңында тотоу мотлаҡ.
Ағасты ағасҡа ялғау. Һәйбәт сортлы емеш ағастарынан киҫеп алған сыбыҡсаларҙы икенсе емеш ағасының сатырындағы ботаҡтарға, ағас олонона, олон төпсөгөнә, тамырына, тамырҙан шытып сыҡкан үренделәргә ялғарға мөмкин.
Ялғауҙың төрлө ысулдары бар.
1. Иртә яҙ ағастар һутланғансы (ҡайыр ағасынан айырылмағанда), шына (клин), ботаҡ ялғау (копулировка), төпсөктө ярып ялғау (в расщеп) ысулдары менән ялғайҙар.
2. Яҙ, ағастар һут ебәргәс, ҡайыр ағасынан айырыла башлағас, сыбыҡсаларҙы ҡайыр аҫтына ҡуйып ялғайҙар.
3. Йәй, август баштарында, бөрөләрҙе ҡайыр аҫтына ҡуйып ялғайҙар.
Иң ябайы – ботаҡты ботаҡҡа ялғау ысулы.
Бындай ялғауҙы иртә яҙ, ағастар һут ебәргәнсе башҡаралар.
Ялғанмыш йыуанлығындағы ялғаулыҡ киҫеп алына. Ялғаулыҡ сыбыҡсаһында ике-өс һәйбәт үҫешкән бөрө булырға тейеш. Ялғанмыш менән ялғаулыҡ бер-береһенә тигеҙ йәбешерлек итеп, өс-дүрт сантиметр оҙонлоҡта, бөрө тураһында ғына ҡыя киҫелә. Ялғанмыш менән ялғаулыҡ ҡыя киҫелгән яғы менән бер-береһенә ҡаплап, һығып бәйләнә, баҡса елеме менән һылана.
Әгәр ялғанмыш ялғаулыҡҡа ҡарағанда йыуан булһа, ағастарҙы ялғауҙың шына ысулы менән төпсөктө ярып ялғау ысулын ҡулланалар. Төпсөк йыуан булһа, ике-өс, дүрт төрлө сорттың сыбыҡсаһын ялғарға мөмкин.
Сыбыҡсаны ҡайыр аҫтына ҡуйып ялғау яҡынса майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә ҡайыр ағасынан еңел һыҙырыла башлағас башҡарыла. Ҡайырҙы үткер бысаҡ менән ҡуҙғатып, ҡыя киҫелгән сыбыҡсаны үҙағас менән ҡайыр араһына ҡуйып бәйләйҙәр.
Ағастарҙы ялғауҙың бөтә ысулдарында ла киҫелгән урындар (ҡыҫып бәйләгән ерҙән ҡалғандары) баҡса елеме менән йәки майлы буяу менән һылана. Киҫелгән урындарҙы, баҡса елеме менән һыламай, ялғанған сыбыҡсаларға полиэтилен ҡапсыҡ кейҙереп тә кибеүҙән һаҡларға мөмкин.
Оло йәштәге ағастарға икенсе сорт, эре ботаҡтарҙы ялғау ағастар һутланғанда – ҡайыр ағасынан еңел айырылғанда уңышлы була.
Эште башлар алдынан һалҡын урында һаҡланған сыбыҡсаларҙы ентекләп ҡарап алырға кәрәк. Бер йыллыҡ сыбыҡсаларҙың урта өлөшөндәге бөрөләр үҫешкәнерәк була. Үҫешкән өс бөрөнө ҡалдырып, сыбыҡсаның аҫҡы һәм өҫкө өлөшө өсөнсө бөрө өҫтөнән киҫеп ташлана. Ялғауға әҙерләнгән сыбыҡса икенсе яҡтағы бөрө тураһынан ғына өс-дүрт сантиметр оҙонлоҡта ҡыя киҫелә. Сыбыҡса әҙер. Ялғанмыш ботағының ҡайыры ла шул оҙонлоҡта киҫелә. Шунан ҡайырҙы бер аҙ ҡалҡыталар ҙа әҙер сыбыҡсаның ҡыя киҫелгән яғын ҡайыр менән ағас араһына ҡуялар һәм өҫтөнән йомшаҡ шпагат менән ҡыҫып бәйләйҙәр. Ялғанған урын баҡса елеме менән һылап ҡуйыла.
Ялғанмыштың диаметры ике-өс сантиметр булһа – бер сыбыҡса, биш-ете сантиметр булғанда – ике, һигеҙ-ун сантиметр икән, өс сыбыҡса ялғайҙар.
Ялғанған ағасҡа сорты яҙылған этикетка элеп ҡуйыла. Ялғағандан һуң 15 көн үткәс, ҡыҫып бәйләнгән еп бушатыла (бушатып бәйләнә).
Сыбыҡсаның өҫкө ике бөрөһө үҫешә башлай. Әгәр өҫтәге бөрө көслөрәк булып үҫеп китһә, аҫтағы бөрөнөң өҫтөн семтеп ташлайҙар, ә июль аҙағында төбөнән үк киҫеп алалар. Әгәр ҙә аҫҡы бөрө көслөрәк үҫһә, өҫкө бөрөнө шунда уҡ киҫеп ташлайҙар.

С. Хажиевтың
“Емешле булһын баҡсаң” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872