Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәндектәге алтын бөртөгө
Ирәндектәге  алтын бөртөгө ...Бер нисә быуат элек был ергә әлеге Бөрйән районы башҡорттары килеп йәйләү ҡора. Ирәндектең көнсығыш итәгенең йәшәү өсөн ғәйәт уңайлы булыуы, ҡарҙың һуңыраҡ ятып, иртәрәк иреүе хаҡында һунарсыларҙан ишетеп белә улар. Һөҙөмтәлә бәғзе бөрйәндәр малын иртә яҙҙан Ирәндек итәгендәге йәйләүенә ҡыуа һәм көҙ һуң ғына алып ҡайта башлай.
Араларында Күсей исемле кеше лә була. Бер мәл ул үҙ яғына ҡайтырға йыйынһа, аттары теүәл түгел икән. Малын бик оҙаҡ эҙләй Күсей, әммә таба алмай. Өмөтөн өҙөп, ҡайтып китә.
Ғәҙәттәгесә, март айында был яҡҡа Бөрйәндән һунарсылар килә. Ирәндектең көньяҡ итәгендә, Күсейҙең йәйләүе тирәһендәге аҡланда бер өйөр йылҡы малын күреп, ғәжәпкә ҡала улар. Был хаҡта яҡташына еткерәләр. Күсей шунда уҡ ике улы менән Ирәндеккә юллана. Ҡаялы ташҡа (хәҙер ул Күсем ташы тип атала) күтәрелгәс, урман араһында йөрөгән йылҡы өйөрөн күрәләр. Бейәләр ҡолонлап, йылҡы байтаҡҡа ишәйгән дә, ти. Күсей ҡарт уларҙы алып ҡайтып тормаҫҡа ҡарар итә. “Ҡар иреп бөткәнсе алмашлап көтөрһөгөҙ”, – тип улдарын йәйләүҙә ҡалдыра.
Яҙ еткәс иһә Күсей ғаиләһе менән был ергә бөтөнләйгә күсеп килә. Ирәндек буйын Бөрйәнгә бәйләгән ауылға нигеҙ һалына.


Ырыҫ сере – тырышлыҡ

Ирәндектәге  алтын бөртөгөТарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың яҙмаларынан күренеүенсә, Күсей ауылы XIX быуатҡа 20 ғаилә менән аяҡ баҫа. Ике утар була бында. 1850 йылға ғаиләләр – 50-гә, халыҡ һаны 300-гә етә.
Әле иһә бында 140 хужалыҡ иҫәпләнә, 500-гә яҡын кеше йәшәй. Күсейҙәр күренекле ауылдаштары – Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, “Әлифба” авторы, ғалим-педагог Абдрахман Ғәлләмов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, билдәле балетмейстер, Башҡортостандың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов һәм башҡалар – менән дан тота. Әйткәндәй, Башҡортостан мөғжизәләренең береһе булған алты килограмлыҡ алтынды – “Ирәндек айыуы”н – Күсей механизаторы Радик Үтәғолов тапҡан.
Район үҙәгенән 90 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауыл халҡының төп шөғөлө – малсылыҡ. Шулай уҡ һәр йортта күпләп ҡош-ҡорт аҫрала, йәшелсә үҫтерелә. Ғөмүмән, уңған күсейҙәрҙең өҫтәленән үҙҙәре эшләп тапҡан ризыҡ өҙөлмәй. Сибай баҙарында көн дә ауыл хужалығы продукцияһы менән һатыу иткәндәрҙең күбеһе – улар. Һөҙөмтәлә етеш йәшәйҙәр: һәр йортта тиерлек – еңел машина, трактор, ҡура тулы мал.
Ирәндектәге  алтын бөртөгөБер нисә йыл элек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова: “Күсей ауылы мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт күгендә әленән-әле “йондоҙ”ҙар балҡытып тора, – тигәйне. – Бихисап талант эйәһе үҫтергән төйәгебеҙҙә Әҙәбиәт һәм сәнғәт музейы асырға кәрәк”. Тәҡдим район етәкселеге тарафынан хупланды, әммә урында эште башлап ебәреүсе табылмай. Шулай ҙа мәктәп коллективының ярҙамы менән белем усағының бер бүлмәһендә ауылдың тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған бай музей ойошторолған. Уның етәксеһе Гүзәл Игебаева әйтеүенсә, экспонаттарҙың барыһы ла ауыл халҡынан йыйылған. Араларында бик боронғолары ла бар. Бында шулай уҡ Күсейҙең күренекле кешеләренә арналған стендтар эленгән, колхозлашыу осорон, мәктәп тарихын сағылдырған мәғлүмәттәр тупланған.

Уңайлы шарттар баһаланамы?

Ҡасандыр гөрләп тора ине бындағы мәктәп. Хәҙер иһә, ике ҡатлы булыуына ҡарамаҫтан, тынып ҡалғандай тойола. Ни өсөн тигәндә, балалар кәмегән, һөҙөмтәлә уҡытыусылар ҙа аҙ. Ике класты ҡушып уҡытырға тура килгән осраҡтар ҙа бар.
– Мәктәптә белем алыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылыуына ҡарамаҫтан, балаларҙың аҙлығы күңелде ҡыра, – ти директор Ҡунаҡбай Уйылданов. – Беҙҙәге компьютер класы тулыһынса йыһазлан­дырылған, Интернет селтәренә тоташты­рылған. Һәр уҡытыусыға ноутбук бирелгән. Яңы технологияларҙы ҡулланып, сифатлы белем алыу мөмкинлеге йылдан-йыл арта. Ләкин шуныһы эшкә аяҡ сала: балаларҙың һанына ҡарап, уҡыу йылы һайын педагогтарҙы ҡыҫҡартырға мәжбүрбеҙ. Һөҙөмтәлә бер уҡытыусыға төрлө фәнде алып барырға тура килә. Берҙәм дәүләт имтиханына ныҡлы иғтибар бүленергә тейеш, тип ҡабатларға яратабыҙ ҙа ул...
Ирәндектәге  алтын бөртөгөМәктәптә алты педагог эшләй. Уларҙың тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе булараҡ, йәш күсейҙәрҙең район олимпиадаларынан, төрлө ярыштарҙан еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ. Белем усағын район хакимиәте хәстәрлектән айырмай. Мәҫәлән, күптән түгел ҡаҙанлыҡ яңыртылған, киләһе уҡыу йылына тәҙрәләрҙе замансаға алмаштырыу планлаштырыла. Биләмәне яңынан кәртәләп алырға ла кәрәк буласаҡ, ти етәкселек.
Уҡытыусылар өҫтәүенә ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өлгөрә – бер сара ла уларҙан тыш үтмәй.

Тыуған ергә тарта “Ҡояшҡай”

Мәктәптең бер яғында – балалар баҡсаһы. Хәйер, 25 йыллыҡ тарихҡа эйә “Ҡояшҡай”ҙың бынамын тигән үҙ бинаһы бар, әммә кескәйҙәрҙең аҙлығына бәйле өйҙәшлеккә дусар ителгәндәр. Балалар баҡсаһына төрлө йәштәге 18 бала йөрөй. Тәрбиәселәр Дилбәр Сәфәрғәлина менән Люциә Әбсәләмова уларҙың һәр көнө файҙалы үтһен өсөн барлыҡ тырышлығын һала.
– Күптән түгел мәғариф учреждение­һы­ның 25 йыллығын билдәләнек, – ти Дил­бәр Фәрит ҡыҙы. – Элекке хеҙмәт­кәр­ҙәр­ҙе саҡырҙыҡ, ата-әсәләр килде. Ҡа­сандыр 15-ләп кешене берләштергән коллективтан ни бары икәүҙең ҡалыуы, әлбит­тә, һөйөндөрмәй. Шулай ҙа өмөттө өҙмәй­беҙ: йәш күсейҙәр, үҙ ерендә ҡалып, та­мырҙарҙы нығытыр. Тәрбиәне ошо маҡсатҡа ярашлы алып барырға тырышабыҙ.

“Ҡул ҡаушырып ултырыу – көфөр”

Ирәндектәге  алтын бөртөгөҮрҙә әйтеп үтелгәнсә, ауылда күпселек мал иҫәбенә йәшәй. Һыйыр, һарыҡ, йыл­ҡыны алмашлап көтәләр. Ер иркен, бе­сәнлек күп. Ҡасандыр совхоздыҡы булып иҫәпләнгән баҫыуҙар кешеләргә сабынлыҡ итеп бүлеп бирелгән. Техникалы хужалар йәй эсендә күпләп бесән әҙерләй, сосораҡтар уны һатып, аҡса эшләргә лә өлгөрә.
Ошондай уңған ғаиләләрҙең береһе – Светлана менән Хөрмәт Баймөхәмәтовтар. Булдыҡлы ир-уҙаман үҙ көсө менән хан һарайындай йорт төҙөгән, унда заманса уңайлыҡтар булдырған. Ихатаһындағы яңы тракторы һәм еңел машинаһы ла мал һатыуҙан килгән аҡсаға алынған.
– Эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырыу – кө­фөр, – ти Хөрмәт Ғәлим улы. – Донъя кө­төргә, балаларҙы уҡытырға кәрәк. Иртәнән кискәсә мал араһындабыҙ. Ҡыш, бушыраҡ ваҡытта, тимерҙән төрлө кәрәк-яраҡ – бесән тейәгес, күтәргес һәм баш­ҡалар – эшләйем. Уларҙы йылына бер-икене яһағанда ла, байтаҡ аҡса килә. Тимерҙе Магнитогорск ҡалаһынан һатып алам.
Улыбыҙ Илнар ҡул араһына инде, ярҙамы ҙур. Бесән мәлендә ҡатыным Светлананың да тракторға ултырған сағы була. Шулай эште тиҙ арала атҡарып сығырға бөтөн көстө һалабыҙ. Юғиһә ямғырға ҡалыуыңды көт тә тор. Бесәнде күрше райондағыларға ла һатам. Тырышһаң, йүне сығып тора.
Эйе, бирешмәй күсейҙәр. Шул уҡ ваҡытта ошоғаса береһе лә, район һәм республика программаларында ҡатнашып, малсылыҡты үҫтереүгә субсидия алмаған...

Саңғылы, тимәк, аңлы

Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү ауыл халҡының йәшәү рәүешенә әүерелгән. Айырыуса хаҡлы ялдағылар үҙ һаулығына ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Әлфиә Кәримованың башланғысы менән ике йыл элек саңғысылар командаһы барлыҡҡа килгән. Ҡар ятҡас, һәр урам халҡы үҙенә юл һалып ала. Йәнтәл тауы – дөйөм туҡталыш. Тотош ғаилә менән – олатай-өләсәйҙәрҙән алып ейән-ейәнсәрҙәргә тиклем – саңғыға баҫҡандар, күмәкләп көн дә ун саҡрым ара үткәндәр бар.
Ирәндектәге  алтын бөртөгө– Был спорт төрө, беренсенән, сәләмәтлек өсөн ҙур ярҙам булһа, икенсенән, бер-беребеҙ менән даими осрашып тороу мөмкинлеген бирә, – ти Күсей саңғысылары. – Өй эштәренә яңы көс-дәрт менән тотоноу – үҙе ҙур бәхет.
Әйтеүҙәренсә, ауылда кемдеңдер юбилейы етһә, команда менән уға саңғы бүләк итеп, үҙ сафына алалар икән. Ошолай бер-береһенең һаулығына хәстәрлекле күсейҙәргә юғары үрҙәр насип булһын!
Мәктәптә оҙаҡ йылдар физкультуранан уҡытҡан Нурзиә Үтәғолова гимнастика түңәрәге асҡан. Унда төрлө йәштәгеләр аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә.

Күңелдәре киң, табындары мул


Тыуған төйәгендә төпләнеп ҡалған йәштәр байтаҡ. Тырышып балалар үҫтерәләр, дәртләнеп йорт төҙөйҙәр. Илүзә менән Күсем Латиповтар, Нәркәс һәм Рәсүл Үтәғоловтар, Гөлнара менән Әхтәм Исламғоловтар, Гөлназ һәм Тимур Замановтар, Лилиә менән Дәүләт Игебаевтар – ауылдың ышаныслы терәге.
Вәсилә менән Йәмил Зәйнуллиндарҙы ла ауылдаштары яҡшы яҡтан ғына телгә алды. Үҙ балалары янына йәнә бер ҡыҙҙы һыйындырған ғаилә күптән түгел ҙур йорт һалып сыҡҡан. Өлкән улдары Сыңғыҙ Өфөлә белем алһа, Регина VI класта уҡый. Искәндәргә – алты, кескәй Наҙгөлгә дүрт йәш. Йорт хужабикәһе – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ире ҡырҙа эштә саҡта балаларҙы тәрбиәләү, мал-тыуарҙы ҡарау яңғыҙының иңенә төшә.
Ирәндектәге  алтын бөртөгө– Ауылда йәшәү еңелдән булмаһа ла, ситкә китеү теләге бер ваҡытта ла тыу­маны, – ти Зәйнуллиндар. – Тырышһаң, етеш йәшәргә мөмкин. Өҫтәлебеҙҙә – үҙебеҙ етештергән ризыҡ, аш-һыу. Балаларҙың һәләтен үҫтереүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Регина, мәҫәлән, һүрәт төшөрөргә ярата, Искәндәр инженер булмаҡсы. Кескәй Наҙгөл иһә әле үк “Урал батыр” эпосының 30 юлын яттан һөйләй. Һәләттәре юғалмаһын тигән маҡсатта даими эш алып барабыҙ, был йәһәттән төп ярҙамсыбыҙ – киң мәғлүмәт саралары. Сибай, Магнитогорск ҡалаларына экскурсияға йөрөү, ғаилә менән тәбиғәткә сығыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә.
* * *
Таланттарға бай Күсейҙә тәү ҡарашҡа бер ниндәй проблема юҡ кеүек. Шулай ҙа...
Билдәле булыуынса, 1837 йылда ауыл янында тәүге алтын йыуыу приискылары асылған. Илдә иң ҙур һаналған Солтан ятҡылығынан, мәҫәлән, йылына дүрт тоннанан ашыу ҡаҙылма байлыҡ алынған. Ситтән килеп былтыр был эшкә йәнә тотонғандар. Алтынға бай ергә рәхмәт йөҙөнән булһа ла, сәнәғәтселәр уның юлдарын төҙөкләндереү бурысын үҙ иңенә алмаҫмы?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876