Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнбәкте йәшәтер көс
Йәнбәкте йәшәтер көс – Бөгөн төн Аҡтүшең өрөп ҡуйҙы. Берәйһе килгәйнеме әллә?
– Юҡсы. Үҙемә аптырап өргәндер. Йоҡо алмағас, урамға сығып йөрөп әйләнгәйнем.
– Кит, берәй шуҡ бабай урлап алып китһә үҙеңде?..
Ҡытҡылдашып көлөшкән инәйҙәргә йәнә бер нисә әхирәте килеп ҡушылды. Һәр иртәһе шулай хәл белешеүҙән башлана Иҫке Йәнбәк өлкәндәренең. Бәләкәй генә ауылда һәр кемдең тормошо күҙ уңында булһа ла, көн дә күрешһәләр ҙә, осрашҡан һайын һөйләшеп һүҙе бөтмәй уларҙың.

Иҫке Йәнбәк – был яҡтағы иң боронғо аҫаба башҡорт ауылдарының береһе. XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалынған уға. Бер осо Дәүләкән ерҙәренә барып тоташһа, икенсеһе Шишмә менән ҡушыла. Ә арғы яҡта – Ауырғазы. Баҫыуҙар, бесәнлектәр киң, тупраҡ уңдырышлы. Ошо шарттарҙы уңай файҙаланып, халыҡ борон-борондан малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Йылы миҙгелде гелән йәйләүҙә үткәргәндәр.
Ауылдың эргәһенән Өршәк аға. Элек ул ат йөҙҙөрөрлөк бул­ған, тиҙәр. Әле лә көс ташларға йыйынмай йылға – халыҡ йәй буйы һыу инеп кинәнә. Өршәкте, гүйә, башланған яғындағы һөҙәк тауҙар, япраҡлы урмандар оҙата килә кеүек. Улар Ҡырмыҫҡалы киңлектәрендә үҙ урынын табып, тәбиғәттең буяуын ҡуйыртып, холҡона серлелек өҫтәгәндәй.
Йәнбәкте йәшәтер көсИкһеҙ-сикһеҙ ерҙәр, тәрән йылға, япраҡлы ағастар халыҡҡа шулай уҡ умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеген биргән. Ауыл бер нисә районды тоташтыр­ғанлыҡтан, халыҡҡа тапҡан һәм етештергәнен һатыу ҙа уңайлы булған. Мәсет менән мәҙрәсәһенә лә төрлө яҡтан килгәндәр.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлү­мәттәренә килгәндә, бында 1795 йылда 15 йортта 80-гә яҡын кеше йәшәһә, XIX быуат уртаһын­да халыҡ һаны – 270-кә, өйҙәр 49-ға еткән. Әле иһә ауылда 100-гә яҡын кеше йәшәй. Күпселекте өлкәндәр тәшкил итә, һуңғы йылдарҙа әкренләп булһа ла йәштәр ҡайтып төйәкләнә башлаған.
– Урыны уңайлы бит, – ти Атйетәр ауыл хакимиәте баш­лығы Гөлйөҙөм Уразбахтина. – Төрлө кәсеп менән шөғөлләнеүгә яйлы, өҫтәүенә юл һәйбәт, район үҙәгенә – 45, Дәүләкәндәге тимер юл станцияһына тиклем 35 саҡ­рым. Бекетов ауылы ла яҡын бул­ғанлыҡтан, ауылда нигеҙ ҡор­ған йәштәрҙең күпселеге ундағы “Артемида” һөтсөлөк фермаһына йөрөп эшләй. Шәхси кәсепкә тотонорға теләгәндәр ҙә бар.

* * *

Йәштәрҙе, ысынлап та, көндөҙ ауылда осратып булманы. Барыһы ла эштә. Балаларын иһә олатай-өләсәйҙәре ҡарай. Күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан Динира Кинйәғолованың янында ла ейәне йүгереп йөрөй.
– Биш бала үҫтерҙек. Ейән-ейәнсәрҙәрем хәҙер инде һигеҙгә етте. Баймын, Аллаға шөкөр, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы яңы бәй­ләм­гә тотонған хужабикә. – Ирем менән ғүмер буйы колхозда эш­ләнек: мин һыйыр һауҙым, ул тракторсы булды. Дөйөм эштә йөрөп өйрәнгәнлектәндер, колхоз тарҡалғас та халыҡтан айы­рыл­маныҡ. Ярҙамлашып йәшәйбеҙ.
Йәнбәкте йәшәтер көсЫсынлап та, ауыл кешеләре уларға күҙ терәп тора. Йорт хужаһы Ғәзим Кинйәғоловты староста итеп тә һайлап ҡуйғандар. Хәстәрлекле, ярҙамсыл ир-уҙаман тракторы менән ауылдаштарына бесән әҙерләүҙә булышлыҡ күрһәтә, кемдер ауырып китә икән, машинаһында дауаханаға илтә. Инәлтмәй, көн-төн тип ҡарап тормай, юлға аҡса һорамай. “Старостамын тип башҡармай ул изге ғәмәлдәрен. Күңеле шулай ҡуша. Бына әле лә күршеләрҙе район үҙәгенә алып китте”, – тип ғорурланып һөйләп алды ҡатыны.
Кинйәғоловтарҙың заманса йыһазландырылған йортона һоҡланып туймаҫлыҡ. Эстән дә, тыштан да балҡып тора ул. Ҡурала иһә – тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, бихисап ҡош-ҡорт. “Ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараһы, белеүебеҙсә, халыҡтың нисек йәшәүен билдәләүгә йүнәлтелгән. Мөмкинлектәр төплө өйрәнелеп, мал көтөү өсөн шарттар, һис шикһеҙ, киңәйер”, – тигән ышаныста Динира Кинйәғолова.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләне ҡайғы ла урап үтмәгән: бер улдары Чечнялағы хеҙмәттән әйлә­неп ҡайтмаған. Йөрәк яраһын эш менән баҫа көслө ихтыярлы ата-әсә. “Ҡайғы һорап килмәй шул, – тип ҡуйҙы апай. – Түҙәбеҙ...”

* * *

Төпкөл ауылда шулай ҡайғы­һын күңел төбөнә йәшереп, йылмайып, изге ғәмәлдәр башҡарып йәшәгән кешеләр күп. Мәҫәлән, тор­мош юлында байтаҡ юғалтыу кисергән 76 йәшлек Динара Ба­йымованың дәрт-дарманына һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Ун алты ғы­на йәшендә урланып килгән ул бында. Ун етелә сабыйы Ти­мер­хан тыуған. Әле инәй ошо улы һәм килене менән бергә йәшәй.
– Ауылға килгәс тә фермала эшләй башланым, – тип хәтер ебен һүтте ул. – Ут та, газ да, яҡ­шы юл да юҡ саҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дарманлы ине халыҡ. Беҙ ҙә ирем менән тырышып эшләнек, алты бала үҫтерҙек. 1975 йылда, ҡоролоҡ ваҡытта, һөт һауыу планын күпкә арттырып үтәп, юғары наградаға лайыҡ булдым – Хеҙмәт Даны ордены менән бүләк­ләнеләр. Беҙҙең ферма район буйынса беренсе урынға сыҡты. Их, бар ине шундай саҡтар!..
Инәйҙең килене Гөлзилә ауыл клубы мөдире икән. Өлкәндәрҙең, шул иҫәптән ҡәйнәһенең дә, һәр байрамдың, концерттың уртаһында ҡайнауы хаҡында һөйөнөп һөйләне ул. Барлыҡ мәҙәни сараларҙы Иҫке Йәнбәк, Шишмә, Никитин ауылдары халҡы күмәкләп үткәрә икән.
– 8 мартта “Шаян килендәр һәм аҡыллы ҡәйнәләр” тигән ярыш ойошторғайныҡ, – ти клуб мөдире. – Өлкәндәребеҙҙең саялығынан, шуҡлығынан йәнә бер ҡат йәшәүгә дәрт алып таралыштыҡ. Йырламаған, бейемәгән инәй-бабай юҡ ул беҙҙә! Ана, күрше Хәтимә инәйҙең дарманы ғына ла бер нисә йәш кешегә етерлек.
Ауылда иң өлкән инәй булған Хәтимә Бикмәтованың, ысынлап та, кәйефе көр. Ҡан баҫымын үлсәргә килгән фельдшер Гүзәлиә Байназарованы бер ере лә ауыртмауы менән тынысландырҙы ул.
– Сиргә юл бирмәйһең бит үҙең, – тип маҡтап ҡуйҙы инәй аҡ халатлы фәрештәһен. – Көн дә киләһең. Үҙем бында 42 йыл фельдшер булып эшләгән­лектән, был хеҙмәттең ни ҡәҙәр ауыр, яуаплы икәнен беләм. Алты ауыл араһын көн дә йәйәүләп үтә торғайным. Хәҙер, Аллаға шөкөр, техника бар. Район, участка табиптары ла хәлебеҙ менән ҡыҙыҡһынып тора, ошонда уҡ кардиограмма үткәрәләр, анализдар алалар. Ҡартлыҡ бәхет икән ул: ҡултыҡлап ҡына йөрөтәләр! Тимәк, йәшәргә лә йәшәргә әле беҙгә!

* * *
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда Нәсимә менән Биктимер Байна­заровтарға тап булдыҡ. Күркәм йорттарының янына сығып, ҡаланан ҡайтырға сыҡҡан балаларын көтә ине улар. Күптән түгел өлкәндәрҙең бергә йәшәүенә 55 йыл тулған.
– 17 йәштә урланып килдем мин бында. Бабайығыҙ эй шуҡ ине шулай! – тип йәшлек хә­тирәләрен иҫкә төшөрҙө инәй. – Һәр эшкә ҡулы оҫта булыуы менән дә ғашиҡ итте ул мине. Әле лә бирешмәйбеҙ: һарыҡ, һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәбеҙ. Йәйелеп ял итеп ултырырға ваҡыт юҡ.
Эйе, уңғанлыҡ, өмөт, татыулыҡ йәшәтә бөгөнгө төпкөлдәрҙе. Хал­ҡының ошондай күркәм сифаттары Иҫке Йәнбәкте лә берҙәм ғаиләгә әүерелдергән. Тимәк, ишәйәсәк, йәшәйәсәк әле ул.




Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә