Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡасан һуңғы тапҡыр балағыҙ менән уйнанығыҙ?
Ҡасан һуңғы тапҡыр балағыҙ менән уйнанығыҙ? Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенә кешеләр үҙҙәрен борсоған төрлө юҫыҡтағы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың байтағы ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың компьютер менән артыҡ мауығыуы сәбәпле, был мәсьәләләр көнүҙәк.

Компьютерға бәйлелек күберәк 10 – 16 йәшлек ба­лаларҙа күҙәтелә. Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, сөнки үҫмерҙәрҙең психикаһы әле тотороҡло тү­гел. Тик статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, хә­ҙер­ге мәлдә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм баш­ланғыс класс уҡыусылары ла ошо ҡомар йоғонтоһона бирелә. Балаһын компьютер ҡоллоғонан тартып алыу өсөн ата-әсә ниндәй саралар күрергә тейеш?
Тәү сиратта хәлдең айышына төшөнөп, сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Ихтимал, ата-әсә башта балаһының был ҡыҙыҡһыныуында бер ниндәй ҙә насарлыҡ күр­мәгән, хәлде контролдә тотмаған һәм компьютер янында үткәрелгән ваҡыт бер нисек тә сикләнмәгән. Был осраҡта шуны аңларға кәрәк: ниндәй генә төр бәйлелек булмаһын (эскелек, наркомания һәм баш­ҡалар), ул бер ваҡытта ла юҡтан барлыҡҡа килмәй. Бәйлелектең нигеҙендә – ҡурҡыу тойғоһо, төрлө комп­лекс, ауыр кисерештәр. Шуға күрә балаға иғтибарҙы күберәк бүлергә, икәү-ара йылы, ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға кәрәк. Бала, проблемаларҙан ҡасып, виртуаль донъяға инеп китмәһен, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап, ата-әсәһенә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡ­маһын. Ата-әсә – бала өсөн донъялағы иң ныҡлы терәк, ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыумаһын, балаға ярҙамға килергә әҙер иң яҡын кеше.
Компьютер янында үткәрелгән ваҡытты контролдә тотоу – был юҫыҡта уңышҡа тәүге аҙым. Эште үҙ ағы­шына ҡуйып, бала ҡасан туҡтарға кәрәк, шул мәл­де үҙе билдәләп, виртуаль донъянан сығыр әле, тип көтөп ултырыу урынһыҙ. Был мәсьәләлә конфликт тыу­маһын өсөн, бала менән ваҡыт тураһында алдан уҡ килешеү төҙөп ҡуйырға кәрәк. Ул һөйләшелгән ваҡыттан артығын ултыра икән, ошо килешеүҙе иҫенә төшөрөргә була.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға бөтөнләй компьютер ҡулланмау кәңәш ителә, рөхсәт бул­ған хәлдә лә, иң күбе – 15-20 минут. Был осраҡта уйын­дар уның йәшенә тура килергә тейеш. 10 йәшкә тиклемге бала өсөн норма – 30 минут, 10-16 йәшлек үҫмерҙәргә көнөнә бер сәғәт тә етә. Был бала башҡа буш ваҡытын бер нәмә лә эшләмәйенсә, ҡул ҡаушырып уҙғарырға тейеш тигәнде аңлатмай. Ул өй эштәрен башҡарһын, ата-әсәһенә ярҙам итһен, күңеленә ятҡан башҡа төр шөғөл тапһын.
Замана техникаһына рөхсәтте бала нимәнелер эш­ләгән өсөн бүләкләү сифатында ҡулланмағыҙ (мәҫә­лән, «ошо шиғырҙы ятлаһаң, компьютерҙа уйнарға рөхсәт итәм»). Был компьютерға тартылыуҙы арттыра ғына, психологик бәйлелек барлыҡҡа килә.
Балағыҙҙы көсһөҙлөгө өсөн тәнҡитләргә ашыҡма­ғыҙ, янау кеүек алымдарҙан да баш тартығыҙ. Былар барыһы ла уны һеҙгә ҡаршы ҡуя, агрессия һәм ҡар­шылыҡ тойғоларын уята. Баланы ышаныслы, йылы мөнәсәбәткә көйләгеҙ, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡ­лашып, бергә уйнап алырға ла мөмкин. Был осраҡта ул һеҙҙең йөҙөгөҙҙә үҙенә иптәш һәм дуҫ күрәсәк, фекерегеҙгә ҡолаҡ һаласаҡ, уның менән уртаҡ ҡарарға килеп, килешеүе лә еңел буласаҡ. Балаға тыныс ҡына итеп, һеҙҙе уның компьютер менән мауығыуында нимә хәүефкә һала, шул турала аңлатығыҙ.
Компьютер янында үткәрелгән ваҡытты ғына түгел, уйын­дарҙы ла контролдә тотоу кәрәк. Ҡан ҡойоуға, көс ҡулланыуға бәйлеләре урынына фекерләү ҡеүәһен үҫтергән, хәтерҙе, иғтибарҙы яҡшыртырға ярҙам иткән уйындарҙы һайлағыҙ. Был осраҡта ваҡыт ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла үтәсәк.
Баланың тормошонан компьютерҙы бөтөнләй алып ташларға ла кәрәкмәй, сөнки замана технологияларын белеү – көн талабы. Уның ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ юл­ға йүнәлтергә генә кәрәк. Компьютер графикаһын, прог­раммалау нигеҙҙәрен өйрәнеү ҡамасау итмәҫ – былар барыһы ла тормошта кәрәк булыуы ихтимал.
Әгәр ҙә балағыҙҙа компьютерға бәйлелек күрәһегеҙ икән, оҙаҡҡа һуҙмайынса психологка мөрәжәғәт итегеҙ. Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик яр­ҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре һеҙгә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.



Автор: Ғәлиә СӘЛИХОВА, Зилә ХӨСӘЙЕНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә