Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешене йәмғиәт менән бәйләүсе зат
Маҡсат изге һәм ул ысын йөрәктән сыҡһа, бер ниндәй кәртә лә тотҡарлыҡ яһай алмай, ихлас ынтылыш кешегә көс бирә. Ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән әсәһенә рәхмәт тойғоһо йөрөткән Анна Джарвис тураһында уйланғанда, күңелгә бына шундай фекер килә. Әйткәндәй, күп илдәрҙә матур йолаға әүерелгән Әсә көнөн дә уның исеме менән бәйләйҙәр. Ябай уҡытыусы Анна әсәһенең вафатынан һуң изге эшкә тотона.
Ғүмер бүләк иткән күркәм һәм олуғ затҡа тейешле хөрмәт күрһәтәбеҙме? Ҡәҙерле кешегеҙҙе онотмағыҙ, иҫән сағында хөрмәт итегеҙ, хәстәрлек менән солғағыҙ, баҡыйлыҡҡа күскәндәрен хәтергә алығыҙ һәм күрше-тирәгеҙҙәге әсәләргә иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Ошо саҡырыуҙы ил кимәленә күтәрер өсөн Анна Джарвис төрлө ойошмаларға, комитеттарға һәм, ахыр килеп, Президент Вильсондың үҙенә мөрәжәғәт итә.
Эйе, замандың ҙур тиҙлектә үҙгәреүе әсәлек һәм ғаилә мәсьәләләренең шундай уҡ йылдамлыҡ менән хәл ителә барыуын аңлатмай. Бөгөн әсәне нимәләр борсой, уның ихтыяжын дәүләт ни ҡәҙәр хәстәрләй, хәлен еңеләйтеү һәм сәләмәтлеге өсөн ниҙәр эшләнә, ыңғай үҙгәрештәр бармы? Технологиялар үҫешә, башҡа планеталарҙағы тормош тураһында етди бәхәстәр ҡуба. Кешелек үҙ алдына оло бурыстар ҡуя, ә шул уҡ ваҡытта донъяға яңы тормош бүләк итеүсе әсәнең мәнфәғәте тураһында ошондай бәхәс тыуҙырған энтузиастар һирәк.
Йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итер өсөн нимәләр генә эшләнмәй! Мәҫәлән, беҙҙе алда нимә көтә, катаклизмдар буласаҡмы, шуға бәйле ахырызаман тураһында фараздар... Кешелек ҡайҙалыр ашыға, киләсәге тураһында төплөрәк белергә тырыша. Шул сәбәпле, күрәҙәселәр тураһында тапшырыуҙар әҙерләнә, мәҡәләләр яҙыла. Ванга тураһында ғына ла байтаҡ фильм төшөрөлдө. Бөтәһе лә ҡыҙыҡ, әһәмиәтле һымаҡ, әммә беҙ бөгөн йәшәйбеҙ. Тормоштоң үҙәгендә кем тора? Әсә һәм уның хәстәре.
Хөкүмәттең дәртләндереү сараһы килештеме, вәғәҙәләре ышандырырлыҡ булғанғамы, әллә, ысынлап та, халыҡтың киләсәге тураһында хәстәре шул рәүешле сағылдымы — илдә сабыйҙар һаны артты. Әммә әсәләргә ҡағылған проблемалар ғына тороп ҡалды. Сабыйын балалар баҡсаһына урынлаштырыу әмәлен тапмаған әсә менән генә, алда атап үтелгән темаларҙан айырмалы, тәрән ҡыҙыҡһыныу тойолмай. Ә әсәлек — айырым кеше өсөн дә, дөйөм йәмғиәт өсөн дә иң аңлайышлы һәм яҡын төшөнсә. Донъя яратылғандан алып асылда уның бурысы үҙгәрмәй, ул һәр саҡ кешене йәмғиәт менән бәйләүсе зат булып ҡаласаҡ. Хатта әсә һәм бала тигәндә лә йәмғиәт күренештәрен тәрәнерәк аңлайбыҙ. Иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, рухиәт кимәлен әсә һәм бала мөнәсәбәте аша белеү ауыр түгел. Улар — милләттең һәм йәмғиәттең көҙгөһө.
Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарын борсоған мәсьәләләрҙе өйрәнеүселәр бөгөн нимәгә иғтибар итә? Милләте, дине һәм тәрбиәһенә ярашлы, гүзәл затта ҡайһы бер фекер айырымлыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, уртаҡлыҡтары ла етерлек. Мәскәүҙәге ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының бер вәкиле сығышында: “Демографик сәйәсәтте ҡатын-ҡыҙ менән бәйләп, әсәнең бала табыу мөмкинлеген уның шәхесенә ҡапма-ҡаршы ҡуйырға тырышыусы сәйәсмәндәр бар. Ҡатын-ҡыҙҙы идеологик ҡоршау эсенә алып, уның тәғәйенләнешен демографик сәйәсәткә генә ҡайтарып ҡалдыралар, әсә һөйөүе бөйөклөгө, әсәлек бурысы тураһында күп тылҡып, бындай хәбәрҙе социаль яҡлау менән тиң алып бармайҙар”, — тигәйне.
Ҡатын-ҡыҙға арналған сараларҙың маҡсаты ла — уларға хәстәрлекле мөнәсәбәтте үҫтереү. Иң мөһиме — әсәне хәстәрлектән өҙмәү. Бер көн, бер йыл түгел, ә ғүмер буйы дауам итһен ул.
Ғаилә көрсөгө кисергән, азат тормош тигәнгә икенсе мәғәнә һалған Көнбайыш өсөн ғаилә усағын һаҡлау, йолаларға тоғролоҡ, быуындар бәйләнешен нығытыу үткән быуаттан уҡ көнүҙәк булып ҡала. Ғәҙәти ғаилә мөнәсәбәтен һаҡлаған ислам халыҡтары өсөн был мәсьәләләр ситтәрәк торған кеүек. Беҙҙә бөтәһе ал да гөл тиһәк, фәстереү кеүек яңғыраясаҡ. Ғаилә институты ла заманға һәм идеологияға ярашлы үҙгәреш кисерҙе. Әсәгә ҡарата илаһи мөнәсәбәт үҙ асылында тулыһынса ҡала алманы. Исламда әсә — бөйөк исем. Пәйғәмбәребеҙҙең бүләре имам Ғәли Зәйниул-Ғәбидин әсәһенә лә, үҙенә лә ризыҡты айырым һалыр булған. Ул замандарҙа, тәбиғи, бөтәһе лә дөйөм табаҡтан ашаған. Кешеләр быға ғәжәп иткән һәм ни өсөн айырым туҡланыуы менән ҡыҙыҡһынған. Имам: “Ҡулымдың алдараҡ үрелеүенән һәм әсәм алырға теләгән киҫәкте алып ҡуйыуҙан ҡурҡам”, — тип яуап бирә.
Баланың мәрхәмәте — иң ҙур хәйер, иң оло саҙаҡа.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә