Бәғзе бер кеше изге уй-ниәттә, халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып, айырыуса мөһим эш башҡара ла, барсабыҙҙың иғтибарын яулап, тарихҡа инә. Эйе, әгәр ҙә башҡарған эшең менән ихтирам яуланыңмы, һин быуаттар дауамында телгә алынасаҡһың тигән һүҙ. Миңә, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған ир-уҙаманға, Екатерина Икенсе һалдырған, урындағы халыҡ әйтмешләй, Әбей батша юлынан миҙгелдең төрлө ваҡыттарында әллә нисә мәртәбә үтергә тура килгәндер. Ташкүпер тирәһендә авария барлыҡҡа килеп, түңкәрелеп ятҡан машиналарҙы ла күрергә, Казарма тауында апрель айында тайғаҡ юлдан күтәрелә алмай, тығын барлыҡҡа килтергәндәрҙе, әллә нисә сәғәт дауамында транспортты һөйрәтеп сығарыуҙарын көтөп алырға ла тура килгеләне.Шуныһы ғәжәп: юлды асып, әкренләп тауға үрмәләй башлағас, юл аҙабы кисергәндәрҙең йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек билдәләрен күрмәнем мин. Киреһенсә, уңышты йыйышырға ярҙамға килгән Мәскәү шоферҙары менән үткәндә “Молодец, Царица – Урал завоевала!’’ тигән һоҡланыу ҡатыш һүҙҙәрҙе ишетергә насип булды. Һәр юлдың үҙ маҡсаты бар. Бәлки, Батшабикә быныһын тарихҡа кереп ҡалам тип тә һалдырмағандыр, әммә изгелекле эшең менән халыҡ күңелен яуланыңмы, ул һине бер ваҡытта ла онотмай. Әле бында параллель рәүештә замансаһы һалына. Яҡын йылдарҙа пассажирҙар ошо асфальт юлдан елдергәндә Әбей батшаға рәхмәт уҡыясағына иманым камил, сөнки был маршрут Башҡортостанда Әбей батша заманында барлыҡҡа килгән. Ул республика биләмәһен яртылаш тигәндәй уртаға бүлеп үтә һәм Урал аръяғы райондарын Өфө менән тура юлдар яһап тоташтырыуҙа ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, Асҡар – Сермән – Архангел – Ҡырмыҫҡалы – Өфө маршруты...
Урман хужалығы министры булып эшләгәнендә Рәжәп Нәбиуллиндың тәбиғәттең йәшел күлдәге – урман яҙмышын хәстәрләп, бер ыңғай урындағы халыҡ мәнфәғәтен дә ҡайғыртыуы арҡаһында ошондай маршрут барлыҡҡа килде: Баймаҡ – Иҫке Собханғол – Ғәлиәкбәр – Ҡолғана – Маҡар – Петровский – Стәрлетамаҡ – Өфө. Был маршрут республиканың баш ҡалаһы менән көньяҡ-көнсығыш төбәк араһын 120–150 саҡрымға яҡынайтты.
Яҡын йылдарҙа Әбей батша юлына параллель төҙөлөп килгән юл Ҡолғанаға килеп етһә, Бөрйән һәм Йылайыр урмандарын янғындан һаҡлау маҡсатында һалынған Ҡолғана – Ғәлиәкбәр маршрутының мәртәбәһе бермә-бер артасаҡ. Әле үк ошо юл буйында йәшәгән халыҡ ауыҙынан рәхмәтле һүҙҙәр йыш ишетелә: “Һыйырыбыҙҙы айыу талап ҡайтарғайны, мал булмаҫтайын белгәс тә, тиҙ генә һуйҙыҡ та, Рәжәп юлынан алып бара һалып, Ишембайҙа һаттыҡ. Һатлыҡ тауарың ғына булһын, әҙерләнгән миндек, бумала, һеперткеләрҙе Стәрлетамаҡ баҙарына көнөнә генә алып барабыҙ ҙа ҡайтабыҙ, ара барлығы 110 саҡрым ғына бит!”
Һуңғы йылдарҙа Рәжәп Байғондо улының исем-шәрифе урындағы халыҡ телендә йыш ҡабатлана, сөнки республикабыҙҙың урман хужалығы министры булып эшләгәндә байтаҡ изге уй-ниәттәрҙе бойомға ашырҙы. Ул Әбей батша юлынан алты саҡрымда ғына урынлашҡан Ҡалыу-Айыры ауылында тыуып үҫә. X класты тамамлағандан һуң ике йыл төҙөлөштә эшләй. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтыу менән, Ишембай леспромхозы директоры Шамил Вәлиев уны Киров өлкәһенә өс айға тракторсылар курсына уҡырға ебәрә. Уҡыуҙы тамамлап ҡайтыу менән “Т-55” тракторын ҡабул итеп, дүрт йыл ағас әҙерләү бригадаһында ең һыҙғанып эшләй егет.
Ишембай леспромхозының лимит нигеҙендә Бөрйән урман хужалығының ҡарағай урманлыҡтарын ҡырҡҡан осоро. Ошо мәҡәлә авторы мастер булып эшләгәндә, Рәжәп менән бергәләп диләнкәләргә юл да һалдыҡ. Уның тилберлеген, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарғанын баһалап: “Тәжрибәле етәксе Шамил Абдрахман улы, кешенең хеҙмәти һәләтен баһалай белә шул, бушҡа ғына уҡырға ебәрмәгән’’, – тип уйлап ҡуйғайным. Ни тиһәң дә, Шамил Вәлиев һәләтле зат нәҫеленән бит (Зәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе Сараның улы), ул йәш эшсенең киләсәген дә төҫмөрләгәндер...
Рәжәп шул йылдарҙа эшләп тә, Өфө урман хужалығы техникумында ситтән тороп уҡып та йөрөп, 1985 йылда техник-механик белгеслеге буйынса диплом яҡлаған. Бер осор ул Бөрйән урман хужалығында мастер вазифаһын башҡара. Уҡыуға ҡарата булған ҡомары уны артабан белем алыуға әйҙәй. Үҙенә маҡсат ҡуйып йәшәгән егет Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инә һәм, биш йылдан һуң урман хужалығы факультетын тамамлап, Әлшәй районының Шафран ҡасабаһындағы ағас әҙерләү фабрикаһында инженер вазифаһында эш башлай.
Тиҙҙән етәкселәр, Рәжәп Нәбиуллиндың ойоштороу һәләте барлығын билдәләп, уны урман хужалығы участкаһына начальник итеп үрләтә. Ә 1994 йылда республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы “Учебнопрофсельстрой”ға етәксе итеп ҡоҙалайҙар. Унда ул алты йыл уңышлы эшләй.
Күп тә үтмәй Рәжәп Нәбиуллинды Әлшәй урман хужалығына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан тәбиғәт ресурстарын күҙәтеү буйынса “Росприроднадзор” етәксеһе булып эшләй, урман хужалығы министры урынбаҫары, 2008 йылдан алып 2014 йылға тиклем Башҡортостан урман хужалығы министры була. Ошоларҙы байҡап сыҡҡас, моғайын, шәйләрһең, уҡыусым, Рәжәп Байғондо улының йәшәү өлгөһөнөң үҙенсәлекле икәнен. Ул хеҙмәт эшмәкәрлеген белем алыу менән бергә алып бара. Ябай тел менән әйткәндә, салбар төбө туҙҙырып, партала оҙаҡ ултырыуҙы хуп күрмәй. Тап шундайҙар кешелек мәнфәғәтен ҡайғыртып, халҡына хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Рәжәп Нәбиуллин да, юл һалдырып тирә-яҡ ауылдарҙағы халыҡтың көнкүрешенә яҡшыртыу мөмкинлеге килеп тыуғас та, был эшкә ихлас тотона.
– Мине министр итеп тәғәйенләүгә күп ваҡыт та үтмәне, 2008 йылдың декабрендә яңы Урман кодексы ҡабул ителде. Уның нигеҙендә ун йылда башҡарыласаҡ эшкә ентекләп план төҙөнөк. Был перспектив планға ярашлы, йыл һайын 27 саҡрым араға урман хужалығы юлы төҙөлөргә тейеш ине, – тип хәтеренә төшөрҙө ул.
Урман белгесе һөнәрен үҙләштереп, министр дәрәжәһенә тиклем үрләгән шәхес булараҡ, янғын сыҡҡан хәлдә төпкөлгә тиҙ генә барып етеү мөмкинлеге сикләнгән булыуын яҡшы белә ул. Әлбиттә, Бөрйән урмандарында янғын йыш теркәлә. Шуға күрә барыһы ла ентекләп уйланыла. Юл һалаһың икән, юлаусылар ҙа тегеләй-былай йөрөп ятасаҡ, янғын-маҙар булһа, хәбәр итәсәк. Юғиһә һуңғы йылдарҙа аҡса юҡлыҡтан, янғын һүндереү самолеттары урманды байҡап оса алмай. Ете тапҡыр үлсәгәндән һуң ғына ағасты киҫергә өйрәнгән Рәжәп Байғондо улы, вертолеттан ҡарап, мөмкин тиклем тура юл һалдырырға тырыша. Элекке арба юлынан һалғанда, 5-6 саҡрымға урауыраҡ буласағын асыҡлай. Аҡсаға наҡыҫ заманда һалынасаҡ юлды бер саҡрымға ҡыҫҡартыу байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек бирәсәген дә аңлап эш итә. Сөнки трассаның Үрге Нөгөш ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта ғына үтәсәген белеп ҡалған аҡһаҡалдар ҙа, район хакимиәте башлығы ла, төпкөл ауылға юл һалынһа, халыҡ рәхмәтле булыр, ти. Үҙе тракторсы булып эшләгән йылдарҙа Үрге Нөгөш ауылынан Нөгөш йылғаһы буйлап алты кисеү кисеп, Ғәлиәкбәр ауылына барырға тура килгеләгәс, был тирәләге юл михнәттәрен яҡшы белгән министр, оҙаҡ уйлап тормай, ҡеүәтле техника менән тау һырттарының ташлы урындарын аҡтарта-аҡтарта ете саҡрымлыҡ юлды һалдыртып та ҡуя. Хатта күп урындарына ҡырсынташ түктереп тороу ҙа кәрәкмәй.
Теге алты кисеүле Нөгөш йылғаһы буйындағы юлды онотоп, бына инде ике йылдан ашыу барыһы ла Рәжәп юлынан йөрөй, юл төҙөүселәргә рәхмәт әйтә. “Халыҡ бәхете өсөн көрәшкән кеше генә тулы бәхеткә лайыҡ”, – тигән аҡыл эйәһе. Тимәк, Рәжәп Байғондо улы – шундайҙар рәтендә. Ваҡытында үҙ бәхетен табып, тормош юлдашы Айгүзәл менән ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Радик Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, фән кандидаты. Һеңлеһе Лилиә, ике юғары уҡыу йортон бөтөрөп, үҙе оҡшатҡан һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Ағас ултыртыу мәсьәләһенә килгәндә, урман хужалығында ғүмере буйы эшләп, тракторсынан министрға тиклем үрләгән Рәжәп Байғондо улы берҙе түгел, әллә нисә мең төптө ултыртҡандыр... Урындағы халыҡ бөгөн дә яңы юлдар һалынырын көтә. Мәҫәлән, Верхотор – Кәмберәк башы. Ошонда юл барлыҡҡа килһә, Ҡолғана – Ғәлиәкбәр юлы Ырымбур – Өфө үҙәк трассаһы менән тоташты тигән һүҙ. Цивилизациялы, иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә тәү сиратта юлдар һалына бит.