Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ынйыҡай ҙа, Юлдыҡай ҙа балҡыр йәнә
Әсәйем Ынйы исемле ине. Ҡартатайым Саҙрый Хәкимовтан үҙе иҫән саҡта, уңайын тура килтереп:
– Ҡартатай, Ынйы – бик матур, ләкин беҙҙең яҡта һирәк осраған исем. Ни өсөн әсәйемә уны ҡуштығыҙ? – тип һорағайным. Яҡыным хәтирәләргә бирелеп, уйланыңҡырап торҙо ла, йылмайып:
– 20 – 30-сы йылдарҙа “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” исемле бик матур пьеса ҡуйыла ине, тиҙ арала киң танылыу яуланы. Һәр ауыл сәхнәһендә барҙы ул. Беҙ, йәштәр, ундағы йырҙарҙы ауыҙҙан төшөрмәй һуҙыр инек, – тип яуапланы. – 1928 йылдың майында бер-бер артлы беҙҙең ғаиләлә – ҡыҙ бала, ә бер туған ағайым Ғәрифулланың малайы донъяға килде. Ҡыуаныстан балаларҙы Ынйыҡай менән Юлдыҡай тип атарға һүҙ ҡуйыштыҡ.

Әсәйем уҡытыусы булды. 1943 йылда ете класты тамамлаған ҡыҙға үҙенән бер нисә йәшкә генә бәләкәй балаларға ғилем бирергә ҡушҡандар. Рафиҡ, Ҡашҡар, Мәҡсүт ауылдарында эшләгән ул. “Йырсы Фәрит Бикбулатов беренсе класта миндә уҡыны”, – тип ғорурланыр ине ғәзизем. Ун ике балаға ғүмер биргән ул. Юлдыҡай ағай Хәкимов иһә Хәй­булла районында милицияла эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә яҡты донъя менән бик иртә хушлашты.
“Ағиҙел” журналының быйылғы 1-се һанындағы һуңғы биттә “Онотолған әҫәр” исемле белдереүгә оҡшаш бәлә­кәй генә мәғлүмәткә тап булдым. Унда: “Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың һирәк һәм ҡулъяҙма әҫәрҙәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эш­мә­кәре, репрессияға эләгеп, 1939 йылда атылған Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйы­ҡай менән Юлдыҡай” пьесаһын ғәрәп графикаһынан бөгөнгө башҡорт теленә күсерҙе”, – тип яҙылған.
Әсәйемдең исеменә лә бәйле булғас, авторын белмәһәм дә, мин был пьесаны бер ваҡытта ла күңелемдән сығарма­ным. Их, бер табып уҡырға ине, тип хы­ял­ланған саҡтар әҙ булманы. Баҡти­һәң, ул хәҙерге телгә әйләндерелмәгән дә булған икән… Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Ваҡытында сәхнә түренән төшмәгән был пьесаның авторы тураһында “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопе­дияһында бына нимәләр яҙылған: “Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы 1886 йылдың майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙер – Баймаҡ районы) Әбделкәрим ауылында тыуған, башҡорт шағиры һәм драматургы. 1909 йылда “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға ингән, иҫкергән программа буйынса уҡытыуға ҡаршы шәкерттәр сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн өс йылдан һуң унан ҡыуылған. 1912 – 1917 йыл­дарҙа – Верхотор һәм Иркутск ҡа­ла­лары мәҙрәсәләре уҡытыусыһы. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Ырымбурға килгән, башҡорттарҙың милли хәрәкәтендә ҡатнашҡан. 1919 йыл­дың февраленән алып Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә, Академия үҙәге ҡарамағындағы Яңы башҡорт алфавиты комитетында, башҡорт журналдары редакцияларында эшләгән. 30-сы йыл­дарҙа Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” исемле тарихи пьесаһы киң танылыу тапҡан. Фольклор йыйыусы һәм балалар яҙыусыһы булараҡ та билдәле”.
Тимәк, шағир һәм драматург Хәби­булла Ғәбитовтың тыуыуына быйыл 130 йыл тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның исеме Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөгән “2016 йылдағы юбилейҙар һәм хәтер көндәре” исемлегенә индерел­мәгән. Шулай ҙа Баймаҡ районы етәкселәре лә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ла әҙипте онотмаҫ тип өмөт итәм. Бәлки, ваҡытында киң билдәле яҙыусының тормош юлы, яҙмышы тураһында яңы мәғлүмәт тә табылыр (беҙ бит уның тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ), ваҡытында бөтә Башҡортостанды шаулатып, хаҡһыҙ онотолған “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” ҙа яңы һулыш алыр.





Автор: Фәрит ӘХМӘРОВ. Район: Йылайыр районы, Аралбай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә