Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаҡ булығыҙ: ташҡын!
Һаҡ булығыҙ: ташҡын! “Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай”, тиһәләр ҙә, һәр тине өсөн хәләл тиреңде түгеп, бөртөкләп йыйған донъяң бер килеп ғәрәсәткә тарыһа, фажиғә сәбәпсеһенең утмы, һыумы булыуында айырма юҡ кеүек. Быйыл, гидрометеорология шарттарын иҫәпкә алып, йылғаларҙың ғәҙәттәгенән ике – биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә. 2 — 8 апрелдә — Ағиҙелдә, 31 марттан 6 апрелгә тиклем — Ҡариҙелдә, 6 апрелдән 12-һенә тиклем Дим йылғаһында боҙ китеүе күҙаллана.

Һыу кимәле лә бер ярым-ике тапҡырға юғары булмаҡсы. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская һөйләүенсә, былтыр көҙ тупраҡтағы дым күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булған. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ул 86 миллиметр тәшкил иткән, йәғни норманан 25 процентҡа юғары. Ҡариҙел йылғаһында — 165 миллиметр, йәғни күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 90 процентҡа күберәк.
Яҡынса күҙаллауҙарға ҡарағанда, Ағиҙел һәм Ҡариҙелдә һыуҙың иң ҙур кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә яҡын буласаҡ. Стәрлетамаҡ янында Ағиҙелдең кимәле норманан 50 сантиметрға түбәнерәк булыуы көтөлә. Өфө эргәһендә иң юғары күрһәткес 700-800 сантиметр тәшкил итәсәк, йәғни норманан 20 сантиметрға күберәк. Бөрө янында норманан 40 сантиметрға юғарыраҡ.
Алдан хәбәр ителгәнсә, ошо көндәрҙә Өфөлә махсус техника смотры булды, унда яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү өсөн яуаплы 18 ҡала һәм республика хеҙмәттәре, ведомстволары ҡатнашты. 10 марттан ҡала һәм райондарҙың ташҡынға ҡаршы комиссиялары эшләй башланы. Ташҡынға ҡаршы 19 штаб, 12 күҙәтеү посы һәм алты мең кешегә иҫәпләнгән пункт асылған.
Һаҡ булығыҙ: ташҡын!
“Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай”, тиһәләр ҙә, һәр тине өсөн хәләл тиреңде түгеп, бөртөкләп йыйған донъяң бер килеп ғәрәсәткә тарыһа, фажиғә сәбәпсеһенең утмы, һыумы булыуында айырма юҡ кеүек. Быйыл, гидрометеорология шарттарын иҫәпкә алып, йылғаларҙың ғәҙәттәгенән ике – биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә. 2 — 8 апрелдә — Ағиҙелдә, 31 марттан 6 апрелгә тиклем — Ҡариҙелдә, 6 апрелдән 12-һенә тиклем Дим йылғаһында боҙ китеүе күҙаллана.

Һыу кимәле лә бер ярым-ике тапҡырға юғары булмаҡсы. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская һөйләүенсә, былтыр көҙ тупраҡтағы дым күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булған. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ул 86 миллиметр тәшкил иткән, йәғни норманан 25 процентҡа юғары. Ҡариҙел йылғаһында — 165 миллиметр, йәғни күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 90 процентҡа күберәк.
Яҡынса күҙаллауҙарға ҡарағанда, Ағиҙел һәм Ҡариҙелдә һыуҙың иң ҙур кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә яҡын буласаҡ. Стәрлетамаҡ янында Ағиҙелдең кимәле норманан 50 сантиметрға түбәнерәк булыуы көтөлә. Өфө эргәһендә иң юғары күрһәткес 700-800 сантиметр тәшкил итәсәк, йәғни норманан 20 сантиметрға күберәк. Бөрө янында норманан 40 сантиметрға юғарыраҡ.
Алдан хәбәр ителгәнсә, ошо көндәрҙә Өфөлә махсус техника смотры булды, унда яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү өсөн яуаплы 18 ҡала һәм республика хеҙмәттәре, ведомстволары ҡатнашты. 10 марттан ҡала һәм райондарҙың ташҡынға ҡаршы комиссиялары эшләй башланы. Ташҡынға ҡаршы 19 штаб, 12 күҙәтеү посы һәм алты мең кешегә иҫәпләнгән пункт асылған.

ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ:

lБоҙ киткән ваҡытта айырыуса һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк. Ғәҙәттә, бындай осраҡта тамаша өсөн йылға буйҙарына йыйылыусылар күп була. Айырыуса балалар һаҡһыҙ ҡылана.
lЙортоғоҙҙо һыу баҫыу янай икән, алдан уҡ хәүефһеҙлек сараларын күрергә кәрәк. Ваҡытлыса йәшәү урынын билдәләгеҙ, малдарҙы күсереү юлын ҡарағыҙ. Бөтә мәсьәләләрҙе урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә хәл итергә тырышығыҙ.
lСигнал булғас та телевизорҙы йәки радиоалғысты тоҡандырығыҙ. Был хаҡта шунда уҡ туғандарығыҙҙы, күршелә­регеҙҙе, яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Махсус тауыш көсәйткестәр аша ла белдереү яһалыуы ихтимал. Артабан инде күрһәтмәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Урындағы үҙидара органдары тарафынан әҙерләнгән ваҡытлыса йәшәү урынына эвакуацияланыуҙан баш тартмағыҙ. Уларҙа туҡланыу, медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте эшләйәсәк.
lӨйҙән сығыр алдынан һыуҙың, газдың кранын ябығыҙ, электр энергияһын, мейестә янып ятҡан утты һүндерегеҙ. Ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡыйыҡҡа күсереп ҡуйырға мөмкин. Кәрәк булһа, тәҙрә, ишектәрҙе ябығыҙ. Документтарҙы, ҡим­мәтле ҡағыҙҙарҙы, аҡсаны, дарыуҙарҙы алдан уҡ бер урынға йыйнап ҡуйыу хәйерле. Мөмкин булһа, бер нисә көнгә аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр әҙерләп ҡуйығыҙ.
lӘгәр ҙә һыу көтмәгәндә ҡалҡһа, мөмкин тиклем бейегерәк урынға менергә кәрәк. Ҡотҡарыусыларға үҙегеҙ тураһында телефон аша йәки башҡа саралар ярҙа­мында хәбәр итегеҙ. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ташҡында еүешләнгән аҙыҡ-түлекте ашау һәм һыуҙы ҡайнатылмаған килеш эсеү тыйыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә