Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы үҫешкә фатиха
Яңы үҫешкә фатиха Үткән аҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет тәҡдим итте.

Төбәк етәксеһенең сығышы аныҡ, йыйнаҡ, логик яҡтан нигеҙле булды. Унда башҡарма власть тарафынан баш­ҡарыл­ған ғәйәт ҙур эш күләме лә, республикалағы бөтә дәүләт власы органдары система­һының, урындағы үҙидараның, эшҡыуарлыҡтың, граждандар йәмғиәте институттарының киләсәккә бурыстары ла сағы­лыш тапты. Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, былтыр республиканың тупланма бюджетына 144 миллиард һум аҡса ингән, был 2014 йылғы күрһәткестәрҙән 8,2 процентҡа күберәк. Килем күләме буйынса республика илдә – 13-сө урындан 10-ға һәм Волга буйы федераль округында өсөнсөнән икенсегә күтәрелгән. Әлбиттә, дөйөм тышҡы сәйәсәт, уға бәйле илдәге иҡтисади хәлдәр төбәктең үҫешенә тәьҫир итмәй ҡалмаған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, халыҡ-ара саммиттар, донъя лидерҙары менән осрашыуҙар, ШОС һәм БРИКС илдәре менән төбәк-ара хеҙмәт­тәшлекте киңәйтеү кеүек мөһим саралар менән бер рәттән Көнбайыш илдәренең санкциялары, тауар һәм валюта баҙарҙарындағы тото­роҡһоҙлоҡ та үҙ төҙәтмәләрен индергән. Ҡайһы бер тармаҡ­тар буйынса инвестициялар активлығы түбәнәйгән, һөҙөм­тәлә етештереү кәмегән.
— Бындай шарттарҙа Хөкү­мәттең төп ҡаҙанышы – иҡти­сади тотороҡлолоҡто, бюджет­тың баланслылығын һаҡлап ҡалыу, барлыҡ социаль йөклә­мәләрҙе үтәү. Беҙҙең осраҡта был бурыстар тулыһынса үтәлде, – тине республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы өлкә­ләрендәге былтырғы һөҙөм­тәләрҙе билдәләне, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡҡа ярҙам саралары хаҡында һөйләне, социаль һәм йәштәр сәйәсәте, һаулыҡ һаҡ­лау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт буйынса эш һөҙөм­тәләрен барланы.
— Шуныһы мөһим: йыл йомғаҡтары буйынса республикала көтөлгән ғүмер оҙай­лығы 70 йәштән уҙҙы. Был күрһәткес йәшәү кимәле һәм сифаты, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, ха­лыҡты социаль яҡлау өлкә­ләрендәге һөҙөмтәле эш хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов.
Шуның менән бергә 2015 йылда тәбиғи үҫеш 5 мең кешенән саҡ ҡына артығыраҡ теркәлгән, был 2014 йылдағыға ҡарағанда аҙыраҡ. Ғөмүмән, Хөкүмәт үлемде кәметеү, ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса төрлө саралар күрә. Һуңғы биш йылда төбәктә ҡан әйләнеше сирҙәренән вафат булыусылар һаны кәмегән. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сабыйҙар үлеме лә 5 процентҡа әҙерәк теркәлгән.
Ултырышта торлаҡ төҙөү, халыҡты авариялы йорттарҙан яңыһына күсереү, күп ҡатлы өйҙәрҙе ремонтлау хаҡында ла һүҙ барҙы. Был тәңгәлдә лә күрһәткестәр яҡшы — 3 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшы­рылған. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 10 миллиард һумға 38 ҙур объект төҙөлгән.
Мәғариф өлкәһен яңыртыу хаҡында һөйләгәндә республика Башлығы Башҡорт­останда өс йәштән ете йәшкәсә сабыйҙар өсөн балалар баҡсаһына сираттың бөтөүен билдәләне. Былтыр мәктәпкәсә учреждениеларҙа өҫтәмә 8 800 самаһы урын булдырылған. Өс йәшкә тиклемгеләр өсөн баш­ланғыс белем алыу мөмкин­леген арттырыу, мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү хәҙер төп бурыс булып ҡала.
Рөстәм Хәмитов Башҡорт­остан менән Ҡырымдың Белогорск районы араһындағы хеҙмәттәшлегенә айырым туҡталды. Әйткәндәй, былтыр күрше төбәккә 173 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
– 26 балалар баҡсаһы, мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттары ремонтланған. Еңеү көнөнә мемориаль комплекстар төҙөкләндерелгән. Ярымут­рауҙа 30 электр генераторы ҡуйылған, – тине төбәк етәк­сеһе. – Беҙ тапшырған ауыл хужалығы техникаһы уңышты ваҡытында йыйып алыуға ҙур өлөш индерә. Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте буйынса тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Киләсәктә ошо хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим.
Әйткәндәй, бөгөн Башҡорт­остан Ҡырым етәкселеге менән ярымутрауҙағы дауалау-һа­уыҡтырыу учреждениела­рының береһен файҙаланыуға тапшырыу тураһында һөйлә­шеүҙәр алып бара.
— Ҡырымға әүҙем ярҙам күрһәтәбеҙ, шуға күрә уның етәкселеге һауыҡтырыу учреж­дениеларының береһен фай­ҙа­ланыуға биреп, Башҡорт­останға рәхмәт белдерергә теләй. Йә ошо йылдың аҙа­ғына, йә киләһе йәйгә Ҡырымда үҙебеҙҙең дауалау-һауыҡ­тырыу учреждениеһы буласаҡ. Унда тәү сиратта балалар, ветерандар ял итәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ғөмүмән, үҙенең сығы­шында төбәк етәксеһе бер мәсьәләне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Һәр тармаҡ буйынса үҙ фекерен әйтте, тәҡдимдәрен индерҙе. Айырыуса ҡайһы бер граждандарҙың саманан тыш кредитҡа батыуына борсолоуын белдерҙе, депутаттарға был мәсьәләне ныҡлап өйрәнергә һәм мөмкин тиклем тиҙ арала проблеманы хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты.
Тағы бер ҙур мәсьәлә — ул да булһа юлдар. Республика Башлығы юл япмаһының хә­ҙерге торошон быйылғы ҡыш­тың температура үҙенсәлек­тәре менән аңлатты.
— Илдәге күптәнге киҫкен мәсьәлә быйыл ҡабырғаһы менән ҡуйылды. Мин үҙем дә күп йөрөйөм һәм ошо соҡор-саҡырҙарҙы күрәм. Юлдарҙың торошо хаҡында байтаҡ хаттар килә. Юлсыларҙың насар эше өсөн бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ. Федераль трассалар, айырыуса М-5, бер ҡасан да бындай хәлдә булманы. Ок­тябрь­скийға илткән юлды бомбаға тотҡандармы ни! Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә мең автомобиль үткән трассаны шундай хәлгә төшө­рөү – хурлыҡ, — тине республика етәксеһе һәм пробле­маның тиҙ арала хәл ителә­сәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Дөйөм алғанда, донъялағы иҡтисади проблемаларға ҡара­маҫтан, 2015 йыл Башҡорт­остан өсөн уңышлы булды. Республика үҙен донъя кимә­лендә танытты, иҡтисадтың бар тармаҡтарында ла үҫеш күҙәтелә. Хәҙер иһә өлгәшелгән күрһәткестәрҙе һаҡлау өсөн бар мөмкинлектәрҙе файҙа­ланыу талап ителә.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
— Дөйөм алғанда, төбәктә иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау буйынса саралар планы үтәлгән. Ҡайһы бер тармаҡтарҙағы үҫеш тиҙлеге һәм макроиҡтисади именлек ыңғай һөҙөмтәләр вәғәҙәләй. Иң мөһиме — финанс системаһын һаҡлап ҡала алдыҡ. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, килем күләме буйынса республика илдә 13-сө урындан 10-сыға үрләгән, ә Волга буйы федераль округында өсөнсө баҫҡыстан икенсегә күтәрелгән. Бынан тыш, Башҡортостан – нефть продукт­тары етештереү буйынса ла илдә лидерҙар рәтендә. Былтыр социаль йөкләмәләр ҙә тулы кимәлдә үтәлгән: балалар баҡсаларына сират бөткән, ишле ғаиләләргә, ветерандарға социаль түләүҙәр артҡан. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек: шул уҡ эшһеҙлек проблемаһы, тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә эске ихтыяждың кәмеүе һ.б. Республика Башлығы менән килешәм: төбәккә яңы етештереүселәр кәрәк.

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты:

— Республика Башлығының үткән йыл һөҙөмтәләре тураһындағы сығышы бик йөкмәткеле булды. Беренсенән, ШОС һәм БРИКС саммиттарын лайыҡлы үткәрә алдыҡ. Бөтә донъя иҡтисади көрсөк кисерһә лә, беҙҙең республикала етештереү кәмемәй. Инвестициялар йәлеп итеү күләме лә үҫкәндән-үҫә. Үткән йыл, ниндәй генә һынауҙар килтерһә лә, беҙҙең республика өсөн уңышлы булған тип һанайым. Алда иһә эш хаҡын арттырыу, етештереү кимәлен тағы ла үҫтереү, ауыл хужалығын тергеҙеү маҡсаттары тора. Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, капиталь ремонт һымаҡ мәсьәләләр ҙә көнүҙәк булып ҡала.

Илшат РАЙМАНОВ, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы:
— Мәғлүмәт дөрөҫ, логик яҡтан эҙмә-эҙлекле бирелде, ул беҙҙең Башлыҡ тарафынан һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырылған башланғыстарға нигеҙләнгән. Республика алдында торған һәм Хөкүмәт хәл итергә тейешле бурыстарға айырыуса ҙур иғтибар кәрәк. Тәү сиратта хеҙмәт хаҡын күтәреү, мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, инновациялы иҡтисадты үҫтереү, заманса предприятиелар төҙөү хаҡында һүҙ бара. Улар уйланылған, тормошҡа ашырыу юлдары ла билдәләнгән.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә