Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тормош елдәренә ҡаршы тороу һин булғанға, ағай, еңелерәк”
“Тормош елдәренә ҡаршы тороу һин булғанға, ағай, еңелерәк” Инәлтеп, икеләнеп тормай был яҡта буран – кинәнеп ҡотора. Ҡышты ебәргеһе килмәгән аҡман-тоҡман айырыуса әрһеҙ. Туҡтауһыҙ һыҙғырып, ашыға-ашыға юлдарҙы яңынан ҡарға күмә, ағастарҙы шәлгә нығыраҡ урай, уянырға теләгән ерҙең юрғанын кире ҡымтып яба... Иртәнсәк тә тынырға иҫәбе юҡ. Бына, аҡ ҡойон уйнатып, ҡаршы­быҙға “УАЗ-Патриот” машинаһы килеп туҡтаны. Иҫке Бәпес ауылынан фермер Рәйеф Хәлитов үҙе икән.
– Буран һаман ҡоторғас, ҡаршы сыҡтым әле, – тине ир-уҙаман. – Әйҙәгеҙ, минең арттан!

Өлгөрҙәр өйҙә ултырмай

Иҫке Бәпес борон Табын ырыуында иң ҙур аҫаба башҡорт ауылдарының береһе булған. Көс-ғәйрәте һаман да ташып тора уның. Урамдары киң, йорттары бейек, заманса. Алыҫтан ағарып күренгән ҡая төйәктең ҡеүәтен тағы ла арттырғандай.
– Шул тау янында – тыуған ауылым Абдулла. Бәләкәй генә булһа ла, лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән төйәк ул, – тип ҡуйҙы ғорурлыҡ менән Рәйеф ағай. – Әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән. Төп нигеҙҙә ҡустым Радик һәм уның ғаиләһе менән бергә йәшәй. Ауылымда 30-лап йорт ҡалды, халыҡтың күпселеге – өлкәндәр. Юҡ, һеҙ мине тыуған төйәген ташлаған икән тип уйлап ҡуймағыҙ. Абдулла менән Иҫке Бәпестең араһы яҡын ғына, көнөнә әллә нисә мәртәбә ҡайтып әйләнәм. Хужа­лыҡтың гаражы ла шунда. Эште ҡустым Радик менән бергә 13 йыл элек асҡайныҡ. Хәҙер инде 400 гектар самаһы еребеҙ бар. Унда игенселек менән шөғөлләнәбеҙ, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәбеҙ. Келәт – бында, минең йорт янында.
“Тормош елдәренә ҡаршы тороу һин булғанға, ағай, еңелерәк”Иртәнең буранлап тороуына ҡара­маҫтан, ауылдың уңған халҡы байтаҡ эшен башҡарып өлгөргән инде. Рәйеф Рәжәп улының ҡатыны ла, яңы һауылған һөттө – шешәләргә, ҡаймаҡты банкаларға тултырып алып, автобусҡа ашыҡты. “Тиҙ генә район үҙәгенә барып киләйем, – тине уңған хужабикә. – Килтергәнеңде хәтәр тиҙ алып бөтәләр ул. Бармаһаң, үпкәләйҙәр хатта, шылтырата башлайҙар”.
Келәттә иһә егеттәр иген таҙарта. Ашлыҡ тейәү машинаһын көтәләр. Хужалыҡтың икенсе етәксеһе – Радик Рәжәп улы – Абдулланан трактор менән килеп етте.
– Бурандан юл тағы ҡапланды, ағай, – тип хәбәр итте ул. – Егеттәр бөгөн гаражға ремонтҡа бармай торор. Келәттә лә эш күп.
Туғыҙ тула,
ваҡыт уҙа ине


Хәлитовтар ғаиләлә дүрт бала үҫкән. Малсылыҡта эшләгән аталары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырҡ йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскәс, донъя йөгө әсәләренең иңенә ятҡан.
– Миңә, ғаиләләге өлкән ба­лаға – 14, кинйә ҡустыбыҙ Радикка өс кенә йәш ине, – тип хәтеренә тө­шөрҙө ул осорҙо Рәйеф ағай. – Беҙҙе туйындырыу өсөн әсәй йәйге­һен көнө-төнө сөгөлдөрҙә эшләй, башҡа миҙгелдәрҙә фермала бил бөгә. Уның төп таянысы икәнемде белеү, туғандарымдың киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоу тормошомдо ауылға ныҡлы бәйләне. Башҡа урында ла, һис шикһеҙ, юғалып ҡалмаҫ инем. Ни өсөн тигәндә, уҡыуға зирәк булдым, математиканы һәйбәт белдем. Хәтерем шәп ине. Мәҫәлән, өйҙә ятлау өсөн би­релгән шиғырҙы иртәнсәк дәрескә килгәс кенә ҡабатлай ҙа шунда уҡ отоп ала торғайным. Ошондай һы­ҙат­тарым Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡығанда ла, аҙаҡ колхозда механик, баш инженер булып эшләгәндә лә ярҙам итте. Отҡорлоғомдоң, иҫәп-хисапҡа шәплегемдең әһәмиәте хәҙер айырыуса ҙур. Фермер бит баҫыуҙа, мал араһында ғына йөрөмәй. Башҡа йүнселдәр, халыҡ менән бәйләнеш ҡора белеү, документ эшен дөрөҫ алып барыу айырыуса мөһим. Төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу ҙа белем талап итә.
Рәйеф Рәжәп улы, ғөмүмән, заманса тормош яҡлы.
– Элек, колхозда эшләгәндә, иртәнсәк контораға килә лә етәксенән күрһәтмә көтөп ултыра торғайныҡ, – ти ул. – Туғыҙ тула, ваҡыт уҙа... Хәҙер иһә, үҙең өсөн эшләгәс, бер минутты ла бушҡа үткәрге килмәй. Айырыуса иртәнге ваҡыт ҡәҙерле. Таң менән сыҡһаң, юл уңыр, ти бит халыҡ. Күңел асыу саралары ла кәмене. Эштәге һәр уңыш үҙе байрам ул.
Бәхетен ситтә эҙләгәндәрҙе хуп­ламайым. Таныштарым ара­һында ундайҙар, мәҫәлән, ҡа­лала төҙө­лөштә эшләгәндәр байтаҡ. “Күпме хеҙмәт хаҡы ала­һың инде?” – тип ҡыҙыҡһынып һораным кисә генә береһенән. “20 – 25 мең һум”, ти. Ә бит фатирҙа торған өсөн түләргә, ашарға алырға, юлда йөрөргә кәрәк. Бөтөн эш хаҡы шуларға ғына китеп тора тигән һүҙ. Өҫтәүенә ел үтә һуҡҡан урында торғанлыҡтан, һаулыҡ ҙур зыян күрә. Ҡартлығы шатлыҡ булырмы был кешенең?
Ауылда бит хәҙер иң ҡим­мәт­ле байлыҡ – ер – бар. Мәҫә­лән, биш баш үгеҙ аҫрап йәшәргә лә мөмкин. Көҙ уларҙың икәү­һен үҙеңә һуғым итәһең, йә­нә икәүһен һуйып һатаһың, берәү­һен иһә быҙауҙарға алмаш­тыраһың. Төҙөлөштә бер йыл бил бөккәндән арттырған һумдарың күләмендәге аҡса кеҫәңә инеп тә ята. Етмәһә, көнө буйы тышта туңып йөрөмәйһең, өйөңдә йоҡлайһың, ашайһың, яҡындарыңдың янында булаһың, тыуған ереңдең киләсәген хәстәрләйһең.
“Тормош елдәренә ҡаршы тороу һин булғанға, ағай, еңелерәк”Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малын бө­төнләй бөтөрөп, өйҙә теле­визорға, компьютерға текәлеп йәшәгәндәр һәр ауылда осрап тора. Улай сит хәстәрҙәр менән көн итеү үҙеңә ҡул һелтәүҙе аңлата түгелме? Малы булмаған, тимәк, эшһеҙ кешенең йәшәүгә дәрте буламы?

Башҡаларҙы туйындырырлыҡ көсөбөҙ бар

Ул арала келәт эсенә ашлыҡ тейәгес машина килеп туҡтаны.
– Ауырғазынан Риф Ишморатов, – тип таныштырҙы беҙҙе уның менән Рәйеф Рәжәп улы. – Ярҙам һораһаң, гелән шулай тиҙ арала килеп етә.
– Бәй, төп башҡорт гәзите ре­дак­цияһынан икәнһегеҙ, – тип ҡы­уанып китте татар милләтле яңы танышыбыҙ. – Заманында, почтальон булараҡ, “Совет Башҡорт­ос­та­ны”н Талбазынан ауылға көн дә тоҡлап ташыным бит мин. Халыҡ шул ҡәҙәр күп яҙыла торғайны! Юлда гәзитте үҙем дә ҡыҙыҡһынып уҡыр инем. Башҡортса яҙырға ла өйрәндем мин уның ярҙамында. Оҫта һөйләшәм дә. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтәмме?
Ихлас күңелле, алсаҡ ағай бө­гөнгө ҡайһы бер йәштәрҙең заманса йортоноң тышына почта йәшниге лә элмәүе, ауыл­дарға милли гәзит-журналдың бармаҡ менән генә һа­нарлыҡ килеүе, күптәрҙең үҙе өсөн генә йәшәүе, матди хәлен барлыҡ ҡиммәттәрҙән өҫтөн ҡуйыуы, килә­сәген уйламауы хаҡында ҙур борсолоу менән һөйләп алды. “Йүн­селдәр ҙә үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙан ары торорға тейеш, – тип белдерҙе Риф Ишморатов. – Халыҡты уйлаған кешенең генә юлы хаҡ булыр”.
Рәйеф Рәжәп улы дуҫының һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
– Импортҡа алмаш булдырыу осоронда халҡың мәнфәғәтен алға ҡуйыуҙың әһәмиәте баһа­лап бөткөһөҙ, – тине ул. – Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, конкуренция элеккесә ҙур булмаған­лыҡтан файҙаланып, киреһенсә, ауыл хужалығы тауа­рының хаҡын күтәреүселәр осрап тора. Беҙҙә генә түгел был, тотош илдә шулай. Алтын урталыҡҡа ынтыл­маһаҡ, бер-беребеҙҙе аңлар­ға, ҡеүәтләргә тырыш­ма­һаҡ, уҙы­шыуҙы өҫтөн һанаһаҡ, “үҙебеҙҙе үҙебеҙ туйындырыу” маҡсаты тормошҡа ашырмы? Ә бит Рәсәй – шул ҡәҙәр үҙен­сәлекле төбәк. Беҙҙә үҙебеҙҙе генә түгел, хатта башҡа илдәрҙе туйын­дырырлыҡ шарттар бар. Тик эште дөрөҫ ойоштороу, аҡ­саны аныҡ маҡсатта ҡул­ланыу, һа­нарға өйрәнеү, ерҙең үҙенсә­лек­тәрен белеү мөһим. Октябрь ре­волюцияһына тиклемге экспорт структураһынан күрене­үенсә, унда күпселекте ауыл хужалығы про­дукцияһы тәшкил иткән бит. Париж­да беҙҙең илдең майы һа­тылғаны хаҡында мәғлүмәт минең өсөн айырыуса ҡыҙыҡ. Боронғолар эшлә­гәнде булдыра алмайбыҙмы ни?
– Бының өсөн, ағай, беләһең, беҙгә заман технологиялары кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды Радик Рәжәп улы. – Ә был йәһәттән алдынғылар рәтендә түгелбеҙ. Көнбайышта күптән файҙаланылған техноло­гияларҙан артта ҡалған хәлдә лә, ауыл хужалығы продукция­һының сифатын тәьмин итерлек үҙебеҙҙең алымдарҙы уйлап сығарырға кәрәк тип иҫәпләйем.
Өҫтәүенә беҙҙә климат шарттары ла ҡатмарлы. Мәҫәлән, Яңы Зе­ландиялағы кеүек йыл дауамында йәй, шулай уҡ һоҡланғыс көтөү­лектәр булһа, уларға һөтсөлөк буйынса конкуренция ойоштора алмаҫ инекме ни?

“Ҡара тупраҡты
вагонлап ташығандар...”


Һоҡланғыс көтөүлектәр тигәндән, ерҙең уңдырыш­лылығын һаҡлау мәсьәләһе лә борсой фермерҙарҙы.
– Беҙҙең Рәсәй ҡара тупраҡҡа бай. Быны илебеҙҙең ғорурлығы, милли байлығы тип атарға мөмкин, – ти Рәйеф Рәжәп улы. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла бит немецтар Рәсәй еренән, башҡа ҡим­мәтле әйберҙәр менән бер рәттән, ҡара тупраҡты үҙҙәренә вагонлап ташыған. Был байлығыбыҙ боронғо яҙмаларҙа ла иҫкә алынған, ха­лыҡты туйындырыусы тип аталған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуыҡҡа ла, ҡойма ямғырға ла, ҡоролоҡҡа ла, елгә лә бирешмәҫ ҡара тупрағыбыҙ кәмегәндән-кәмей. Бының сәбәбе – ерҙе зарарлау, дөрөҫ тәрбиә­ләмәү, насар экология эҙемтәһе. Ә ҡара тупраҡты яһалма булдырыу мөмкин түгел. Тәбиғәттә меңәр йылдар дауамында, йылы һәм дымлы климат шарттарында барлыҡҡа килә бит ул. Үҙенсәлектәрен бер ниндәй минераль һәм органик ашлама ла алмаштыра алмай.
Рәйеф Рәжәп улы ерҙең уңды­рышлылығын һаҡлауға бәйле мәғ­лүмәттәр менән таныша бара.
– Һуңғы йылдарҙа, һөрмәй эш­кәртеү тупраҡта эрозия бар­лыҡҡа килеү хәүефен ­кәметә, органик углевод кимәлен арттыра, дымды һаҡлау һәләтен яҡшырта, тип иҫбатлайҙар. 2012 йылда күрше төбәк фермер­ҙары, ошо ысулды файҙаланып, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҙур уңыш йыйып алды, – ти фермер. – Әлбиттә, һәр урындағы ерҙең үҙенсәлектәре бар, шуға фекерҙәр ҙә төрлө. Беҙ иһә ерҙе бер йыл һөрәбеҙ, икенсеһендә тупраҡтың өҫкө ҡатламын ғына эшкәртәбеҙ. Һөҙөмтәлә дым күберәк була. Йыл да ашлама ҡушып сә­сергә тырышабыҙ. Репродукцияны яңыртып торабыҙ. Быйыл, Аллаһ бирһә, баҫыуҙың бер өлөшөндә еләк тә үҫтереп ҡарамаҡсыбыҙ.
Ерҙе тәрбиәләүгә, тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлауға ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Был – ауыл хужалығында төп шарт. Ер – иң ҙур байлығыбыҙ, унһыҙ бер ни эшләп булмай.
Хәлитовтар быйыл баҫыуҙарына тулыһынса элиталы орлоҡ сәсергә йыйына. Уларҙы субсидия иҫәбенә Илештән алғандар. Урындағы район хакимиәтенең шулай дәүләт программалары буйынса һәр саҡ ярҙам итергә әҙерлеге, ыңғай мөнәсәбәте менән ҡәнәғәт фермерҙар.

* * *

Келәттә иген таҙартыуҙы дауам иткән егеттәргә яңы күрһәтмәләрен биргәс, ағалы-ҡустылы Хәлитовтар өй яғына ыңғайланы.
– Эй, ағай, ҡаҙҙырған күлеңдең боҙо ирей башланы бит. Сәкән һуҡмай нисек түҙерһең икән? – тип мәрәкәләне Радик.
– Уның байы, “Салауат Юлаев” менән бергә уйнаған кеүекбеҙ бит! – тип йәнләнеп кит­те ағаһы. – Бына бөгөн – си­раттағы матч. Коман­дабыҙ Гагарин кубогын алһа, һис шикһеҙ, иген дә мулыраҡ булыр! Бер уңыш икенсеһенә юл яра бит.
Радик баш ҡағып ҡуйҙы. Ағай эргәлә икән, ышаныс та, дәрт-дарман да янда шул. Йырҙа әйтелгәнсә,
“Тормош елдәренә ҡаршы тороу
Һин булғанға, ағай, еңелерәк”.
Нигеҙенә туғанлыҡ көсө һалынған берҙәм эште, уртаҡ маҡсаттарҙы, изге хыялдарҙы бер ниндәй ҡар­шылыҡтар ҙа, насар һауа шарттары ла, шул иҫәптән әрһеҙ аҡман-тоҡман да еңә алмаҫ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872