Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сылтыр шишмәләрҙән һыу алды ла…
Сылтыр шишмәләрҙән  һыу алды ла… Һабан ғына һөргән ерҙәрем,
Бесән генә сапҡан ерҙәрем.

Халыҡ йырынан.

Тормошҡа һиңә һәр көн алып килгән яңы хис-тойғолар, төрлө кешеләр менән осрашыуҙар бүләк итә торған кисерештәр өсөн генә лә рәхмәтле булырға мөмкин. Ни өсөн тигәндә, ошо кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре һинең йөрәгеңдә мәңгелеккә урын табып ҡуя. Юлымда милләтемдең аҫыл гәүһәрҙәре кеүек ирҙәренең әленән-әле пәйҙә була тороуы миңә яҙмыш тарафынан бирелгән бүләк тип ҡабул ителергә тейештер инде.


Күп йылдар белгән һәм дуҫтанә булып йәшәгән күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәйҙең мәшһүр геофизигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы, почетлы нефтсе, газ сәнәғәтенең почетлы эшмәкәре, Европа геофизиктар йәмғиәтенең даими ағзаһы, донъяны ҡабат-ҡабат урап сыҡҡан Наил Юнысов, йәки республикала киң билдәле финансист, иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Мөхәмәт Сәғитдинов. Ике-өс һүҙ менән генә дуҫтарымдың төҫ-башын, ә иң мөһиме – рухи йөҙөн нисек .тасуирлай алайым икән? Наил Кәбир улы донъяны айҡап йөрөүе генә етмәгән, ерҙең ете ҡатындағы серҙәргә лә күҙ һалырға йөрьәт иткән. Ҡырыҫ һөнәргә эйә булыуына ҡарамаҫтан, Юнысов ағайҙа һаман үҫмерҙәргә хас романтизм, хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта ғәжәп күренгән игелеклелек һәм намыҫ сайпылмай һаҡ­ланып ҡалған. Ғалим-финансист та, геофизик та миңә йомарт күңелле кеше булыу­ҙары менән ҡәҙерле, сөнки улар бит стәрлебаштар, боронғо замандарҙан уҡ Көньяҡ Уралда ислам мәҙәниәте төйөн­ләнгән яҡтан.
Атайсалым, Әбйәлил атамалары йыр булып яңғыраған йылғаларҙан бик алыҫта ята. Ашҡаҙар, Стәрле, Өршәктән уны бихисап һырттар, яландар, урмандар, сәбәләнеп ғүмер кисергән ҡалалар айыра. Әммә хатта йәшәйеш ҡанундарын да һанламай, тормош йылғаһы һине үҙ итәсәк ярға алып килеп ҡалдыра. Минең Стәрлебашҡа мөнәсәбәтемдә лә шулай булды шикелле.
Тау күтәреп, таштар ярып,
Шишмә сыға мөлдөрәп,
Етергә ҡайҙалыр барып,
Атлыға гел селтерәп.
Ут йотоп килгән юлсының
Һыуһынын ҡандыра ул.
Уф итеп килгән кешенең
Өмөтөн яндыра ул.
Был юлдарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи ағай Ҡудаш яҙған. Ләкин, гүйә, ҡәләм Стәрлебаш оҫтаһының ҡулында тирбәлгән. Эш шунда: ошо ерҙәр ҡуйынынан йөҙҙәрсә шишмә урғылып сығып ята. Ғәжәп, иллә шишмәләрҙең бер төбәктә шул тиклем дә күп булыуын бүтәнсә күрергә тура килмәне. Бында хатта Шишмәле тау тип йөрөтөлгән һөҙәк кенә һырт та бар. Шул уҡ ваҡытта Стәрлебаш мине фәлсәфәүи фекерҙәргә албырғатып алып китте. Инҡилапҡа ҡәҙәр ауылда данлыҡлы мәҙрәсә булған, һәм унда ике быуат дауамында тиҫтәләрсә мең төрлө милләт үҫмерҙәре уҡыған. Һауаһында уҡ ғилем үә мәғрифәт аңҡып торған бисмиллалы ергә башҡорттар тупланып йәшәгән Туҡ һәм Соран яҡтарынан ғына түгел, бәлки Дим буйҙарынан, ҡаҙаҡ далаларынан, Түбәнге Новгородтан, Урта Азиянан, Көнбайыш Себерҙән йәштәр ағылып килгән. Һүҙ-хәбәргә кәртә юҡ, шуға күрә Стәрлебаш мәҙрәсәһе тураһында хатта Украинала, Истанбулда, Бағдадта, Тәһранда, Мәккә менән Мәҙинәлә лә ишетә йөрөгәндәр. Был мәҙрәсәнең башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм бүтән төрки ҡәүемдәренең рухи һәм ижтимағи тормошонда ғәйәт ҙур урын тотоуын һис арттырмай тәҡрарларға мөмкин. Стәрлебашты йә Бохара, йә Мысырҙағы әл-Әзһәр менән сағыштырыуҙарын миңә байтаҡ ишетергә тура килде. Бындай тиңләү, әлбиттә, тотош башҡорт яғы өсөн хөрмәт булғандыр, сөнки ул халыҡтың мәғрифәткә, фәнгә ылығыуын дәлилләгән. ХХ быуат башында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә булып, академик, Көнсығышты күренекле өйрәнеүсе Василий Бартольд әлеге төбәкте тиктәҫкә генә Рәсәйҙәге мосолман фәне үҙәктәренең ғәмәлдәге береһе тип атамаған.
Бөгөнгө һүҙ юҫығынан хәтһеҙ генә ситкә тайшаныуымды аңлайым, әлбиттә. Ләкин хәтер шылдырып һалып ҡуйып та, онота ла торған бер әйбер түгел. Ижады студент сағымда уҡ ғашиҡ иткән Мифтахетдин Аҡмулла, миҫалға, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен, математика, география, биологияны нәҡ Стәрлебашта өйрәнә башлаған. Буласаҡ мәғрифәтсе ошонда рус теле менән осрашҡан. Аҡмулланан алда һәм унан аҙаҡ башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең генә түгел, бәлки тотош Көнсығыштың ғорурлығы булып күтәрелгән күптәрҙең исемен әйтеп китергә лә мөмкин.
Әҙәм балаһы ғүмеренең ни ауырлыҡта булыуын бизмәндәргә һалып үлсәр, үткән юлының оҙонлоғон саҡрымдар менән самалар әмәлдәре, ах, булһа!.. Мөхәмәт Шәмсетдин улы Сәғитдиновтың бөгөнгө тормошон күреү бәхетенә ирешкән кешеләрҙең күпселеге, моғайын, ошо көнкүрештең, ағай-эне араһында исеменең, ижтимағи мөхиттәге һөнәри йәһәтенән абруйының диңгеҙ хәтлем тир, тау-ташты саңға әйләндергәндәй хеҙмәт аша килгәнлеген аңлаһа, ярай ҙа. Мөхәмәт Сәғитдинов менән байтаҡ йылдар әүәл танышып, көндәлек эштәр тураһында көңгөрләшеп йөрөһәм дә, уға табан аҙымым әллә ни ырамлы булмаған икән. Ағайҙың һәр даим алсаҡ йөҙө, ипле мөғәмәләһе, теленән йәмһеҙ һүҙҙең һис ҡасан, хатта абайламаҫтан да, ысҡынмауы минең алға уңыш толпарына эйәрҙе иртүк һалып, шунда бик ныҡ ултырған кешенең образын баҫтырған. Хәҙерге тормошона ҡарап сырамытҡанда, Сәғитдинов — көнләшерлек болло кеше. Ҙур ғалим, эргәһендә Фәнисә еңгәй, балалар үҫеп, үҙҙәре тормош уртаһында ҡайнай, баш ҡала үҙәгендәге иркен фатир – Мөхәмәт Шәмсетдин улына, көйләп алған тормошон елпелдәтмәй, урамдарҙан бер көйө йөрөп ятаһы ғына.
Сәғитдинов хәҙер, һикһәненең өҫтөнә баҫҡан саҡта ғына, яҙмыш дөлдөлөнөң алтын ялын матҡып тотҡан ир һымаҡ күренә. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда иһә, хатта миһырбанлылыҡ кәүҙәләнеше булған Хоҙай ҙа бирәм тигән һөймәлекле һәр ҡолоноң юлына тиктомалдан ниҙер сығарып ҡуйып бармай. “Тормош өйрәтә, өйрәтмәһә, көйрәтә”, – тип раҫлауҙары хаҡтыр. Айҙарәле ауылы малайы Мөхәмәт, егерме бише тулыр-тулмаҫтан, Стәрлебаш район Советы башҡарма комитетының финанс бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнә. Ул кимәлдәге хакимлыҡ структураһы тураһында хәбәрҙар кеше был вазифаның мөһимлеген аңлар, сөнки район һынлы райондың тотош бюджетын ҡулында тота бит әле! Йәғни ҡаҙна аҡсаһына күҙ-ҡолаҡ булыусы. Ябай колхозсы йә хеҙмәткәр күҙе менән ҡарағанда, ярайһы ғына түрә инде. Ә был “түрә”нең фатиры – ике ғаиләгә бүленгән ағас өйҙөң бер бүлмәһе, утынын рәтләп алһаң, мейесе бар. Ул арала, һалҡыныраҡ өйгә нур биреп, сабый тыуҙы.
Тормош шулай үҙ яйы менән рәтләнеп тә китер әле. Ләкин әҙәм һөйләй, яҙмыш бәйләй тигәндәй, күптәребеҙҙе яҙмыш үҙ белдегенсә өйрөлтә. Дәүләттең тәҡәт таптырмаҫ хакимы Никита Хрущевтың донъяны урманда ҡырмыҫҡа ояһын туҙҙырған айыу шикелле бутаған сағы етте. Стәрлетамаҡ тирәһендәге биш районды берләштереп ебәрҙеләр. Сәғитдиновҡа ҡала хакимиәтенең финанс бүлегендә был юлы түбән генә вазифа эләкте. Ғаилә тормошон ҡабаттан ҡороп ебәреүе ифрат ауыр. Фатир юҡ. Хеҙмәт хаҡы – ташҡа үлсәйем. Клара пединститутты тамамларға тырыша, Мөхәмәт үҙе ситтән тороп уҡып йөрөй. Шәхси фатирҙың бер бүлмәһендә дүрт йән көн күрәләр. Шулай ҙа, йыл ярым самаһы үтеүгә, Сәғитдиновтарға тынды иркенерәк алыу форсаты тейгәндәй булды. Мөхәмәтте ҡала финанс бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнеләр, ике бүлмәле фатир хужаһы булып китте былар. Икәүһе лә, шөкөр, эшләп йөрөйҙәр. Сәғитдинов аяғын, ниһайәт, ныҡҡа терәгәндәй тойҙо. Клара йәнә бер ҡыҙ бүләк итте. Өлкәне мәктәпкә барҙы. Фатирҙы киңәйтеү форсаты ла табылды.
Шулай ҙа, шатлыҡ эсендә ҡайғы бар, тип раҫлауҙары хаҡ, ахыры. Көтмәгән-уйламағанда Клара Мәжит ҡыҙы ауыр сиргә һабыша. Ул арала Мөхәмәткә Өфөлә эш тәҡдим итәләр. Ҡатыны дауахананан сыҡмай тиерлек, ғаилә башлығы командировкаларҙан ҡайтып инмәй. Ике бала, сараһыҙҙан, йәше етмештән өҫтә ҡәйнә хәстәрлегенә ҡалды. Мәхшәргә оҡшаған тормош, шулайтып, туғыҙ йыл дауам итте. Клара, мейе шешенән яфалана торғас, утыҙ туғыҙ йәшендә, ҡыҙҙарын, Мөхәмәтте етем итеп, гүр эйәһе булды.
Тереләр, бар сабырлығын йыйып, йәшәргә тейеш. Атай кеше ҡыҙҙары Динара менән Гөлнараның яҙмышын хәстәрләй алмаһа, Клараның рухы ла баҡый илендә, бәлки, тынғылыҡ таба алмаҫ ине. Ярай ҙа, алдағы бәхетенән, юлында Фәнисә осраған. Ике ҡыҙына әсәй булаһы, Мөхәмәтте уланлы итәһе Фәнисәһе. Тормошто ыңғай яҡҡа бороп ебәреү өсөн ҡайһы саҡ мең михнәт аша үтергә тура килә шул.
Мөхәмәт Шәмсетдин улы — бөгөн финанс, банк өлкәһендә танылған белгес, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург, сит дәү­ләттәр ғалимдары менән һис кәмһенмәй һөйләшә алған теоретик, аналитик, ә хеҙмәтен Өфөләге төҙөлөш, энергетика, ғилми-ғәмәли ойошмаларҙа күҙгә бигүк эленмәҫтәй вазифаларҙан башлаған. “Башспецстрой” тресының баш иҡтисадсыһы, “Башнефтезаводстрой” тресы идарасы­һының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Артабан инде биш йыл тиерлек Башҡорт АССР-ының финанс министры урынбаҫары булып эшләү. Сәғитдиновтың туғыҙ йыл буйы Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының финанс бүлеген етәкләгәне күҙ алдымда.
Ул арала Мөхәмәт ағай йәнә хужалыҡ ойошмаларына күсте: “Союзнефтеотдача” ғилми-етештереү берекмәһе генераль директорының иҡтисад өлкәһендәге фәндәр буйынса урынбаҫары, “Башкирэнерго” етеш­тереү берекмәһе генераль директо­рының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Баш ҡаланың бер нисә юғары уҡыу йортонда иҡтисад дәрестәрен алып барыуын да онотмағанда, Сәғитдиновтың ошо өлкәләге эш стажы ҡырҡ йылдан ашып китә.
1992 йылдың сентябрендә Мөхәмәт Шәмсетдин улы Башҡортостандың Милли банкы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Мин ул саҡта республика ижтимағи-сәйәси гәзите­нең баш мөхәррире булып эшләп йөрөйөм. Һәр дүшәмбе иртән Хөкүмәт рәйесе оператив кәңәшмәгә йыйып ала. Мөхәмәт ағай менән шунда күрешәбеҙ, эш урындарыбыҙға бергәләп сығып китәбеҙ.
Әгәр банктарҙың эшмәкәрлегендәге бүтән күп йүнәлештәргә илтифат итмәй генә әйткәндә, улар аҡса әйләнешен һәм кредит мөнәсәбәттәрен хеҙмәтләндерә, зарурлығы булғанда, яңы аҡсалар сығара, йәғни эмиссиялай, предприятиеларҙың хужалыҡ-финанс эшмәкәрлеген күҙәтә бара. Һөйләүе генә анһат, әммә ифрат ҡатмарлы бурыс. Мөхәмәт Сәғитдинов, Милли банк рәйесе булараҡ, шул эштәрҙе ғәмәлгә ашырыуҙы ойошторорға тейеш ине.
Туҡһанынсы йылдар башында Горбачевты түңкәреп, хакимлыҡҡа Ельцин килде. Дәүләт мөлкәтен шәхси ҡулдарға күсереүгә рөхсәт бирелде, тимәк, хосуси милек хасил булды. Мәғлүм булыуынса, берәүҙәр ҡапыл ғына байып китте, икенселәр йәнә төп башына ултырҙы. Баҙар. Олигархтар. Аҡса хакимлығы. Енәйәтселек тантанаһы. Эшһеҙлек, инфляция, һаҡлыҡ кассаһында йыйған ғына һумдарыңдың яныуы. Ельцин осоро Рәсәйгә ҡырағай капитализмды ҡайтарҙы.
1999 йылдан бирле “демократия” тигән төшөнсә кәмһетеүле мәғәнә алды, ул власть диктатураһы менән алмаштырылды. Һәммә хакимлыҡтың президент ҡулында тупланыуы, ил көндәлек күрһәтмәләр менән идара ителеүгә күсте, дәүләттең һәр күҙәнәген тотош коррупция ҡапланы. Рәсәй етештереү ҡеүәттәре юғала барыусы, хаҡтар сама белмәгән, халыҡтың көнкүреше үтә мөшкөлләнгән бюрократик дәүләткә әүерелде. Уның ҡарауы, ил миллиардерҙар һаны буйынса донъяла алдынғылыҡҡа сыҡты. Тәбиғи байлыҡ йәһәтенән Хоҙайҙың оло мәрхәмәтен күрһә лә, Рәсәй халыҡтың йәшәү кимәле буйынса Ер йөҙөндәге иң арттағы илдәр иҫәбендә йөрөй. Коррупция һәм дәүләт менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген самалаған белгестәр илебеҙҙе 101-се урынға ҡуйҙы.
Мөхәмәт Шәмсетдин улы, ғафил һандар даръяһында йөҙһә лә, хискә бирелеүсән кеше. Бына әле лә йөрәкһеп китте, ахыры, һүҙҙе ғәҙәттәгенән ҡыҙыбыраҡ дауам итте.
– Кешеләрҙең ижади ҡалҡынышына бер мәл етер һәм иҡтисад емешлерәк булыр әле, тип мин һәр ваҡыт көттөм. Ундай форсат беҙгә ике мәртәбә килде. Тәүгеһе – 1960 – 1970 йылдарҙағы “Косыгин рефор­маһы”, икенсеһе – СССР тарҡалып китеп, ил иҡтисадын баҙар принциптарына күсергән саҡта. Үҙгәрештәрҙең килеренә башкөллө ышанып, мин дә вәғәҙә ителгән реформалар юҫығында булырға тырыштым. Стәрлетамаҡта иҡтисад менән шөғөлләнгән белгестәр өсөн курс ойошторҙом. Өфөлә гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр баҫтырҙым. Ләкин көтөүҙәр тиктәҫкә булып сыҡты. “Косыгин реформаһы”ның башына үҙҙәрен “тоғро ленинсылар” тип атаған юлбашсы-догматиктар етте, ә Ельцин-Гайдар реформалары, иҡтисад фәненең теле менән әйткәндә, дәүләт милеген талауға, сәнәғәт һәм ауыл хужалығын емереүгә, коррупция һәм бандитлыҡтың сәскә атыуына ҡайтып ҡалды.
Ауыр уйҙарынан арына алмаймы, Сәғит­динов башын эйгән көйө хәтһеҙ ваҡыт өндәшмәй ултырҙы. Кисерештәрем шул самала булғас, үҙем дә икебеҙҙе ҡапыл ғына ҡыҫып алған тынлыҡты боҙорға баҙнат итмәй, шымып ҡалдым. Ирҙәрҙең күҙҙәренән йәш һарҡытҡан, йөрәктәргә ҡан һауҙырған имгәк ниндәй заман булды һуң әле был?..
Сәғитдинов – ифрат сабыр, кеше күңелле кеше. Юғарыла әйтелгән һүҙҙәре лә – кемгәлер асыу тотоуҙан түгел, бәлки иле-халҡының именлектә, икмәккә мохтажлыҡ кисермәй йәшәүен ихлас күрергә теләүҙән генә. Әйткәндәй, Мөхәмәт Шәмсетдин улы “Ғилем – Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтендә рус телендә “Жизнь в эпоху перемен” тип аталған китап баҫтырғайны. Был дәүер ғалим ғүмеренең аңлы осорон үҙ эсенә ала икән. Һәм мин бөгөнгө һүҙҙе әлеге китап һәм уның авторы тураһында Мөхәмәт Сәғитдиновтың шәкерттәренең береһе, республика Хөкүмәтенең хәҙерге рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов әйткән фекерҙәр менән тамамларға уйлайым:
– Мөхәмәт Шәмсетдин улын Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыған йылдарҙан беләм. Артабан бергәләп уҡытып та йөрөнөк, Милли банкта эшләнек. Әле лә аралашыуҙы өҙгән юҡ. Ҡайҙа тыуған һуң был ғәжәп кеше? Төпкөл ауыл. Ун ике сабыйға ғүмер биргән әсәнең һигеҙенсе балаһы. Сабаталы булһа ла, теше-тырнағы менән, юғарыға ынтылған һәм, күрәһегеҙ, илдең ғәййәр ире дәрәжәһенә еткән. Сәғитдиновтың тамырҙары ла тәрән, тоҡомо ла беше. Мөхәмәт Шәмсетдин улының хеҙмәт стажы алтмыш йылдан ашып китте, шуның ҡырҡ йылы – етәксе вазифаларҙа. Ағай студенттар өсөн уҡыу әсбаптары һәм монографиялар рәүешендә 22 ғилми хеҙмәт әҙерләне. Күптән түгел ул ауылдарҙы тергеҙеүҙең яңы концепцияһын тәҡдим итте.
Бына шундай ул Мөхәмәт Шәмсетдин улы Сәғитдинов, тыуған яғының тере шишмәләренән көс-ҡеүәт алып, шул ҡеүәтте иленә лә ҡайтарыу өсөн тырышҡан аҫыл ир. Һүҙ ыңғайында: Стәрлебаш районында 239 шишмә бар һәм шуларҙың ҡырҡ бере – Айҙарәле эргәһендәге Шишмәле тауҙың күкрәген ярып сыға. Ҡуйынында саф һыу һаҡлаған ер һис ҡасан да ҡорғаҡһымаҫ, халҡы бахыр булып йәшәмәҫ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872