Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарҙан ҡалды, һыуҙан ҡалырмы?
Ҡарҙан ҡалды,  һыуҙан ҡалырмы? Быйылғы ҡыш үҙенең ҡары, бураны, ямғыры менән генә түгел, ә төрлө бәлә-ҡазалары менән хәтерҙә ҡалмаҡсы. Кәбисә йылының ыжғыр буранлы ҡышы бигерәк тә хәйбуллалар күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Ҡар тотҡононда ҡалған район халҡының хәле, бәләнең эҙемтәләре менән яҡындан танышыу маҡсатында Хәйбулла тарафтарына юлға сыҡтыҡ.


Ҡыш холҡон күрһәтеүен дауам итә

Сибайҙы үтеп, Аҡъяр яғына боролғас та, ҡалын ҡарҙы ярып юл асҡандарын күрергә була. Артабан бындай өйөмдәр Күлтабан, Сосновка ауылы тапҡырында осрай. Ә инде Баймаҡ районы сиген үтеп, Хәйбулла далаһына аяҡ баҫҡас, әйтерһең дә, бында бер ниндәй ҙә ҡар бураны уйнамаған, хатта киң яландарҙың ҡайһы бер ерҙәре ҡар менән ҡапланырға ла өлгөрмәгән. Ысын ҡыштың тантана итә башлауы Вәлит ауылы янына яҡынлаш­ҡанда тойола: көслө техниканың әле бер, әле икенсе урындан ҡарҙы соҡоп алғаны һиҙелә, “Ҡытай стенаһы”н хәтерләткән ерҙәр ҙә юҡ түгел. Подольск иһә, әйтерһең дә, яңы ғына сихри ап-аҡ әкиәт донъя­һынан уянған: йорттар бейеклегенә һалынған көрт өйөмдәре тиһеңме, ҡар аҫтында ҡалған тракторҙарҙың күренгән баштары...
Тәү ҡарашҡа барыһы ла тыныс, әйтерһең дә, тын йоҡоға талғандай. Әммә кинәт һауа шарттарының ҡырҡа боҙолоуы район халҡы өсөн оло һынауға әйләнде, тотош ауылдар ҡар тотҡононда ҡалды.
Ҡарҙан ҡалды,  һыуҙан ҡалырмы?Бөгөн Интернет заманында йәшәйбеҙ, һәр кем фекерен төрлө селтәрҙәрҙә бел­дерә ала, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Бындай аралашыуҙан хәйбуллалар ҙа ситтә ҡалманы: сәғәт, минут һайын һәр ауылдың яңылыҡтары, киҫкен һауа шарттарының эҙемтәләре менән нисек көрәшеүҙәре хаҡында төрлө фотолары Интернет селтәрен яуланы. Яҙмалар араһында дөрөҫлөккә тап килгәндәре лә, хәҡиҡәттән күпкә алыҫ булғандары ла осрай. Кемдер, был хәлдән файҙаланып, етәкселәргә бысраҡ ташлау­ҙан тартын­маһа, икенселәре тәбиғәт ҡазаһын үҙ файҙаһына ҡулланыуҙан да баш тартмай. Төрлө имеш-мимешкә ышанып, үҙ күҙҙәрем менән күрмәйенсә, мат­буғат биттәрендә хәйбуллалар хаҡында баҫылған мәҡәләләр менән танышып, Интернет селтәрендәге төрлө фекерҙәрҙе ишетеп барһам да, сәфәремде иң тәүҙә район хакимиәте башлығы бүлмәһенән башланым. Раил Ибраһимов, ни тиклем ваҡыты тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе ҡабул итергә мөмкинлек тапты.
– Бурандан ҡурҡмай килеп еттеңме? – тип мәрәкәләп һүҙ ҡушыуынан башлыҡтың кәйефе яҡшы икәнлегенә төшөнөп, тиҙ генә һорауҙарымды бирергә ашыҡтым.
Ҡарҙан ҡалды,  һыуҙан ҡалырмы?Һәр ваҡыттағыса, Раил Хазморат улы һүҙебеҙҙе бүлдермәй генә тыңланы. Тәжрибәле һәм киң ҡарашлы район хакимиәте башлығы үҙ һүҙендә торған, әйткәнен тормошҡа ашырған, бигерәк тә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә асыҡ булыуы менән ихтирам уята.
– Ысынлап та, быйыл Хәйбулла халҡы өсөн ауырға тура килде, – тип башланы һүҙен Раил Хазморат улы. – Ҡыш бик ауыр килде. Йылдың тәүге төнөндә башланған буран ай уртаһында саҡ тамамланды. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 15 көн буйы көрәштек, ауылдарға юл астыҡ. Дөрөҫөрәге, тәүге ғәрәсәт тулҡынын үҙ көсөбөҙ менән йырып сыҡтыҡ. Маҡан мәктәбенең ҡыйығы алып ташлан­ғайны, уны 25 көн эсендә ремонтланыҡ. Был эште район ҡаҙнаһы иҫәбенә “Баймаҡ ПМК”һы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры Р. Р. Сырлыбаев) төҙөүселәре башҡарҙы. Февралдә район халҡы тын алып та өлгөрмәне, 4 март төнө йәнә буран ябырылды. 5-6 мартта райондың 56 ауылының 50-һенә юл ябылды. Байрам һәм ял көндәре булыу сәбәпле, күптәр барып етергә тейешле еренә бара алмай, буран ҡамауында ҡалды. Аҡъяр ауылында машиналар тығыны барлыҡҡа килде, йөк тейәлгән фуралар бер-бер артлы теҙе­леште – техника һаны 120-гә барып етте. Һәләкәткә юлығыусы­ларҙың барыһы ла Аҡъяр тау коллед­жының дөйөм ятаҡта­рына, ҡунаҡханаларға урынлаштырылды, йылы аш бирелде. Бөтә көс һәм техника ҡар ҡатламына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелде. Тәүлек буйына юлдарҙы таҙартыу дауам итте.
Был көндәрҙә район етәкселеге, Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы, янғын һүндереү, полиция хеҙмәткәрҙәре, Баймаҡ ҡалаһының 15-се янғын һүндереү отряды алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Шулай уҡ Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, Көйәргәҙе, Учалы һәм Белорет райондарынан өҫтәмә махсус техника йәлеп ителә. Күмертау, Сибай, Белорет ҡалаларының төбәк эҙләү һәм ҡотҡарыу отрядтары, Сибай һәләкәт-ҡотҡарыу хеҙмәте вәкилдәре ярҙамға килә. Тағы ла “Башҡорт баҡыры”, “Бүребай тау-байыҡтырыу” йәмғиәттәренә, “Башҡорт шахта-проходкалау идаралығына, урындағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, төрлө ойошмаларға ҙур рәхмәтле хәйбуллалар. Берҙәм көс һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә 13 мартта бурыс атҡарып бөтөлә – Юлбарыҫ ауылына юл асыла. Ҡар батшалығын еңгән халыҡ бер аҙ шатланып, ниһайәт, үҙ йомошо менән барыр еренә сығып, туғандарының хәлен белешеп тә өлгөрмәй, тәбиғәт район халҡын йәнә оло һынау алдына ҡуя.
Ҡарҙан ҡалды,  һыуҙан ҡалырмы?– 14 марттан 15-енә ҡараған төндә буран­дың өсөнсө тулҡыны ябырылды, – тип һүҙен дауам итте район хакимиәте башлығы. – Шуныһы ҡыҙғаныс: нисәмә көн буйына күмәк көс менән асылған юл тағы ҡар көпләүендә ҡалды. Ҡайһы бер урындарҙа уның бейеклеге 7 метрға етте. Был юлы ярҙамға Өфө, Күмертау, Сибай ҡалаларынан һәм Рәсәй МЧС-ының төп идаралығынан өҫтәмә ҡотҡарыусылар килде. Шулай уҡ Алкин ҡасабаһы хәрби часынан махсус техника ебәрелде. Республика етәкселеге беҙҙең хәлде шәхсән күҙәтеүгә алды, бер һүҙ менән әйткәндә, бәлә килгәндә яңғыҙ ҡалманыҡ. Күптәр юлдарҙы таҙалау күп көндәргә һуҙылғанға ризаһыҙлыҡ белдерә, әммә бында бер нескәлекте аңлау кәрәк: башҡа тарафтарҙа яуған ҡар менән далалағыһын сағыш­тырыу мөмкин түгел. Беҙҙәге ҡар ел менән бергә тығыҙлана, ҡатыға әйләнә. Шун­лыҡтан уны таҙартыу ауырға тура килә, хатта ҡеүәтле техника ҡайһы бер участкала 50 – 80 метр арауығындағы көрттө йырыр өсөн ике-өс көн маташырға мәжбүр була. Һәр саҡрым әллә күпме көс менән таҙартыла. 19 мартта яуған ямғыр юл таҙартыусыларҙың эшен ҡатмарлаш­тыр­ҙы: көндөҙ йылы тороп, төнгә шаҡырайтып туңдырыуы ҡарҙы еүешләтеп, боҙға әйләндерҙе.
Бөгөн Юлдыбай – Аҡъяр – Новочеркасск, Аҡъяр – Сибай юлдары тулыһынса асыҡ, иң төпкөлдә урынлашҡан ауыл юлдарын таҙартыу эштәре дауам ителә. Ҡар тотҡононда ҡалған барлыҡ Хәйбулла халҡының тәбиғәттең “уҫал шаяртыуын” аңлап, уны батырҙарҙа йырып сыға алыуына һоҡланырға ғына ҡала. Бигерәк тә Иләс һәм Сиҙәм ауылы халҡы үҙҙәренең берҙәмлеген иҫбатланы: кешеләр ҡулдарына көрәк алып, ауыл урамдарын таҙартырға сыға.

Бәлә-ҡаза
һабаҡ булырмы?


Бурандың иң көслө өсөнсө тулҡыны ябырылған көндәр район халҡына оло тетрәнеү килтерҙе. Ошо мәлдә утыҙы саҡ тулған ҡатын менән ун ете йәшлек үҫмер вафат булды. Дөрөҫ, ғүмерҙәрҙең ваҡыт­һыҙ өҙөлөүе сәбәбен тикшергән тейешле органдар эшләй, улар һөҙөмтәне халыҡҡа еткерер.
Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Шәкир Дәүләтшин әйтеүенсә, ике факт буйынса ла тикшереү эше бара. Тәүге хәлгә килгәндә, Интернеттағы фекерҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүе күҙаллана. Күптәр уйлауынса, ҡатындың үлемендә ҡар тотҡоно сәбәпле түгел, әммә һуңғы һүҙҙе тикшереүселәр әйтер.
Ун ете йәшлек үҫмер иһә Аҡъяр тау колледжының “Тракторсы-машинист” бүлегенең I курс студенты була. Һәр саҡ йылмайып йөрөгән тыныс холоҡло егеттең йәшләй генә фани донъянан китеүе бик аяныслы, әлбиттә. Уҡыу йортоноң тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Ринат Солтанов әйтеүенсә, 15 мартта, һауа шарттарының ҡырҡа киҫкенләшеүе сәбәпле, бөтә студенттарға ла был хаҡта дөйөм линейкала хәбәр ителә, махсус бойороҡ сығарыла. Һауа шарттарының тотороҡланып, юлдарҙың асылыуы билдәле булғас ҡына студенттарға ҡайтырға рөхсәт ителәсәген һәр кем яҡшы аңлай. Әммә 17 мартта егеттең ятаҡта булмауы беленә. Иртәгәһенә уның өйөнә ҡайтып етмәүе асыҡлана, шунда уҡ эҙләү ойошторола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның үле кәүҙәһе генә табыла. Йөрәге ауыртҡан егеттең юлһыҙлыҡ шарттарында йәйәү­ләп оҙон юлға сығыуы үҙен һиҙҙермәй ҡалдырмағандыр, тиҙәр.
Районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеп тә, ауыл биләмә башлыҡтары һәм старосталары, барлыҡ уҡыу йорттары, ойошмалар етәкселәре тарафынан һауа шарттары тотороҡланмайынса ҡайҙалыр барырға сығыу мотлаҡ тыйылыуға ҡарамаҫтан, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, юл йөрөүселәр табыла. Шул иҫәптән уҡыу йортоноң бойороғон һанға һуҡмаған Әбеш егеттәренең үҙҙәренең был аҙымын батырлыҡҡа тиңләгән видеояҙмаһын күптәрҙең хуплауы аңлашылмай. Ярай, был юлы егеттәргә ысынлап бәхет йылмайған, улар иҫән ҡалған! Әгәр ваҡиға фажиғә менән тамамланһа, уларҙың был ҡылығы өсөн кем яуап бирер ине?! Әлеге лә шул белем усағы етәкселеге йәки уларҙы ҡайтарырға риза булмаған тәрбиәселәрме?
Ҡаза халыҡты бергә туплап, берҙәм эш итергә өйрәтмәй ҡалманы, әлбиттә. Шулай уҡ үҙ һаулыҡтарын аямай, бәләгә тарығандарға ярҙам итеүселәр ҙә булманы түгел. Саңғы менән юлда ултырып ҡалған юлсыларға йылы аш, кәрәк-яраҡ алып барыусылар ҙа, үҙ йорттарына индереүселәр ҙә, тәүге медицина ярҙамы һуҙыусылар ҙа булды. Әммә ялған ярҙам һорап шылтыратыусыларҙың булыуы көсөргәнешле мәлдә хәлде тағы ла ҡатмар­лаштырҙы. Тәмәке һорап ҡотҡарыусыларҙы саҡырт­һындармы, күрше ауылға йәйәү көмөшкәгә барып, юлда ҡамалып ултырып, Рәсәй МЧС-ына бәлә һалһындармы, Яңы Украинка ауылынан бер ҡатын хәленең насарланыуы хаҡында белдереп тә, уны ҡотҡарыусылар дауаханаға килтергәс, кереп тә тормай, үҙ йомошона атлығыуымы. Был осраҡтарҙа кем ғәйепле: ҡотҡарыусылармы, әллә үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, башҡаларҙы уйламаған халыҡмы?! Һәр хәлдә, һәр кем был тәбиғәт афәтенән һығымта яһар тип ышанғы килә.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Ысынлап та, район етәк­селәренәң оператив эшләүе, тиҙ арала барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүе сәбәпле, ҡар батшалығы Хәйбулла ерендә оҙаҡ хакимлыҡ итә алманы. Район биләмәһендәге юлдарҙы асыуға 80 берәмектән ашыу техника йәлеп ителә. Өс ай эсендә генә бер йыллыҡ норма ҡар яуа.
Үткән йыл ергә бер тамсы ла ямғыр төшмәгән Хәйбулланың ҡарға күмелеүенә шатланған кешеләр ҙә юҡ түгел. Нисәмә йыл ҡоролоҡтан интеккән фермерҙар быйыл йәнә игенселеккә тотонорға уйлай, ти ауыл хужалығы белгестәре. Райондың баш агрономы Зиннур Байбулатов әйтеүенсә, ҡар аҡрынлап иреп, ергә һеңһә, ысынлап та, игенсе өсөн оло бәхет булыр ине.

Ауылдар буйлап юл ярып...

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы, ти хәҡиҡәт. Ҡар тотҡононда ҡалған ауылдар йәшәйешен үҙ күҙебеҙ менән күреү теләге Яңы Ергән ауылына алып килде. Ауыл биләмәһе башлығы Хәйепйән Шәрипов менән урамдар буйлап үтәбеҙ. “Йәшәү юлы” тип аталған юл асылған былай. Төшөнкөлөккә бирелмәй яңы ергәндәр. Йорт ҡыйыҡтары менән типә-тиң ҡар һалыуын да, бахыр һәүкәштәренең кәртәлә тороп ҡалыуын йәки, киреһенсә, ҡар тауын төйәкләүен дә, урамдарҙың һаман булһа таҙартылып бөтмәүен дә тыныс, аңлап ҡабул итә.
Ауылдың Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуы, эргәнән Гай, Орск ҡалаларына оло юл үтеүе сәбәпле, буран көсәйгән ваҡытта улар оператив штаб төҙөргә мәжбүр булған. Тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул итеп, кәрәк саҡта ауылдың ир-егеттәренән торған команда юл ҡамауында ҡалған юлсыларҙы ҡотҡарырға сыҡҡан. Новотроицк ҡалаһынан булған ирҙе Мәрзиә Рәхмәтова үҙ йортона индергән. Рәүф Ильясовҡа ауылға йәйәү ҡайтырға тура килгән, йортона ҡар йырып саҡ ингән. Мунсаһына һалған юлы, әйтерһең дә, ҡаҙылған окопты хәтерләтә. “Тик бына һыйырҙар ғына йәл. Кәртә ҡар аҫтында ҡалды, малды тышҡа сығарып булмай. Ташып һыу эсерәм, бесән һалам. Үҙҙәре лә йонсоп китте”, – тип көйәләнә.
Яңы Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған Иләс ауылына әле саҡ юл ярыла, ундағы хәлдәр менән сәғәт һайын ауыл старостаһы Илфат Шәрипов таныштырып тора.
Урам буйлап йөрөгәндә Хәйепйән Мәхмүтйән улына ҡаршы осраған ауылдаштары үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итеп тә өлгөрҙө. Ә шәхси эшҡыуар Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың тракторы юлдарҙы киңәйтә, ҡар өйөмдәрен тигеҙләй ине.

Ҡар иреп,
һыу ташмаҫ, тимә


Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, ти халыҡ мәҡәле. Ҡар иреп, һыу ташырға ла һанаулы ғына көндәр ҡала. Төпкөл ауылдарға юл асып, тәбиғәт афәтенән күргән зыянды һанап та өлгөрмәүе ихтимал, хәйбуллалар йәнә һынау алдына тороп ҡалмаҫ, тимә. Сөнки шул тиклем ҡар аҡрынлап иремәһә, хәлдең ни тиклем көсөргәнешле булыры һәр кемгә лә аңлайышлы. Шуға күрә бөгөндән үк хәстәрлек күреү ҡамасауламаҫ. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит Хоҙай ҙа.
Хәйер, был юлы ла ойоштороу эше тейешенсә ҡуйылмаһа, ҡотҡарыусыларҙың, МЧС хеҙмәткәрҙәренең көсө етеңкерәмәһә, район етәкселеге яғынан бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙылмаһа (яғыулыҡ бүлеү, ваҡытлыса йәшәү урындарын, оператив төркөмдәр булдырыу һәм башҡалар) бәлә-ҡаза күберәк тә булыр ине. Һәр хәлдә, тәбиғәт яңылышыу йәки хаталаныуҙы ғәфү итмәүен онотмайыҡ. Ҡарҙан ҡалыр, әммә һыуҙан ҡалмауы бар.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872