Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тырыштарҙың юлы уң
Тырыштарҙың юлы уң …Рязань өлкәһендә барған Ҡышҡы полиатлон буйынса донъя чемпионатының иң ҡыҙған мәле. Беренселекте яулар өсөн Рәсәй, Ҡаҙағстан, Финляндия, Белоруссия, Эстония һәм башҡа илдәрҙән йыйылған спортсылар бар көсөнә тырыша. Әммә төрлө күнекмәләрҙе бергә туплаған был спорт төрөндә еңеү еңел бирелмәй шул: пневматик винтовканан атыуҙа ла, саңғыла биш километрға йүгереүҙә лә, көс гимнастикаһы күнекмәләрен башҡарыуҙа ла берҙәй күп мәрәй йыйырға тейешһең. Шуныһы ҡыуаныслы: был тәңгәлдә беҙҙекеләр һыр бирмәй. Пьедесталға артылыусылар араһында БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетының IV курс студенты, Салауат ҡалаһы ҡыҙы Илвира Байдәүләтова ла бар. Ул 21-23 йәшлек ҡыҙҙар араһында еңеү яуланы.

– 15 илдән килгән көслө спортсылар араһында берен­селеккә ынтылыу минең өсөн ҙур һынау ине. Шулай ҙа ныҡышмаллыҡ арҡаһында йырып сыға алдыҡ, тренерым Владимир Листуновҡа рәхмәт, – ти спортсы, тәьҫорат­тары менән уртаҡлашып. – Мәҫәлән, һулаҡай булараҡ, һәр саҡ винтовканы көйләргә тура килде, саңғы ярышында һуңғы көскә финишҡа килеп етеү мәлен дә онотаһы түгел, – тип ярыштың ҡайһы бер мәлдәрен тасуирлап үтте Илвира.
…VII-VIII кластарҙа уҡы­ғанда, балалыҡтан үҫмер­леккә күсеү­ҙәндер, күрәһең, бөтә өлкәлә лә уңышҡа өлгәшке килә, төрлө яҡлап үҙеңде һынап ҡарайһың. Илвираның спортҡа һөйөүе лә нәҡ шул йылдарҙа ярала. Башта Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Мария Огородникова уны еңел атлетика буйынса оҫталыҡҡа өйрәтә, һуңынан буласаҡ донъя чемпионы спорт залынан саңғы база­һына йүнәлә.
Полиатлон буйынса алтынсы йыл ғына шөғөлләнеүгә ҡарамаҫ­тан, әйтергә кәрәк, Илвира ҙур уңыштарға өлгәш­кән дә инде. Рәсәйҙең спорт мастеры исемен яулаған, 2014 йылда әлеге спорт төрө буйынса Рәсәй кубогына ярышта беренселекте алған, бөгөн инде донъя буйынса – иң юғары баҫҡыста!
– Үҙем өсөн генә шөғөл­ләнһәм дә, үкенмәҫ инем, сәләмәтле­гебеҙгә аҙыраҡ зарланыр өсөн күберәк физкультура менән дуҫлашырға кәрәк бит, – тип йылмая спортсы. Шул уҡ ваҡытта спорт һаулыҡты ғына нығытып ҡалмай, ә ныҡышмаллыҡ, ты­рыш­лыҡ, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләй. Мәҫәлән, Илвира полиатлон буйынса етди шө­ғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, уҡыуына ла илке-һалҡы ҡарамай. Улай ғына ла түгел, бер юлы ике юғары белем ала. Бына нисек үтә уның көнө: иртәнге сәғәт 6-ла тороп, Салауат ҡалаһынан Стәрле­тамаҡҡа лекцияға бара, ике йүнәлеш буйынса ла дәрестәр тамамланғас, кире Салауатҡа юллана ла күнекмәләргә ашыға. Өйөнә киске 9-ҙа ғына ҡайтып инә.
– Илвира яҡшы өлгәшеү­селәр рәтендә. Ярыштар мәлендә дәрес ҡалдырырға тура килеүгә ҡара­маҫтан, уҡыу программаһын тиҙ ҡыуып етә. Спорт буйынса ғына түгел, бөтә яҡлап өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Уның баш­ҡорт теленә булған һөйөүе лә һоҡландыра, фәндәрҙе етди өйрәнә, – тип ғорурлана студенты менән факультет деканы Зөһрә Сәләхова.
Әйткәндәй, спорт өлкә­һендә бындай ҙур ҡаҙаныш факультет тарихында тәүгеһе түгел. Көрәш буйынса шулай уҡ бихисап еңеүҙәр һәм дәрәжәләр эйәһе Илдар Моратов, Марат Зарипов, Айнур Хәлитов, Урал Ибәтуллин менән дә хаҡлы рәүештә ғорур­лана коллектив. Ҡул һуғышы буйынса Ғайса Ҡотошовҡа ла ҙур өмөттәр бағлайҙар.
…Тағы бер йылдан ҡыҙ уҡыу йортон тамамлай. Башҡорт теленән белем бирерме ул, тренер сифатында эшләрме, бәлки, үҙен башҡа өлкәлә һынармы – әйтеүе ҡыйын. Әммә бөгөн шуныһы асыҡ: киләсәктә ҡайҙа ғына тир түкмәһен, һәр саҡ чемпион булыр беҙҙең Илвира!







Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә