Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Юҡ” һүҙе тамыр йәймәһен
– Матбуғат баҫмаларына яҙылыу осоро башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит-журналды алдырырға аҡса етеңкерәмәй, шуға мәғлүмәтте уларҙың сайттарынан уҡыйым. Күптәр минең менән риза түгел...

Р. БИЛАЛОВ.
Йылайыр районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”­дәге тәүге аят-кәримә “Һине юҡ­тан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән мөрәжәғәттән башлана. Бойороҡ рәүе­шендә әйтелә был һөйләм. Ергә ғилем өйрәнеү, уны таратыу, киләһе быуындарға еткереү өсөн яратылған әҙәм балаһы камиллашыуҙан туҡтамаҫҡа бурыслы. “Башҡа нәмә биреү менән кәмей, ә белем уртаҡлашҡан һайын арта ғына бара, – тигән үҙенең мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Мосолман ғилемле, аҡыллы, зирәк булырға тейеш”.
Ә белем туплау юлдары ифрат күп. Шуларҙың береһе – гәзит-журналдарыбыҙ. Улар халыҡҡа ғилем биреп кенә ҡалмай, ә бер-береһе менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, фекерҙәштәр, яңы дуҫтар табыу мөмкинлеген дә тыуҙыра. Беҙҙең милли матбуғат баҫмалары элек-электән шундай сифатҡа эйә булды. Мәҫәлән, “Совет Башҡортостаны” гәзите төбәк халҡын бер юлдан алып барҙы, уртаҡ маҡсатта эшләргә өйрәтте. Төп баҫмабыҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөн дә ошо бурысын лайыҡлы үтәп, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә.
Милли гәзит-журналдарыбыҙ төбәгебеҙҙең һулышын сағылдыра, тарихнамәһен яҙа, әҙәм балаларына рух, иман, йәшәү дәрте, ғәйрәт бирә. Улар һәр мосолмандың тормошонда ышаныслы юлдаш булырға тейеш. Мәғлүм ки, һуңғы йылдарҙа баҫмаларыбыҙ бер аҙ ауырлыҡ кисерә. Ошондай һынылыш осоронда уларҙың яҙмы­шына битараф ҡалмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
“Гәзит-журнал алдырыу өсөн матди хәлем мөмкинлек бирмәй”, – тигән ҡәрҙәшебеҙ. Ярты йылға, мәҫәлән, “Башҡортостан”дың төп индексына яҙылыуға 1 500 һумға яҡын аҡса кәрәк. Был сумманы алты айға бүлгәндә, 250 һум килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта магазинға ингән һайын күпме аҡса бөтөрәбеҙ? Тәмәке тарт­ҡандар, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Эйе, “гәзит-журналға яҙылыуға аҡса юҡ” тигән һүҙҙәр һылтау ғына ул, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тормош көтөү бер ваҡытта ла еңел булмаған. Әле иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, донъябыҙ тыныс, ғаиләне ҡарау, кәсепселек менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре ҙур. Тырышлыҡ ҡына кәрәк. Шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙ артынан яҡты эҙ ҡал­дырыу, рухи ҡиммәттәренең бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләү бурысын онотмаҫҡа тейеш. Милләт, туған тел, ер кеүек иң изге төшөнсәләрҙе алға ҡуйған гәзит-журналдарыбыҙҙы алдырыуға, таратыуға һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерһен ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Ғөмүмән, “юҡ” – насар һүҙ ул, әйтһәң, тамырланып китергә генә тора. Мәҫәлән, өйләнер йәштәге егет: “Эш хаҡым аҙ. Әгәр өйләнһәм, ҡатынымды, унан балаларҙы ҡарарға тура киләсәк. Юҡ, үҙем өсөн йәшәйем әле”, – тиһә, ғүмерен яңғыҙ үткәреүе ихтимал. Был йәһәттән Ҡөрьәндә: “Өйләнегеҙ, өйләндерегеҙ. Фәҡир икәнһегеҙ, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе ярҙамынан айырмаҫ”, – тиелгән. Ошоға бәйле, аҡса юҡлыҡҡа һылтанһаҡ, “юҡ”ҡа барып терәлеүебеҙ ихтимал. Ә инде булғанына шөкөр итеп, матди килемде дөрөҫ тотонһаҡ, Раббыбыҙ тормошобоҙға бәрәкәтен юллар. Бала донъяға килгән һайын, ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле аҡса гәзит-журналға яҙылыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә