Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илен ташламаған башҡорт ғалимәһе
Илен ташламаған башҡорт ғалимәһе Төбәгебеҙ илһөйәр рухлы кешеләргә, тырыш, намыҫлы хеҙмәттәре менән донъя­ла дан алған яҡташтарыбыҙға бай. Шуларҙың береһе – ярты быуаттан ашыу ғүмерен фән өлкәһенә бағышлаған күре­некле ғалимә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, талантлы шағирә, педагог, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тә­биғи фәндәр академияһы академигы һәм почетлы ағзаһы, Акмеология фәндәре академияһының академигы һәм химия секцияһы рәйесе, Санкт-Петербург ғалимдары союзының ғилми советы ағза­һы, «Күп милләтле Санкт-Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Әлмира Талха ҡыҙы Бикҡо­лова (Ҡужаҡова). Уның ҡаҙа­ныштары һанап та бөтөрлөк түгел. Шулай уҡ Дан гале­реяһының «Рәсәйҙең иң яҡ­шы кешеләре» миҙалы һәм дипломы, Рәсәй Тәбиғи фән­дәр академияһының Почет билдәһе, күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әлмира Бикҡолова 1951 йыл­да Ырымбур педагогия институтының химия һәм био­логия факультетын ҡы­ҙыл дипломға та­мамлағас, Көйөргәҙе ра­йо­нының Мораптал мәктә­бен­дә һигеҙ йыл химия уҡы­тыу­сыһы була. Унан һуң Өфөләге 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатына күсә. Бында эшлә­гәндә бер нисә фән­ни мәҡәлә яҙа.
Артабан хеҙмәт урынын Баш­ҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм химия факультетында таба. 1965 йыл­да Ленинград университетында кандидатлыҡ дис­сер­тацияһын яҡлай һәм 14 йыл БДМИ-ның химия кафед­раһын етәкләй.
Мәскәү дәүләт универ­си­те­тында докторлыҡ дис­серта­цияһын яҡлағас, Санкт-Петербург ғилми-тикшеренеү институтына эшкә барырға тәҡдим итә­ләр. Бында ул, профессор булараҡ, иҫ киткес һөҙөм­тәле лекциялары менән студенттарҙың һөйө­үен яулай, «Органик булма­ған биохимия» дәреслеген тө­ҙөй. Әлмира Бикҡо­лова­ның ҡаҙаныштарын баһа­лап, Ха­лыҡ-ара фәндәр акаде­мия­һына эшкә саҡы­ралар. Уға академик ғил­ми дәрә­жәһе бирелә. Ғү­меренең һуңғы көндәренә тиклем Академияла химия секция­һы етәксеһе була.
Фән һәм уҡытыу эше ме­нән 61 йыл шөғөл­лән­гән ғали­мәнең 300 фән­ни хеҙмәте бар. Шулар­ҙың би­шәүһе АҠШ-та яҡлан­ған һәм шунда уҡ нәшер ителгән.
1999 йылда уҡыған лекцияларына нигеҙләнеп, биоэлементология буйынса китап әҙерләп сығара. Унда ул периодик систе­малағы 80 эле­менттың биологик ролен асып бирә. Шуға бәйле Мәс­кәү, Ырымбур медицина университеттарында биоэлементология кафедралары асылып, 2003 йылдан алып фарм-, сельхозэлементология лабораториялары эшләп килә.
2004 йылда ЮНЕСКО биоэлементология фәнен XXI быуат фәне тип атаны, «Trace Elements Institute for UNESCO» асылды. «Әл­ми­ра Бик­ҡолова был фәндең хәҙерге ваҡытта бик кәрәк­ле, тормошсан икәнлеген раҫланы», — тип хәбәр итте ЮНЕСКО.
2007 йылда яҡташы­быҙ­ҙың исеме «Бөтә донъя бөйөк ғалимдары энцик­лопедия­һы»на индерелде. Уның 30 ғил­ми моногра­фияһы, 20 фәнни хеҙмәтенә авторлыҡ та­ныт­маһы бар. Бөтә ғилми асыштары ла ғәмәлдә ҡул­ланылып, заман талаптарына ярашлы файҙа һәм уңыш килтерә.
1987 йылда Әлмира Бик­ҡолованы АҠШ-ҡа «Sig­ma-Aldrich» корпорацияһына эшкә са­ҡыралар. Әммә ул Рә­сәйҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйәсәген белдерә. Уның был илһөйәр аҙымы хәҙерге йәштәргә үрнәк булып тора, тиһәң дә бу­ла. Ул йыш ҡына респуб­ли­калағы экологик хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып, химия буйынса ҡайһы бер мәсьә­ләләрҙе хәл итеү өсөн «Өфөнефтехим», Мәләүез­дәге «Минудобрения» һ.б. сәнәғәт предприятиеларында фәнни эш алып бара.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуы­на 250 йыл тулыуға ба­ғышлап, тәрән йөкмәткеле бер нисә китап сығара. Шулай уҡ «Таңғы тамсылар», «Еңеү тураһында иҫтәлектәр» һәм башҡа исем­леләре донъя күрә. «Санкт-Петербургтағы башҡорттар» тигән китабында төньяҡ баш ҡала­лағы башҡорттарҙың өлгө­лө эштәре, яңы асыштары һүрәтләнә. «Аманат», «Дуҫ­лыҡ осҡондары», «Мөғ­жи­зәле химия» тигән китаптары нәшер ителә. Ул хатта балалар өсөн «Диңгеҙ сәскә­һе» исемле әҫәр яҙыр­ға ла ваҡыт тапты. Уның «Педагогикала профессионаллек һәм оҫталыҡ» әсбабы юғары һәм урта мәктәп уҡытыу­сы­лары өсөн бик файҙалы методик ҡулланма булып иҫәп­ләнә. Әҙәбиәт өлкә­һен­дә өлгәш­кән ошо уңыш­тарын юғары баһа­лап, Әлмира Бик­ҡоло­ваны Рәсәй Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.
Әлмира Талха ҡыҙы Санкт-Петербургта Баш­ҡорт милли-мәҙәни авто­номияһы төҙөй һәм уның рәйесе була. Төньяҡ баш ҡалабыҙҙа, Баш­ҡортос­тандан ситтә, башҡорт милли үҙенсәлеген, этник мәҙә­ниәтен, ғөрөф-ғәҙә­тен, телен үҫтереүҙә, һаҡлап алып ҡалыуҙа ҙур эш баш­ҡара.
Көйөргәҙе районы хаки­миә­те башлығы Әхәт Йәү­ҙәт улы Ҡотләхмәтовтың юллауы һәм уның тырыш­лығы арҡа­һында, 80 йә­шен бил­дәләгән көндә, 2009 йыл­дың 22 ок­тябрендә, Әлми­ра Талха ҡыҙына респуб­лика­ның дәүләт наг­рада­һы — Салауат Юлаев ордены тапшырыла. Шулай итеп, ғалимә хаҡлы рә­үеш­тә ватандашта­ры­ның хөрмә­тен яулай. Тыуған яҡтан алыҫта йәшәһә лә, һәр ваҡыт тығыҙ бәйлә­неш­тә булып, уның яҙмы­шына, төрлө үҙгәреш­тәр­гә, ауыр мәсьәләләргә битараф ҡалмай. Район­дың баш­ҡорт йәштәренең бер нисәүһенә Санкт-Петер­бург­ка аспи­ранту­раға уҡырға инергә ярҙам итә.
2004 йылдың 1 сен­тябрен­дә һигеҙ йыл эшлә­гән Яңы Мораптал мәктә­бенең яңы бинаһын асыу тантанаһына ла, ваҡыт табып, осрашыуға ҡайтты. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушы­лыуы­на 450 йыл тулыуға арнап, башҡорт, рус, украин, белорус, әрмән телдәрендә нәшер ителгән «Робағи­ҙар», шулай уҡ «Салауат Юлаев», «Башэлементология», «Педагогикала профессионаллек һәм оҫта­лыҡ» исемле китаптарын мәктәп китапхана­һына бүләк итте.
– Башҡортостанға ҡайт­ҡан һайын ыңғай үҙгәреш­тәрҙе күреп шатланып бөтә алмайым: яңы уҡыу йорттары, дауаханалар, мәҙә­ниәт усаҡтары, төрлө социаль-көнкүреш объекттары төҙөлә. Республикала йәшәгән күп мил­ләтле халыҡтарҙың мән­фәғәтен хәстәрләп, килә­сәк тормошон яҡшыртып алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән етәксе­ләребеҙгә сикһеҙ рәхмәт­лемен, – тине ул.
Хәҙер төньяҡ баш ҡа­ла­быҙҙа йәшәгән баш­ҡорт­тар үҙҙәрен яңғыҙ тоялыр. Улар­ҙың кәңәш­се­һе, ярҙам­сыһы, яҡлау­сы­һы, күре­некле шәхес, һоҡландырғыс әсә Әл­ми­ра Бикҡолова 2013 йыл­дың сентябрендә яҡты донъянан китеп барҙы. Һоҡ­ланғыс ил ҡыҙының изге рухы, илебеҙгә файҙа кил­тергән ҙур ғилми асыштары мәңгелек. Һис ике­лән­мә­йенсә, ул – беҙҙең Вата­ныбыҙ ғорурлығы, тип әйтергә була. Тимәк, яҡты иҫтәлеген мәңгеләш­тереү саралары ла күре­лер тигән өмөттә ҡалам.

Зарифа СӘЛТӘШЕВА,
хеҙмәт ветераны.




Район: Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә