Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылы һүҙ – йән аҙығы
Йылы һүҙ – йән аҙығы Туймазы районындағы Үрге Троицк психоневрология интернатының Йәрмәкәй бүлексәһе 2005 йылда асылған. Бында ауыр хәлдә ҡалған граждандар, инвалидтар һәм йәшәр мөйөшө булмаған кешеләр килә. Әле Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк райондарынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан һәм башҡа яҡтарҙан 24 кеше тәрбиәләнә.

– Тормошта төрлө осраҡтар була инде... Беҙгә туғандарына ла, ғәзиз балаларына ла кәрәкмәгән кешеләр йыш мө­рәжәғәт итә. Әлбиттә, бик үкенесле кү­ренеш, – ти бүлексә мө­дире Әнүәр Мәрүән улы Закиров. – Һәр кемгә йылы һүҙ табырға, гелән яҡшы мөнәсәбәттә булырға тыры­шабыҙ. “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тип бушҡа әйтмәй бит халыҡ мәҡәле.
Интернатта йәшәүселәргә бөтә уңай­лыҡтар тыуҙырылған, аш, ял, йыуыныу бүлмәләре бар. Телевизор ҡа­рар­ға, гәзит-журнал уҡырға була. Бинаның тирә-яғын аҡ ҡайындар, ғорур ҡарағайҙар уратып алған, шуға ла күптәр ваҡытын саф һауала үткәрергә ярата. Физик эш менән шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлек бар. Мәҫәлән, ир-егет хужалыҡ мәшә­ҡәттәренән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай: ҡыш ихласлап ҡар көрәйҙәр, йәй биләмәне дәртләнеп йөрөп сүп-сарҙан таҙар­талар. Ҡатын-ҡыҙ бүлмәләрҙе даими йыйыштырып тора. Күңел­һеҙләнеп ултырырға сәбәп юҡ тиерлек.
Бүлмәлә икешәр-өсәр кеше йәшәй. Ял көндәрендә күмәкләшеп райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, концерттарға йөрөйҙәр. Етәкселек билдәләүенсә, бында тәрбиәләнеү­селәр күптән инде “туғанлашып бөткән”.
Район хакимиәте етәкселеге интер­наттағыларҙың хәлен белешеп тора, кәрәк ваҡытта ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Яңы йыл байрамы булһынмы, Ватанды һаҡлаусылар йәки Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөмө, Ҡорбан йәки Ураҙа ғәйетеме – күстәнәс-бүләктәрен тотоп, ололар янына ашыға улар. Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла килеп, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен күреп китә. Йәрмәкәй район үҙәк дауаханаһының табиптарына, шәфҡәт туташтарына ла интернатта тәрбиәлә­неү­селәр сикһеҙ рәхмәтле.
– Көнөнә дүрт тапҡыр ашаталар, ризыҡтары һәйбәт, тәмле. Байрам көндәре айырыуса ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алына, сөнки байрам табынына махсус рәүештә бәлештәр, бишбармаҡ әҙерләнә, – ти интернат мөдире Әнүәр Закиров.
Ял көндәрендә район үҙәгенән шәхси эшҡыуар килеп, ололарҙы сифатлы һәм арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Кистәрен күптәр аш бүлмәһендә сәй ҡайнатып, тәмле­кәстәр менән тамаҡ ялғай.
“Беҙгә бында йәшәүе оҡшай. Шөкөр, хөрмәт итәләр, иғтибарлылар, бер генә үтенесебеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмай”, – тине ололар, интернат шарттары менән ҡыҙыҡһынғас.
Әлбиттә, тәрбиә йортона төрлө юл менән килеп эләгәләр. Фәнүз исемле уҙаман ҡасандыр Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан да тыуған яғында эшкә урынлашҡан. Ғаилә ҡороп, балалары тыуғас, бер осор “йәшел йылан” менән дуҫлашып алған ул. Шунлыҡтан тора-бара эшһеҙ ҡалған, ғаиләһе тарҡалған – ғәзиздәре уны өйөнән ҡыуып сығарған. Аҙаҡ үкенгән Фәнүз, әммә һуң инде. Урамда тороп ҡалғас, бе­рәҙәккә әйләнгән. Һалҡын ҡышта өшөп, аяғына һыуыҡ үткәргән, атлай ал­маҫлыҡ булған. Бәхетенә күрә, бер иптәше уны урамда осратып, ысын мәғәнәһендә үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған – Йәрмәкәй районындағы интернатҡа урынлаштырған. “Үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, ҡанлы һу­ғыштарҙы үтеп ҡайтҡан кешенең, “йәшел йылан” тоҙағына эләгеп, ошо хәлгә ҡалыуын әйт инде! Бында бер кемдең ғәйебе юҡ. Интернат етәксе­легенә оло рәхмәт, мине кеше иттеләр, хәмерҙе башҡаса ауыҙыма ла алмая­саҡмын”, – ти хәҙер Фәнүз.
Шуныһы ҡыуаныслы: бында һәр тәрбиәләнеүсенең хәлен аңлаған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ике шәфҡәт туташы көнө-төнө һаулыҡ һағында торһа, тәрбиәселәр ҙә иғтибарҙан өҙмәй.
Әлбиттә, интернатта ололарҙың көнитмеше яҡшы һәм күңелле кеүек, әммә барыбер үҙ ғаиләңдә, бала­ларың, туғандарың янында хәстәр­леккә солғанып йәшәүгә бер ни етмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә