Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр ҡайтһын ауылға!
Йәштәр ҡайтһын ауылға! “Байраҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙәге һаналған Усман-Ташлы ауылы үҙенең төҙөклөгө, матурлығы менән районда күптәргә өлгө булып тора. Бында эшкә бөтмөр, тырыш, булдыҡлы халыҡ йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә салына. Һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, тракторҙарҙы күреп, фекерҙең хаҡлығына йәнә бер тапҡыр инанаһың.

– Ысынлап та, кешеләр бик уңған, сәмсел бында, бер тиндән ун тин яһарға һәләтлеләр, – тине хужалыҡ директоры, Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре Марат Саҙриев, урындағы йәшәйеш менән ҡы­ҙыҡ­һынғас. – Ауылдыҡылар хә­ҙер үҙ йүнен күрә белә, бәғзе­ләре ҡала шарттарындағылай көн итә. Шуныһы ҡыуаныслы: бер кем дә “быныһы – хужа­лыҡтың эше, уныһы – шәхси иха­тамдыҡы” тип айырмай, намыҫлы эшләй. Эш хаҡы ваҡытында түләнә. Бәлки, шуға ла йәмғиәт төбәктә алдынғылар иҫәбендәлер. Эшһөйәр халыҡҡа гелән уңыш-ҡыуаныстар юлдаш инде ул.
“Байраҡ” хужалығы “500 ферма” республика маҡсатлы прог­рам­маһына ингән, шуға ярашлы иҫке һөтсөлөк фермалары заманса итеп үҙгәртелгәс, малсы­ларҙың эше күпкә еңеләйгән. Хәҙер хужалыҡта яңы һөт үткәр­гестәр, 1800 литр һөт һыйҙы­рышлы һыуытҡыстар, малдарға аҙыҡ биреү ҡорамалдары урынлаштырылған. Һауынсы­ларға элекке кеүек көйәнтәләп һөт, һыу ташырға кәрәкмәй. Малсыларға эштән бушаған ваҡытта ял бүлмәһендә сәй эсергә, телевизор ҡарап, гәзит-журнал уҡырға мөмкинлек бар.
Дәүләт программаһынан фай­ҙа­ланып, йәмғиәт ике “Беларусь” тракторы һәм башҡа ауыл хужа­лығы ҡорамалдары һатып алған. Бынан тыш, ҡара-сыбар тоҡомло 24 баш тана алып ҡайтҡандар.
Бөгөн хужалыҡта 400-гә яҡын баш һыйыр малы аҫрала, бы­ҙауҙар тыуа башлаған. Мал аҙы­ғына ҡытлыҡ юҡ, сөнки йәйҙән етерлек күләмдә туплағандар. Әле мул һөт осоро – көнөнә ике тапҡыр һауалар. Сифатлы про­дукцияға ихтыяж ҙур, Бәләбәй һөт комбинаты уны литрын 20 һум менән һатып ала. Табыш хужалыҡ ихтыяждары өсөн бик тә ярап ҡала.
– “500 ферма”ла ҡатнашыу ар­ҡаһында күп кенә проблемалар ыңғай хәл ителде. Республика Хөкүмәтенә рәхмәт! Заманса итеп үҙгәртелгән биналар килә­сәктә лә халыҡҡа хеҙмәт итәсәк әле, – ти Марат Мөҡәтдис улы. – Тик шуныһы үкенесле: ялт итеп торған фермаларҙа эшләргә кеше булмаясаҡ бер аҙҙан. Бөгөн дә пенсияға сыҡ­ҡандар урынына алмаш юҡ – йәш­тәрҙең күпселеге ауылды ташлап ҡалаға китә.
Шулай ҙа хужалыҡта бөгөн 40-тан ашыу кеше эшләй, күрше Иҫке Шах ауылынан килеүселәр ҙә бар. Йәйен-көҙөн иһә хеҙмәт ресурстары күпкә арта. Нисек кенә булмаһын, юғары квалификациялы белгестәрҙең юҡлы­ғы ҡайһы саҡ бәкәлгә һуға.
Шуныһы ла мөһим: “Байраҡ” мәктәп етәкселеге, ауыл Советы хакимиәте менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлектә. Шәхси ихатаһында мал тотоусылар хужалыҡтың яр­ҙамы менән бесән-һаламдан, мал аҙығынан өҙөлмәй.
– Ҡышлатыу осоро булһа ла, хужалыҡ эшсәндәре малсылыҡ менән генә шөғөлләнмәй, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тә алып бара. Оҫтаханаларҙа техника­ның торошо тикшерелә, уларға алмаш өлөштәр һатып алына. Орлоҡҡа, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ һиҙел­мәй, булған аҡса шунда китә, – ти йәмғиәт директоры. – Яҙғы баҫыу эштәренә бөгөндән әҙер­ләнмәһәң, һуң булыуы ихтимал, шуға ла һәр көндө файҙалы үткәрергә тырышабыҙ.
Ферма мөдире Венера Хөс­нөтдинова ла малсыларҙың эшенән ҡәнәғәт. Һәр кемдең маҡ­тауға лайыҡ булыуын билдәләне ул. Йәштәрҙең ауылды һайла­мауы ғына борсоулы уйҙарға һала икән. Һауынсылар Суфия Хөснуллина менән Зарифа Шә­фиғуллина ла, мөдирҙең һүҙен ҡеүәтләп: “Йәштәр килһә, бик теләп өйрәтер, ярҙамыбыҙҙан өҙмәҫ инек”, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Ҡайтығыҙ, йәштәр, ауылға! Бөгөн ауылда ла бына тигән итеп эшләргә, йәшәргә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә