Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡартлыҡ шатлыҡ түгелме?
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгелме? Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, ти халыҡ әйтеме. Хаҡ һүҙҙәр. Ауыр тормош юлы уҙған өлкән йәштәге яҡындарыбыҙҙың тормошона шаһитбыҙ. Әммә бөгөн мин үҙебеҙҙең, хатта ки беҙҙән дә йәшерәк быуындың ҡартлығын күҙаллағым килә.

Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмаҫһың... Әлдә халыҡтың тапҡыр һүҙе бар. Ипләп кенә, әммә аңыңа һеңдерерлек итеп әйтә ул. Шулай ҙа ҡартлыҡты шатланып ҡаршы алыусы юҡтыр, моғайын. Сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, йәше өлкәнәй­гәндәр үҙҙәренең йәмғиәткә кәрәкмәгән­леген ауыр кисерә.
Мәле еткәс, дәүләт ололарға пенсия түләй. Әлбиттә, хаҡлы ялда булып та эшләп йөрөгәндәр күп. Ләкин әле һүҙ аҡса етмәү тураһында түгел – уның ҡасан артыҡ булғаны бар?! Ғөмүмән, ундай эшләп йөрөгән кешегә еңелерәк тә үҙенең ошо хәлен кисереүе. Төрлө мәшәҡәт-хәстәрҙәр төшөнкөлөккә бирелергә, күңелһеҙ уйҙар солғанышына батырға мөмкинлек ҡалдырмай.
Кемдер балаларына, ейәндәренә бауыр баҫа – был да һәйбәт. Йәштәргә ауыр заман килде тип, сараһыҙҙан сабый тәрбиәләшкәндәр ҙә, бының менән үҙҙәре теләп булышҡан олатай-өләсәйҙәр ҙә бар. Әйтәләр бит: ололар балалары-ейәндәре миҫалында үҙҙәренең тормошҡа ашмаған хыялдарын ҡабатлай, тип.
Бәғзеләр, ниһайәт, иркенләп баҡса, ҡул, балта эшенә тотона. Еләк-емеш, сәскә үҫтереү, бәйләм бәйләү, сигеү, ағас-туҙҙан әйберҙәр яһау күңелде күтәрә. Был шөғөлдәр өҫтәмә табыш та була ала.
Байтаҡ аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр намаҙға баҫып, мәсеткә йөрөй башлай. Күңел тыныслығын сүрәләрҙә табалар, әлхәм­дүлилләһ!
Әммә пенсия йәше тулыу менән бөгөнгө донъяла юғалып, аптырап ҡалғандар ҙа байтаҡ. Уларҙы бит 50-60-тан һуң нисек йәшәргә берәү ҙә өйрәтмәне! Атай-әсәй беҙҙе сабый саҡтан балалыҡ, үҫмерлек, йәшлек йылдарына әҙерләй, өгөт-нәсихәт уҡый, кәңәш бирә. Шунан үҙебеҙ маҡсаттар ҡуя башлайбыҙ. Тәүҙә – мәктәптә уҡырға, унан һөнәри белем алырға... Эшкә урынлашырға... Өйләнергә, балалар үҫтерергә... Йортло булырға... Балаларҙы уҡытырға, ғаиләле итергә... Яҡшымы-насармы, уңышлымы-юҡмы – йәшәүҙе дауам итәбеҙ. Таң ата ла кис була тигәндәй, тормош алға тәгәрәй.
Һәм бер мәл өй ҙә төҙөлгән, ағас та ултыртылған, ул да үҫтерелгән... Барлыҡ ирешелгән уңыштарҙың төҫө тоноҡлана төшкән... Ә алда тотош йәшәлмәгән бер ғүмер. Эйе, боронғо кеүек, кеше ғүмере 40-50 йыл түгел хәҙер. Ни эшләргә? Йәнә үткәндәрҙе ҡабатларғамы? Тик был, ғәҙәттә, әҙәмгә ҡыуаныс килтермәй. Уға яңынан-яңы кисерештәр кәрәк. Яңылыҡҡа ынтылыу ғына киләсәк, үҫеш вәғәҙә итә. Ә был шул уҡ йәшлеккә кире ҡайтҡан кеүек. Бер аҙ икенсерәк йәшлеккә, әлбиттә. Әммә аҡыллы кеше ошо халәтенән дә йәм, тәм табып тағы оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк.
Эйе-эйе, хаҡлы ялдағы уртаса алғанда сирек быуат ваҡытты карауатта ятып, телевизор ҡарап ҡына үткәреү мәғәнәһеҙлек икәне аңлашыла. Сирек быуат... Күп бит ул! Шулай булғас, пенсия йәшендәге осорға ла пландар ҡороп, маҡсаттар билдәләп ҡуйырға булмаймы?! Мотлаҡ кәрәк!
Әйттең һүҙ, аҡсаң һәм һаулығың булһа ине, тиерһегеҙ. Тәүгеһе сәбәп түгел, күп аҡсаны ла әрәм-шәрәм итергә, аҙын да һаҡсыл тотонорға мөмкин. Сәләмәтлек торошо, әлбиттә, ҙур әһәмиәткә эйә. Дөрөҫ, әсәй-өләсәйҙәр, олатай-атайҙар баҫыу­ҙарҙа, заводтарҙа ауыр эштә һаулығын юғалтты. Һуғыш осоро балалары ла инеләр. Ә беҙҙең сәләмәтлегебеҙ хәҙер йышыраҡ экология торошо насарайыуы, дөрөҫ туҡланмау, тәмәке тартыу, араҡы эсеү, тик ултырыу, саф һауала булмау, ваҡытында дауаланмау арҡаһында ҡаҡшай түгелме? Ҡартлыҡта кәмендә сирек быуат буйы тулы ҡанлы тормошта йәшәй алмаҫыбыҙға үҙебеҙ ҙә ғәйепле.
Ә Хоҙай биргән бүләкте ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Ысынлап та, ваҡытты үткәрәм тип үлемде көтөп ултырып булмаҫ бит. Минең дә, иҫәнлек булһа, тормошҡа ашмаған хыялдарым бар. Һаман мотоцикл һатып алмағанмын... Аҡ ҡағыҙ битенә төшөрәһе тарихтарым да күп... Парапланда ла осоп ҡарамағанмын әле... Ә ниңә, ана, Американан Элеанор Каннингем 100 йәшлек юбилейын парашюттан һикереп билдәләгән, Бүрәт иленән 86 йәшлек Ангелина Воробьева Африкалағы 4 мең метр бейеклектә ятҡан Килиманджаро тауына үрмәләгән бит. Мәскәүҙә ете пенсионер “Олдушка” модель агентлығында шөғөлләнә. Үҙебеҙҙең яҡташтарҙан 75 йәшлек Валерий Солтанов боҙло һыуҙа сыныға, 70-те уҙған Сания Сәғитова “автостоп” ысулы менән донъя гиҙеп сәйәхәт итә.
Ҡартлығыма уй-хыялдар ҡорорға ваҡыт етте. Ә һеҙҙең?



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә