Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙар Иранға ла барып етмәксе
“Сибай быраулау реагенттары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ҙур үҫеш ҡеүәтенә эйә булған йәш предприятие. Ул 2014 йылдың декабрендә элекке Сибай һөт-консерва комбинаты майҙансығында асылған. Предприятиеның генераль директоры – Гарри Владимирович Акопян, ойоштороусыһы – Владимир Никифорович Степанов.

Завод быраулау иретмәләре өсөн майлы өҫтәмәләр, шыйы­ғайтыусы реагенттар, ингибитор­ҙар, полимер реагенттар, ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм кер йыуыу порошоктары компоненттары етештерә. Шулай уҡ Голландияла эшләнгән “Ангидро” маркалы өс киптергестә сит ойошмаларҙың шыйыҡ сеймалын эшкәртеү һәм алынған порошокты төрөү буйынса түләүле хеҙмәт тә күрһәтәләр бында. Ҡорамал сәғәтенә өс тоннаға тиклем дымды киптереү ҡеүәтенә эйә.
Былтыр предприятиеға тиҫтә­ләрсә миллион һум инвестиция һалынған. Әҙер продукция 25 килограмлыҡ полипропилен тоҡсайҙарҙа, 200 килограмлыҡ мискәләрҙә, 500-1000 кило­грамлыҡ “биг-бег”тарҙа автомобиль һәм тимер юл транспортында ташыла.
Голландияла һәм Германияла етештерелгән ҡорамалдар предприятиела баҙарҙа конкурент булырлыҡ тауар сығарыу мөм­кинлеген бирә. Әле бында айына 5 мең тонна продукция етеш­терелә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт һәм продукция төрҙәрен киңәйтеү буйынса даими эш алып барыла. Яҡшы йыһазландырылған лабораторияла белгестәр реагент­тарҙың техник-иҡтисади үҙенсә­лектәрен яҡшыртыу, баҙарҙа ихтыяж ҙур булған яңы төр продукция эҙләү менән мәшғүл.
Реагенттар етештереү менән бер рәттән предприятиены үҫте­реүҙең яңы йүнәлеше үҙләш­терелде. Хәҙер бында гидрата­цияланған натрий һәм калий силикаты порошогын да сығаралар. Һыуҙа тиҙ иреүсән порошок көнкүрештә лә, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында ла күпләп ҡулла­ныла. Тиҙҙән уны халыҡ ихтыяждары өсөн бәләкәй тоҡсайҙарға тултырыу линияһы сафҡа инәсәк. Был линия Рәсәйҙә натрий һәм калий силикаты порошогын аҙлап фасовкалау буйынса берҙән-бер предприятие буласаҡ. Завод продукцияһы һалҡындан ҡурҡмай, ташыу йәһәтенән дә, келәттә һаҡлау яғынан да ҡулай.
Предприятие етештергән реагент­тарҙың юғары техник күрһәткестәре Яңы Уренгой, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан ятҡылыҡтарындағы быраулау ҡулайламаларында ла тейешле баһаһын алды.
Әйткәндәй, барлыҡ продук­цияға рөхсәт һәм норматив-техник документтар: яраҡлылыҡ, ҡул­ланыу сертификаттары, хәүеф­һеҙлек паспорты, техник шарттар бар. Предприятие физика-химия һәм микробиология лабора­торияһы менән тәьмин ителгән. Ул сеймалға контроллек итеү, етештерелгән тауарҙың сифатын күҙәтеү менән шөғөлләнә.
Былтыр декабрҙә “Геопан” полимер реагентының һынау партияһы сығарылды. Ул быраулау иретмәләрендә һыу миҡдарын кәметеү, иретмәләрҙең сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Әле реагент өлгөһө лабораторияла экспертиза үтә. Ҡулай техник үҙенсәлектәргә эйә булған осраҡта уны ҙур күләмдә етештереү күҙаллана.
Сибай заводының продук­цияһы Ырымбур өлкәһендәге, Ямал-Ненец автономиялы округындағы (Яңы Уренгой ҡалаһы), Татарстандағы нефть компанияларына, шулай уҡ Төркмәнстанға һәм Ҡаҙағстанға оҙатыла. Тауар экспортын арттырыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарыла. Киләсәктә Иран, Азербайжан, Вьетнам менән бәйләнеш булдырыу күҙаллана.
“Сибай быраулау реагенттары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ әҙер. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт: 453830, Сибай ҡалаһы, Көнсығыш шоссе урамы, 1/5, электрон почта: szbr-cs@yandex.ru, телефон: (34775) 2-38-49.




Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә