Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Зыяраттағы мәжлес
Зыяраттағы мәжлесАуыл өҫтөнә йылы нурҙарын бөркөп, тағы ҡояш ҡалҡты. Иҫ китмәле йәйге матур көн тыуҙы. Тирә-йүнгә береһенән-береһе уҙҙырып һайрашҡан ҡоштар моңо түгелде. Йәйҙең бындай миҙгелендә ауыл халҡына ҡайҙа инде йоҡо һимертеп ятыу! Улар күптән аяҡ өҫтөндә. Әллә нисә һыйырҙың еленен тартып, уларҙы көтөүгә оҙатып, унан һөтөн эш иткәнсе генә апаруҡ ваҡыт кәрәк. Тауыҡтары ҡытҡылдап, ҡаҙҙары ҡаңғылдашып ашарға һорап йөрөй. Әҙәмсә донъя көтәйем, балалар үҫтерәйем тип йәшәүселәр өсөн ҡырҡҡа ярылырҙай ваҡыт шул.
Тик Ҡасимда ғына бындай хәсрәттең остоғо ла юҡ, ауыл ерендә таң һирпелгән ваҡытта ғына күҙәтелә торған илаһи хозурлыҡты күрерлек тә, аңларлыҡ та хәлдә түгел. Башы емерелеп килеп ауырта уның, үҙе дер ҡалтырай. Йоҡоһонан уянғас, “мин ҡайҙа ятам” тигән уй үтте башынан. Тирә-яғында буш банкалар, шешәләр, тағы әллә ниндәй сепрәк киҫәктәре. Атаҡ, әллә ҡайтып етә алмай сүплектә тәгәрәгән инде? Ир йыбанып ҡына күҙҙәрен асып, тирә-йүнгә ҡараш ташланы. Күҙ алдындағы томан бер аҙ таралғас, ҡутарылып бөткән шифоньерҙы, иҙәндә түңкәрелеп ятҡан һыуытҡысты шәйләне. “Әй, иҫәр баш, үҙенең өйөндә ята ла, кисә иҙән уртаһында тәгәрәгән”.
Кисә бигерәк ныҡ байрам ителгән шул. Эх, нисек әҙәм рәүешенә инергә? Берәй йөҙ, юҡ, ике йөҙ грамм ғына табылғанда, һин дә мин булыр ҙа китер ине. Тик ҡайҙан табаһың? Магазинда бер тинһеҙ кешегә боролоп та ҡарамаясаҡтар. Күрше Сәлихә инәйҙә барҙыр ҙа инде, әммә уға былай ҙа бурыслы. Теге ваҡыт ҡына бесәнеңде килтереп бирермен тип ай-вайына ҡуймай бер яртыһын алып киткәйне. Шунан бирле айнығаны юҡ. Хәҙер тағы ла инһәң, бөттө баш. Ишетмәгәнеңде ишеттереп сығарасаҡ. Ник тыуғаныңа үкенерһең!
Тамағы кипкән Ҡасим түрьяҡта ултырған биҙрәне асып ҡарағайны ла, ҡайҙа инде унда һыу! Асыуынан ир биҙрәне тибеп осорғайны, уныһы шалтыр-шолтор әллә ҡайҙа барып ятты. “Сәмәйгә алмаштырырлыҡ берәй нәмә юҡмы икән?” тип өйҙө ҡараштыра башлағайны, имен генә бер нәмә лә күҙенә салынманы. Барлыҡ әйберҙең һатырҙайын һатып, ҡыйратырҙайын ҡырып бөткәйне шул. Хатта мейесенең йүшкәһен, плитәһен дә теге ваҡыт бер яртыға алмаштырып киткәйне. Хәҙер ул йәшәгән өй ташландыҡ һарайҙы хәтерләтә, түшәк-юрғаны ҡарағыһыҙ булып ҡайыш кеүек кейеҙләнеп ҡатҡан, иҙәндә бер иле батҡаҡ, имен һауыт-һаба ла юҡ.
...Ҡасим инде иллене уҙып та һаман яңғыҙы көн итеп ятҡан ир ишараты. Үҙе кеүек ауыҙы араҡы тип шапылдап торған бисәләр менән йәшәп маташты. Береһе менән дә никах-фәлән уҡытып торманылар. Ысын булһа, бахыр әсәһе:
— Теләһә ҡайҙан килеп ингән берәҙәкте йәшәтәһе башым юҡ, — тип ҡаршы булып та ҡараған, имеш, әммә улы:
— Өнөң генә сығып ҡараһын бына, башыңды йыуынты биҙрәһенә тығам, — тигән, ти. Тәүгеһен район үҙәгенән ҡайтып килгәндә юлда осратҡан, тинеләр. Уныһының балалар йортонда ташлап киткән ике сабыйы бар тигән хәбәре лә ишетелде. Әммә оҙаҡ йәшәй алманылар. Күрше ауылға китеп барғанда юлда бахмурҙан үлеп ятҡан. Унан һуң күп тә үтмәй Ҡырмыҫҡалы яғынан, оҫталыҡ эшендә йөрөгән еренән, кемделер эйәртеп ҡайтты. Уныһы менән дә бар белгән кәсебе, йәғни эске хаҡына, ҡушарлашып эшкә йөрөү булды. Был бисәһе лә, һаман шул эскенән инде, кинәт кенә үлеп ҡалды.
Юҡ, Ҡасимды былай булдыҡһыҙ кеше тип әйтеп булмай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мейесен дә сығара белә, бураһын да бурай. Айырыуса йәй көндәрендә, бесән мәлендә, баҙары ҙур уның. Машина менән алып китәләр, килтереп ҡуялар. Хатта күрше-тирә ауылдарҙан да эҙләп киләләр. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, өҫтөндәге кейеме ҡарағыһыҙ булып ҡатып бөткән, әллә ҡайҙан насар еҫе танауҙы йыртып килгән был ирҙе башҡа ваҡытта урап уҙған, хатта ҡул биреүҙе түбәнселек һанаған кешеләр ҙә бындай мәлдә Ҡасим да Ҡасим тип өҙөлөп тора.
— Ағай, өйҙө генә ыштыкатурить итеп бир әле.
— Ҡустым, көнө барҙа бесәнде генә өҙөп ҡуйырға кәрәк.
— Ярай, ярай...
Эшкә әрһеҙ, хәйлә белмәҫ ир айыу кеүек емертеп эшләй. Бары ашап-эсеү хаҡына тип әйтерлек йөрөгән кеше һәр кемгә ҡулай шул. Күптәр уға тейешле хаҡын биреп тә тормай. Берәүҙәре ҡаланан балалары моданан сыҡҡан тип ҡайтарып ташлаған кейемдәрҙе тоттора. Кемеһелер, аҡсаһын аҙағыраҡ бирәм тип, ымһындырып йөрөтә лә шуның менән вәссәләм. Алдауға ҡорола барған, ҡомһоҙлоҡ сәскә атҡан ваҡытта уның ишеләр иң ҡулай кеше шул.
Ата-әсәһе менән йәшәгәндә былай яфаланмай ине Ҡасим. Өҫтәл тулы ризыҡ. Эсер өсөн аҡса ла кәрәкмәй. Башҡалар өйҙә булмағанда, баҙҙан йәһәт кенә бер-ике биҙрә бәрәңге төшөп ала ла күрше Әхмәттәргә йүгерә. Ә унда сәмәйҙең, одеколон кеүек нәмәләрҙең бөткәне лә юҡ. Ауылдың барлыҡ алкаштары иң һуңғы өмөтөн шунда бағлап килә. Кемеһелер ҡултығындағы тауыҡты бер яртыға алмаштыра, икенсеһе ҡаҙ күтәреп килә... Улар береһен дә буш ҡул менән сығармай.
Хәйер, ауылда тамаҡ төбөн уйлап ҡына тороусыларҙан бер ул ғына түгел. Эсеп, кәйеф-сафа ҡороуҙан башҡаны белмәгән бер нисә ҡатын да бар. Уларға донъя ни ҙә балалар ни. Ҡайһылары яҙын бәрәңге ултырта ла оҙон йәй буйы баҡсаһына сығып та ҡарамай. Шунан йөрөйҙәр өй беренсә теләнселәп, кемдән бәрәңге, кемдән кишер һорап. Ә бит бында, ялҡауланмаһаң, әҙәмсә йәшәү өсөн барыһы ла бар. Уңғандар ишле мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Хатта йылы тура килгәндә ҡутара бал алып, сереп байыусылар ҙа бар.
Ҡасимдың атаһы ул бәләкәй саҡта уҡ үлгәйне. Бер йыл элек ҡапыл гүр эйәһе булып ҡалған әсәһенең әле йәшәрлеге бар ине.
Ул көндө һандығында хәйерлеккә тип йыйнаған әйберҙәренең шаҡтайының юҡҡа сығыуын һиҙеп ҡалған әсә асырғанып улына аҙарынды.
— Оятһыҙ, ҡайҙа итеп бөттөң әйберҙәремде? Был тиклем дә туймаҫ тамаҡ булырһың икән! Ни ҡулың менән йоғондоң, ә?
Кемдәлер өмәлә булып, ауыҙы ҡыҙып алған ир көрәктәй йоҙроҡтары менән әсәһенә килеп йәбешмәһенме!
— Ҡарт убыр, әле телең сығамы, үлтерәм мин һине! Күҙемә күренмә! — Улы йәшелле-күкле тауыштар менән донъя ярып ҡысҡырҙы, күҙҙәренән йәшен йәшнәгәндәге кеүек зәһәр осҡондар сәсрәне. Ҡото осҡан әсә, иҫерек улы инде күкрәгенән матҡып алам тигәндә, янтайып ысҡынып китте лә мейес артынан саҡ сығып ҡасты. Шулай ҙа Ҡасим әсәнең арт яғына шап итеп тибеп ҡалырға өлгөрҙө, унан плитә янындағы кәстрүлде эләктереп алып елгәрҙе.
(Аҙағы бар).
Венер Исхаҡов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Сентябрҙән хеҙмәткәргә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған әсәйҙәргә һынау ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2019-2024 йылдарҙа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» ......

Тотош уҡырға 1

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан яҙғы ташҡын буйынса ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды 10.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды...

Тотош уҡырға 0

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә 09.04.2026 // Йәмғиәт

Белорет районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын бойомға ашырыу барышында Өфө — Инйәр — ......

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр 09.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...

Тотош уҡырға 0

Өфө парктарында талпандарға ҡаршы көрәш башлана

Өфө парктарында талпандарға ҡаршы көрәш башлана 09.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө парктары һәм скверҙары талпандан эшкәртелә, тип хәбәр иттеләр мэрияла....

Тотош уҡырға 2

Республикала «Атай ҡаһарманлығы» премияһына ғаризалар ҡабул ителә

Республикала «Атай ҡаһарманлығы» премияһына ғаризалар ҡабул ителә 09.04.2026 // Йәмғиәт

8 апрелдән «Атай ҡаһарманлығы-2026» республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был хаҡта ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың дикторҙары билдәле булды

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың дикторҙары билдәле булды 09.04.2026 // Йәмғиәт

Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә үткәрелә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы

Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы 08.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың орлоҡсолоҡ предприятиелары ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспортын ике ......

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә