Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алға китеш булһын өсөн
Алға китеш булһын өсөн “Алға китеш булһын өсөн берҙәм идеяға ынтылырға кәрәк. Ул биләмәләрҙе үҫтереүгә, иҡтисадта яңы алымдар ҡулланыуға һәм халыҡ тормошон яҡшыртыуға арналырға тейеш. Бюджет сығымдарын да урындағы власть органдары үҙҙәре хәл итергә хоҡуҡлы. Сөнки райондарҙа аҡса талап иткән мәсьәләләрҙе яҡшыраҡ беләләр...” Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы семинарҙағы сығышы был юлы ҡоро һандарға, ыңғай һәм кире күрһәткестәргә, тонна-саҡрымдарға түгел, ә ысынбарлыҡҡа ҡоролғайны. Бәлки, урыны менән фәлсәфә лә булғандыр. Уның ҡарауы, Башлыҡ һәр нәмәне үҙ исеме менән атаны.

— Беҙ башта үҙ башыбыҙҙа нимәләр ҡайнағанын асыҡларға тейешбеҙ. Кемлегебеҙ, ниндәй яуаплы­лыҡ йөкмәтелгәнен һәм нимәләр талап ителгәнлеген төшөнмәй тороп һөҙөмтәле эш күрһәтеү мөмкин түгел. Етәксе­ләр­ҙә баҙар шарттарында фекерләү ҡеүәһе, йүнселлек, алып-һатыу таҫыллығы юҡ. Район башлыҡтарының 70-80 проценты ғына хәҙерге заман талаптарына яраҡлашҡан һәм һөҙөмтәле эш алымдары ҡуллана, — тине Рөстәм Зәки улы.
Республика етәксеһе билдә­ләүенсә, төп күрһәт­кестәр буйынса — етештереү, сәнәғәт, аграр өлкә — беҙ илдә тәүге унау исем­легенә инәбеҙ. Әммә йән башынан сығып фекер йөрөткәндә, һандар күпкә түбәнерәк — 30-50-се урындар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 10-15 йыл эсендә республика прогрессив үҫешкә өлгәшә алмаған, иҡтисад тармағында ла проблеманы йырып сығыу күҙәтелмәй.
— Сәнәғәт үҫешендә әле булһа лидерҙар иҫәбенә инә алмайбыҙ. Беҙҙә заманса идара итеү фор­маһы юҡ. Индустриаль парктар­ҙың булмауы үҙен һиҙҙерә. Ирекле иҡтисад зонаһын ойоштороу ҙа — заман талабы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта ауыл хужалығы үҫешендә лә үҙебеҙҙе алдын­ғылар рәтенә ҡуя алмайбыҙ әле. Белгород өлкәһе, мәҫәлән. Был, дөрөҫөн әйткәндә, юҡтан “супер” аграр-сәнәғәт төбәге барлыҡҡа килеүҙең асыҡ бер миҫалы. Йәки Калуга өлкәһен алып ҡарайыҡ. Улар Ленинград өлкәһе менән берлектә үҙҙәрендә автомобиль сәнәғәтен үҫтереүгә өлгәште. Бер нәмә лә юҡ ине — хәҙер яңы тармаҡ барлыҡҡа килде. Йәки Татарстан. Күршеләр, “Алабуға” база­һында ирекле иҡтисад зонаһын ойоштороп, бөгөнгө көндә башланғысты ярайһы уҡ уңышлы үҫтерә. Ә беҙҙә былар­ҙың береһе лә юҡ, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов демография мәсьәләһенә лә айырым туҡ­тал­ды. Бынан 20-30 йыл элек 30-40 мең халҡы булған муниципалитеттар бөгөн шул күрһәткестәрҙең яртыһын да тәьмин итмәй. Был нимәгә бәйле? Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, урбанизацияға асылда эшһеҙлек сәбәпсе. Әммә республика етәксеһе инвесторҙар менән әүҙемерәк эшләү зарурлығын бер бөгөн генә һөйләмәй ҙәбаһа!
— Беҙҙә һаман баҙар шарттарында фекерләү ҡеүәһе үҫешмә­гән. Миҫал өсөн күрше Татарстан Республикаһын ғына алып ҡарайыҡ. Унда 100-150 йыл элек үк буржуаз йәмғиәт формалаш­ҡан: сауҙагәрҙәр, сәнәғәт, университет, тимер юл һ.б. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында баҙар иҡтисады яңынан тергеҙелә башлағас, улар ген кимәлендә быларҙың барыһын да хәтергә төшөрөп, баҙар мөнәсәбәттәрен көйләй башланы. Ә беҙҙә, кире­һенсә, күрәләтә бәләкәй эшҡы­уарлыҡ менән көрәштек, ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡорҙоҡ, иҫке алымдарҙы яҡланыҡ. Һөҙөмтәлә бер нәмә лә килеп сыҡманы. Сәнәғәт тә, ауыл да беҙҙә әле булһа “күсмә” хәлдә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Республика етәксеһе урындағы халыҡтың алып-һатыуҙы ла һүл­пән үҙләштереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Беҙ үҙ тауарыбыҙҙы һата белмәйбеҙ. Беҙгә баҙар шарттарында эшләргә өйрәнергә ваҡыт, — тине ул.
Ысынлап та, Башҡортостанда Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренең, Пермь крайы, Татарстан, Удмурт республика­лары­ның предприятиелары сафҡа ингәндә, беҙҙекеләр сит өлкәләрҙе яуларға ынтылып бармай. Беҙ хатта башҡорт балын һатыуҙы ла үҙ ағымына ҡуябыҙ түгелме ни?
Заман саҡырыуына әҙер тү­гелбеҙ... Шулай ҙа район һәм ҡала башлыҡтары менән Рөстәм Хәмитов ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
— Муниципаль берәмек баш­лыҡтарының күпселеге яңыртыл­ды. Әммә оҙаҡ эшләгән етәкселәр бер аҙ пессимистик ҡарашта. Башлыҡтарға ни ҡәҙәр оло яуап­лылыҡ йөкмәтелгәнен оноторға ярамай, — тине ул.
Яуаплылыҡ тигәндәй, республика етәксеһе хакимиәт башлыҡ­тарына халыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға саҡырҙы — эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу, административ кәртәләрҙе кәме­теү, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәргә теләк­тәшлек күрһәтеү.
— Был осраҡта эшләргә телә­гән кешенең паспортына ҡарау, уның ниндәй партия ағзаһы булыуын, ҡайһы идеологияны яҡлауын асыҡларға бөтөнләй кәрәкмәй. Иң мөһиме — эшләһен, эш урындары булдырһын. Низағ­ҡа юл ҡуймағыҙ. Минеңсә, кеше менән һүҙгә килешеү — идара итеү системаһындағы иң хаталы аҙым. Конфликтҡа урын бар икән, тимәк, емерелеүҙе көт тә тор, — тине Рөстәм Зәки улы.
Яуаплылыҡ ҡына түгел, баш­лыҡтарға киләсәктә йөкләмәләр ҙә артырға тейеш. Рөстәм Хә­митов муниципаль берәмектәргә мөмкин тиклем үҙаллылыҡ биреү яҡлы. Киләсәктә партисипатор бюд­жет, йәғни халыҡ ҡатнаш­лығында файҙаланылған ҡаҙна, тураһында һүҙ йөрөтөлә.
Фәлсәфәүи йүнәлештә сығыш яһаһа ла, төбәк башлығы социаль-иҡтисади йәшәйештең бар тармаҡтарына ла ҡағылды. Һау­лыҡ һаҡлауҙы ғына алайыҡ. Бөгөн был өлкәгә ҡаҙнанан — 33 миллиард, ә медицина страховка фондынан 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Иҫ киткес ҙур сумма. Әммә шул уҡ ваҡытта тармаҡтағы өҙөклөктәргә, табиптарға ҡабул итеүгә эләгеп булмауына, койка-урындарҙың етешмәүенә ҡағы­лышлы ялыуҙарҙың һаны артҡандан-арта.
— Тимәк, ҡайҙалыр эшләп ет­кермәйбеҙ. Заманса ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алабыҙ... Әммә үлем осраҡтары кәмемәй. Бәлки, беҙҙә бер ерҙә самаһыҙ аҡса ағылып, икенсе урында кешеләрҙе ябай аспирин менән дауаларға мәжбүрҙәрҙер... Бөгөн ҡайһы берәүҙәр, 1960 йылдарҙағы “аспирин медицинаһы” 2010 йыл­дың “томография медици­наһы­нан” күпкә ҡайтышыраҡ ине, ти. Мәғариф тармағы... Шул уҡ хәл. Инфраструктура... Бындағы етешһеҙлектәр хаҡында һөйләп тороу ҙа урынһыҙ. Эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Семинар эшлекле шарттарҙа үтте. Йыйында шулай уҡ муниципалитеттар менән дәүләт власы араһындағы хеҙмәттәшлек, кадр­ҙар сәйәсәте, урындарҙа мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Ғөмүмән, муниципалитет баш­лыҡтарын уҡытыуҙың ошо ысулына килгәндә, тормош бының кәрәклеген раҫлай, сөнки яңы ҡыҙыҡлы идеялар, тәҡдимдәр барлыҡҡа килә. Ә етәкселәргә халыҡ менән эшләү, уларға яҡыныраҡ булыу тураһында уҡытып ҡына өйрәтеп буламы икән? Уныһы инде — икенсе мәсьәлә. Иң мөһиме — алға китеш булһын өсөн берҙәм идея бар.



Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла 25.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла...

Тотош уҡырға 1

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған 25.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған...

Тотош уҡырға 1

Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә 24.03.2026 // Йәмғиәт

27 марттан 31-нә тиклем республикала көндәрҙең йылыныуы фаразлана....

Тотош уҡырға 0

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән 24.03.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған 24.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған...

Тотош уҡырға 1

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы 24.03.2026 // Йәмғиәт

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала 24.03.2026 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 2

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә