Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дауыллы йылдарҙа сыныҡҡан батырлыҡ
Дауыллы йылдарҙа сыныҡҡан батырлыҡ Күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың тыуыуына – 125 йыл
Башҡортостандың ҡаһарман улдары һәм ғәскәр башлыҡтары – данлыҡлы Алдар батыр Иҫәкәев, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә һымаҡ легендар шәхестәребеҙҙең береһе, атаҡлы полководец, граждандар һуғышы геройы, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың исеме башҡорт халҡының йөрәгендә мәңгелеккә урын алған. Уның ғүмер юлы – халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡ мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө. Милләтебеҙҙең XX быуат тарихында уны еңелеү белмәҫ халыҡ полководецы, яңы дәүерҙең Салауаты тип атарға хаҡлыбыҙ.

Төңөлөүгә килтергән инаныуҙар

Муса Лут улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) өйәҙе Күбәләк-Тиләү олоҫоноң (хәҙерге Учалы районы) Көсөк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡайһы бер документтарҙан күренеүенсә, Муса Мортазиндың атаһының тулы исеме Лотфулла булырға тейеш. Әммә ул үҙе ҡыҫҡартып Муса Лут улы тип йөрөткән, 1937 йылда үҙ ҡулы менән яҙған анкетаға ла атаһының исеме шул формала кергән.
1911 йылға тиклем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Шул уҡ ваҡытта 16 йәшенән алып 1912 йылда батша армияһына алынғанға ҡәҙәр байыраҡ ауылдаштарының береһендә батраклыҡта йөрөгәнлеге лә билдәле. Тимәк, көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡып, йылдың башҡа миҙгелдәрендә уҡыуҙан бушағас, эшләп, ғаиләлә бер таяныс булырға тура килгәндер. Сөнки, ул үҙе яҙғанса, 1908 йылда атаһы кулактар тарафынан үлтерелә, ә мөлкәте түләнмәгән һалымы өсөн һатыла. “Минең бөтөн тормошом ауыр батрак һәм ҡара эшсе тормошо булып үтте. Ялсы инем, урман ҡырҡтым, шахталарҙа эшләнем”, – тип яҙа ул 1930 йылдың 13 авгусында “Красная Звезда” гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә.
1912 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алынып, ике йыл буйына Алыҫ Көнсығышта уҡсылар артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. Тәүге йылда өйрәнсектәр командаһында уҡып, бомбардир исемен ала.
1914 йылдың сентябренән 1917 йылдың майына тиклем фронтта йөрөй, кесе фейерверкер итеп үрләтелә. 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң, үҙе әйткәнсә, “төрлө съездарҙа ҡатнаша, һәр ваҡыт “һул” өлөштә була”. Был “төрлө съездар” тигәндә, әлбиттә, 1917 йылдың май-июнь айҙарында Рәсәйҙә әүҙемләшеп киткән дөйөм мосолман һәм милли хәрәкәттәрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Муса Мортазин, мәҫәлән, 1917 йылдың май айында Мәскәүҙә, 1917 йылдың аҙағында – 1918 йылдың башында Ҡазанда Беренсе һәм Икенсе Бөтә Рәсәй мосолмандар съездарында, 1917 йылдың июль, август, декабрь айҙарында Ырымбурҙа, Өфөлә һәм йәнә Ырымбурҙа булып үткән башҡорт ҡоролтайҙарының өсөһөндә лә ҡатнаша. Бер ыңғайҙан, тарихи дөрөҫлөк хаҡына, шуны ла билдәләп үтергә керәк: Муса Мортазин башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә, халыҡтың иҙелгән ҡатламдары араһынан сыҡҡан эшмәкәр булараҡ, асылда “һул көстәр” яғында булып, баштан уҡ совет платформаһына инанғанлыҡ менән Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың азатлығы өсөн көрәш юлына баҫа.
Әммә нәҡ бына шул инаныуҙары күп тапҡыр уны төңөлөүҙәргә килтерә. Өмөттәрҙең аҡланмауы күңел ғазаптары тыуҙыра, ниһайәт, аҙаҡ үҙе үк хәләл көсө менән ҡатнашып, яулап алынған шул уҡ властың ҡорбанына әйләнә. Революция һәм граждандар һуғышы осоронда, 20-30-сы йылдарҙа бик күп тарихи шәхестәребеҙҙең башынан үтә был фажиғәләр.

Ике ут араһында

1918 йылдың мартында, Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғас, Муса Мортазин Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советына ағза итеп алына, тыуған яғына ҡайтып, Верхнеурал өйәҙенең Тамъян-Ҡатай төбәгендә милиция органдары, ауыл һәм олоҫ Советтары ойоштора. 1918 йылдың апреленән авгусына тиклем башҡорт партизан отрядына етәкселек итеп, атаман Дутов һәм Анненковҡа ҡаршы һуғыша. Башҡорт милли ғәскәрендә эскадрон командиры, полк командиры сифатында ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыштарҙа ҙур ҡыйыулыҡтар күрһәтә. “1918 йылдың ноябренән 1919 йылдың февраленә тиклем, – тип яҙа ул үҙе, – Башҡорт кавалерия полкының башында тор­ған хәлдә Баймаҡ, Түбә руднигы, Таһир, Нурғәле, Шаҙығай ауылдары тирәһендә Дутовтың каратель отрядтарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаштым”.
Ошо дәүерҙә Муса Мортазин үҙе етәкселек иткән Башҡорт кавалерия полкының һәм башҡорт частарының Советтар яғына сығыуын тиҙләтеү өсөн эш алып бара. Әммә, ит изгелек – көт яуызлыҡ тигәндәй, 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәтенең Үҙәк Совет власы менән килешеү төҙөп, ҡыҙылдар яғына сығырға тигән ҡарарға килеүен күпселек ҡыҙыл командирҙар башҡорт ғәскәрҙәрен ҡоралһыҙландырыу, халыҡты мыҫҡыл итеү, һалдаттарҙы, тыныс кешеләрҙе атыу, ғөмүмән, башҡорт милләтенә ҡарата геноцид үткәреү өсөн файҙалана башлайҙар. Нәҡ шул көндәрҙә, 1919 йылдың 28 февралендә, Йылайырҙа урыҫ шовинистары, урыҫ частары хәрбиҙәре күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич һәм талантлы йәш шағир Нурислам Иркәбаевты, ҡыҙылдар яғына сыҡҡан башҡорт һалдаттарын бер ниндәй хөкөмһөҙ атып йә язалап үлтерәләр.
Ошондай вәхшилек шарттарында Муса Лут улы бер-береһенә ҡара-ҡаршы торған хәүефле ике ут араһында тороп ҡала. Был фажиғәле көндәрҙә Муса Мортазиндың ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге башҡорт милли-азатлыҡ көрәшенең, тотош милләтебеҙҙең яҙмышында хәл иткес роль уйнай тип әйтергә була. Сөнки, беренсенән, ҡыҙылдар яғына сыҡҡанда Муса Мортазин, ҡоралһыҙлан­дырыуға юл ҡуймайынса, үҙенең ҡул аҫтындағы полкты һәм шуның менән үҙ һалдаттарының һәм офицерҙарының ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Икенсенән, артабан уның командалығында хәрәкәт иткән Башҡорт кавалерия бригадаһы һәм, ғөмүмән, башҡорт ғәскәрҙәре мәкерле Совет етәкселәре алдында байтаҡ ваҡыт Башҡорт автономияһының хоҡуҡтарын яҡлаған көслө фактор булып тора.

Тарих бизмәненә
һалынған аңлатма


Был драматик ваҡиғаларға ентекләберәк туҡталып үтәйек. Шулай итеп, 1919 йылдың 18 февралендә ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, Муса Мортазин 1-се армияның 29-сы дивизияһы составында 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Әммә Башҡортостанда ҡайһы бер ҡыҙыл частар тарафынан башҡорттарға ҡарата йәйелдерелгән террор башҡорт батырын үҙ халҡын яҡлау өсөн көтөлмәгән ҡырҡа хәрәкәттәр яһарға мәжбүр итә. Шул осорҙағы ваҡиғаларҙың тарихи ҡиммәтен иҫәпкә алып, М.Л. Мортазиндың шаһитлыҡ итеүен тулыраҡ килтереп үтергә булдыҡ. Ул бына ниҙәр яҙа: “1919 йылдың башында 1-се Башҡорт кавалерия полкы етәкселегендә торған хәлдә Ҡыҙыл Армияға ҡушылдым. 1919 йылдың февраленә тиклем үк әле полк бер нисә тапҡыр Дутовтың Башҡортостан территорияһында эш алып барған казак каратель отряды менән бәрелешкәйне. 1919 йылдың февраленән апреленә тиклем, Ҡыҙыл Армияға ҡушылғас, 2-се Пенза дивизияһының 1-се бригадаһы составында Колчакка ҡаршы фиҙакәр һуғыштыҡ. Комбриг Зеленков йөҙөндә бригада командованиеһы, бригада килгәс, уның яғына сыҡҡан урындағы кулак (урыҫ) колонизаторҙары элементтарының йоғонтоһона бирелеп, башҡорт ҡыҙылармеецтарын әсир итеп һанап, башҡорт частарына ҡарата ышанмау­сылыҡ шарттары тыуҙырҙы һәм һәр төрлө башбаштаҡлыҡтарға, мыҫҡыллау һәм кәмһетеү­ҙәргә юл ҡуйҙы. Башҡорт ярлыларының яуыз дошмандары һәм эксплуататорҙары – кулактар, башҡорттарҙың иң яҡшы ерҙәрен баҫып алыу­сылар – көс ҡуллана, талай, башҡорт ярлыларын һәм яралы башҡорт ҡыҙылармеецтарын ата башланылар. Бригада командованиеһы килеп тыуған хәлде аңламаны, был башбаштаҡлыҡты туҡтатманы, бригаданы кулактарҙан таҙарт­маны, киреһенсә, беҙҙең полктың ҡорал һалыуын талап итте. Беҙ сиктән тыш ауыр хәлдә тороп ҡалдыҡ, өҫтәүенә бригада командованиеһы полкка ҡарата икейөҙлөлөк сәйәсәте үткәрә ине. Аҡтар беҙгә һөжүм иткән осорҙа бригада командо­ваниеһы беҙҙе һуғышҡа ебәрҙе, һуғыш тынып торған араларҙа ҡоралһыҙландырыу тураһында мәсьәлә күтәрҙе. Аҙаҡ килеп, апрель айында комбриг Зеленковтың бойороғо менән Смоленск полкы беҙҙең полкты ҡоралһыҙландырырға тырышып ҡараны, беҙ ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәттек, шул уҡ ваҡытта Колчакка ҡаршы ла һуғыш алып барҙыҡ. Ахыры, ике яҡтан да ҡыҫылғас, Башҡорт полкы Тамъян-Ҡатай кантоны территорияһына, Колчактың тылына, китте”.
Һәр бер һөйләме, һәр бер һүҙе ҡат-ҡат үлсәп, дөрөҫөн әйткәндә, тарих бизмәненә һалып яҙылған был аңлатмаға ул утлы-дауыллы замандың күпме йән тетрәткес хәл-ваҡиғалары, фажиғәле яҙмыштары, бинахаҡҡа ҡойолған ҡан һәм күҙ йәше һыйған. Ҡәһәрле һәм һәләкәтле 1919 йылдың 18 мартында иң мөҡәддәс ниәттәр менән ҡыҙылдар яғына сығып, теүәл ике ай эсендә Муса Морта­зиндың Башҡорт кавалерия полкы яугирҙәренә, дөрөҫөрәге, ике яҡтан да – аҡтар һәм ҡыҙылдар тарафынан ҡыҫымға алынған тыныс башҡорт халҡына ниндәй ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек күрергә тура килә.
Мортазинсылар нисә тапҡыр тар-мар ителеүҙән ҡотҡарып алып ҡалыуға, ихлас ярҙам ҡулы һуҙыуға ҡарамаҫтан, 20-се Пенза дивизияһының Смоленск полкы, яу яланында түгел, ә башҡорт ауылдарында ҡоралһыҙ кешеләргә ҡарата “батырлыҡ” күрһәтеүен туҡтатмай.
Бына бер ваҡыт, 28 мартта, Башҡорт кавалерия полкы, бригада командованиеһының бойороғон үтәп, Смоленск полкы торған тирәгә йәнәш Билал ауылына барып урынлаша. Смоленсылар Башҡорт полкын “хас дошман һымаҡ күреп ҡаршыланы”, ти Муса Мортазин.
Артабанғы ваҡиғаларҙың кульминацияһы ошо урында ҡуйырып китә лә инде. Был хаҡта беҙ тағы ла М.Л. Мортазиндың үҙенә – хәҙер инде уның күренекле хеҙмәте – “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында” тигән китабына мөрәжәғәт итәбеҙ: “Башҡорт халҡы бында уларҙың урындағы халыҡты йәберләүенең бик күп миҫалдарына шаһит булды. Тағы ҡотороноп конфискация үткәреүҙәр, контрибуция һалыуҙар башланды. Смоленсылар, бәйһеҙ шашынып, халыҡты ҡан илатты”.

Һөйләшеп килешеү мөмкинме?

Смоленсылар менән Башҡорт кавалерия полкының араһы көндән-көн көсөргәнешлерәк була бара. Өҫтәүенә нәҡ ошо ваҡытта 20-се Пенза дивизияһының 1-се бригада командованиеһы Башҡорт кавалерия полкын, “үҙ эскадрондарығыҙҙы беҙҙең полктарға бирергә” тигән бойороҡ ебәреп, асылда уны юҡҡа сығарырға ынтылыш яһай. Башҡорт полкы, 20-се Пенза дивизияһы командованиеһынан ярҙам һорап, Стәрлетамаҡҡа 10 кешелек делегация ебәргәс, уларҙың уныһын да юлда тотоп аталар.
“Ниһайәт, смоленсыларҙың башбаштаҡлыҡ­тары тураһындағы хәбәр тағы Үҙәккә барып етте, һәм 1-се армия командиры Гай, башҡорт­тарҙы йәберләүҙе туҡтатырға талап итеп, ашығыс телеграмма һуҡты”. Телеграммала командарм “Ҡыҙыл Армия хәрби хеҙмәткәрҙәренең башҡорттарға ҡарата түҙеп торғоһоҙ хәл тыуҙырыуҙары”н танырға мәжбүр була.
“Ләкин, – ти М.Л. Мортазин, – смоленсылар приказға буйһонманы. Башҡорт яугирҙәре смоленсыларға хеҙмәтсәндәр мәнфәғәттәре өсөн көрәшеүсе ҡыҙылармеецтар тип ҡарай алмай ине. Башҡорт кавалерия полкы һәм башҡорт халҡы уларҙың ҡыланыштарын ғәҙәти бандитлыҡтан айырманы. Башҡорт кавалерия полкы смоленсыларға ҡорал һалырға тәҡдим итте... Уға смоленсылар ут менән яуап бирҙе... 7 апрелдән 8-енә ҡараған төндә Башҡорт кавалерия полкы, һуғышып барып, Смоленск полкын ҡоралһыҙландырҙы. Артиллерия тулыһынса Башҡорт полкына күсте...”
М.Л. Мортазин был акцияны үтәү менән үк 20-се Пенза дивизияһы штабына: “Полк смоленсы бандиттарҙы ғына ҡыуып таратты, үҙе Советтарға хеҙмәтен дауам итә, казактарға ҡаршы фронт тотоп тора һәм сираттағы оператив бойороҡто көтә”, – тигән хәбәр менән делегация ебәрә. “Әммә бригада командованиеһы Смоленск полкының паникаһына бирелде һәм үҙ частары менән 40 саҡрымға тылға – Кананикольскиға күсте. Башҡорт кавалерия дивизияһынан ебәрелгән делегация атылды, полкка ҡаршы һөжүм башланды”.
Артабанғы ваҡиғалар нисек һәм ни рәүешле дауам итеүен аңлатыр өсөн М.Л. Мортазиндың йән әрнеүе менән әйтелгән бер генә һүҙен килтереү ҙә етә: “Улар менән һөйләшеп килешеү мөмкин түгел ине”. “Улар менән” тигәндә, был шовинистик ҡыҙыл вәхшиҙәрҙең ысын йөҙөн әйтеп бирер өсөн ниндәй генә һүҙҙәр ҡулланһаң да, аҙ һымаҡ. Бер ыңғай уҡыусыға иҫкәртеп тә ҡуяйыҡ: беҙ үҙебеҙ, башҡорттар, тыныс һәм киң күңеллебеҙ ҙә бит, әммә был аҫыл сифаттарыбыҙ һис кенә лә асыҡ ауыҙлылыҡҡа, моңһоҙлоҡҡа әйләнеп китергә тейеш түгел. Тарихтың асы һабаҡтары беҙҙе кем менән ниндәй мөнәсәбәттә булырға ла, нисек эш итергә лә өйрәтеп тормаймы һуң?
Шулай итеп, Башҡорт кавалерия полкына ҡыҙылдар менән араны өҙмәйенсә һис бер сара ҡалмай. Бер ыңғай ике фронтҡа – аҡтарға ла, ҡыҙылдарға ла – ҡаршы тороп, күпме һуғышырға мөмкин? Ниһайәт, 15 апрелдә өс көн буйы барған һөйләшеүҙәрҙән һуң килешеү төҙөлөп, полк аҡ казактар яғына сығып китә. Ошо ваҡыттан алып 23 авгусҡа тиклем, 4 ай ҙа 10 көн буйы, мортазинсылар Колчак армияһы сафында хәрәкәт итеп, таң ҡалырлыҡ сынығыу юлы үтә, ауыр шарттарҙа өр-яңы көс-ҡеүәт туплап, еңелеү белмәҫ хәрби берләшмәгә әйләнә. Эш шунда: аҡтар яғына сығып, яугирҙәренә бер аҙ ял биреү менән, полк командиры башҡорттарҙы үҙ янына йыйыу, уларҙы өйрәтеү эшен башлап ебәрә. “Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт итергә теләүселәр Мортазинға ағылды. Улар ҡоралдарын, аттарын, кәрәк булһа, ғүмерҙәрен дә биреп, тоғро хеҙмәт итергә ант иттеләр. Улар менән әңгәмәнән шул асыҡланды: аҡ казактар полктарында хеҙмәт итеүсе башҡорттар Башҡорт кавалерия полкына сығырға теләй, тик Мортазиндың ризалығын ғына көтә”.
Полк командиры, шарттарҙы баһалап, бөтөн мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, үҙ полкын бригада кимәленә ҡәҙәр ҙурайтырға ҡарар итә. Шул маҡсатта полк командиры аҡтарҙың башҡорттар хеҙмәт иткән барлыҡ полктарына, милли ғәскәргә берләшергә саҡырып, үҙенең агенттарын ебәрә. “Беҙ үҙ хәрби көсөбөҙҙө тупланыҡ, – ти полк агитаторҙары. – Беҙ казактар һеҙгә бер ваҡытта ла бирмәйәсәк милли үҙбилдәләнешебеҙ өсөн көрәшәбеҙ”.

“Мортазиндай герой булманы”

Һанаулы ғына көндәр, асылда ике-өс аҙна эсендә, Башҡорт кавалерия полкы, бер кемдән һорап тормайынса, аҡ командованиенан йәшерен рәүештә бригада кимәленә үҫтереп еткерелә. Муса Мортазин бригадаға командалыҡ итеүҙе үҙ ҡулына ала, бригада штабын төҙөй, полктарға (1-се һәм 2-се полк) командирҙар тәғәйенләй. Июнь аҙағына 4 000 кешелек Башҡорт кавалерия бригадаһы ойошторолоп бөтөп, 23 авгусҡа тиклем ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыш алып бара.
Билдәле тарихи шарттар арҡаһында М.Л. Мор­тазинға үҙе ойошторған Башҡорт кавалерия бригадаһы менән 1919 йылдың 23 авгусында яңынан ҡыҙылдар яғына сығырға тура килә. Сентябрь, октябрь, ноябрь айҙарында ул 1-се һәм 4-се армиялар составында 1-се Башҡорт бригадаһы командиры сифатында Урал фронтында аҡтарға ҡаршы алһыҙ-ялһыҙ һуғыш хәрәкәттәре алып бара.
Декабрь аҙағында бригада, ниһайәт, оҙайлы ялға сыға. 1920 йылдың апреленә тиклем мортазинсылар Ырымбур эргәһендәге Ҡарғалы биҫтә­һендә ялда тора. Апрель аҙағында, Главкомдың бойороғона ярашлы, Башҡорт бригадаһы Польша фронтына оҙатыла. Алда башҡорт яугирҙәрен яңы һуғыш хәрәкәттәре, оҙон һәм шанлы юлдар көтә. Муса Мортазин унда 12-се армия составындағы Башҡорт бригадаһы, армияның кавалерия төркөмө командиры сифатында аҡ поляктарға ҡаршы һуғышып, Ҡыҙыл Армияның легендар ҡаһарман­дары рәтендә мәңгелек дан ҡаҙана.
Яҡташыбыҙҙың граждандар һуғышындағы батырлыҡтары, уның тормошо һәм драматик яҙмышы – ҡалын романдар, эпопеялар, төплө ғил­ми хеҙмәттәр темаһы. Хәйер, бөйөк полково­децыбыҙ һәм дәүләт эшмәкәре тураһында тәүге повестар һәм романдар донъя күрә башланы ла инде. Муса Мортазиндың, кавалерия частары командиры булараҡ, хәрби оҫталығы элегерәк илебеҙҙең Генераль штабы Академияһы дәрестә­рендә лә өйрәнелгән. Был очеркта иһә мин үҙ ваҡытында Мортазин бригадаһында (һәм кавалерия төркөмөндә) һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан башҡорт яугире Солтан Хәлимовтан яҙып алған иҫтәлектәргә туҡталып үтмәксемен. Мин уның менән 1962 йылдың 9 июлендә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған бер төркөм студент иптәштәрем менән бергә Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Байгенә /Әфисәр/ ауылында осраштым. Солтан ағай ул ваҡытта 62 йәштә ине. Тимәк, 1900 йылда тыуған булып сыға.
“1919 йылдың октябрь айында Мортазин бригадаһына барып ҡушылдым, – тип башланы һүҙен ветеран. – Шунан киттек 1920 йылдың май айында Польский фронтҡа. Беҙ тәүҙә барып төштөк Киевҡа, поляктарҙы ҡыуып сығарып”. Артабан ул, кәйефе күтәрелеп, боевой командиры тураһында һөйләп алып китте: “Мортазиндай геройҙы күргәнем булманы. Бер ваҡытта ла артҡа бармаҫ ине. Ауылдан ауылға барабыҙ. Провожатый алабыҙ ғуй. Ауылының исемен һорамай торғайны ул. Совет власына ҡаршы кеше күп ине бит. Картанан ҡарап ала ла – урманмы ул, нимә – ашанан-аша сыға ла китә. Фронтта ул туры йөрөмәй торғайны. Бер эт юлына төшөп ала ла, бер ун саҡрым урап, тылға бара ла сыға”.
Солтан Хәлимов пулемет командаһы һалдаты сифатында Муса Мортазин бригадаһы менән Буг йылғаһын кисеп, Варшава эргәһенә тиклем һуғыш юлдарын үтә. Әсир төшөп, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтар ҙа була. Дошман алып китеп барғанда, беҙҙең 1-се полк өҫтөнә килеп сығып, уны ташлап, үҙҙәре ҡасып китә. М.Л. Мортазин үткәргән ҡайһы бер хәрби операцияларҙың уртаһында була.
Киевты ташлап ҡасҡас, Польша ғәскәрҙәре Буг йылғаһына тиклем туҡтамай сигенә. Шунда йәйәүле һәм атлы ғәскәр ярҙамында фронт тотоп яталар.
“Унда бер ун биш көн һуғыштыҡ беҙ, – тип дауам итә Солтан ағай. – Бер урында. Ни улар, ни беҙ китә алмай торҙоҡ. Шунан Мортазин әйтте, был ерҙә рәт булмаҫ, китәбеҙ икенсе яҡҡа, тип. Икенсе яҡҡа бер егерме биш километр китеп, Бугты кисеп сыҡтыҡ аттар менән. Төндә кисеп сығып, уларҙың тылына барып кереп, Бугка бер ун саҡрымдай ерҙә ятҡан ғәскәрҙе ҡапыл ҡамап алып, әсир иттек. Ике йөҙ һыбайлы, бер полк пехота һалдатын бер юлы баҫып алдыҡ. Шул урындан киттеләр улар беҙҙән кире ҡарап, бүтәнсә бер ерҙә лә фронт тота алманылар. Варшауға бер ун ике километрҙа ғәскәр йыйып ятҡандар икән.
Беҙҙең артта пехота юҡ. Беҙ хәҙер 60 саҡрым артҡа сигендек. Беҙгә шул тапҡырҙа дүрт полк ярҙамға килде, беҙ пехотаны алға һалып алдыҡ та тағы киттек. Шулай ҙа Варшауға ебәрмәй тоттолар фронтты. Күренеп кенә торҙо Варшау, ҡаланың түбәләре. Шул урында фронт тотоп ятҡанда беҙҙекеләр менән Польша пандары һуғышты туҡтатыу тураһында килешеү төҙөнө. Беҙ унан кире ҡайтып киттек. Шунан аҙаҡ Украинала бандит булды ла китте шул. Волынь, Подольск губерналары, Тирасполь өйәҙе – уларҙың барыһын да алдыҡ беҙ. Мортазин Башҡорт­останда беренсе батыр булды ул”.

Ҡәһәрле золом ҡорбаны

Бында мин мортазинсы-яугир Солтан Хәлимовтың иҫтәлектәренән өҙөктәр килтереү менән генә сикләндем. Әммә ошонда ла башҡорт полководецының тере һыны, данлы хәрби ҡаһарманлыҡтары ғәйәт сағыу булып күҙ алдына баҫа. Дөрөҫ, Муса Мортазиндың тормошон һәм хәрби эшмәкәрлеген тулыраҡ белер өсөн, уның алда телгә алынған “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында” тигән мәшһүр китабын ентекләп өйрәнергә кәрәк. Беҙгә иһә, биографик очеркты, бөйөк эшмәкәребеҙ тураһында дөйөм мәғлүмәттәр килтереп, ошо урында йомғаҡлау һүҙе әйтергә лә ваҡыт булһа кәрәк.
Иң әүәл – геройҙың хәрби наградалары һәм юғары исемдәре тураһында. 1920 йылда Муса Мортазин граждандар һуғышындағы батырлыҡтары өсөн бер-бер артлы өс тапҡыр иң маҡтаулы бүләктәр һәм награда (июндә – 12-се армия Хәрби-революцион советының алтын сәғәте, августа – яҙыулы көмөш ҡылыс, ноябрҙә – Ҡыҙыл Байраҡ ордены) менән билдәләнә. 1921 йылдың декабрендә икенсе тапҡыр иң юғары хәрби наградаға – Ҡыҙыл Байраҡ орденына – лайыҡ була. 30-сы йылдар уртаһында уға өсөнсө мәртәбә Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелә. Был иһә, хәҙергесә әйткәндә, өс тапҡыр Советтар Союзы йәки Рәсәй Геройы исеменә тиң тигән һүҙ.
1935 йылдың 2 декабрендә легендар командир Муса Мортазинға рәсми рәүештә комбриг дәрәжәһе бирелә. 20-се йылдар башынан 1937 йылда нахаҡҡа ғәйепләнеп хөкөм ителгәнгә тиклем Муса Мортазин Башҡорт республикаһының “иң күренекле һәм һирәк осрай торған эшмәкәрҙәренең береһе” булып таныла. Ул бер нисә тапҡыр Советтарҙың Бөтә Рәсәй съездарына, 1922 йылдың декабрендә СССР Советтарының – I, 1924 йылдың ғинуарында II съездарына делегат итеп һайлана. 1924 йылдың июнендә уны Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе итеп һайлап ҡуялар. 1924 – 1927 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияһын тамамлай. 1937 йылда тултырылған анкетаһынан күренеүенсә, ул сакта Муса Лут улының биш ҡыҙы, бер улы була.
Әммә ҡәһәрле репрессия атаҡлы башҡорт полководецы һәм дәүләт эшмәкәре М.Л. Мортазиндың ғәзиз ғүмерен ҡыя. Шул уҡ йылдың 31 майында ҡулға алынып, 27 сентябрҙә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә.
1956 йылдың 14 июлендә СССР-ҙың шул уҡ юғары органы, енәйәт эше булмағанлыҡтан, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара – геройҙың исеме тулыһынса аҡлана. Тағы ла 11 йылдан һуң, 1967 йылдың 11июлендә, наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла.
Репрессия йылдарында Муса Мортазиндың ғаиләһе күргән йәбер-золомдоң, ҡайғы-хәсрәттәрҙең иге-сиге бармы икән? Геройҙың ҡыҙы Шәүрә Мортазина, бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, башҡорт сәнғәтенең данлыҡлы оҫтаһы булып танылды. Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлап, ул оҙаҡ ваҡыт (1948 – 1977 йылдарҙа) Башҡорт дәүләт академия театры режиссеры булып эшләй. Шәүрә Мортазинаға РСФСР-ҙың (1970) һәм БАССР-ҙың (1957) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, ул – РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).
Бары шуныһы йыуаныс: бөйөк баһадирыбыҙҙың яҡты рухы, Башҡортостан автономияһы, башҡорт халҡы хаҡына, ниһайәт, шул уҡ Рәсәй иленең именлеге өсөн күрһәткән тиңһеҙ батырлыҡтары хаҡында иҫтәлек беҙгә әйләнеп ҡайтты. Муса Мортазин исеме илебеҙ тарихында, милләтебеҙ хәтерендә мәңгелек урын алды.

Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872