Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иртәгә һайлау булһа...
Иртәгә һайлау булһа... Гәзит уҡыусыларҙың хәтерендәлер, теүәл дүрт йыл элек, 2012 йылдың 4 мартында, ил кимәлендә президент һайлау үткәйне. Ул саҡта тауыш биреүселәрҙең 63,6 проценты Владимир Путинға ышаныс белдерҙе – 45 602 075 кеше был шәхестең ҡайтанан Рәсәйгә етәкселек итеүен теләне. Бөгөн иһә, әлеге осорҙоң өстән ике өлөшө артта ҡалғанда, ҡаҙаныштарҙы барлап, ниндәйҙер кимәлдә 2018 йылда үтәсәк һайлауҙарҙы күҙаллау хилаф булмаҫ.


“Бородино”нан башланған юл


Тәү сиратта президент вәкәләттәрен алты йылға саҡлы оҙайтыу хаҡында ҡарарҙы бик ваҡытлы һәм урынлы булды тип танырға кәрәк. Ни тиһәң дә, ваҡытында американдарҙың конституцияһынан үҙләштерелгән “дүрт йыллыҡ” Рәсәй дәүләтенең үҙенсәлектәренә лә, яңы һайланған ил башлығы үтәргә тейеш бурыстарҙың дәүмәленә лә тап килеп етмәй ине. Өҫтәмә ике йыл иһә Президентҡа илде үҫтереүҙең оҙайлы стратегияһын тормошҡа ашырыу һәм тышҡы талаптарға һөҙөмтәле яуап ҡайтарыу мөмкинлеген генә бирҙе. Бынан тыш, Дәүләт Думаһына һайлау менән президент һайлау араһында ваҡыт арауығы артты, был иһә илде ниндәйҙер кимәлдә ҡиммәтле сәйәси тетрәнеүҙәрҙән ҡотҡарҙы.
Күптәр Владимир Путиндың әлеге һайлау кампанияһы осорондағы эмоциональ сығышын да онотмағандыр әле. Ил етәксеһе ул саҡта Лермонтовтың “Бородино”һынан өҙөктө яңғыратҡайны. Бөгөн иһә ҡайһы берәүҙәр уның 1812 йылғы ваҡиғаларға “ауаз” эҙләүен, уңышлы пиар-алымдан да бигерәк, “Путин Рәсәйҙең яҙмышын күҙаллаған”, “XXI быуаттағы һынауҙарҙы һиҙемләгән” тип тә баһалай. Кем белә, бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Һәр хәлдә, Президент тарафынан тәү сиратта милли берҙәмлекте нығытыу маҡсатында үткәрелгән сараларҙың ни тиклем урынлы һәм мөһим булыуын берәү ҙә инҡар итә алмай. Хатта 2012 йылдың ҡыш һәм яҙ айҙарында халыҡты Путиндың ҡайтыуы менән ҡурҡытырға маташҡан “Һаҙ майҙаны” әһелдәре лә уға ҡаршы тора алманы. Ә Путин иһә, уларҙың шик-шөбһәһен селпәрәмә килтереп, киң ҡоласлы сәйәси реформалар ойошторҙо.
Әйтәйек, сәйәси партияларҙы теркәү һәм уларҙың отчет биреүе ҡануниәт тарафынан күпкә ябайлаштырылғас, сәйәсәт даирәһенә яңы көстәр өҫтәлде. Бөгөн Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 70-тән ашыу фирҡә иҫәпләнә. “Конкурентлыҡ, асыҡлыҡ, хоҡуҡи яҡтан нигеҙлелек” кеүек берҙәм формулаға буйһонған һайлау реформаһы сәйәси көрәштең ғәҙеллек гарантияһын күпкә арттырып ебәрҙе.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының әһәмиәте хаҡында ла оноторға ярамай. Хәрәкәт дәүләт башлығы менән киң йәмәғәтселек араһында социаль-иҡтисади һәм сәйәси-идара проблемаларын көйләүсе хеҙмәттәшлек майҙансығын хасил итте. Һөҙөмтәлә, Владимир Путинға ышаныс белдереүселәр күпкә артты һәм бөгөн тотороҡло консерватив күпселек иҫәбенә төрлө сәйәси фирҡә вәкилдәренең дә инеүе күпте һөйләй. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ил етәксеһен Коммунистар партияһы вәкилдәренең – 25, ЛДПР-ҙың – 33, “Ғәҙел Рәсәй” ағзаларының 40 проценты хуплай.

Һынауҙарға яуап

Әлбиттә, уҙған йылдар илебеҙ өсөн еңел бирелмәне. Ниндәйҙер кимәлдә һынау осоро булды ул.
Беренсенән, Украиналағы көрсөк. 2014 йылдың 22 февралендә был ил АҠШ-тың һәм Европа союзының туранан-тура ярҙамы һәм булышлығы менән буталсыҡ кисерҙе. Тел сәйәсәте, Рәсәйгә һәм коммунистарға ҡаршы пропаганда, “Одессалағы ваҡиғалар” – барыһы ла Ҡырым һәм Донбасс халҡын үҙаллылыҡҡа этәрҙе. Әлбиттә, был осраҡта һуңғы һүҙҙе Рәсәй әйтте – ил етәксеһе Ҡырым, Севастополь һәм Донбасс буйынса тарихи ҡарарҙар ҡабул итте.
Икенсенән, Сүриәләге көрсөк. Көнбайыштың башланғысы менән Яҡын Көнсығыштағы сәйәси режимдың тарҡалыуы былай ҙа тынысһыҙ төбәкте ҡаҡшатты. Һөҙөмтәлә радикаль хәрәкәт әүҙемселәре Ираҡ менән Сүриә дәүләттәренең бик ҙур биләмәләрен ҡулға алды, ИГИЛ-ды ойоштороуға өлгәште. Көнбайыш иһә, Бәшәр Әсәдкә ҡаршы көрәшеүсе “оппозиция”ны дәртләндерәм тип, ысынында терроризмдың сәскә атыуына булышлыҡ итте. Нимә менән тамамланыр ине икән был ваҡиғалар? Күҙаллауы ҡырҡыныс... Әммә Рәсәйҙең тәүәккәл һәм сәйәси яҡтан бойондороҡһоҙ аҙымы күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе. Президентыбыҙҙың ватансылығы “милли идея” сифатында бар донъяға Рәсәйҙең көсөн һәм баһаһын танытты. Беҙҙе ишеттеләр... Беҙҙе күрҙеләр...

Ышаныс
барыһынан өҫтөн


Бөгөн иһә, киләһе Президент һайлау кампанияһына тағы ике йыл ваҡыт ҡалғанда, сәйәси алышта кемдәрҙең ҡатнашырын һәм кемдең еңерен күҙаллауы ҡыйын (хәйер, “Яблоко” партияһы Григорий Явлинскийҙы күрһәтеп өлгөрҙө лә инде). Был хаҡта күптән түгел Владимир Путин үҙе лә телгә алды. Әйткәндәй, ил башлығы әлегә киләһе срокка үҙ кандидатураһын күрһәтеү-күрһәтмәү мәсьәләһен хәл итмәгән. Әммә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенән, Йәмәғәт фекере фондынан, “Левада-центр” ойошмаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса бөгөн халыҡтың 82 (!) проценты дәүләт башлығына ышаныс белдерә. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыуға ярашлы, әгәр ошо йәкшәмбелә президент һайлау үтһә, халыҡтың 74 проценты Владимир Путинды ҡайтанан һайлар ине. Әлбиттә, алда әле башланмаған тағы ике йыл бар. Ҡайғы-хәсрәттәре лә, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла булыр... Ни итәһең, тормош бит. Әммә халыҡтың ышанысы барыһынан да мөһимерәк. Ышаныс, өмөт йәшәтә әҙәм балаһын...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә