Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел азатлығы юлынан
Күңел азатлығы юлынан Ниңә бөйөк әҫәр тыуҙырыу өсөн ижадсыға – яҙыусымы ул, рәссам, композитор йә скульптормы – нимәнелер ҡорбан итеү мотлаҡ икән? Берәүҙәр — мөхәббәтен, икенселәр — ғаиләһен, бәғзеләр һаулығын юғалтыу аша бөйөклөккә өлгәшә. Һуңғыһы бигерәк тә аяныслы. Тап ошо хаҡта яҙмаҡсымын да инде.
Рәсәйҙең, Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, алты китап авторы, “Киске Өфө” һәм “Башҡортостан” гәзиттәренең дүрт тапҡыр лауреаты, “Киске Өфө” гәзите ойошторған С. Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсында еңеүсе Урал МОСТАФИН менән оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырырға насип булды. “Урал ағай, әгәр ҙә йүгереп йөрөгән булһағыҙ, был иҫ киткес әҫәрҙәрегеҙ тыумаҫ инеме?” – тип һораным. “Белмәйем, был – Хоҙайҙың эше. Әгәр ҙә ул мине тотҡон хәленә төшөрөп нимәлер әйтергә мәжбүр иткән икән, тимәк, фекерҙәремде еткереп бөтмәйенсә йәнемде был донъянан алып китмәйәсәк. Ә минең әйтер һүҙем байтаҡ...” – тине ул, уйланып...
Ошо көндәрҙә абруйлы ир-уҙаманға 65 йәш тулды. Фажиғәгә тарып, ҡазаланһа ла, көслө рухы арҡаһында йәне менән “аяҡҡа баҫҡан” Урал ағай Мостафинды был күркәм байрамы айҡанлы ихлас ҡотлап, гәзит уҡыусыларға әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.



— Урал ағай, белеүемсә, һеҙ ауыр һынауға дусар булғас ҡына яҙыша башлағанһығыҙ? Әйҙәгеҙ, һүҙҙе шунан башлайыҡ.
— 1966 йылда, мин VIII класта уҡығанда, Талҡаҫта төбәк-ара тыуған яҡты өйрәнеү слеты үтте. Унда еңгән­дәр республика кимәлендәге сарала ҡатнашырға тейеш ине. Етәксебеҙ Зәлиә Рәхмәт ҡыҙы Ҡотлоғужина беҙ­ҙең менән ихлас шөғөлләнде: ауыл­дарға йөрөп күп осрашыуҙар ойош­торҙоҡ, концерттар ҡуйҙыҡ. Шуға күрә слетта ныҡлы әҙерлегебеҙ өсөн 1-се урынды алдыҡ та 20-ләп уҡыусы Өфөгә киттек. Унда беҙҙе хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына урын­лаштырҙылар. Мин музыка мәктәбенә инергә тип документтарымды алып барғайным. Баянда уйнарға өйрәнгем килә ине. Мәктәптә музыканан уҡытҡан Әһлей ағай Сөләймәнов янына төштән һуң килеп, гармун тартыу серҙәрен үҙләштерә торғайным былай.
Директор Төхвәт ағай Аслаев: “Баянда былай ҙа уйнарға өйрәнерһең, һиңә төплө белем кәрәк”, – тип мине интернатта уҡырға алып ҡалды. Унда авиация, нефть техник институттарына әҙерләнеләр, инженер-конструктор һөнәрен һайларға тәҡдим иттеләр. Мин Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамлап, инженер-конструк­торлыҡҡа уҡып сыҡтым. Ул саҡта шиғыр, ижад хаҡында уй ҙа юҡ ине башымда.
Ырымбур өлкәһендә хәрби авиация часында хеҙмәт иттем. Өлкән лейтенант булдым. Әйткәндәй, әрмелә ва­ҡытта ҡулымдан китап төшмәне. Уҡығандарымды ҡыҫҡа ғына итеп, бер-ике фекер менән булһа ла, теркәй барҙым. Яҙыусылыҡҡа аҙымым, бәлки, шунда башланғандыр.
Артабан Стәрлетамаҡтағы “Ҡыҙыл пролетарий” ҡоролмалар эшләү заводында конструктор-технолог булдым, двигателдәрҙең айырым өлөштәрен, үҙйөрөшлө машиналар эшләнек. Унда асыштарым да бар ине – техниканы камиллаштырыу буйынса таныҡлыҡ алдым. Советтар Союзының бөтә заводтарын йөрөп сыҡтым, тәжрибә туп­ланым, белем кимәлен күтәреү курсында шөғөлләнергә тура килде. Заводтың комсоргы инем, партияға алдылар. Партия мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамланым. Эштә халыҡ-ара хәлдәр тураһында лекциялар һөйләй торғайным. Шул ваҡыттағы яҙмаларым әле лә һаҡлана.
1982 йылда Баймаҡҡа ҡайттым. Дәүләт ауыл хужалығы техникаһын тикшереү инспекцияһында начальник булдым, артабан район комитетында эшләнем. Ике йыл Темәс кирбес заводын төҙөүҙә ҡатнашыу миңә ҙур тәжрибә бирҙе. Унан кире Баймаҡҡа эшкә ҡайттым. РТП етәксеһе, унан — дәүләт ауыл хужалығы техникаһын тикшереү инспекцияһы директоры... Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа барһам да һәр ваҡыт коллектив менән эшләргә, халыҡ араһында ҡайнарға насип булды.
Аварияға осрап, кеше менән аралашырға мөмкинлегем сикләнгәс, ошо бушлыҡты ижад менән тултыра башланым... Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныу­сан, төпсөнөүсән булыуым, белгәнемде кешегә еткерергә тырышыуым да үҙенекен иткәндер, моғайын.
— Ул бушлыҡты тултырыу ни­сек килеп сыҡты?
— 1996 йылда ике ай Мәскәүҙә Н. Бурденко исемендәге нейрохирургия институты дауаханаһында яттым. Ҡайт­ҡас, туғандарҙы йыйҙыҡ. Әсәйем бер ай элек мәрхүм булған икән. Мине ҡайғыға һалмайбыҙ тип, туғандарым дауаханала ятҡанда ла, ҡайтҡас та өндәшмәгән. Иртәнсәк өҫтәлдә бер дәфтәр генә ҡалдырғандар. Унда әсәйем, тәбиғәт менән тормошто бәй­ләп, мөнәжәткә оҡшаған нәмәләр яҙған. Уларҙы илай-илай уҡыным, ятлап алып бөттөм. Аҙаҡ күңелдә ул үҙе рифмаға һалынып китте. Шиғыр “тырнағы”, йәғни һүҙҙәре менән эләктерһә, уйға һалһа ғына шиғыр ул!
Әсәйемдең мөнәжәттәренә эйәреп, мин дә байтаҡ шиғыр яҙҙым. Улар 2001 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Тәүбә тәсбихем” исемле дөйөм йыйынтыҡта донъя күрҙе.
— Прозаға нисек күстегеҙ?
— Шиғыр яҙғанда ҡайһы саҡ һүҙҙәр табылмай китә. Әйтә алмағандар йыйыла, аҙаҡ онотола. Бер саҡ поезда китеп барам икән тип төш күрәм. Шуны яҙа башлағайным, осона сығып ҡына булмай. “Ҡойон ҡойроғо оҙон” тигән әҫәрем шулай яҙылды. Ҡойон килһә, ҡарап тормай – ҡыйратып үтә лә китә бит. Әҫәрҙә ул — үҙгәртеп ҡороуҙар заманы образы. Ул замандың шау­ҡымы бөтә кешегә ҡағылды. Ауыл хал­ҡы машина, телевизор алып рәхәт­ләнеп йәшәй генә башлағайны, ҡойон килеп ҡыйратты ла китте... Һаман аяҡҡа баҫа алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең леспромхоздың хәлен яҡшы белгәнгә, шул турала яҙҙым. Аҙағын оптимистик рухта тамамланым.
— Әле ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
— “Тышаулы заттар” (һәр публицистик әҫәрҙе шиғыр менән тамам­лағанмын), “Айҙан ҡыйылған юл” (жанрын “тормош хикәйәләре” тип атаным), “Мөхәббәтем – тутыям” (шиғырҙар йыйынтығы) тигән китаптар әҙерләп бөткәнмен. Ҡайһы саҡта А. Пушкин­дыҡына оҡшатып урыҫ телендә шиғырҙар ижад итеп ҡуям.
— Тормошта һеҙ — күпте күргән кеше. Нисек уйлайһығыҙ, нимә ул тәжрибә?
— Абынып ҡолағас күргән таш. Абынырҙан алда күрһәң, яҡшы булыр ине лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уны ҡолағас ҡына шәйләйбеҙ шул...
— Ауырлыҡтарға тарыған кеше­ләргә ҡарата әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?
— Иң ауыры – кеше көнлө булыу. Аварияға эләккәс, миңә ҡалҡынырға рөхсәт итмәнеләр. Ярамай тиһәләр ҙә, тороп ултырырға, әйләнеп ятырға өйрәндем. Тәүге көндән үк кеше көнлө булыуҙан ҡотолорға тырыштым. Нимә­нелер эшләй алһам, минең өсөн ул – батырлыҡ.
Кешегә һынауҙар ҙа, уңыштар ҙа Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелә. Һынауға түҙә, уңыштарға ҡыуана бе­лергә, тормошто ҡәҙерләргә кәрәк. Рәсәйҙең халыҡ артисы, цирк жонглеры Валентин Дикулдең яҙмаларын уҡып, шуға таянып, үҙемдең методиканы булдырырға, хатта конструк­торлығым ярҙамында өйҙә трена­жерҙар эшләтергә насип итте. Санкт-Петербургтан Ғайсин тигән бер невропатолог килеп, минең тренажер­ҙарҙың һыҙмаһын алды, “был — медицина кандидатлығына торошло эш” тип баһаланы. Шул ҡоролмаларҙа кө­нөнә мотлаҡ 2-шәр сәғәт шөғөлләнәм. Ошо конструкцияларҙы эшләй баш­лағанда уҡ нимәләр кисереүем, минең хәлгә ҡалғандарҙың уй-тойғоһо, туған­дарының мөнәсәбәте ныҡ ҡыҙыҡһын­дырҙы һәм әҫәрҙәремдә шуны са­ғылдырырға тырыштым. Дауахана­ларҙа үҙемдең хәлдәгеләр менән күп аралашырға тура килде.
Беҙҙең районда ла ундайҙар ныҡ күп, араларында йәштәр ҙә, студенттар ҙа бар. Миңә мөрәжәғәт итһәләр, һәр ваҡыт “Күңелегеҙ теләгән шөғөлдө табырға тырышығыҙ” тип өйрәтәм. Мейе тулыһынса икенсе уйҙар менән мәшғүл булып, үҙеңдең хәлең икенсе планға күсһә генә, күңел азатлығы тойоп, эш менән шөғөлләнергә мөмкин. Мәҫәлән, минең ваҡытым күп, теләгән әйберемде рәхәтләнеп яҙа алам. Ә эш кешеһенең минең кеүек тәмләп ултырып ижад итергә форсаты самалы. Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итә белһәң, тормоштан йәм табып йәшәргә була.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872