Күгәрсен ере бихисап талантҡа ҡанат биргән. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булып, донъяны балҡытып йәшәгән яҡташтарыбыҙ күп беҙҙең. Шулар араһында матур-матур йырҙар ижад итеп, илһамланып йәшәгән һәүәҫкәр композитор ҙа бар ине… Тик көтмәгәндә генә аяуһыҙ үлем уны беҙҙең аранан тартып алды. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, һәүәҫкәр композитор, З. Биишева исемендәге премия лауреаты Дамир Әҙелбаев 1959 йылдың 5 июлендә Үрге Сирбай ауылында Миңйыһан менән Миңлейәр Әҙелбаевтарҙың матур, татыу ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Шунда уҡ урта мәктәпте тамамлағас, Күмертауҙа ташсы-монтажсы һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлағандан һуң Өфөләге Эре панелле йорттар төҙөү тресында хеҙмәт юлын башлап ебәрә.
Әйтеп үтергә кәрәк, Әҙелбаевтар – музыканы, йыр-моңдо бик яратҡан ғаилә. Ата-әсәһе лә, Миңлегөл һәм Миңзәлә апайҙары, Кәрим ағаһы ла матур йырлай, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Бәләкәй саҡтарында, үҙҙәренеке булмаһа ла, Дамир бер иптәшенең гармунында үҙаллы уйнарға өйрәнеп ала. Миңлегөл апаһы беренсе эш хаҡынан гармун һатып алып бүләк иткәс, ҡустыһының шатлыҡтан түбәһе күккә тейгәндәй була! Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме уның ҡыуанысын! Быны яҙып та, әйтеп тә аңлатып бөтөп булмайҙыр! Бик күп йылдар үткәс тә, шул затлы бүләкте онотмай иҫенә ала ул.
1977 йылдың көҙөндә егет әрмегә алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәндә ул төрлө художество түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, шуға ла тыуған яҡҡа ҡайтыу менән клуб мөдире итеп эшкә саҡырылғас, дәртләнеп тотона. Бер аҙҙан уны район үҙәгенә күсерәләр һәм Дамир агитбригада составында концерттар менән сығыш яһай башлай.
1984 йылда тыуған ауылында вокаль-инструменталь ансамбль ойоштороп, төрлө урында концерт ҡуялар. Эшләп алған аҡсаларына клубҡа музыка ҡорамалдары һатып алалар, совхоз профкомы иһә магнитофон бүләк итә.
1986 йылда беҙҙең районға М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары гастролгә килә. Уларҙы хөрмәтләп ҡаршылайҙар, күгәрсендәр үҙҙәре лә концерт ҡуя. Баш ҡаланың сәхнә йондоҙҙары шул концертта сығыш яһаған Дамирға мотлаҡ уҡырға инергә, һәләтен үҫтерергә кәңәш бирә. Өфөгә кил, тип саҡыралар. Ябай ауыл егетенең уй-хыялдарына тап шул мәлдә пар ҡанаттар ҡуйылғандай була. Ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм вокал буйынса белем ала. Шул саҡта тәүге йырҙарын яҙа башлай.
Толпар аҡбуҙатта елдереп килеп инә эстрада йырҙары донъяһына йәш ижадсы. Шулай булмай ни, Айҙар Ғәлимовты танытҡан “Аҡбуҙат” йырының авторы тап Дамир Әҙелбаев бит! Һүҙҙәре лә, көйө лә үҙенеке! Уҡыу йортон тамамлағас, Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында музыкаль яҡтан биҙәүсе булып эшләй яҡташыбыҙ. Шулай ҙа күңелендә тыуған йырҙарҙы халыҡҡа еткереү теләге баш ҡалаға тарта һәм, 1997 йылда яңынан Өфөгә килеп, республикабыҙҙың Дәүләт академия хор капеллаһына солист булып эшкә урынлаша Дамир Әҙелбаев. Буш ваҡытында йырҙар ижад итеп, мәҙәниәт донъяһында ҡайнап йәшәй. Йырҙары аша башҡорт телен һәр саҡ күтәрергә, матурлығын күрһәтергә тырыша.
“Гәлсәр һандуғас” конкурсының беренсе сығарылышында Дамирҙың “Был ғүмер” тигән йыры иң юғары баһаға лайыҡ булды һәм “Йыл йыры” исемен яуланы. Халыҡ һөйөүен ҡаҙанған был сәнғәт әҫәрен ул төшөндә күреп уянған, аҙаҡ Фәрит Бикбулатовҡа тәҡдим иткән. Әйткәндәй, яҡташыбыҙҙың Фәрит ағай башҡарыуындағы “Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына”, “Алтын туй” тигән йырҙарын да халыҡ бик яратып ҡабул итте.
“Үҙешмәкәр композитор” тигән исем юҡҡа ғына бирелмәй — уның йырҙары бик күп, киң танылғандары ла бихисап. Рәүилә Мәсәлимова – “Мөлдөрәмә тулы силәгем”, Венер Камалов – “Йоматау”, Сәйҙә Ильясова – “Һуҡайлыға мәҙхиә”, Вилдан Яруллин – “Йөрәк”, Миңзәлә Түләбаева – “Үрмәлегөл”, Флүрә Килдейәрова “Мин яратам был тормошто” йырҙарын яратып башҡара.
Төрлө саҡтар була. Һәүәҫкәр композиторҙың тормошо байрам, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торманы: сәнғәт юлында илһамланып йә бейек күтәрелә, йә матди мәнфәғәттәрҙең ҡапма-ҡаршы килеүе арҡаһында ҡанаттары һына. Ул “Аҡбуҙат”ына атланып хыялында йондоҙҙарға оса, гүзәл тыуған еренең һәр үләненә, күбәләгенә, сәскәһенә һоҡлана, күңелендәге уйҙарын сихри моңға, шиғырға әйләндереп, моңло йырҙар ижад итә, туған телен гәлсәр шишмәләргә тиңләй ине. Күңеле тулы – тик изге уйҙар, ҡылған эштәре лә – бары яҡшылыҡ. Туғандарына, яҡындарына ғына түгел, бар кешегә лә һәр саҡ яғымлы, ипле булды Дамир Әҙелбаев.
Хәҙер инде арабыҙҙа юҡ ул. Яҙылып та, йырланып өлгөрмәгән әллә күпме йыры ҡалды. Күңелендә генә йөрөткән күпме көйөн халыҡҡа ишеттереп өлгөрмәне! Ғүмере, йырҙағыса, күккә атылған яҡты йондоҙ кеүек иҫ киткес матур булып балҡыны ла һүнде. Бөтмәҫ үкенес тойғоһо ҡалдырып, мәңгегә өҙөлдө.
Тормош дауам итә. Бөгөн Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылында йәштәр гөрләтеп донъя көтә, яңынан-яңы йорттар ҡалҡып сыға. Һәр ишек алдында бала-сағаның сыр-сыу килгәне ишетелә. Хәҙерге заман йәштәренең ауылда төпләнеүенә Дамир ағайымдың йәш сағында дәртләнеп эшләүе, тыуған ауылға һөйөүе, ихтирамы ла булышлыҡ иткәндер, моғайын.
Уға бағышлап ауыл халҡы, район мәҙәниәт йорто артистары ҡатнашлығында ойошторолған хәтер кисәһе бик тулҡынландырғыс булды. “Ҡыҙыл мәсет” төркөмөнән Илдус Шәрипов “Фәүзилә”не көйләһә, ауылдаштары, туғандары, дуҫтары тарафынан тағы ла бихисап йырҙары башҡарылды. Кисә аҙағында барлыҡ халыҡ, ауыл мәҙәниәт йорто алдына сығып, Дамир Әҙелбаевтың яҙмаһына ҡушылып, “Оло Эйек буйында” йырын гимн итеп яңғыратты, уның иҫтәлегенә һәм юбилейына бағышлап һауаға төрлө-төрлө төҫтәге 55 шар осорҙо.
Тик яҡты донъянан иртә киткән ағайымдың ауыл зыяратындағы ҡара мәрмәр ташта сағылған һынсыл ҡарашы һәм йырынан алынған “Йырҙарымды халҡым йырлап торһа, миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй” тигән һүҙҙәре үҙәкте өҙә…