Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө сәскә, йәки Киленең көндәш булһа...
Көҙгө сәскә, йәки Киленең көндәш булһа... Ниндәйҙер ғиллә менән ҡара көҙҙә урманда һаҡланып ҡалған сәскәгә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Әсе ел уның таждарын теткеләп бөткән, тамырҙарын берсә ҡар, берсә ямғыр яуып, ер өҫтөнә яртылаш асып һалған. Ә сәскә һуңғы тажы менән тәбиғәткә баға, “Тағы бер генә көн бирсе!” тип ялбара. Нескә үҫемлеккә шундай көс-ҡөҙрәт ҡайҙан килә? Нимә тота уны рәхимһеҙ, һыуыҡ ҡарлы ямғыр аҫтында? Ҡыҫҡа ғына ғүмерле сәскәне ҡулдарың менән йылытырғамы йәки, киреһенсә, ыҙаларына сик ҡуйыр өсөн өҙөп алып ҡына ташларғамы икәнлеген дә аңламаҫһың...

Дауахана түшәгендә ыңғырашып ятҡан инәйҙе лә көҙгө сәскәгә оҡ­шат­тым. Һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, зәңгәр күҙҙәре донъяға һөйөү менән баға. Палаталағы ҡатын-ҡыҙ шәп һәм тиҙ ярҙам иткән дарыу, үләндәр ту­ра­һында һөйләй башлаһа, бар иғтибарын уларға йүнәлтә. Күҙҙәрендә өмөт сат­ҡылары ҡабына. Хатта бышылдауға күскән ҡатындар янына йүгереп барып етер ине лә – аяҡтары тыңламай шул. Быны хәтеренә төшөргән инәй төшөн­көлөккә бирелә, зәңгәр күҙҙәре тоноҡ­ланып, төҫһөҙләнеп ҡала. Күпме генә һүҙ ҡушһаң да, түшәмгә текләп тик ята. Уның ара-тирә уфтанып ҡуйыуы ла үҙәкте өҙөрлөк. Хәйер, һикһән йәште ваҡлағанда шундай фажиғәне һирәк кеше күтәрә алыр ине...
Уңғанлығы, һылыулығы менән һоҡ­лан­дырған Хәҙисәгә (әхлаҡи сәбәптәр буйынса исемдәр үҙгәртелде) өйлә­нергә ашыҡҡан егет табылмай. Атаһы һуғышта һәләк булғас, әсәһе менән икәүһе генә донъя көтәләр. Сит яҡтан килен булып төшкән кешенең ярҙам итерлек туғандары ла булмай, шуға Хәҙисәнең әсәһе кешеләрҙә йомошсо урынына йөрөй. Өй аҡлау, кәртә-ҡура таҙартыу, мунса һылау, һарыҡ ҡырҡыу, бесән әҙерләү һ.б. эштәр менән ҡыҙ бәләкәйҙән таныш була. Әсәһенең йыш ауырыуы Хәҙисәнең йөрәген өҙгөләй. Ҡәҙерле кешеһе был донъяны ташлап китеп барһа, кемгә таяныр? Шуға күрә өс бала менән яңғыҙы ҡалған Морат һоратҡас, ул күп уйлап тормай, ризалаша. Бығаса ауыл егет­тәре Хәҙисәгә күҙ атһа ла, ата-әсәләре уларҙы: “Ырыуһыҙ-туғанһыҙ, малһыҙ-йортһоҙ ҡыҙға өйләнмәйһең!” – тип кире борған була.
Мораттың игеҙәк улдарына – өс, ә ҡыҙына ни бары бер йәш. Хәҙисә балаларға бар һөйөүен, наҙын бирә. Кескәйҙәрҙең “әсәй” тип өндәшеүен ишетеп ҡыҙ шул тиклем ҡыуана. Уларҙы матур итеп кейендереп, ауыл урамы буйлап етәкләп алып йөрөй. Тик Моратының туғандары уны ҡабул итергә теләмәй, һәр саҡ ситкә тибә. Балалары ҙурая башлағас та, иренең бер туған апаһы: “Ул әсәйегеҙ түгел, һеҙҙеке үлде, быныһы – үгәй”, – тип тылҡый. Үҙ донъяһы, мәшәҡәте менән йәшәгән оло ҡатынға был ни өсөн кәрәк булғандыр, әммә улдары һәм ҡыҙы Хәҙисәнән ситләшә башлай. “Һин – үгәй әсә!” – тип йорт эштәрендә яр­ҙам­лашыуҙан баш тарталар. Үҙ йәнен­дәй күреп тәрбиәләгән балаларҙың был ҡылығына күңеле ҡалған Хәҙисә иренә барыһын да илаулап һөйләй. Атай кеше күп уйлап тормай, ҡайышҡа тотона. Балалар бынан һуң йорт эштә­рендә ярҙамлашһа ла, Хәҙисәгә ҡарата бөтөнләй һыуына. Ә инде ғаиләлә бер-бер артлы уртаҡ балаларҙың донъяға килеүе уларҙы өйөнән бөтөнләй биҙҙерә. Һигеҙ класты тамамлау менән ситкә сығып китәләр һәм атай йортона әйләнеп ҡайтмайҙар.
Хәҙисә мөғжизә булып донъяға килгән ҡыҙына ҡыуанып бөтә алмай. Нисәмә йыл бергә йәшәп тә балаһы булмағанға бар ауыл көлгән төҫлө тойола уға бығаса. Мораттың туғандары: “Ҡыҫыр һыйырҙы ла бер йыл тоталар ҙа һуялар, ә һинән ни файҙа?” – тип йәнен үртәй. Шуға күрә ҡыҙынан һуң ике йылдан улы ла донъяға килгәс, Хәҙисә үҙен иң бәхетле кеше тип һа­най. Ауылда туғандары булмағас, ул бар булмышын ғаиләһенә бағышлай.
Колхоздың төрлө эшендә йөрөп, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған Хәҙисә йортон да гөлдәй итеп тота. Аш-һыу яраштырырға, кейем тегергә оҫта ҡатынға иренең аҙғын булыуы тураһында бер нисә мәртәбә хәбәр еткерәләр. Аҙаҡ Морат бер яңғыҙ һауынсы менән асыҡтан-асыҡ йөрөй башлай. Хәҙисә барыһына ла теш ҡыҫып түҙә. Иренең: “Һинең был йортта бер нәмәң дә юҡ, оҡшамаһа, бала­ларыңды ал да сығып кит!” – тигән һүҙҙәрендә ниндәйҙер хаҡлыҡ барлы­ғын белеп, үҙен ғәйепле тойоп йәшәй.
Ҡыҙы бала саҡтан әсәһенә үҙенең ауылдан ситтә, бик алыҫта йәшәргә хыялланыуы тураһында йыш әйтә. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарының әсәһен дә, үҙен дә өнәп еткермәүҙәрен тойоп үҫә ул. Ҡыҙыҡай хыялына тоғро ҡала – Өфөлә һөнәрселек училищеһын тамамлаған­дан һуң, алыҫ яҡтарға сығып китә. Шунда украин егетенә кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән ауылға бер мәртәбә генә ҡайталар. Хәҙисә менән Морат башҡортса белмәгән кейәүҙәре менән нимә тураһында һөйләшергә лә белмәй. Ә инде ҡунаҡтарҙы ололап табынға ҡаҙы, ҡарта, йылҡы итенән бишбармаҡ ҡуйылғас, кейәүҙәре табынды ҡалдырып, йүгереп тигәндәй тышҡа сығып китә. Ҡыҙҙары үпкәләп: “Һыйыр ите юҡ инеме ни? Кейәүегеҙ өсөн йылҡы итен ашау кеше итен ашауға тиң”, – тигәс, ата-әсә бөтөнләй ултыра төшә.
Кейәүе менән ҡыҙы, ялға тип килһә лә, бер төн генә йоҡлап, таң менән ашыҡ-бошоҡ юлға сыға. Кейәүенең үҙҙә­ренә сәйерһенеп ҡарауын, ә ҡыҙы­ның уға ярарға тырышыуын күреүе Хәҙисәгә үтә ауыр була. Бынан һуң ҡыҙҙарының хаты һирәгәйә, ә һуңынан бөтөнләй бәйләнеш өҙөлә. Хәҙисә, ниҙер булғандыр тип, уны телефон аша һөйләшеүгә саҡырта. Ҡыҙы: “Мам, да ничего не случилось. Просто у ме­ня – своя жизнь, у вас – своя. Так уж получилось, что Коле вы не понравились, а в аул возвращаться я не хочу”, – ти ҙә элемтә өҙөлә.
Хәҙисәнең йөрәге урынынан ҡуба, әммә барыһына ла түҙергә тырыша ул. Әсә бар һөйөүен, иғтибарын улына йүнәлтә. Ауылда һәүетемсә генә эшләп йөрөгән егеттең өйләнергә ашыҡмауы ғына эсен бошора. Улы башҡалар ке­үек эсеп йөрөмәй, аҡсаһын да әсәһенә алып ҡайтып бирә. Хәҙисә уның бер тинен дә тотонмай, буласаҡ туйға һалып бара. Тик Мөхтәр эшкә бара ла йортона ҡайта, клубҡа сыҡмай, ҡыҙҙар менән аралашмай. Хәҙисә улына: “Инде алтмышты үттек, ә һин беҙгә ейән-ейәнсәр ҡыуанысын бүләк итергә уйламайһың да”, – тип йыш илаулай.
Ә бер кис улы эштә оҙаҡлап китә. Уның бындай ғәҙәте булмағас, әсә хафаға ҡала. Тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп, Мөхтәрен көтә. Иптәшенән улының ҡалаға машина менән сығыуын ишет­кәс, бөтөнләй ҡото оса. Мөхтәре әллә ниндәй ҡурҡыныс аварияға эләккәндер инде, тип ҡурҡып йоҡламай ултырған­да, өй ишеге асылып китә. Улы йәш кенә ҡыҙыҡайҙы эйәртеп килеп инә. Мөхтәрҙең ҡыҙмаса булыуын һиҙеп, әсәһе ныҡ аптырай. Улы рулдә бер ҡасан да эсмәй бит! Ул: “Әсәй, был Мәҙинә була. Ул бөгөн беҙҙә ҡуна”, – ти ҙә урынына барып ауа.
Иртәнсәк Мөхтәр эшкә китә, ә ҡыҙ төшкә тиклем тормай. Уянғас та тартынмай, әҙер ашты ултырып ашай ҙа кире йоҡо бүлмәһенә инеп китә. Хәҙисә түҙмәй, ҡыҙҙан: “Һин төшкө автобусҡа сыҡмайһыңмы? Ҡайһы яҡтанһың?” – тип һораша башлай. Тик ҡыҙ: “Миңә Мөхтәр көтөргә ҡушты”, – тиеүҙән артығын әйтмәй.
Кисен ҡыҙҙы йәнә күреп, әсә кеше һиҫкәнә. “Әсәләре борсолалыр, алып барып ҡуяйыҡ”, – тигәс, Мәҙинә илай башлай. “Мин кисә ҡайтмағас, өйгә индермәҫтәр. Үгәй атай менән йәшәйбеҙ”, – ти ул. Әсә Мөхтәргә һораулы ҡарашын төбәгәс, уныһы “Килен һорай инең бит. Бына алып ҡайттым!” – ти.
Шулай уйламағанда киленле була Хәҙисә. Әлбиттә, Мәҙинәнең күп ҡылығын өнәп еткермәй, әммә, үҙен элек нисек ситкә тибеүҙәрен хәтерләп, уға ярҙам итергә тырыша. Ләкин ҡыҙ ҡәйнә өйрәткәндәрҙе иғтибарға алырға теләмәй. Иртәнсәк ярым-яланғас йөрөгәненә асыуланһа, “Нимә, баба­йың­ды ҡыҙғанаһыңмы?” тип кенә ебә­рә. Ә инде килененең ете айҙан һуң бала табыуы ғаиләне көлкөгә ҡалдыра. Мәҙинә: “Ете айлыҡ булып тыуҙы”, – тиһә лә, барыһы ла уның ауырлы булып килеүен яҡшы аңлай. Мөхтәр йыш ҡына эсә башлай. Мәҙинә, хафаға ҡалыу урынына, уға ҡушылып эсә. Бер-бер артлы тағы ике бала табалар. Улының эскелек һаҙлығына батып барыуын күргән әсә төрлөсә ярҙам итергә тырыша, әммә Мөхтәр тыңларға ла, ишетергә лә теләмәй.
Килененең бер көн иртәнсәк Мо­ратҡа ла: “Ҡайным, аппетит өсөн кәрәк бит ул. Эс әйҙә, эс”, – тип һыра һуҙыуын күреп, Хәҙисә урынында ҡатып ҡала. Хәҙер ире быны туҙҙырып ташлар тип өмөтләнгәндә, уныһы, бот төбөнән халат кейгән килененә күҙҙәрен майландырып ҡарап, һыраны һемереп тә ҡуя.
Хәҙисә иренә килененең улдарын упҡынға этәреүен, уларҙы берәй нисек айырырға кәрәклеген белдерә, бала­ларҙы үҙебеҙгә алып ҡалырбыҙ, тип әйтә. Әммә тегеһе йәш ҡатынды яҡлап сыға. Тиҙҙән Мөхтәрҙе эскелеге өсөн эшенән ҡыуалар. Ғаилә ата-әсә пен­сия­һына һәм балалар пособиеһына йә­шәй. Мәҙинә, ҡайныһының яҡла­шы­уын тойоп, ҡәйнәһенә ҡысҡырыуҙан да тартынмай башлай. Мәңге иҫерек Мөх­тәр әсәһен йәлләй, әммә йәне өсөн кәрәк “йөҙ грамды” Мәҙинә генә ҡойоп би­рәсәген аңлай һәм бер ни ҙә өндәшмәй.
Хәҙисә инәй бер мәл төнө буйы һа­ташып, таңға ҡарай ғына йоҡоға тала. Төшөндә улын күрә ул. Яңғыҙ ҡайынға һыйынып баҫҡан Мөхтәрҙе ап-аҡ томан уратып алған, имеш. Унан ул ҡапыл әсәһенә боролоп ҡарап: “Үҙең өйлән тинең дә ҡалдың шул, әсәй!” – тип әйтә лә төбө күренмәҫ упҡынға ҡолай...
Хәҙисә, ҡото осоп уянып, белгән доғаларын уҡый. Күңеле тынысланмай, йөрәге дарҫлап тибә. Түҙмәй, ишек ал­дына сыға. Таң беленеп килә. Хәҙи­сәне күңеле мал кәртәһе яғына тарта. Ишекте асып ебәреү менән аҫылынып торған улын күрә. “Эх, улым, ни эшләнең һин?!”
Хәҙисә улын үҙ ҡулдары менән ҡәҙерләп ерләй алмай. Йөрәк өйәнәге тотоп, һөйләшә лә алмай өс ай ята ул дауаханала. “Мөхтәрҙе көсләп өйлән­дереп, үҙем үлтерҙем”, – тип илай.
Ваҡыт – дауа, тигәндәй, Хәҙисә аяҡҡа баҫып, йортона әйләнеп ҡайта. Тәү сиратта улына бағышлап Ҡөрьән уҡыта. Уның бәҫһеҙләп, соланға сыға­рып ырғытылған кейемдәрен иптәш­тәренә таратып бирә. Зыяратҡа барып ҡайтҡас, ниндәйҙер еңеллек тойғандай була. Шунан ары Мөхтәрҙең ҡәбере янына көн дә йөрөй башлай. Киле­не­нең әрләүенә, Мораттың Мәҙинәне тыйыу урынына ҡушылып талауына ла күнегеп китә.
Ә бер көн Мәҙинә ҡәйнәһен ныҡ итеп этеп ебәрә. Башы менән барып төшкән Хәҙисәнең танауынан ҡан китә. Килене тәүҙә шымтайып ҡала, әммә, ҡәйнәһенең бер кемгә лә зарланмаҫын аңлағас, шашыуын дауам итә. Шул көндән алып ул Хәҙисәгә ҡулына килеп эләккән әйберҙәр менән һуға башлай. Мораты, килендең һаулығы ҡаҡшаған хәләл ефетен йәберләүен күрһә лә, өндәшмәй.
Бер көн Хәҙисә өйөнә инә алмай. Ейәндәре мәктәптә, баҡсала, ә өйҙә Мәҙинә менән Морат булырға тейеш. Оҙаҡ ҡына тупһала ултырғандан һуң ғына ишек эстән асыла. Ошонан һуң күп тә үтмәй Хәҙисә ауырып китә. Тән температураһы, ҡан баҫымы ныҡ күтәрелгән әбейгә табип саҡыртыусы булмай. Килене: “Тиҙерәк дөмөгөрһөң!” – тиеүҙән дә тартынмай. Ә кисен иҫе инерле-сығырлы булып ятҡан әбейҙе Мәҙинә ишек алдындағы яғылмай торған усаҡлыҡҡа һөйрәп сығара. Тәне унда һуғылып, бында һуғылып барған инәй Хоҙай Тәғәләнән үҙенә тиҙерәк әжәл ебәреүен ялбара. Тик бер ай тиерлек ҡаты-ҡото икмәк һәм һыу менән туҡланып шунда ятырға тура килә. Тәне туңа башлаған әбейҙе күрше-тирә осраҡлы рәүештә килеп тапмаһа, Хәҙисәне ҡотҡарып булмаҫ ине.
Ауыл халҡы Мәҙинәнең ҡайныһы менән ирле-ҡатынлы булып йәшәүен ишетеп шаҡ ҡата. “Булмаҫ, ғәйбәттер. Иреңдең атаһы – үҙеңдән ҡырҡ йәшкә өлкән, теше ҡойолоп бөткән бабай – менән нисек ятмаҡ кәрәк. Хәҙисә инәй иҫән бит әле!” – ти күптәр. Шул саҡ кемдер әбейҙең күптән күренмәүе тураһында әйтә. Мәҙинә күптәрҙе ҡәйнәһенең ниндәйҙер ауылға китеүе хаҡында алдаған да булып сыға. Бала күңеле – быяла, тигәндәй, балалар баҡсаһына йөрөгән Мәҙинәнең ҡыҙы­ның да “хәҙер беҙҙең ҡартатай атай булды”, – тип һөйләнеүен иғтибарға алалар.
Күршеләр бикле усаҡлыҡты емереп инә. Өшөгән, аңы томаланған Хәҙисәне дауаханаға алып киләләр. “Ниңә генә ҡотҡарҙығыҙ? – тип үпкә белдерә һуңынан уларға әбей – Мөхтәремде көсләп өйләндереп, башына еткәнем өсөн яза ине бит миңә”.
Хәҙисә инәй ире һәм килене өҫтөнән судҡа ғариза яҙыуҙан баш тартты. Дауаханала уға йән ингәндәй булды – үлем тураһында хыялланған әбекәй ҡояш ҡалҡыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ҡоро тарамыш ҡулдары ме­нән карауат башына тотоноп, тәҙ­рәнән төшкән нурҙарға ҡаршы ынтыла, уға битен ҡуйып иркәләнә. Әйтерһең дә, әсе елдәргә бирешмәгән яңғыҙ һәм бәхетһеҙ көҙгө сәскә...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 124

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 475

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 112

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 919

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 681

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 265

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 586

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 525

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536