Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...”
“Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...” йәки Мин нисек ялды файҙалы үткәрергә өйрәндем

Көньяҡ Уралда ғүмер иткән туғаным миңә, август айында сыҡҡан район гәзитенә төрөп, күршем аша күстәнәс биреп ебәргән. Баҫмаға күҙ йүгерттем. Айырыуса һуңғы бит иғтибарымды йәлеп итте. Тотошлай иғлан менән тулғайны ул. Вәт, былар йәшәй, исмаһам! Уйлап ҡараһаң, бәләкәй генә ҡала. Берәүҙәр мал-тыуар йәки техника һата; кемдер, күп аҡса вәғәҙәләп, төҙөлөш бригадаһы йыя; димселәр таныштырыу өсөн яңғыҙҙарҙы эҙләй; шәхси эшҡыуар төҙөк автомобилдәре булған тәжрибәле водителдәрҙе үҙенә ярҙамға саҡыра... Иң аҫтағы иғланға буяуҙы ҡуйы итеп биргәндәр. Был яҡҡа юл йыш төшә, ә ниңә йөрьәт итмәҫкә? Бензинлыҡ аҡса эсте тишмәҫ бит. Ҡалала телевизор алдында бот күтәреп тик ятҡансы, бәлки, кеҫә ҡалынайтып та булыр. Әллә белешеп ҡарарға инде...



Тәүәккәлләнем!

Шылтыратырға булдым:
– Хәйерле көн!
– Һаумыһығыҙ! Һеҙ “Маяҡ” менән бәйләнештә, – тип яуап бирә яңғырауыҡ тауышлы ҡыҙ. Бик шәп һөйләй – автоматтан атҡан шикелле.
– Иғлан буйынса шылтыратам.
– Һөйләгеҙ, тыңлайым.
– Һеҙгә водителдәр кәрәк икән.
– Стажығыҙ нисә йыл?
– 1996 йылдан бирле рулдәмен.
– Машинағыҙҙың маркаһын әйтегеҙ әле. Нисәнсе йылғы? Мәликә минең исемем, ә һеҙ?
Барыһына ла дөрөҫ итеп яуап бирәм.
– Автомобилегеҙгә техник күҙәтеүҙе йыш үткәрәһегеҙме?
– Ун мең километр һайын.
– Алыҫ араға сыҡҡанығыҙ бармы?
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигән шикелле, минең менән хеҙмәттәшлек итергә тулыһынса ризалар. Иң мөһиме – хәҙерҙән үк “путевка яҙа” алыуы тураһында хәбәр еткерә бит әле диспетчер. Әлегә мөмкинлек сикле, төп эшемде юғалтҡым килмәй, шуға күрә бер нисә көнгә кисектерәм тәү ҡарамаҡҡа төшөмлө кәсепте.
...Таң менән “смс” килеүен белдереп, кеҫә телефоным йырларға тотонмаһынмы! Бәй, иртә тим, сәғәт туғыҙ тулып уҙған. Беҙ, ҡала кешеләре, был ваҡытта рәхәтләнеп иҙрәп йоҡлайбыҙ. Онотолған: миңә бит оҙон юлға бөгөн. Әлдә кисә машинамды йыуғайным, унан бигерәк ике көн элек техник тикшереү үткәргәйнем. Борсолорға сәбәп юҡ-юҡлыҡҡа. Диспетчер дүрт кешенең телефон һандарын ебәргән, тимәк, машинам тулы буласаҡ. Хәҙер улар менән бәйләнешкә генә инергә кәрәк.
Күп тә үтмәне, кемдеңдер шылтыратыуын ишеттем. Дисплейҙа миңә таныш һандар күренә, кисәге “командир тауыш”. Ул “смс”ты алыуым-алмауым хаҡында төпсөндө, кешеләрҙе йыйып бөтөп, юлға сыҡҡас та тағы хәбәр итеүҙе һораны. “Беҙгә килеп еткәс, такси хужаһын мотлаҡ күрегеҙ”, – тип тә өҫтәне.
Баш ҡаланан шәмбе көндөҙгө сәғәт 12-лә ҡуҙ­ғалырға тейеш инек, ярты сәғәткә һуңланыҡ. Өс клиенттың берәүһе, нәҡ алғы урынды һайлағаны, 12 тулырға ун минут ҡалғанда ғына ҡайтмаясағын белдерҙе, ғәфү үтенде. Ҡайһылай әҙәпле ҡылана. Бына һиңә мә! Бер урын буш. Бының өсөн уны – “отказник”ты – әрләп тә булмай. Ни хәл итәһең? Тиҙ генә Мәликәгә шылтыратып, был турала доклад яһаным.
– Өсәү менән килермен дә ул, иртәгә кирегә дүрт кеше менән ҡайтырһың тип кем гарантия бирә? – Икеләнеүемде тышҡа сығарҙым, шартлар сиккә етеп. – Файҙа булмаясаҡ та баһа...
– Көтөңкөрә, клиент табырмын. Башҡаларҙы, ҡуҙғалыу ваҡыты әҙгә генә шылды, тип иҫкәртә тор, – тине ҡыҙ яйлап ҡына.
Үтә тыныс ҡылана. Ысынлап та, минең шикелле ниңә сәбәләнергә? Юҡ икән, юҡ. Уға екеренеү ҙә, дәғүә белдереү ҙә мөмкин түгел. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында тигәндәй. Кем әйтмешләй, һин ниәт итәһең, ә Хоҙай бойора.
Мәликә хәстәрләгән “дүртенсе” үҙе килеп тапты беҙҙе. Ҡырҡҡа ярылырҙай булып көйөп ултырғанда. Етмәһә, утҡа кәрәсин һипкәндәй, берәүһе: “Ҡасан ҡуҙғалабыҙ, ҡасан?” – тип маҙаға тейә ине. Май ҡояшылай балҡыған бер һылыуҡайҙың ҡыҙылға мансылған тырнаҡтары менән машина тәҙрәһенә сиртеүенә һиҫкәнеп киттем. Баҡтиһәң, уға диспетчер ҡыҙ ҡайҙа көтөп ултырыуыбыҙҙы әйткән. Күп тә үтмәне, үҙе лә шылтыратты. “Эйе, бөтәһе лә яҡшы, юлдабыҙ”, – тип яуап бирҙем уға Ағиҙел күперен сығып барышлай.
Шулай итеп, баш ҡаланан 450 саҡрым алыҫ­лыҡта ятҡан төбәккә юлландыҡ. Кемдер тәрән йоҡоға талды, икенсеһе телефон аша туғандарына ҡайтып килеүе хаҡында еткерҙе, бүтәндәр тамаҡ туйҙыра. Минең башта иһә мең төрлө уй. Быларҙы ҡайһылайтып алып барып еткерермен? Юл нисек икән? Иртәгә тулы килеш юлға сыға алырмынмы? Күпме аҡса алып ҡайтыу уйы ла юҡ түгел. Ни тиһәң дә, бындай һөнәргә, эйе-эйе, яуаплылыҡҡа беренсе тапҡыр егелеүем. Әммә берәү ҙә маңлайға пистолет терәп бойорманы, барыһы ла үҙемдең теләгем буйынса бара...

Юлаусыларым – фекерҙәштәрем

Алда ултырған ҡыҙҙың сибәрлеге иҫте китәрҙе. Үҙенә ҡаратырлыҡ бер әйбер ҙә кеймәгән кеүек: ир-ат күреп өйрәнгән һорғолт кофта, джинсы салбар, ҡыҫҡа итек... Шулай ҙа ниндәйҙер ылыҡтырғыс көскә эйә инде. Үткер ҡарашлы, хәбәрен күҙгә тура ҡарап һөйләй, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштар, аҡҡош муйын, яурынға төшөп торған сәс. Ҡыҫҡаһы, ыҙаланып таксиҙа йөрөү был матурҡайҙы биҙәмәгән кеүек тойолдо. Үҙен берәй мөхәббәт киноһына төшөрһәләр, хатта төп ролде бирһәләр, бик тә ҡулайлы булыр ине.. Шундай уйға бирел­гәндә, ҡыҙ көтмәгәндә былай тип һорамаһынмы:
– Мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
Алдан артыҡ бер нәмә тураһында ла һүҙ ҡуйыртмағас, тәүҙә юғалып ҡалдым.
– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – Иҫемә килгәндәй, йәһүдтәрсә һорауға ҡаршы һорау бирҙем.
– Ә мин ышанам, – тине юлдашым һорауыма яуап бирер урынға. – Әхирәтем туйына ике ай элек үк саҡырғайны. Ваҡытым тығыҙ, тантанағыҙҙа ҡатнаша алмам, тип вәғәҙә бирмәй килдем. Ә күңелдә үҙем дә аңламаған көс, бала саҡтан бергә уйнап үҫкән Гәүһәрҙең мәжлесенә барырға тейешһең, тип дәртләндерә килде. Элек, тыуған яғыма ҡайтыр булһам, бер көн алдан диспетчерға шылтыратып, урын белешеп ҡуя торғайным. Әле иһә уяндым да үҙем дә аңламаҫтан: “Туйға ҡайтам!” – тинем һәм такси саҡырттым. Ә иртәгә – күңелле табын! Серҙәшем ҡайһылай ҡыуанасаҡ, шулай бит?
Ул тәтелдәй, юҡ, улай түгел, сылтырап аҡҡан шишмә тауышы сығара, ә мин, илгәҙәктең алсаҡлығына ғәжәпләнеп, “тимер ат”ты сыбыртҡылайым. “Әлбиттә, шулай”, “эйе”, “юҡ” тиеү менән генә сикләнәм.
Ҡаршы килгән бер машина беҙгә ышҡылып тигәндәй үтеп китте. Бәрелеүен-бәрелмәҫ тә ине, шулай ҙа белендермәй генә юл ситенә һыйынып өлгөрҙөм. “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тиҙәр бит. Артта саң ҡойоно уйнауы хәүефтән араланып ҡалыуыбыҙ хаҡында асыҡ һөйләй ине. Йәнәшәмдәге юлаусым да быны шәйләгән икән.
– Бындай хәүефле осраҡтарға йыш тарыйһығыҙмы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Хоҙай күрһәтмәһен берәүгә лә. Һирәк була бындай хәлдәр... – тип тегене тынысландырҙым. – Ә һеҙгә кем тип өндәшергә?
– Гөлиә булам.
– Ә һеҙ исемдең яҙмышҡа йоғонтоһо тураһында ишеткәнегеҙ бармы? – тип мәрәкәләп, һүҙҙе икенсегә борам.
– Ә ике исемлеләр оҙон ғүмерле була, тиҙәр. Быға ла ышанам... Яҡын әхирәт-дуҫтарым өсөн мин – Гуля.
Гөлиә-Гуля. Уның шаянлығын тойоп киләм. Үҙе йәш кенә булһа ла, ҡайһылай телсәр һәм күпте белә. Кинәйә менән һөйләй, хәбәр йомғағын алыҫтан һүтә.
Һөйкөмлө әңгәмәсем юғары уҡыу йорттарының береһендә психолог һөнәренә уҡығанлығы, хәҙер үҙе студенттарға лекция биреүе хаҡында бәйән итте. Тормошта бер нәмә лә юҡтан барлыҡҡа килмәгән, һәр ҡайһыһында ниндәйҙер хикмәт ята. Ул серҙе сисеү инде һәр кемдең үҙенә бәйле.
Профессор менән булған ҡыҙыҡ осраҡты бәйән итте юлдашым. Аудиторияға инеп имтихан алыр алдынан фән докторы усын йомоп, унда нимә булыуын һорашҡан. Утыҙ үҫмер араһынан икәүһе генә дөрөҫ яуап биргән, шуның береһе – минең янда ултырыусы. Әлбиттә, күбәләк тураһындағы ғибрәтле хикәйәтте белә инем, йомаҡҡа дөрөҫ яуап биреп егетлекте күрһәтергә лә булыр ине, ләкин улай итмәнем, юрамал белмәмешкә һалыштым. Мин Гөлиә йөҙөндә заманса йәштәрҙе әҙме-күпме төҫмөрләнем. Уҡыуға ынтылыш, замандан алдараҡ атлау, тәрән фекерлелек, юғары мәҙәнилек һәм башҡа ыңғай сифаттары ғорурлыҡ тойғоһо уятты...
Арттағы өсәүҙең урталағыһы – минең тиҫтер. Тәүге йылдарҙа колхозда бригадир вазифаһын үтәгән, үҙе әйтеүенсә, тегендә-бында сапҡан. Хужалыҡтар тарҡалғас, эшһеҙ ҡалып, яҙмыш ҡосағына ташланған. Быға тиклем ҡайҙа ғына бил бөкмәгән ул! Мәскәү, Ярославль кеүек алыҫ тарафтарҙа бәхетен эҙләп ҡараған, әммә һис кенә лә донъяһын бөтәйтә алмаған. Ә өйөндә – кәләше һәм мәктәптә уҡыған өс балаһы. Эш тип күптәр алдаған, ҡайһы берәүҙәр, алтын тауҙар вәғәҙә итеп, көнлөксө сифатында тотҡан. Әле Өфөлә төҙөлөштә тир түгә, “ике ай өсөн 50 мең һум түләнеләр” тип беренсе тапҡыр атҡа менгән малайҙай ҡыуана (айына 25 мең һум килеп сыға инде, бер ай эшләп, бер ай ял иткәс).
Егет тәүҙә беҙҙең әңгәмәгә һирәк-һаяҡ ҡыҫылып ултырҙы ла тыңлауға күсте. Ә артта ултырған ҡыҙ I курс студенты икән. Һөйләүенсә, әсәһен ныҡ итеп һағынған да ҡайтырға сыҡҡан. Эстән генә доғалар уҡыусы апай иһә дауаханала оҙаҡ ятҡан, врачтар үлем тырнағынан саҡ йолоп алып ҡалған уны. “Палатаға носилкаға һалып индергәйнеләр, үҙемдең аяҡтарым менән атлап сыҡтым”, – ти, һөйөнөсө йөҙөндә сағыла. Ысынлап та, шатлығы ни тора! Нисәмә төрлө яҙмышлы кешеләр, ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы...
Алыҫ юл – атты, ауыр юл ирҙе һынай. Тәғәйен араның сама менән өстән бер өлөшөн үткәс, Минйәр ҡасабаһында туҡтап ял итеп алдыҡ. Йоланан ситкә тайпылып булмай бит. Хәйер, маршрут автобусы шикелле бер урында ғына туҡтап алыу тигән ҡанун юҡ был осраҡта. Клиент ҡайҙа теләй, шунда боролаһың. Уның ни ҡыйынлығы, түләһендәр генә, барыһына ла риза водитель. “Һеҙҙең аҡсаға теләһә ниндәй мыжыуға түҙермен”, – тиҙәр ундай саҡта.
Бына район сиген үтеүҙе аңлатҡан яҙыуҙы уҡыныҡ, унан күп тә бармай ҡалаға килеп индек. Сәфәргә сыҡҡанда яҡшы юлдаш осратыу – уңышҡа, тигәнде ишеткәнем бар. Биш сәғәтлек юл һиҙелмәне тимәйем, шулай ҙа ҡасан барып етеүҙе түҙемһеҙләнеп көттөм.
Ҡала буйлап дүртеһен дүрт урынға – ҡапҡаларының төбөнә үк – ҡалдырғас, рәхмәт яуҙырҙылар. Белеүемсә, бәләкәй ҡала булһа ла, ҡайһы бер сос шоферҙар пассажирҙарын йортона тиклем еткергәне өсөн аҡса талап итә икән.

Төндә кемдәр йөрөй?

Ниәтем – туғандарға барып ял итеү. Алдан һүҙ ҡуйышҡанса, уларҙа күҙемде элеп алайым тип диванда ҡырын төшөп ятҡанда киске сәғәт һигеҙ тирәһе булғандыр, “Төнгө сәғәт 2-лә юлға сыҡмаҫһыңмы?” тип тәҡдим индерҙе диспетчер. Имеш, тәртипкә күнмәгән бер водителе баш тартҡан. “Таш яуып торһа ла, барыбер иртәгә баш ҡалаға ҡайтырға бит, мөмкин”, – тинем дә уйға сумдым. Көндөҙ йөрөп өйрәнелгән, ә был осраҡта... Утын ташымайым бит, тере йән эйәләре. “Һине берәү ҙә көсләп юлға сығарманы, үҙ ихтыярыңда ине бөтәһе лә”, – тип эске тауыш йәнә сәмләндерә мине.
Тамаҡ ялғанды, өҫтәүенә пландан тыш рәхәтләнеп мунса индем. Әҙерәк серем итеп алғайным, яңынан тыуғандай хис иттем үҙемде. Бөтә арыуҙарым, әйтерһең, ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты.
Өфөләге шикелле барыһына ла шылтыратып, урынын һәм ваҡытын килештек. Артҡа ҡунаҡлаусыларҙы “бәхетле йәндәр” тип атаным, сөнки был икәү нәҡ бер-береһе өсөн тыуғандыр кеүек тойолдо. Егете – бөркөт, ҡыҙы – аҡҡош. Береһе икенсеһенең күҙенә генә ҡарап тора, етәкләшеп тигәндәй машинаға инеп һеңделәр. Йәштәргә бәхет теләнем эстән генә. Эргәләренән матур һаҡланған бер апай урын алды, моғайын, мөғәллимәлер. Ә күршемме... Барыбер ҙә эргәләге кеше менән күп нәмә бәйлелер, минеңсә. Автомобилде ҡап уртаға бүлеп ҡарағанда, арттағылар иҫәпкә алынмай, айырыуса алдағы мөхит һәйбәт булһын. Егеттәр теле менән нарыҡлағанда, берәй бумалабашты көткәйнем, мәрәкәләшеп, һоҡланып ҡарап барыр өсөн, ләкин өмөттәрем аҡланманы. Шкаф шикелле бер ҡарт ултырҙы яныма. Уны улы менән килене оҙатып ҡалды, ә баш ҡалала ҡыҙы менән кейәүе ҡаршыларға тейеш икән. Бабай үҙе дәү, унан бигерәк сумкалары күп ине, багажникка саҡ һыйҙырҙыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, шул минуттарҙа кем менәндер һөйләшеү теләге юҡҡа сыҡты. Уйымды аңланылар, ахырыһы, барыһы ла һүҙ ҡуйышҡандай ҡаланан сығыу менән бер үк ваҡытта тиерлек ҡаты йоҡоға талды.
Бер һабаҡташым төндә сәфәр сығырға әүәҫ. Аңлатыуынса, был ваҡытта һиллек, юл асыҡ, берәү ҙә ҡамасауламай. Бәлки, шулайҙыр, бәхәскә кермәнем теге ваҡыт уның менән осрашҡанда. Әгәр ҙә “йәкшәмбе таксисы”на әйләнһәм, ҡараңғыла йөрөргә миңә лә өйрәнергә кәрәк, тип Наполеон пландары ҡорам. Әйткәндәй, онотоп торам, шәмбе кис такси хужаһы менән күрештем бит әле. Илле йәштәр тирәһендәге ағай икән, ҡояшта йыш ҡыҙынғанғамы икән, йөҙө ҡаҙан төбөнән саҡ ҡына ағыраҡ тойолдо. Шундай мыҡты кеше, бәлки, йәш саҡта штанга күтәреү менән шөғөлләнгәндер. Документтарыма күҙ йүгертте, бигерәк тә “ҡорос ат”ымды, энәһенән ебенә тиклем үк булмаһа ла, етди итеп тикшерҙе, хатта эстакадаға мендереп ҡараны. Уның ҡулымды ныҡ итеп ҡыҫып, хәйерле юл теләүенән минең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер икәнен аңланым.
Төн. Серле төн. Бөтә тәбиғәт йоҡоға талғандай. Машина эсендәгеләр ҙә серем итә. Бабай ғына унда-бында ыңғырашып ҡуя. Ғүмер буйы шофер йөгөн тартҡан атайымдың һүҙҙәре хәтергә төштө. Әйткәндәй, ул көндөҙ йөрөү яҡлы ине. “Тирә-яҡ алыҫтан уҡ асыҡ күренеп тороуға ни етә инде”, – тип йыш ҡабатлай торғайны. Ә бында билдәһеҙлек менән көрәшәһең, ҡараңғылыҡты ярып алға сабаһың да сабаһың. Сабаһың тиеү бигүк ысынбарлыҡҡа тап килеп тә бөтмәй. Ҡараңғыла тиҙлекте сәғәтенә 90 саҡрымдан арттырырға ярамай, тиҙәр, тулыһынса килешәм.
Төнгө сәғәт 3-тәрҙә тәүге ауыл эсенән шыжлатып үтеп киттек. Урамға терәлеп тигәндәй ултырған өйҙәрҙә йәшәүселәргә түҙемлек бирһен. Өфөгә юл тик улар аша уҙа, бүтән бер яҡтан да түгел. Ауыл уратып тау аҡтара-аҡтара юл һалырға ла булалыр, ләкин ул эш күп сығым талап итәсәк. Юл ситендәге йорттарҙа һәр саҡ тауыштыр инде, етмәһә, төндә машинаның фары йорт эсенә прожектор һымаҡ яҡтырта.
Өрөп ҡаршы алған өс этте күрмәмешкә һалышҡанда, ауыл “әүен баҙары”на киткән. Оло урамдың бер яғындағы бағана башынан фонарь тоноҡ ҡына яҡтылыҡ сәсә. Ана, урта тирәләге бер йортта ла ут яна икән. Әгәр эргәмдәге бабай йоҡламаһа, ҡыҙыҡ өсөн уның менән ошо өйҙә кемдең көн итеүе, ни өсөн утын һүндермәүе тураһында фаразлап шаяртыр инек. Бында яңғыҙ ҡалған өлкән йәштәрҙәге берәү ғүмер йомғағын һүтәлер, тим. Моғайын да, ҡатыны гүр эйәһелер, ә башлы-күҙле булған балалары ситтә йәшәйҙер. Бер үҙе ни ҡылһын инде, сәй шөбөрләткәндер ҙә китабына текәлгәндер. Әгәр әбей икән, ҡул эштәре менән мәшғүлдер. Әсә күңеле – балала, баланыҡы – далала, тибеҙ. Икенсе фаразым: илаған сабыйы уянғандыр ҙа йоҡоһо бүленгән йәш әсә уның менән мәж киләлер, нимә менән әүрәтергә белмәйҙер. Бәлки, кәләше ирен ситкә оҙаталыр, хәҙер бит ғаилә башлыҡтарының байтағы ҡырҙа эшләй. Бәлки, был йортта күңелле мәжлес баралыр...
Юлдың ҡап уртаһында ниҙер күренә түгелме? Күп тә барманыҡ, тиҙлекте кәметтем, уң аяҡты йәһәт кенә тормозға күсерҙем. Был нимә? Хатта туҡтар сиккә еткәндә буралай һыйыр, “Ниңә мине борсойһоғоҙ?” тигәндәй, асфальт ялап торған еренән инәлтеп кенә ситкә шылды. “Малыңа тоҙ һал” тип хужаһының ҡолағына киртергә кәрәк. Өй нигеҙендә ятҡан бер көтөү кәзә-һарыҡ фар яҡтыһынан һикереп тора һалып мөйөшкә өйкөлөштө. Был яҡтарҙа мал бикләү тигән тәртип юҡ, ахырыһы.
Шул саҡ арттан ниндәйҙер уҫал яҡтылыҡ күренде. Яҡынлашҡан һайын күҙҙе яман сағылдыра ғына. Ни эшләргә? Кинолағы бандиттар ҡорбанын ҡыуып барған күренешкә оҡшаш. Уның һайын тиҙлекте арттырам. Ни өсөндөр, ҡаршы килгәненә ҡарағанда, арттан килеүсе автомобиль нығыраҡ һағайта, күңелгә шик өҫтәй. Мауығыумы, шөрләүме – үҙем дә һиҙмәҫтән тиҙлекте 110-ға еткергәнмен. Ҡуй, улай ярамай. Тағы атайымдың кәңәшен тотоп, салондағы көҙгөнө саҡ ҡына аҫҡа баҫҡайным, ул ҡәҙимге хәлгә инде, хәҙер күҙҙәрем сағылмай. Ут көлтәһе, ҙурайғандан-ҙурая барып, бер мәлде беҙҙең менән тиңләште лә һыҙғырып үтеп китте. Уның күҙе сағылмаһын өсөн машинамдың фарын “яҡын”ға күсерә һалдым. Ә был әҙәм ошо ҡағиҙәне оноттомо, әллә белә тороп та яуыз ҡыландымы – төшөнмәнем. Әйтеүемсә, тиҙлекте 90-дан арттырмайым, ә был “шумахер” бер “140” менән баралыр. Ҡайҙа ашығалыр, аңламаҫһың...
– Берәй машина осранымы әллә?
Бәй, ингәндән алып бер ауыҙ һүҙ ҡатмаған бабай телгә килде.
– Эйе, – тинем.
– Теге донъяға ашығалыр. Ә һинең, ҡустым, һелкетмәй генә йөрөтөүең оҡшай.
“Әкрен барып, дөрөҫ эшләйһең” тип ҡабул иттем быны. “Шкаф” тағы ла ниҙер өндәшер йәки һорар тип көткәйнем. Тик ул тағы йоҡоға сумдымы, әллә күҙҙәрен ял иттерер өсөн генә йомоп киләме шунда. Тынлыҡ урынлашты.
Мажара бының менән генә бөтмәне. Ағиҙел күперенә етәрәк көрән нәмәкәй күҙгә салынды. Бәй, ҡуян да баһа! Серле йомғаҡ тегеләй ҙә, былай ҙа тәгәрәй генә. Шешҡолаҡтың фар яҡтыһына алданып автомобиль алдынан уңға-һулға сабыуы тураһында ишеткәнем бар ине, әле үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым. Бер боролошта ҡылыйкүҙ ҡапыл юлдан ситкә осто. “Барыбер тоҫҡап атманығыҙ, ярай, улай икән, бүреләр янына йүгерҙем”, тип әйтте шикелле.
Ниһайәт, ҡаршыға машина осраны. Тәүҙә – ул, унан мин фарҙы “яҡын”ға күсерҙек. Тәртибе шулай, юғиһә күҙе сағылған водителдең ҡаршы һыҙатҡа, тимәк, беҙҙең яҡҡа килеп сығыуы ихтимал. Ғәжәп, “аварийка”һын ҡабыҙып һүндерҙе теге. Бер нәмә лә аңламайым. Әллә танышым инде... Бәлки, төндә водителдәр шундай ым-ишара ярҙамында сәләмләшәлер. Уны-быны уйлағансы, юлды тулыһынса ҡаплап, нимәнеңдер өҙлөкһөҙ ҡыбырҙауы күренде. Стена кеүек, йырып сыҡҡыһыҙ. Бындай ваҡытта туҡтау хәйерлелер. Ышанырғамы-юҡмы, йылҡы өйөрө асфальтта “бейей” икән. Был баҫҡан ерендә йоҡлап тороусы аңра һыйырҙар түгел, ә өркәк аттар. Ярамаған берәй хәрәкәт яһаныңмы – капот өҫтөнә килеп менеүен көт! Пипелдәтергә лә ярамай.
Һул яҡҡа өйкөлөшкән саҡтарында ғына үтеп өлгөрҙөм. Хәҙер белдем: бая теге водитель, рәхмәт төшкөрө, теләктәшлек күрһәткән, алда ҡурҡыныс янауын шулай хәбәр иткән. Яҙылмаған был ҡанунды ла мыйығыма урап ҡуйҙым – кәрәге бик тейәсәк.
Ябалаҡтар төнгө һунарға сыҡҡан. Кәйелеп, эргәнән генә осалар. Берәүһе хатта минең тәҙрәгә һуғылып, “сәләм бирҙе”.
Юлдаштарымдың тәмле йоҡоһон бүлмәү өсөн радиоалғыстың тауышын ныҡ кәметеп ҡуйғайным, тауҙар араһында сигнал булмағас, бөтөнләй һүндерҙем. Ҡыҙыҡ, Минйәргә барып етергә биш-ун минут ҡалғас, команда ишеткәндәй барыһы ла ҡыбырҙай башламаһынмы! Белеп бөткәндәр, шилмалар. Үҙемде туҡтауһыҙ иҫнәтһә лә, “йоҡлаһалар, әйҙә йоҡлаһындар, туҡтамай ғына үтермен дә китермен, тиҙерәк тә ҡайтып етербеҙ, нисек тә түҙермен”, тигән уй мейене телгеләй ине. Юҡ икән шул, “тимер ат”ты бәйләп торорға тура килде. Бабайым машина эргәһендә генә аяғын яҙып алды, йәш пар кафеға инеп һут эсте, мин иһә сәй һемерҙем. Апайыбыҙ урынынан ҡымшанманы ла. Бәй, ҡайһылай рәхәт булып ҡалды – ниһайәт, йоҡо ҡасҡандай...
Тағы бер ынтылһаҡ, тәғәйен урынға барып етәсәкбеҙ, сама менән ике сәғәт ярымдан. “Әгәр руль артында күҙең йомолор сиккә етһә, юл ситендә туҡтап, ярты сәғәт булһа ла ял итеп, йоҡлап ал”, – тиер ине атайым. Улай итергә мөмкинлек юҡ шул, ни ҡылырға? Ә йоҡо баҫҡандан-баҫа. Магнитолаға флеш-карта ҡуйып, музыка тыңларға ҡарар иттем – файҙаһыҙ. Ни берәү ҙә һөйләшмәй, бөтәһе лә етенсе төшөн күрә. Иренде ауырттырғансы тешләгәйнем, әҙерәк кенә йоҡо асылғандай итте, һауыттан сәй уртланым – хәл ингәндәй тойолдо. Әммә был алымдар ваҡытлыса ғына. Нисек кенә булмаһын, туҡтап битте йыуып, саҡ ҡына һауа һулап алдым, бер ыңғай бүтәндәр ҙә сығып йөрөп килде. Бына бит элекке хәлемә кире ҡайттым, инде 90-дан төшмәҫкә лә мөмкин, тип уйлап ҡуйҙым. Минеңсә, алыҫ араға ниәтләр алдынан туйғансы йоҡларға кәрәк. Арыған-йонсоған көйө, етмәһә кеше тейәп йөрөү бик тә хәүефле. Ярай, әҙме-күпме ял иттем дә инде, шул ғына ҡотҡарҙы. Ас көйөнсә йөрөү ҙә үкендерәсәк кенә.
Тау башындағы ҡаланы күреү күңелгә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Ана, Өфөбөҙ әллә ҡайҙан балҡый. Ярты сәғәт тә үтмәҫ, унда барып етербеҙ, тим. Иртә торған үкенмәҫ, тигәндәй, сәғәт уҡтары алтыға етерҙән алда машиналар күбәйгәндән-күбәйҙе. Был тәбиғи. Ана бит, көнсығыш яҡтыра ла башланы. Һыҙылып таң атыуын тағы ҡасан күрәм әле... Аэропорт тирәһендә хәрәкәт көсәйҙе, баш ҡалаға сәғәт 7 тулырға ун минут ҡалғанда килеп индек...
“Бар тереклек төндә йоҡлай”, тип ашығыбыраҡ әйтеп ысҡындырғанмын. Бер ҙә генә улай түгел. Яңы тормоштоң уртаһында үҙем дә ҡайнағас, фекерем тулыһынса үҙгәрҙе. Яҙғандарымда урмандан ағас сығарыусы ирҙәрҙе, бесән ташыусы йүнселдәрҙе осратыуымды, юл сатында кемдеңдер ултыртып алыуҙы һорап ҡул күтәреп тороуын, яғыулыҡ ҡойоу урындарындағы кафеларҙың гөрләп эшләүен, таң әтәстәре ҡысҡырғанда ауыл йәштәренең киң урамға һыймай атлауын һәм башҡа күренештәрҙе өҫтәмәнем әле. Ҡыҫҡаһы, төнгө донъя көндөҙгөнән һис тә кәм түгел.

* * *

“Кемдәр юлда йыш йөрөй?” тигән һорау тыуыуы ихтимал гәзит уҡыусыла. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, беренсе баҫҡыста ситтә аҡса һуғыусылар, йәғни вахтовиктар тора. Ирҙәр менән бер рәттән гүзәл заттар ҙа хәҙер ғаиләһен аҫрау өсөн бындай аҙым­ды яһарға мәжбүр. Икенсе урында – студенттар һәм мәктәп уҡыусылары. Әле алға ҡарап йәшәүсе күп ата-әсәләр балаларын йә район үҙә­гендәге белем усаҡтарына, йә ҙур ҡалалағы гимназия-интернаттарға бирә. Дауахана юлын йыш тапай халыҡ, уларҙы өсөнсө урынға ҡуйырға мөмкин. Шунан инде ҡунаҡҡа барыу һәм башҡа хәстәрҙәр менән такси хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр бар. Эше юҡлыҡтан берәү ҙә йөрөмәй шикелле.
“Маяҡ” таксиһы хужаһының ышанысына инеп алғас, диспетчер менән дә дуҫлашҡас, аҙнаһына бер тапҡыр йөрөп килеүҙе ғәҙәткә индерҙем. Иң мөһиме – процентын түләйем, үҙемдең кеҫәгә лә аҡса инеп ята. Бер ниндәй ҙә насарлығын күрмәйем бының. Кредит түләгәндә шул тиклем уңайлы. Тик былай байыу мөмкин түгел, күршемдең һүҙҙәре менән әйткәндә, тишек-тошоҡто ғына ямарға етә. Бәлки, аҙна буйы юлдан ҡайтып инмәүселәр, ысынлап та, бол йыялыр.
Бер нисә йыл алыҫ юлға сығыу тәртипкә күндерҙе, техникаға иғтибарым кәләшкә күрһәткән хөрмәттән кәм булманы. Хөрт автомобиль менән оҙайлы сәфәргә сығып ҡара! Бихисап фекерҙәштәр таптым, араларынан кемдәрҙер дуҫҡа әйләнде. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр. Эйе, төрлө хәлдәргә тарыйһың, улар – һине, һин уларҙы ярҙамдан ташламайһың.
Был яҙмалар – айсбергтың өҫтө генә. Күңелдәре матур илаһи заттар менән аралашыу, йөрәге тулы моң булғандарҙы тыңлап барыу, юлда кеше ултыртып алыу, ситтә йыуаш күренһә лә, тыуған яғында нахалға әйләнгәндәргә хайран ҡалыу, эс серен бүлешеүселәрҙең хәленә инеү, “гаишник”тар менән еңел аңлашыу, тейешле хаҡты түләмәгән алдаҡсылар менән көрәшеү, иҫеректәрҙе бушлай тигәндәй тейәп ҡайтыу һәм башҡа мәҙәк хәлдәр барыһы ла хәтерҙә. Шаҡ ҡатырлыҡ: 20 йыл күрмәгән хеҙмәттәшемде осратыу өсөн миңә таксист булып эшләй башларға кәрәк инеме икән?
Нимә генә тимәһендәр, оҡшаны. Йәнә бер нәмәне күңелгә һеңдерҙем: таксист түҙемлек кеүек сифатты үҙләштерергә тейеш. Дипломат та икәнһең, икеләтә отошло. Үткерлекте иһә телгә алыу артыҡ. Шулар­ҙан сығып, “теләгән – йылан ите ашаған” тимәй ҡара! Армиянан ҡайтҡы килмәгән шикелле, был эште әле лә һағынам...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Харис
    Харис от 18.03.2016, 09:22
    Кызыксынып укыным, енел укыла,таксила йыш йорогас Сибай-Баймак-Аскар яктарына уземде кургандай булдым.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872