Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Наркотик улыбыҙҙы ғына түгел, бар ғаиләбеҙҙе ҡәбергә тыҡты...”
“Наркотик улыбыҙҙы ғына түгел,  бар ғаиләбеҙҙе ҡәбергә тыҡты...” Һаумы, ҡәҙерле уҡыусым! Йөрәк яраларын ҡағыҙға һалып буламы икән? Хәҙер миңә бик ауыр, тормош туҡтап ҡалғандай булды. Беләһеңме, яңыраҡ ҡына Руслан менән икәүләшеп йылы яҡҡа ҡоштарҙы оҙата һәм ҡаршы ала инек. Уны тәүге тапҡыр күргән әхирәтем: “Ул шундай матур! Һин ниндәй бәхетле!” – тип һоҡланғайны. Ә бит уға тиклем егеттәргә “матур” тигән һүҙҙе ҡулланып булмай тигән ҡарашта ине. Эйе, Руслан минең бала саҡ хыялым булды. Уның күҙҙәренә ҡарау өсөн генә мин әллә нисәмә саҡрымды йәйәүләп үтергә әҙер була торғайным. Бөгөн тағы мәктәптә минең өсөн тамуҡҡа әйләнгән күренеште төшөмдә күрҙем. Имеш, Руслан икенсе ҡыҙ менән минең яратҡан көйөмә әйләнә. Эйе, ул ҡыҙ шул тиклем һылыу. Уларҙың бәхетенә ситтән көнләшеп ҡарай торғайным. Тик Рус­лан ниңәлер бер дискотеканан һуң мине оҙата килде. Шул көндән алып беҙ уның менән бер ҡасан да айырылышманыҡ. Һуҡыр мөхәббәтем Русландың бар булмышын күрергә ҡамасаулаған ғына икән...

Ҡөҙрәтле көс

Бер көн әсәһе бысраҡ подъезда аяғыма йығылды. “Мөхәббәт — ҡөҙрәтле көс. Ул һине ярата бит, ярата. Ҡотҡар Русланымды! Мин берҙән-бер улымды юғалтҡым килмәй!” – тип иланы ул.
Тик шул мәлдә генә мин ни өсөн Русландың ҡарашы йыш ҡына буш булыуын йәки унда йөрәк өҙгөс һыҙланыу ятҡанын аңланым. Һөйөклөмдө наркотик минән айырырға, тартып алырға теләй! Их, әгәр ҙә ул, наркотик ҡулланыу урынына, миңә тиклем дуҫлашҡан һылыуҡайға ҡайтһа, ниндәй бәхетле булыр инем. Ә ул саҡта юғалып ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер аҡ порошок, шприцҡа тултырылған шыйыҡса һөйгәнемде минән айыра алыуына ышанманым. Әҙәм балаһы көслө ихтыярлы, бар тәбиғәтте үҙенә буйһондора алған бит. Ә ниндәйҙер бер минутлыҡ ләззәткә алданып, тормошоңдо мәңгелеккә юйырға яраймы ни?
Тиҙҙән уның наркоман икәнлеген күп кеше белде. Атай-әсәйем уның менән дуҫ­лашыуҙы ҡәтғи тыйҙы. Уларға үпкә­ләмәйем, хатта аңлайым да. Руслан мине лә ошо упҡынға һөйрәр, тип ҡурҡҡан­дарҙыр. Шулай ҙа ауыр минуттарында ҡалдырманым. Һәр сәғәтем көрәш менән үтте. Бер көн һөйгәнемде наркотиктарҙан тартып алам, ә икенсе көн шприцҡа тултырылған шыйыҡса, Рус­ланды алйотландырып, минән шарҡылдап көлә...
“Мин һине, атай-әсәйемде, өләсәйемде бик яратам. Һеҙҙең өсөн наркотиктан баш тартасаҡмын, сөнки ғазапланыуығыҙҙы күреү миңә бик ауыр...” – тигәйне Руслан. Беҙ бик оҙаҡ һөйләшә, киләсәккә маҡсаттар билдәләй инек. Шул саҡта ул нисек наркотик ауына эләккәнен һөйләгәйне.
Уның янына элек бергә уҡыған класташы килә. Һин барыһын да күҙ алдына килтерә алһын һәм һабаҡ булһын өсөн был һөйләшеүҙе тулыһынса яҙам.

Ләғнәт уҡыным...

– Руслан, әйҙә, минең менән “тәмләп” ҡарайһыңмы?
– Юҡ, кәрәкмәй.
– Әйҙә, беләһеңме, ниндәй ҡыҙыҡ “глюктар” күрергә була!
– Кәрәкмәй, тинем бит.
– Ярай, бер мәртәбәнән нимә булыр тиһең? Оҡшамаһа, ташларһың.
– Бер мәртәбә лә кәрәкмәй.
– Ә кем “был донъяла барыһын да үтергә кәрәк, үкенескә ҡалмаһын” ти торғайны?
– Ә мин наркотикты күҙ уңында тотмағайным...
– Ярай, ғәфү ит, мин “барыһын да” тигәс, ысынлап та барыһын икән тип аңлағайным.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Руслан икеләнә башлай. Унан наркотикты беренсе тапҡыр “тәмләп” ҡарай. Башҡа бер ҡасан да әйләнеп тә ҡарамаясаҡмын, тип уйлай ул. Тик кисергән рәхәтлекте тағы бер мәртәбә генә татырға теләй. Унан инде һуң була...
Беләһеңме, уның әсәһен дә, мине лә нимә аптырата? Нисек беҙ Русландың наркоманға әүерелеүен шунда уҡ һиҙмәнек икән?
Уның наркотикһыҙ ыҙалауын күреп, ошо ағыуҙы уйлап сығарған, һатҡан кешеләргә ләғнәт уҡыным. Уларҙың да балалары, яҡындары, туғандары бар бит. Наркоман булып китеүҙәре лә ихтимал. Эйе, мине атай-әсәйем, кешегә яуызлыҡ теләргә ярамай, тип өйрәтте. Әммә кеше үлтереүселәр, яҙмыштарҙы селпәрәмә килтереүселәр яза алырға тейеш бит.

Йәш егеттәр –
ҡара ер ҡуйынында


Ул көндө мин ниңәлер иртә менән Русланға йүгерҙем. Һуң ине шул. Наркотикты артыҡ ҡулланып, был донъя менән мәңгелеккә хушлашҡан һөйгәнемде моргка оҙатҡандар. Русландың атаһы өҫтәл янында араҡыны шешәнән үк эсә, әсәһе илай, өләсәһе түшәктә ята. Уның насар күргән күҙҙәре ошонан һуң тамам һуҡырайҙы.
Нисек былай килеп сыҡты һуң? Ниңә беҙ уны ҡотҡарып ҡала алманыҡ? Урамда, өйҙә тик ошо һорау ғына борсой хәҙер мине. Руслан үлгәс тә тормош дауам итеүенә, ҡояш ҡалҡыуына-байыуына, сәскәләр үҫеүенә ғәжәпләнәм. Ямғыр яуа, елдәр иҫә, сабыйҙар донъяға килә... Эйе, тормош дауам итә. Мин дә йәшәргә тейешмен.
Русландың зыяратында йыш булам. Сәскәләр ултырттым. Атай-әсәйем ауыр ҡай­ғымды аңланы, йыуатырға тырышты. Әсә­йем бер көн минең менән бергә зыя­ратҡа барҙы. Шунан ул 19 йәшендә һәләк булған егеттең ҡәберлеген күрһәтте.
“Беләһеңме, – тине ул, – ҡасандыр мин ошо малайҙың атаһына кейәүгә сығырға йыйынып, туй көнөн билдә­ләгәйнек. Ләкин ул ҡапыл юҡ булды. Ул саҡта оялғанымды! Хатта йәшәгем дә килмәй ине. Тиҙҙән икен­се ҡаланан бер ҡыҙҙы алып ҡайтып өйләнде. Шул саҡта мин уны ҡарғағайным. “Балаларыңдан күр” тип әйткән һүҙҙәремде әле лә ғәфү итә алмайым. Улы ныҡ ыҙалатты уларҙы, наркотиктан үлде. Шуға күрә Русландың наркоман икәнлеген бел­гәс, ҡарғышымдың үҙемә әйләнеп ҡайтҡа­нын аңланым. Һиңә һиҙҙермәһәм дә, уның зәһәр ағыуҙы ташларҙай көс табыуын көн-төн теләнем. Юҡ, мөғжизә булманы. Һинең аҡыллы булғаныңа ҡыуанам. Һинең бит Руслан менән йәшертен осрашҡаныңды белдем. Шул саҡта уның ыңғайына наркоманға әүерелмәүеңә һоҡланам. Ул – бик ҡурҡыныс ағыу. Кеше уның ауына эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала...”
Әсәйемдең һүҙҙәре миңә аяҙ көндә йә­шен һуҡҡандай тәьҫир итте. Уның менән шу­лай асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнем юҡ ине әле. Зыяратта йәш кенә егеттәрҙең фо­тоһүрәтенә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Улар­ҙың барыһы ла тиерлек наркотик ҡул­ланып үлгән йә “ломка”ға түҙә алмай үҙ-үҙенә ҡул һалған икән. Тетрәндергес бит!
Зыяраттың эргәһенән генә юл үтә. Унан еңел машиналарҙа йәштәр тәбиғәт ҡосағына елә. Ә был егеттәр мәңгелеккә ҡара ер аҫтына хөкөм ителгән.

Тарат хатымды!

Русландың мәрхүм булыуына бер йыл булған көндә зыяратҡа 14 йәшлек ҡустымды ла алып барҙым. Унда, ҡәберлек эргәһендә, һөйгәнемдең атаһы илай-илай шешәнән араҡы һемерә ине. Улының үлеменән һуң ул иң еңел юлды – эскелекте һайланы. Әсәһе ҡәбер ташын ҡосаҡлап һыны ҡатҡан өләсәһен айыра алмай. Ул беҙгә боролоп ҡарағас, йөҙөнөң ҡартайыуына, сәстәренең тотош салланыуына ғәжәпләндем. “Күрәһеңме, наркотик Русланды ғына түгел, ә бар ғаиләбеҙҙе үлтерҙе, юҡҡа сығарҙы”, – тине ул үҙәк өҙгөс тауыш менән.
Ҡустым тораташтай ҡатып ҡалды. Ул әлегә тиклем үҙ ғаиләһендә түгел, ә кеше ҡайғыһын да күргәне юҡ ине. Үҙен өлкән итеп күрһәтергә тырышып, беҙҙән йәшенеп тәмәке быҫҡытып, һыра һемереп йөрөгән туғаным кесерәйеп ҡалды. Ҡайтҡанда ла ул оҙаҡ өндәшмәй барҙы. Унан: “Апай, мин һеҙҙе бер ҡасан да ундай ҡайғыға һалмаясаҡмын!” – тип ант биргән кеүек әйтеп ҡуйҙы.
Ә мин ҡасандыр Русландың да шулай һүҙ биреүен иҫемә төшөрөп, һиҫкәнеп киттем. Һөйөклө туғанымды, яҡында­рымды, дуҫтарымды, тыуасаҡ балаларымды наркотик ҡоллоғонан нисек алып ҡалырға? Белмәйем... Русланды юҡһыныу тойғолары ошондай уйҙар менән бергә бутала. Йәшәргә көстө ҡайҙан алырға? Бар донъяға: “Ни эшләйһегеҙ һеҙ, егеттәр, ҡыҙҙар?! Ниңә үҙегеҙ менән бергә тереләй ҡәбергә күмгән кешеләрҙе уйламай­һығыҙ?!” – тип һөрән һалғым килә.
Шулай, дуҫым, 18 йәшем тулмаҫ борон яртылаш ҡартайҙым, тип әйтә алам. Минең һиңә бер үтенесем бар: яҡындарыңа, йәштәргә тарат хатымды. Дискотекала, подъезда, мәктәп бәҙрәфендә, поезда, урамда наркотик тәҡдим иткән кешеләргә ҡаршы торорға көс бирһен. Беҙ тик айыҡ аҡылыбыҙ менән генә был афәтте еңә аласаҡбыҙ. Уның өсөн һәр балаға ваҡытынан алда өлкәнәйергә, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк буласаҡ, әлбиттә. Ләкин беҙҙең наркотиктарҙы еңеүебеҙ киләсәктең бала сағын оҙайтасаҡ. Шуға күрә уңыштар һиңә!




Автор: Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә