Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егеттәрбеҙ бит!
Ир-егеттәрбеҙ бит! Йәш, һылыу, әкиәти бер ҡыҙҙың һиңә һырығыпмы-һырығыуы шәп, әлбиттә, шәп булмаған ҡайҙа! Тик һин, әҙәм аҡтығы, юҡ, хайуа-а-н, ипләп кенә унан ҡасаһың да ҡасаһың. Ул йәнә яҡынлаша, һин тағы ситләшәһең. Хәҙер инде ул бөтә сиктәрҙе үтә, дуҫтар, ҡотҡарығыҙ!.. Былай барһа, ай-бай, һинең дә ярамағанды аша сығыуың бик ихтимал. Теләмәйһең, әлбиттә, үҙең, ҡағиҙәне боҙмау яғындаһың, ләкин бик мөмкин – һөжүм көслө бит.
Алдайым мин: шәп түгел, хәүефле. Контактҡа һин түгел, ә һылыу үҙе ныҡышып барһа ла – шулай. Сөнки бындай аяуһыҙ ҡыйыу ҡыланыштар йыш ҡабатлана. Өҫтәүенә күпме ғәм алдында бит әле, бер кемдән дә тамсы тартынмайынса. Баш ҡалала, ҙур, киң урамда. Көпә-көндөҙ ҙә булыусан. Әммә һыйынған сағында ҡыҙ, бына быныһы мөһим өҫтәмә, һиңә тура ҡарамай. Буялған ҡараштары алға ғына төбәлгән. Ә, бәлки, ул затлы туны яғаһына таратып төшөрөлгән, һарыға буялған сәсе араһынан текәләлер? Аҫтыртын ғына күҙ һирпәлер – ҡыҙ кеше ла баһа ул, юҡ-бар ҡыҙ ҙа түгел.
Шулай булғылай ҙа бит: урамдамы-ҡайҙа берәй танышың сырамыта ла, тауыш бирмәй, эргәңдән йәнәш атлап тик килә. Ят ҡарашты һиҙгәндәйһең, әммә башыңды бормайһың, шулай тойола ғыналар, тип уйлайһың. Аҙаҡ барыбер ҡарарға мәжбүр булаһың, сөнки яурыныңа яурыны менән ҡапыл төртөп ала ул.
Һәм:
– Сәләм! – тигәнен ишетәһең. Ысынлап та, беләһең һин уны.
– Ә-ә, һаумы!
– Ә мин ҡарайым-ҡарайым: һинме, һин түгелме, тим. Уйланып тик киләһең, әй.
– Шула-а-й. Нисек йәшәп ятмыш?
– Бөтәһе лә һәйбәт, рәхмәт…
Бына был осраҡта бер ниндәй ҙә хафа юҡ, әлбиттә, зыянһыҙ һөжүм был. Етмәһә, боронғо танышыңды осратып ҡыуандың. Ә теге сибәркәйҙе һин белмәйһең бөтөнләй. Кемгәлер, юҡ, күптәргәлер, ҡиәфәте менән дә, ҡыланыштары менән дә оҡшаған ул, ләкин, моғайын да, тәүгә күреүеңдер.
Ҡыҫҡаһы, бында икенсе хәл. Икенсе хәл, сөнки икегеҙ ҙә – рулдәһегеҙ һәм теге һылыуҡай һинең автомобилеңде ситкә ҡыҫырыҡлай. Быны сәбәпһеҙ башҡара, сөнки ихтыяж юҡ: беренсенән, һулға боролорға ярамай ҙа, булмай ҙа, боролорға теләгәнен быҙлауыҡтары менән белдермәй ҙә, икенсенән, кәрәкмәй: үҙенең алдында, ана – дала иркенлеге.
“Ул бит бер һыҙаттан икенсеһенә күсмәй, уртанан, шул һыҙаттар араһынан, барғыһы ғына киләлер, – тип асыш яһайһың һин. – Үҙенең дә, автомобиленең дә бөтә матурлығын майҙанда күрһендәр өсөн”. Тыныслан, дуҫ, һиңә, ысынлап та, ҡарамай ул. Һине туҙған сәсе араһынан да, көҙгө аша ла күрергә теләмәй. Хәүефле пипелдәтһәң дә, керпеген дә ҡаҡмаясаҡ.
Ни эшләргә һуң? Үҙебеҙ ҡарайбыҙ инде. Үҙебеҙ алданыраҡ ҡараштырабыҙ. Ир-егеттәрбеҙ бит әле.


ТЕЛ ЯРҘАМЫ

Һул һыҙаттан барған сағыу, ҡупшы, ыҡсым машина ҡапыл уңға тартты. Гүйә, үҙен уҫал һуҡма ел алып ташланы. Иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ ҡылынды был ҡылыҡ: боролош быҙлауыҡтары һыңар мәртәбә лә янманы ла, һүнмәне лә. Ҡыҫҡаһы, күптәребеҙ өсөн таныш нәмә ҡабатланды – автомобиль алдымдан ғына, ҡабырғаһы менән тейә яҙып, юлды “ҡырҡып үтте”. Үтте лә, бара биргәс, юл ситендә туҡтаны. “Ситендә” тигәс тә, әллә ни һырығып торманы: маневры сатай-ботайыраҡ килеп сыҡты, тейешле тәртиптә башҡарылманы.
Алдыңа шулай оятһыҙ, унан да бигерәк, ҡурҡыныс рәүештә килеп инһәләр, нишләйһең? Уныһы холҡоңа ҡараптыр. Тынысыраҡ кеше: “Яра-а-й инде…” – тип һуҙа ла уҙа ла китәлер. Тик бындайҙар, ай-һай, әҙселектер. Кешеләрҙең, шул иҫәптән әлеге тәртипһеҙлектәр арҡаһында ла, нервылары ҡаҡшап бөткән. Йәнә лә бит әлеге хаяһыҙ ҡыланған кешеләрҙе, рулдә берәй йәш ҡыҙмы-кемме булһа, бәлки, белмәйҙер тип, “өйрәтеү”, “тәрбиәләү” теләге бар бит.
Бына әле мин дә үтеп барышлай:
– Пип-пип! – иттем. Асыуһыҙ ғына, сигналды ныҡ олотоп түгел. Рулдә гүзәл зат вәкиле булып сыҡты. Был ваҡытта ишеген асып булыша ине.
Тағы бер һорау бар: шелтәләп һиңә ҡысҡыртһалар, нисек ҡабул итәһең? Йөҙөңдө йәмрәйтергә, нимәлер әйтергә мөмкинһең, йәнәһе: “Һин үҙең шундай насар кешеһең, ҡағиҙәләрҙе белмәйһең, танытманы һатып алғанһың!”
Ә был юлы улай булманы, был юлы ғәжәп хәл булды. Быны рәсми телдә “типик булмаған”, “штаттан тыш”, “стандарттан тыш” тигән төшөнсәләр менән баһалау мөмкиндер. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙ ошо мәлдә башын минең яҡҡа борҙо ла… телен күрһәтте. Үҙе шуҡ йылмайҙы.
Бынан әллә ниндәй тәрән мәғәнә табырға, аҡыллы һығымта яһарға булалыр, ләкин уныһын икенсе тапҡырға ҡалдырайыҡ. Сөнки ҡапыл асыуым бөттө минең. Һылыу, шелтәгә яуап итеп, ғәҙәттә, күпселектә булғанса, үҙемә тексәйеп яман аҡырһа, ниндәй йәмһеҙ күренеш булыр ине. Әле нисек йәмле килеп сыҡты!

ҺҮҘҘӘР ХАКИМЛЫҒЫ

Һуңғы ваҡытта байтаҡтар өсөн ғәҙәтигә әүерелә барған күңелһеҙ хәлгә бер мәл мин дә тарып ҡуйҙым.
Егерме минут эсендә, юҡ, хатта унан да алдараҡ, тормошҡа ашты был. Аҡланып әйтмәйем, ысынлап шулай булды, сөнки әлеге арауыҡҡа иҫәп тә тоттом, әйләнеп тә килдем. Ҡыҙыу атлап килешләй пультҡа баҫтым – автомобилем хужаһын ҡунаҡсылыраҡ ҡаршылаһын әйҙә, ҡабынып, йылынып, әҙерләнеп торһон. Туй булаһы өй ише йылмайып көтһөн. Ләкин, ғәжәп, минең теләктең ҡабул ителгәнен дә, уның башҡарылғанын да раҫлаған пик-пиктәрҙе ишетмәнем. “Был ни ғәләмәт?!” – тип иң ҙур төймәгә тағы төртөп алдым. Тик туй музыканттары йәнә “өндәшмәне”. Бына шунда инде арҡа буйлап ысын ғинуар һыуығы йүгерҙе.
Шул арала барып та еттем. Өр-яңы, үҙен йыуып ҡына түгел, йыуылмаған ергә лә ҡуймай йөрөткән ҡәҙерле автомобилемдең урыны, йыйыштырылған өҫтәлдәй, буш, иптәштәр.
Урлағандар! Тимәк, тиҙерәк, полицияға шылтыратырға кәрәк. Ҡыҙыу эҙҙәренән, бәлки, табырҙар.
Ҡалтырабыраҡ торған, эйе, быныһын да йәшермәйем, бармаҡтар менән телефонды ҡабалан һыйпайым. Шул килеш яндағы магазинға инәм. Һатыусыларҙан һорашайым әле, уларҙың күҙе үткер була торған. Үҙем, урлауҙан бигерәк, эвакуация версияһына нығыраҡ ауышам, сөнки бая ҡалдырғанда шигем бар ине. Бына шуға ла бит инде егерме минут ваҡытты билдәләнем һәм шул саҡта сәғәттең нисәне күрһәткәнен иҫемдә ҡалдырҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, шул егерме минутта күреп тә, килеп тә, үлсәп тә, пүнәтәйҙәр табып та, видеоға төшөрөп тә, ҡағыҙҙарҙы тултырып та алып китеп тә өлгөрмәҫтәр, тип иҫәп тоттом.
Ә шик, эйе, юҡ түгел ине. “Зебра”ға тиклем биш метрҙан да яҡынға ҡуйырға ярамағанлығын беләм мин. Үтеп китһәң инде, ҡайҙа ла рөхсәт. Тик “ҡайҙалағы” урын биләүле шул, ары машиналар ғәләмәт тығыҙ теҙелешкән. Үлсәү таҫмаһын һуҙып-муҙып торманым, әлбиттә. Уныһы юҡ та. Кемдеңдер улай ҡыланғанын ошоғаса күргәнем дә булманы. Бәлки, ярты метрға ҡыҫҡараҡтыр ҙа, ләкин шуның өсөн генә тейәп маташмаҫтар әле, тип бер ҡатлы фаразланым. Тәҙрә янында ятҡан, йәғни телефоным да, исемем менән фамилиям да яҙылған ҡағыҙҙы төҙәтеберәк һалдым. Оронсоҡлаһа, күрерҙәр, шылтыратырҙар, хәҙерге заманда проблема юҡ бит. Йәнә әҙәм балаһының кешелеклелегенә өмөтләндем. Етмәһә, йәйәүлеләргә һис тә ҡамасауламай. Улары ла бында онотҡанда бер үтәме-юҡмы әле.
– Ғәфү итегеҙ, – тинем сауҙаханала, тыныс булырға тырышып. – Бында эвакуатор эшләмәнеме?
– Эшләне-е, эшләне-е… – Һатыусы ҡатын мине йәлләпме, үсәпме һуҙҙы, ҡиәфәтенән айырырлыҡ түгел. Үсәүе лә бар һәм мин уны хатта, өлөшләтә, аңлайым да, сөнки ҡаланы, ысынлап та, машина баҫты лабаһа. Бында ла тәҙрә төбөнә ҡуяларҙыр инде. Береһе китә, икенсеһе киләлер. Эвакуаторсылар рәхәтләнеп, устарын ыуып-ыуып, ташый, ә барыбер һис һабаҡ алмайҙарҙыр.
– Ҡайҙа икән инде ул хәҙер? – тип әллә һорайым, әллә үҙ алдыма һөйләнәм.
Сығып барғанда һатыусының штраф туҡталҡаһы урынлашҡан урамды атағанын ишеттем. Ярай, уныһы яҡында ғына.
Тығындағылай сират тегендә. Кешеләр, шәхси мөлкәтен ала алмайынса, һаҡсылар янында тилмерешә. Шөҡәтһеҙ бүлмәнең ҡарағусҡыл йәшел стеналары миңә бала сағымды хәтерләтеп ҡуйҙы. Ул саҡта йә ошондай йәшел, йә сөм-күктән башҡа буяуҙар булманы шикелле.
Эвакуаторҙар туҡтамай. Әйтерһең дә, мул йылда баҫыуҙан сөгөлдөр килтерәләр. Ҡапҡа ябылмай ҙа тиерлек. Үҙҙәрен хужалары алдында ғәйеплеләй күреп, баштарын аҫҡа эйгән, күҙҙәрен йәшергән машиналарҙы алып килә лә төшөрәләр, алып килә лә төшөрәләр. Яман тиҙ, өйрәнелгән тәртиптә репетицияларҙа оҙаҡ шымартылғандай башҡарыла был. Гүйә, ялан сәхнәһендә мәңге бөтмәҫ, көслө ритм­лы күмәк бейеү бара. Тик декорациялар ғына алмашына. Сираты еткәндәр инә, тиҙ генә түләй һала ла был эс бошорғос урындан йәһәтерәк ҡасырға тырыша. Бына улар инде – массовкала ҡатнашыусылар. Яңылар һаман килә тора, шаршау артында түҙемле лә, түҙемһеҙ ҙә көтә тора.
– Дүрт кешене үткәрегеҙ! – тигән фарман килде, ана.
– Туҡта, туҡтағыҙ, ә һеҙ ҡайҙа?
– Ә мин уның менән. Бергәбеҙ беҙ. – Оло ғына апай иренә ымланы.
– Юҡ, бер машина – бер кеше. – Һаҡсының ятлап алған һүҙе ҡаты. Шуны сатнатып әйтте лә кеҫәһенән йәнә бер ус көнбағыш сығарҙы.
Бәләне егете менән бергә кисерергә булған йәш ҡыҙҙың алдына ла тауҙай булып арҡыры баҫты был. Ә теге апайҙы аҙаҡ формалағы кешеләр ултырған бүлмә янында осраттым.
– Аһ-аһ, үткәнһегеҙ ҙә, – тинем.
– Үтте-е-м… – тип йылмайҙы ҡатын. – Әтеү, – ишек яғына эйәк атты, – минең ҡарт яңғыҙы бер нәмә эшләй алмай, хас сәңгелдәктәге бала инде.
– Һеҙ – афарин, ағайҙы хәстәрләйһегеҙ, – тинем, документтарымды барлағанда.
– Шунһыҙ булмай шул. Ә былай… – Апай тирә-яғына ҡаранды, тауышын баҫа төштө. – Тышҡа сыҡҡым килгәйне ныҡ. Көн еүеш бит, әсе ел, бында тиклем йәйәү килдек. Таксийы, ай-бай, ҡыйбат икән.
Апайҙың әйткәненән күңелгә йылы йүгергәндәй итте. Тураһын да белдерҙе бит, ҡәһәрләмәй ҙә белдерҙе. Үҙен хатта еңеүсе итеп тә күрһәткәндәй тойолдо.
Тәртиптең бәғзе осраҡта бөтөнләй юҡлығына, бәғзеһендә миллиметрлап үтәлеүенә ҡабарған асыу ҙа баҫыла төштө. Автомобилде бер нисә дилбегә һуҙымындай ғына араға күсергән өсөн алҡымдан алып таптырылған хаҡ та, ҡағиҙә боҙғанға аҙаҡ түләнер штраф та шиңеп ҡалғандай булдылар.
Ә сөнки донъяға барыбер ҙә һандар түгел, ә һүҙҙәр идара итә.

БӨТМӘГӘН ӘЛЕ

Быйылғы ҡыш та, моғайын, һәйбәттер, үҙебеҙ генә йүнһеҙерәкбеҙҙер. “Үҙебеҙ” тигәндә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һәм водителдәрҙе күҙ уңында тотам.
Нисек кенә булмаһын, барып сумдым бер көн. Машина көрттә ҡорһағы менән эленеп тигәндәй ҡалды.
– Виууу… Виууу…
Файҙа юҡ. Нишләргә? Ташларға ла төбәп килгән магазинға инергә лә китергә. Унда оҙаҡ ҡына булырға самалайым, аҙаҡ күҙ күрер. Ә ниңә, урамды таҙартма­ғандары өсөн мин ғәйеплеме ни? Транспорт һалымын ваҡытында һәм тулы күләмдә түләп барам. Башҡалармы? Урап үтерҙәр, трамвай түгелдәр.
Ләкин улай итмәнем. Ауыл тәрбиәһе тиемме икән, башҡа холҡобоҙмо – ғүмер буйы бүтәндәрҙе уйлата шул: кешегә оронсоҡ булмаһын, тип кенә торабыҙ.
Машинанан бигерәк үҙем алға-артҡа сайҡала-сайҡала тағы моторҙы үкерткән сағымда тротуарҙан бер егеттең, ҡулын болғай-болғай, минең яҡҡа ҡабалан атлағанына иғтибар иттем. “Зыйылдатма, сыҡмай ул барыбер, аҡыллыраҡ эш итәйек”, – тиеүе инде.
Килеп етте лә:
– Көрәгегеҙ бармы? – тип һораны.
Ә ул юҡ. Ҡайҙан булһын инде, тор­моштоң йылдан-йыл еңеләйә барырына, тәүтормош ҡоралының музейҙа ғына ҡалырына өмөтләнәбеҙ ҙәһә. Ул хәтлемен үк һөйләп торманым, ғәйепле ҡиәфәттә башты ғына сайҡаным.
Быға егет юлы ҡапланған троллейбус йөрөтөүсеһеләй көйөп алып китмәне:
– Улайһа, әйҙәгеҙ, аяҡ менән ҡаҙыш­тырайыҡ.
Шулай иттек тә. Мин генә түгел, ярҙам­сым да яҡшы аяҡ кейемен йәлләп торманы – ҡарҙы типте лә, этәрҙе лә, шылдырҙы ла.
– Ултыр, ағай, рулгә, – тине артабан ҡағына-һуғына. – Тик газға ныҡ баҫма.
Алға, артҡа, алға, артҡа… Бәүелә торғас, автомобилем, асығыраҡ ергә сығып, тынысланды.
Егет, танышы менән хушлашҡандай, йылмайып ҡул болғаны ла йүгерә-атлай китеп тә барҙы. Рәхмәтемде әллә ишетте, әллә юҡ.
Шулай, иптәштәр, донъяла кешелеклелек, шөкөр, бөтмәгән әле. Шуны ғына әйтәйем, тигәйнем.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872