Төйәк иткән ҡаламда ОСАГО полисы һатҡан “нөктәләр” бер заман ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәрҙәй күбәйгәйне. Страховка компаниялары аҙая башлағас, улар ҙа кәмеүгә табан китте. Хәйер, шәхсән үҙем бер ҡасан да уңайлыраҡ, осһоҙораҡ тип эҙләнеп йөрөгәнем булманы. Һайлау мөмкинлеге булһа ла, “тимер ат”ымды һәр саҡ бер агентта страховкалауҙы ғәҙәт итеп алдым. Осраҡлы түгел, әлбиттә. Гөлнур СИТДИҠОВА үҙебеҙҙең апай бит. Аңламаған һорауҙарға башҡортсалап яуап бирһә, күңелгә нисектер йылы булып китә. Хәйер, был өлкәлә тиҫтәгә яҡын йыл эшләгән осорҙа күпме милләттәшебеҙгә ярҙам иткән ул! Был юлы страховкалаусыға хеҙмәт бурысы алып килде, гәзит уҡыусыларҙы борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлайһы бар.– Гөлнур Салауат ҡыҙы, һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр, ғәҙәттә, кемдәр улар?
– Ҡайһы берҙә көнөнә дүрт-биш клиентты ғына хеҙмәтләндерергә тура килә – был халыҡ иң әҙ килгән осраҡта. Ә бер заман төнгө 12-гә тиклем ултырып, 24 кешегә страховка эшләгәйнем. Араларында йыш ҡына үҙебеҙҙең милләт вәкилдәре лә осрай, улар менән саф башҡортса аралашырға тырышам. Һеҙҙең һымаҡ, бер мөрәжәғәт итһәләр, “Гөлнурҙа ғына эшләтәбеҙ”, тип йыл да киләләр. Әлбиттә, заманында ташламаларҙы үҙебеҙ билдәләгән саҡта нисек тә, милләттәштәрҙең хәлен еңеләйтергә тырыша инем. Хәҙер барыһын да компьютерҙағы махсус программа билдәләй. Кем ниндәй һәм күпме кимәлдәге ташламаға хоҡуҡлы – барыһын да әйтеп бирә. Ә был программанан ситкә тайпылырға хаҡым юҡ.
Мөрәжәғәт итеүселәр буйынса һуңғы ваҡытта шундай күренешкә лә шаһит булам: автоһәүәҫкәрҙәр араһында йәш кенә гүзәл зат вәкилдәре йышайҙы. Башлыса сит ил машинаһында елдерә улар. Әлбиттә, был күренештең сәбәптәре етерлек: ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк, өҫтәүенә ҡасандыр көслө зат ҡына күтәрерҙәй эштәр ҙә ята хәҙер иңебеҙгә. Уның ҡарауы, статистика шуны күрһәтә: страховка эшләткән был ҡатын-ҡыҙҙар алдағы йылда тағы миңә килә. Һәм был темаға нисек кенә шаяртырға тырышмаһындар, улар ир-егеттәргә ҡарағанда юл-транспорт ваҡиғаларына аҙыраҡ эләгә.
– Тимәк, ҡатын-ҡыҙ ир-егеткә ҡарағанда хәүефһеҙлеген нығыраҡ ҡайғырта?
– Ғәмәлдә шулай килеп сыға. Иғтибарлыраҡтар, тип уйлайым.
– Ғәҙәттә, юл-транспорт ваҡиғаларына эләкмәүселәр страховка яһатҡанда ниндәйҙер ташламаға өмөт итә…
– Әлбиттә. Был ҡағиҙәгә ярашлы, әлеге ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда ота булып сыға. Ғөмүмән, ташламалар системаһы – ҡатмарлы күренеш. Мәҫәлән, машинаңдың ат көсө әллә ни күп түгел икән, быға өҫтәп 30-40 йыллыҡ стажың да булһа – һин ташламаларҙың иң мулына өмөт итә алаһың. Атап әйткәндә, рулдә ни тиклем аҙыраҡ йөрөйһөң, страховка шул тиклем ҡиммәтерәк, машинаң (еңел автомобилдәрҙе күҙ уңында тотам) ни тиклем “көслөрәк” – полистың хаҡы шул ҡәҙәр юғарыраҡ. Әйткәндәй, өс йылдан кәм стажлы водителдәргә страховканың иң ҡиммәте тура килә.
Был тәңгәлдә шуныһы ла бар: әйтәйек, һин рулдә инде ун йыллап йөрөйһөң, ә страховкаға индерергә теләгән тағы бер водителдең стажы өс йылға тулмай, ти. Был осраҡта ташлама йәнә икенсе водителдең рулдә үткәргән йылына ҡарап билдәләнә. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, әгәр ҙә күп ташламаға өмөт итһәң, был йәһәттән бәләкәй стажлы автоһәүәҫкәрҙе теркәмәү отошлораҡ. Һәр хәлдә үҙем эшләгән “Росгосстрах” компанияһы буйынса шундай талап.
– Бер гәзит уҡыусыбыҙ кредитҡа автомобиль һатып алған. КАСКО полисһыҙ ғына страховка эшләтә аламмы, тип ҡыҙыҡһына ул.
– КАСКО – ул банк өсөн гарантия. Әгәр ҙә машинаң менән бер-бер хәл булһа, һатып алыусы кредитын түләй алмаһа, банк аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн автомобилде айырым страховкалай. Әлбиттә, КАСКО-һыҙ ҙа страховка эшләтеп була, әммә банк бит һинең автомобилеңә бәйле һәр хәрәкәтеңдә хәбәрҙар булырға тейеш. Әгәр КАСКО-һыҙ йөрөгәнең асыҡланһа, банк клиенттың башынан һыйпамай. Штраф һалырға мөмкин. Әйткәндәй, ҡайһы бер банктарҙа машинаң тик ултырған саҡта ла КАСКО-ңды ваҡытында яңыртмаһаң, штраф ҡаралған. Хәйер, юлда бер-бер хәл булмаҫ, кредиты түләнеп бөтмәгән машинаң селпәрәмә килмәҫ, тип кем гарантия бирә ала?..
– Гөлнур Салауат ҡыҙы, һеҙгә бихисап кеше йөрөй. Уларҙың иң йыш биргән һорауҙары ниндәй?
– Һуңғы йылда, ғәҙәттә, ни өсөн страховка ҡиммәтләнә, тип борсолалар. Ошо мәсьәлә һәр клиентты тиерлек борсой. Хәтерләйһегеҙҙер, был йәһәттән үткән яҙ беҙҙе “шатландырҙы”. Хаҡтар 60 процентҡа тиклем күтәрелеп китте. Сәбәбе бына нимәлә: автоһәүәҫкәрҙәр һаны ныҡ артты, тәжрибәһеҙ йәки хәүефһеҙлегенә иғтибарһыҙҙар, яуапһыҙҙар ҙа күбәйҙе. Ошо йәһәттән юл-транспорт ваҡиғалары йышайғас, автомобилде йүнәтеү, тән йәрәхәте алыусыларға страховка түләү суммалары ла күтәрелде. Страховка компанияһына ни файҙа, килемдәргә ҡарағанда сығымдар күберәк булғас? Шуға, мәҫәлән, “Росгосстрах” хаҡтарҙы арттырҙы, бәғзе компаниялар бөтөнләй ОСАГО-нан баш тартты.
– Полистарҙы агенттарҙағына ҡарағанда страховка компаниялары филиалдарының төп бинаһында эшләтеү күпкә осһоҙораҡҡа төшә, тиҙәр…
– Осһоҙораҡ. Сөнки унда агентҡа түләнгән аҡса, өҫтәмә бинаны ҡуртымға алыу хаҡы ҡаралмай. Икмәкте лә бит икмәк комбинатынан алһаң – осһоҙораҡ. Был йәһәттән көн дә булмаһа ла, көн аша зарланыусылар табылып тора. “Арттырып түләтеп, аҡсаны үҙегеҙҙең кеҫәгеҙгә һалаһығыҙ”, – тип нахаҡҡа ғәйепләүселәр, тейешле хеҙмәт органдарына шылтыратыу менән янап маташыусылар табылып тора. Уның ҡарауы, миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле: төп бинала эшләтеү өсөн иртәнге сәғәт 5-тән барып 50-cе булып сират алыу еңелме ни? Мөрәжәғәт итеүселәр иҫ киткес күп, ә хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Агенттар аша булһа, ваҡытың аҙыраҡ сарыф ителә, бары шул ғына.
– Полисты хәҙер нисә айға эшләтергә ярай?
– Элек бер айға ла яһатып була ине, хәҙер өс айҙан ғына алып. Был йәһәттән шуны әйтеп үтергә кәрәк: әгәр өс айға страховка эшләтеп, уны артабан да оҙайтырға теләһәң, килешеүҙең һуңғы көнөнән алдараҡ килеү хәйерле. Сөнки срогы сыҡҡас, яңы килешеү төҙөргә тура килеү сәбәпле, артығыраҡ аҡса сарыф итәһең. Әйткәндәй, күптәр страховкаһын оҙайтырға онотоп китә, шул арҡала күңелһеҙ осраҡтарға ла тап булалар. Ғөмүмән, башта уҡ бер йылға яһатып, кинәнеп йөрөүгә бер ни етмәй.
– Һуңғы арала “полистарҙы алмаштыралар” тигән имеш-мимеш тә ишетелеп ҡала…
– Әлеге көндә аныҡ ҡына күрһәтмә юҡ. Шулай ҙа полистарҙы ваҡыты сыҡҡас түгел, ә алдан алмаштырырға тура килер. Тик бына ҡапыл халыҡ ағымы күбәйеү нимәгә килтерер – әлегә билдәһеҙ. Иң мөһиме – был эш автоһәүәҫкәр йәки машина хужалары өсөн түләүһеҙ буласаҡ.
– Тағы ла ниндәйҙер яңылыҡтар көтөләме?
– Үкенескә ҡаршы, бланктар аҙайғандан-аҙая. Страховка компаниялары ОСАГО-ларҙы хупламай, сөнки, алда билдәләүебеҙсә, улар табышлылығын юғалта бара. Шуға киләсәктә “мотлаҡ рәүештә страховкалау” тигән төшөнсә бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Халыҡ үҙе лә баш тартырға риза. “Егерме йыл йөрөйөм, бер ҙә аварияға эләккәнем юҡ, ниңә кәрәк ул миңә”, – тип әйтеүселәр бар. Әммә… һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай. Күҙ алдына килтерәйек: страховкаһы булмаған “текә” машина һинекенә килеп бәрелде, ти. Ундай автомобиль хужаһынан зыян өсөн аҡса таптырып ҡара! Үткән быуаттың 90-сы йылдары әйләнеп ҡайтмаҫ тимә был осраҡта.
Әңгәмәне Р. ҒӘБДРӘШИТОВ ҡорҙо.