Үтә һалҡын килде быйылғы ҡыш. Асыулы әҙәм һымаҡ, уйламаҫтан буранлай, бөтә тереклекте туңдырырға теләгәндәй, һалҡынлығын көндән-көн көсәйтә. Ҡышҡы йоҡоға ойоған ағастар ҙа хатта шыҡырайған кеүек, буран ыңғайына ла бөгөлмәй, туп-тура баҫып ҡатҡан. Яҙға тере ҡалһа ғына ярар ине.
Ә йәштәргә бер ни түгел. Кәүҙәне тулыһынса ҡаплаған йылы шәл бөркәнеп училищеға йүгереп баралар ҙа шулай уҡ йүгереп ҡайталар. Аяҡта – йөн ойоҡ, быйма, ҡулда – дебет бейәләй. Аҙна буйы уҡыу нисек тә үтә, тик бына ялға ҡайтыу ҡурҡынысыраҡ. Алыҫ юлда автобустар йыш боҙола.
Ғәмилә, Сәриә һәм Таңһылыу – беренсе курс студенттары. Район үҙәгендә һатыусылыҡҡа уҡыйҙар. Инде ике аҙна ауылға ҡайтҡандары юҡ. Был аҙна аҙағында Сәриә түҙмәне, ашарыбыҙға ла бөттө, һағындыҡ, тип әхирәттәрен ҡайтырға өгөтләне. Ҡыҙҙар оҙаҡ уйламаны, дәрестәр тамамланыу менән автовокзалға йүнәлде.
Вокзалда кеше әҙ. Эштән, уҡыуҙан ҡайтыусылар ғына. Ғәмилә автовокзал тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап, халыҡтың йүгерә-йүгерә, ауыҙҙарынан боҫ сығарып бейей-бейей, һикерә-һикерә тороуҙарын ҡурҡып күҙәтте лә, тәне зымбырлап, эҫеле-һыуыҡлы булып киткәнен тойҙо. Шунан әхирәттәренә ҡарап:
– Әйҙәгеҙ, ятаҡҡа кире барайыҡ. Тағы бер аҙна түҙәйек инде, түҙгәс. Ярты банка ҡаймағыбыҙ ҡалды, он да бар әле. Ҡоймаҡ ҡойоп ашарбыҙ, ыумас ыуырбыҙ. Хәҙер юлда автобус боҙола ҡалһа, ни ҡылырбыҙ? Иң алыҫы – беҙҙең ауыл, – тине.
– Ҡуй әле, Ғәмилә. Мин мунсаһыҙ түҙмәйем. Сығыуын-сыҡҡас, ауылға етеп, йыуынып, бер кис йоҡлап киләбеҙ инде, – тип ҡырт киҫте Таңһылыу.
Өс әхирәт мәктәптә лә, училищела ла гел бергә. Йәшәүҙәре лә бер бүлмәлә. Бер-береһенән тыш тормошто күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Был осраҡта Ғәмилә юлға сығырға ни тиклем ҡурҡһа ла, әхирәттәренең теләгенә ҡаршы төшә алманы.
Биш ауылға ун биш кешене ултыртып, автобус эңер төшкәс кенә ҡуҙғалды. Ҡар өҫтөнән елгән шағыр-шоғор тәгәрмәс тауышы эскә үк ишетелеп тора. Бурандан ҡалған ҡар уйнамай, ҡатҡан да ҡуйған. Әммә ҡыҙҙарҙың күңеле көр. Ни тиһәң дә, еңел ҡуҙғалдылар бит. Бына, кәмендә ике сәғәттән һәр береһе тыуып үҫкән йылы өйҙәрендә сәй эсеп ултырыр әле. Туғандарын, атай-әсәйҙәрен ныҡ һағынып өлгөргәндәр. Ғәмиләнең дә шомланыуҙары онотолған һымаҡ тойолдо. Һәр кемеһе үҙ уйҙарына сумып, алға, юлға ҡарап бара.
Бөтә тирә-яҡ тынған. Ғаләмдә бары ошо автобус ҡына ҡалған кеүек. Мотор тауышы шул тиклем ныҡ геүләй, унда әллә ниндәй өмөтһөҙлөк, кемегеҙ эләкһә лә тотоп ашайым тигән төҫлө, ас бүре олоуы ишетелеп ҡалғандай…
Яй ғына, аҙаплы итеп, өс ауылды үткәс, халыҡ кәмене. Автобуста өс әхирәт кенә ултырып ҡалды. Уларҙы ҡурҡытырға теләгәндәй, “тимер ат”тың тиҙлеге тағы кәмеп ҡуйҙы ла тора-бара туҡтаны. Водитель егет берсә ҡыҙарынып, берсә аптырап, ул урынды, был урынды ҡапшаны. Тышҡа сығып та йөрөп инде. Тик автобус бүтән ҡуҙғалманы.
– Ҡыҙҙар, ғәфү итегеҙ, боҙолдоҡ. Иртәнге автобус таңғы алтыла була. Мин һеҙҙе эстә ҡалдыра алмайым, өшөрһөгөҙ. Үрле ауылында таныштарығыҙ булһа – шуларға, булмаһа, берәйһенә бараһығыҙ инде, хәл юҡ, йәйәүләп тәпәйләй күрмәгеҙ түлкә, – тип мығырҙаны.
Сәриә менән Таңһылыу Ғәмиләгә асыулы ҡараш ташланы. Уларҙың ни әйтергә теләгәнен әхирәттәре аңланы-аңлауын, ләкин берәү бер ни өндәшмәй, яйлап ҡына автобустан төштөләр.
Ҡышҡы төн. Ҡапыл бөтәһенекен берҙәй итеп, сикәләрҙе әсе һыуыҡ “әп” итте. Сәриә түҙмәй сәрелдәп ебәрҙе. Уның тауышынан Ғәмиләнең күҙҙәре йәшләнде.
– Әсәйемдең Зилә исемле әхирәте ошо ауылда йәшәй. Әйҙәгеҙ, күмәкләп шунда барабыҙ, – тине Таңһылыу. Уның моңһоу тауышынан һалҡынлыҡ бөркөлдө. Ғәмилә быларҙың һүҙен йыға алмай юлға сыҡҡанына тағы үкенде. Таныш булмаған кешегә нимә тип өсәүләшеп барып инәһең? Етмәһә, туған да түгел, әсәһенең әхирәте генә.
– Мин туҡталышта ҡалам, бәлки, берәйһе ат менән булһа ла ҡайтыр. Булмаһа, ошонда таңды аттырырмын әле. Кейемем дә ҡалын, быйманы атайым быйыл ғына табанланы, бейәләйем дә ике ҡатлы…
Таңһылыу менән Сәриә, Ғәмиләнең үҙһүҙлегенә хайран ҡалып, тапанып торҙо ла:
– Ғәмиләү, һин ошонда ҡалып тор, улайһа. Беҙ икәүләшеп барып рөхсәт һорап килербеҙ ҙә һине апҡайтырбыҙ. Тик бер ҡайҙа ла китеп юғалма, йәме, – тип ауыл яғына йүнәлделәр.
Тирә-яҡ тып-тын. Ярай әле туҡталышты бәләкәй генә булһа ла лампа яҡтыртып тора. Әләйһә, бигерәк шомло. Ара-тирә эттәр өрөүе генә ишетелеп ҡала. Ғәмилә бер ваҡытта ла ошондай ҙа ҡурҡыу тойғаны юҡ ине. Әхирәттәренең аяҡ тауышы тынғас, күҙ йәшенә ирек бирҙе. Бындай һыуыҡта туңып үлеп ҡалһа, әсәһе, атаһы нишләр? “Балаҡайым” тип кенә торалар бит. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп булғанға ғына районға уҡырға ебәрергә ризалаштылар. Шулай ҙа яңыраҡ атаһы училищеға килеп ҡыҙын күреп киткәйне. Аҙна аҙағына көндәр йылына, тиҙәр, ҡайтһаң, шәп булыр ине, тигән булды. Көтәләрҙер инде. Ғәмилә әсәһенең тәҙрәнән күҙен алмай, ҡапҡаны ел ҡаҡҡан һайын тертләүен күҙ алдына килтерҙе. Эй, ата-әсәһен уйлап борсолған ҡыҙҙың шыҡһыҙ төндә сит ерҙә япа-яңғыҙы тороп ҡалыуы ныҡ йөрәген әрнетте. Шуға ул иланы ла иланы.
Ҡапыл уның янынан шәп-шәп атлап кемдер үтеп китте. Ғәмилә танауын тартып ҡуйҙы. Теге кеше кире боролоп килде лә һаулыҡ һорашты. Олпат ҡына кәүҙәле, мыйыҡлы ағай ине. Ғәмилә уның яғынан араҡы еҫен һиҙҙе лә артҡараҡ китте. Ир кеше, быны һиҙепмелер, үҙ юлында булды.
Ун алты йәшлек ҡыҙыҡай туҡталыштың бер эсенә инеп, бер тышына сығып бейене. Гүйә, ҡышҡы һалҡын сәпәкәйләп таҡмаҡ әйтә, уға бейемәй түҙеп ҡара! Түҙмәне Ғәмилә, бейене, һикерҙе һәм бер туҡтауһыҙ иланы. Әхирәттәре лә килеп алырбыҙ тип китте лә вәссәләм! Күпмелер ваҡыт үткәс, ауыл яғынан баяғы ир, ике бала эйәртеп, кире килде.
– Һылыу, былай өшөп торма, әйҙә, беҙгә киттек. Еңгәң дә өйҙә, – тип һүҙ башланы.
Өшөүенән ни эшләргә белмәгән Ғәмилә улай-былай ҡаранып, әхирәттәре киткән юлға бер аҙ текләп торҙо ла, тиҙ генә сумкаһын алып, былар артынан эйәрҙе.
– Туҡталышта сибек кенә бер ҡыҙ бала туңып тора, алып ҡайтам да ҡуям. Минән ҡурҡмаһын өсөн балалар менән барып саҡырайым, тип сығып китте ағаң, – тип ҡаршы алды мөләйем хужабикә Ғәмиләне. Эҫе сәй эсеп, аш ашап алғас, ҡыҙ йылынып китте. Шул арала ике бәләкәс малай уның менән уйнарға булып китте. Әллә нисәмә бүлмәле ҙур йортта баҫтырышып алдылар. Шунан өлкәне, Өлфәт исемлеһе, ҡайҙалыр йәшенде, бәләкәсе, Таһиры, Ғәмиләнең елкәһенә ултырып алып, тегене эҙләнеләр. Эй, күңелле!
Йоҡлар өсөн Ғәмиләгә айырым бүлмә күрһәтте хужабикә Йәнбикә апай. Яныбай ағай, еңгәң, тиһә лә, Ғәмилә “апай”, “ағай” тип өндәште.
Тыныс ҡына бүлмәлә ҡыҙҙы йоҡо алманы. Улай әйләнде, былай әйләнде. Юлына яҡшы ғына кешеләр осрап, бәләгә тарымауына ҡыуанып, күңеле тулышты. Үҙенең мәңге айырылмаҫ әхирәттәре онотһа ла, ете ят кешенең уны йәлләп килеп тороуын әйт әле. Был ғаиләгә рәхмәт йөҙөнән яҡшылыҡ эшләгеһе килде. Шунан тороп ултырҙы ла, өҫтәлдә бәйләнә башланған йөн ойоҡто алып, бәйләргә кереште. Бәләкәй генә сағынан эшкә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ, бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, бер-ике сәғәттә бер пар ойоҡ бәйләп һалды. Арыуы ла еткәндер, утын һүндереп, тыныс күңел менән урынына ятты. Күҙҙәрен йомоп өлгөрмәне, ишек асылды ла Яныбай ағай күренде. Ул мыйығын ышҡый-ышҡый:
– Һылыу, шыл әле, йылынып ҡына алам, – тип Ғәмиләнең эргәһенә үк килеп ятты.
Бер нәмә аңламаған ҡыҙ, тертләп, һикереп тороп ултырҙы ла: “Йәнбикә апай!” – тип ҡысҡыра башланы.
– Тик кенә ят, балаларҙы уятаһың! Апаң иртәнге һауынға китте, ул ярҙам итмәйәсәк, – тип Яныбай ҡыҙҙы ятҡырырға маташты.
Сибек кенә ҡыҙ бала әллә ниндәй көс менән ирҙе йыға һуҡты ла балалар йоҡлаған бүлмәгә йүгереп барып инде. Бәләкәй Таһирҙы йоҡлап ятҡан карауатынан һыпыра тартып ҡосағына алды ла һелкетергә тотондо. Бала ҡурҡышынан ҡысҡырып иларға кереште. Ишек төбөндә торған ярым иҫерек Яныбай:
– Теймә минең балаға, бар, сығып кит, туңып үл! – тип зыу төштө.
Ғәмилә Таһирҙы урынына кире һалды ла, сумкаһын, кейемдәрен ҡосаҡлап, ялан аяҡ көйө, эске күлдәктә генә тышҡа йүгереп сыҡты. Шул килеш туҡталышҡа тиклем барҙы. Табандары ҡарҙы ла, һыуыҡты ла һиҙмәне шикелле. Йүгереп түгел, осоп барған тиҙлектә, ҡыҙ, әшәке иргә ныҡ рәнйеп, әрнеп, ғәрлегенән уҡшып та алды. Әммә үҙ торошона иғтибар биреп туҡтап торорға ваҡыт юҡ, шәберәк туҡталышҡа барып ҡына етергә…
Әллә ҡурҡыштан, әллә өшөүҙән дер ҡалтырап, зәңкеп, бахыр ҡыҙ саҡ-саҡ кейенде. Ниңәлер күҙҙән йәш сыҡмай, илаһа, бәлки, тынысыраҡ булыр ине. Яныбай ағай артынан килеп ҡуймаһын тип, иртәнге автобусты туҡталыштың бер мөйөшөндә йәшенеп, күҙ алдындағы мең күренештәрҙә буталып ҡаршы алды. Үҙен-үҙе тоймай, шулай ҡатҡан килеш атай йортона ҡайтып етте лә йығылды Ғәмилә. Тора алмайынса өс көн, өс төн һаташып ятҡас, ҡурҡышта ҡалған әсәһе уны район дауаханаһына алып барып һалды. Унда ҡыҙҙың һыуыҡ алдырған бөйөрҙәрен генә түгел, ҡатҡан йәнен дә дауаланылар. Бер аҙнанан һуң ғына Ғәмилә, теге ҡәһәрле төндө күҙ алдынан үткәреп, күҙ йәштәрен түгеп илай алды. Әммә әсәһенә лә, бүтән берәүгә лә ни булғанын һөйләп торманы… Кем белә, бәлки, һөйләргә, күңелен бушатырға кәрәк булғандыр. Исмаһам, мыйыҡлы, алама еҫтәр сығарған ир ғүмере буйы төштәренә инеп йөҙәтмәҫ, һаташтырмаҫ ине…
Был үтә лә һалҡын ҡыш Ғәмиләне әхирәттәренән дә айырҙы. Дөрөҫөрәге, юлдары бүтәнсә киҫешмәне. Бындай һабаҡты ҡыҙҙың йөрәге бер нисек тә аңларға теләмәне. Ғәмилә йәйгә тиклем түҙҙе лә педагогия училищеһына уҡырға китте.
Йылдар үтте. Ғәмилә – хәҙер бәхетле әсә, ҡәҙерле ҡатын. Тыуған ауылында ире Марат менән ике ул үҫтерәләр. Быйыл ғына алты мөйөшлө өйҙәрен бөтөрөп сыҡтылар. Йорт хужаһы Марат колхоз машинаһында һөт ташый. Ғәмилә бәләкәстәре менән донъя көтә.
Бына әле ире ҡайтыуға тип бишбармаҡ, тултырма бешерҙе лә, тәҙрәнән күҙен алмай, малайҙар менән бергәләп атайҙың ҡайтыуын көтәләр. Ғәҙәттәгенән бигерәк һуңға ҡалды шул бөгөн. Йоҡлар ваҡыттары еткәс, улдары ятты. Ғәмилә борсола башланы. Иренә тип башлаған йөн ойоғон да бәйләп бөттө. Ашын да ике ҡабат йылытты. Ҡыштың һалҡын көнөндә өшөп ҡайтһа тип, самауырын да шыжлатты. Төн уртаһы тулып үткәс, кем менәндер һөйләшә-һөйләшә килеп инде өйгә Марат.
– Ауылға керҙем тигәндә генә туҡталыш эргәһендә бер машина тәгәрәп ята. Ярай, яңғыҙы булған. Машинаһын сығарырлыҡ түгел, үҙен ҡотҡарҙым, шуға һуңға ҡалдым, бисәкәй, – тип юлдағы хәлдәрен һөйләне ул.
– Эй, әйкәйем. Ярай, ярҙам иткәнһең. Бынау сатлама һыуыҡта туңып үлергә бирмәгәнһең, – тип һамаҡлап Ғәмилә аш-һыуын ҡараны.
Марат шкафтан бер яртыһын сығарып ишек төбөндә тапанған ҡотҡарылыусыһына тотторҙо:
– Бар, бынау бүлмәгә инеп ыуын, сирләп китмә.
Теге әҙәм, рәхмәтен әйтеп, бүлмәгә үтеп, үҙен тәрбиәләне.
Хужабикә өҫтәленә һыйын теҙгәс, яғымлы тауыш менән ашарға саҡырҙы.
– Һаумыһығыҙ, – тип аш бүлмәһенә килеп инде теге ир. Ғәмилә йылмайып уға ҡараны. Ҡапыл ҡулынан тәрилкәһе төшөп китте. Ҡатын һаулыҡ һораша алманы, ә телһеҙ ҡалғандай булып ҡатты ла ҡуйҙы. Бынан теүәл ун биш йыл элек булған ҡәһәрле төн күҙ алдынан үтте. Яныбай ағай ҙа уны танып ҡыҙарынды. Хужабикә иренә ҡарап:
– Мин балалар янына ятам, ҡунағыңды үҙең һыйла, – тине лә йоҡо бүлмәһенә йүнәлде…
Яныбай ағайҙы икенсегә осратҡандан һуң оҙаҡ ауырыны Ғәмилә. Бер ай өйөндә ятҡас, фельдшер уны районға ебәрҙе. Унда ла оҙаҡ дауаланды. Диагноз ҡуя алманылар. Бөтә тәне ауырта, ҡурҡыныс итеп һаташа, тәнен ҡыбырлата алмай ине ул.
Күңеле әрнене Ғәмиләнең. Имһеҙләнде. Ниҙәр кисергәнен үҙе генә белә. Күҙҙәрен йомһа, ялан аяҡ килеш йәнде алырлыҡ һыуыҡ ҡарҙан йүгерә. Ҡаршыһына мыйыҡлы, һаҫыҡ ир килеп сыға…
Оҙаҡ ятты ул дауаханала. Палаталаштары дауаланып сыға торҙо. Урындары ла буш ҡалманы, яңыларын килтереп һала торҙолар. Бер мәл шул тиклем алсаҡ ҡатын килеп ятты. Танышып, һөйләшеп киттеләр. Теге саҡ төндә туҡталған Үрле ауылынан булып сыҡты. Үрле тигәнде ишеткәс, Ғәмиләнең йөрәге жыу итеп ҡалды. Шулай ҙа үҙен ҡулға алды. Йәнбикә апай, уларҙың балалары тураһында, элекке таныштарым, тип һорашты.
– Йәнбикә ғүмере буйы һауынсы булып эшләне, әле лә шунда. Ире, Яныбайы, ныҡ эсте. Уның урынында башҡа берәү булһа, әллә ҡасан яр һалыр ине. Юҡ, Йәнбикә ундайҙарҙан түгел. Зарланғанын һис ишеткәнем булманы. Яныбайҙы әйтәм, үлеп ҡалды бит.
– ?
– Эйе, эсеүе башына етте үҙенең. Ул бисараны, теге ауыл осонда туҡталыш бар бит әле, шунда таңға тапҡандар. Бер мөйөштә бөршәйеп кенә ултыра ине, тиҙәр. Туңып үлгән. Әле кисә ҡуйҙылар. Ә малайҙары... шәп, береһе – әрмелә, икенсеһе ҡайһылыр ерҙә уҡый.