Белмәҫһең, күпме ята торғандыр был хайуандар, ҡуҙғалып бер яҡҡа сығып китһәләр, йөрөрһөң ас. Биштәремдәге сәй ҡайната торған ҡомғанды алдым да йылғанан һыу килтерҙем. Миңә тиклемге көтөүселәр ут яҡҡан ергә утын йыйып, утты тоҡандырып, әҙер аҫҡаҡҡа ҡомғанды ҡайнатырға элдем. Атайымдың йыры иҫемә төштө: “Ут яна-а, күмер була, көл була, үткән генә ғүмер шул була-а-а“, — тип утҡа ҡарап һыу ҡайнауын көтөп ултырҙым. Ҡапыл эргәмдә генә бер бәләкәй кәзә тәкәһе әсе итеп баҡырып ебәрҙе. Тертләп киттем. Төкөргә итәме әллә? Ҡалалағы ике аяҡлы кәзә тәкәләренең төкөүенән биҙеп бөткәнмен. Быныһын тибеп тә осорорға була, ә тегеләрен...
Был кәзә тәкәһенең ниңә баҡырыуын аңлауы ҡыйын ине, шуға күрә торҙом да уға табан атлай башлағайным, теге тәкә малдар ятҡан ергә түгел, икенсе яҡҡа сапты. Уны мал ятҡан ергә ҡайырайым тип артынан йүгерҙем. Ҡапыл күрәм: теге аташ тәкәләр тағы иген баҫыуына табан китеп бара. Быныһын ташланым да, тегеләрен ҡыуып етеп, таштар менән бәргеләй-бәргеләй кире саңдауға ҡайырҙым. Бәләкәй тәкә саңдауға кире ҡасҡан булған, күрәһең. Баҡырып быларға ҡаршы килә ине, тәкәнең иң ҙуры сабып барып, йән асыуы менән тәгәрәткәнсе төкөп ебәрҙе тегене. Уныһы шайылдап барып төштө. Башта бәләкәй тәкәне йәлләп тә ҡуйғайным, һуңынан ике аяҡлыларҙы хәтерләп, былар әллә дөрөҫ эшләйҙәрме икән, тигән фекергә килдем.
Былар миңә тамаҡ ялғарға ирек бирмәҫ, ахырыһы, тип уйлап, тағы усаҡ яғына киттем. Шул саҡ күрше ауылдағы бер көтөүсе менән булған хәл иҫкә төштө. Уның исеме Иҙрис булһа ла, ҡушаматы буйынса “Калачков” тип кенә йөрөттөләр. Бик ҡыҙыҡ кеше ине, шуға ҡушамат таҡҡандарҙыр инде. Ошо Калачков бер йылды ауылдың ваҡ мал көтөүен алған.
Халыҡ ауыл Советына барып:
– Ул малды ашатмай, ҡамап тик йөрөтә, – тип һөйләнә башлаған. Ауыл Советы депутаттарҙы ебәреп хәлде тикшерергә булған. Быны “Калачков” та ишеткән, күрәһең. Бер көндө машина килеүен күреп ҡалған да ҡайын башына менеп киткән. Малдар, был беҙгә ҡайын япрағы ботап төшөрә икән тип, ағас тирәһенә йыйылған (ул шулай итеп япраҡ ашатып өйрәткән икән). Машина килеп етеп, депутаттар машинанан төшөүгә, “Калачков” ҡайын башында торған килеш малдарға доклад һөйләй башлаған:
– Бына мин һеҙҙе ашатмай, тип силсәүиткә ялыу яҙалар икән. Нимә, мин һеҙҙең ауыҙығыҙҙы тотоп тораммы? Ашағыҙ, тирә-яҡ тулы үлән, – тип теҙеп алып киткән. Депутаттар бының докладын тыңлап торған-торған да көлөшөп ҡайтып киткән.
Балта алып сыҡмағанмын, мин дә “Калачков” кеүек ҡайын ботап төшөрөр ҙә рәхәтләнеп сәй эсеп алыр инем. Көскә тамаҡ ялғаным. Сәй эсергә ултырыуың була, тегеләр йә бер баштан, йә икенсе яҡтан ҡуҙғалып сыға ла китә. Ахыры, арлы-бирле ҡапҡыланым да малдарҙың артынан эйәреп киттем.
Бара торғас, ишетәм: артта бер кәзә баҡыра. Йүгереп килеп саңдауҙы ҡараһам, ҡайын ышығында тороп ҡалған икән ул. Малдар яғына ҡыуып ҡарайым, әммә бара бирә лә кире ҡайынға табан саба. Баҡһаң, ағас төбөндә бәрәсе ята. Бахырың шуға китмәй икән. Ирекһеҙҙән ҡалала сабыйҙарын бала табыу йортонда ташлап сығып киткән бисәләрҙе уйлап ҡуйҙым: “Кәзә хәтлем дә баштары эшләмәйме икән ни?” Бәлки, улар башҡасараҡ уйлап эш итәлер. Өләсәйем әйтмешләй, “тыума”ларға беҙҙең илдә һәр саҡ хөрмәт
Ни ҡылырға? Миңә лә быларҙы ташлап китергәме? Төндә бүре-фәлән ашамаҫмы? Аптырап торҙом-торҙом да бәрәсте биштәремә һалып алырға булдым. Әсәйем биреп ебәргән сепрәк, гәзиттәргә төрөп, башын сығарып бәйләп, арҡама аҫтым да көтөү артынан киттем. Кәзә баҡыра-баҡыра арттан эйәрҙе, биштәрҙәге бәрәсе уға яуап биреп барҙы.
Көтөү байтаҡ ара китеп өлгөргән. Кәзәләр тау-таш араһында, һарыҡтар ағас күләгәләренә таралған. Йүгерә-йүгерә тупларға керештем, минең арттан теге кәзә лә йүгерә. Биштәр ауырайҙы, хәл дә бөтә башланы. Малдарҙы туплап алғас, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. Хайуандарҙы күҙәтә торғас, шундай фекергә килдем әле. Уларҙың холҡо йәшәргә тырышыусыларҙың фиғеле кеүек.
Бала саҡта ла көтөүселәр эргәһенә барып ярҙамлаша торғайныҡ, әммә элек малдың холҡона иғтибар итмәгәнмен икән. Бөгөн миңә, донъя күргән кешегә, малдарҙың ҡылығы көлкө лә, аяныс та, ҡыҙғаныс та. Бер кәзә тәкәһе матур ғына бер һарыҡты көнө буйы ҡыуалатып йөрөнө. Әйтерһең, ғашиҡ булған, ә һарыҡ үҙенә һис яҡын ебәрмәне, ҡабул итмәне булһа кәрәк. Бер көн улар, бәлки, ҡауышып та ҡуйыр әле, ныҡыштар маҡсатына өлгәшеүсән була бит.
Хайуандарҙы ҡулда тотоу өсөн көрәш кискә тиклем дауам итте. Мин инде хәҙер демократ та, либерал да түгел, ҡаты күңелле хайуандар башлығы инем.
Ҡояш байыуға табан бара, уға эйәреп көтөү ауылға ыңғайлай. Беҙҙең ауыл тауҙар араһында, йылға буйында ултыра. Көтөү тау башына килеп етмәйенсә күренмәй. Тау башына менеп, ауыл күренгәс тә, малдар ҡаты ҡулдан ысҡынып хужаларына табан сапты. Мин малдар менән мәж килгән ауылдаштарға ҡарап, тау башында тора бирҙем. Иртәгә халыҡ бесәнгә төшә, ә бесәнде ит ашамай әҙерләп булмай. Тимәк, иртәгә сығасаҡ көтөүсегә саҡ ҡына еңелерәк була, сөнки малдарҙың иң һимеҙҙәре, баш бирмәҫтәре иткә әйләнәсәк.
Арҡама бәрәсте аҫып, баҡырып эйәргән әсәһе менән ауылға табан атланыҡ. Кәзә бәрәсен биштәремдән алып әсәһенә тапшырҙым да уларҙы күҙәтә башланым. Өлкәне имеҙҙе лә, ҡайтыу яғыналыр ыңғайланы, бәрәсе артынан йүгерҙе.
Ҡайтып инһәм, өйгә тәмле аш еҫе таралған, ауыҙ һыуҙары ағып китте. Әсәйем йүгергеләп миңә табын әҙерләп йөрөй.
– Асыҡҡанһыңдыр инде, улым. Хәҙер, һин саҡ ҡына ятып тор, ә мин һалмаһын һалам да, шунан ашатырмын. Итем бешкән инде, – тип өтәләнде. Мин сисенеп урындыҡҡа яттым һәм шунда ғына үҙемдең арығанымды тойҙом.
Баштараҡ һарыҡ-кәзә баҡырышыуы ҡолағыма ишетелә кеүек тойолдо. Тора-бара уларға төрлө әҙәми заттарҙың шаулауы ҡушылды. Баҡһаң, теге малдар кеше кеүек ҡысҡыра икән. Аптырайым, ниңә улай килеп сыға һуң әле? Әллә көтөү көткәндә үҙем уларҙы туҡмай-туҡмай шуға өйрәттемме? Шул тиклем ҡыҙғандар, миңә табан килә башланылар. Күп тә үтмәне, ярһыған көтөү мине уратып алды ла һөжүмгә күсте. Иң алдан әлеге эре, һимеҙ тәкәләр, улар артынан башҡалары. Иң ҡурҡынысы шул: үҙҙәрен күрһәтергә тырышҡандай, теге бәләкәй кәзә тәкәләре ярһый-ярһый мине ғәйепләргә тотондо.
– Һин беҙҙе ошо көнгә төшөрҙөң! Һинең арҡала халыҡ яфа сигә! Һин – етәксе түгел, беҙ һине бәреп төшөрәсәкбеҙ! – тип сәрелдәйҙәр. Башҡалары уларҙы ҡеүәтләп һөрән һала. Миңә ауыҙ асырға ла ирек бирмәйҙәр. Уларҙың ҡылығына ҡарайым да аптырайым. Ғүмерем буйы ошолар тип ыҙаланым, улар яҡшы йәшәһен тип бушлай күпме эшләйем. Фатир алырға, унда телефон үткәрергә, мохтаждарға аҡсалата ярҙам итергә тырышам. Хатта мине өнәп етмәүселәргә лә гел ярҙам ҡулы һуҙып торам. Ә үҙемә, балаларыма ни эшләнем һуң? Был хайуандар рәхмәт әйтер урынға... Ҡыҙған көтөү мине төрлө яҡтан төкөй башланы, шул ерҙә тертләп уянып киттем.
Әсәйем эргәмдә тора икән.
– Улым, тор әле, тор. Башта ашап ал, шунан йоҡларһың. Арығанһыңдыр инде, мал көтөү еңел эш түгел шул.
Мал көтөүе генә арытһа икән ул, әсәй... Ул, минең һүҙҙәргә төшөнөргә тырышҡандай, аңым менән был донъяға ҡайтырға тырышҡан йөҙөмә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.