Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аяҡҡа баҫһам, кешеләрҙе дауалаясаҡмын!”
“Аяҡҡа баҫһам, кешеләрҙе дауалаясаҡмын!” …Ҡатын етеҙ аҙымдар менән урам буйлап атлай. Кешеләргә кәрәклеген, уны көткәндәрен белеп ҡабалана. Миңһылыу Әминева ул.

Миңһылыу бала саҡтан медицина өлкәһендә эшләргә хыяллана. Ҙур Арыҫланғол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәк­тәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған ауылында фельдшер булып эш башлай.
– Һөнәремде шул тиклем ярата инем. “Уф, арыным” тип зарланып ултырғанымды хә­тер­ләмәйем. Көндөҙ фельдшер пунктында булһам, төнөн ауы­рыуҙар янына сығып китә тор­ғайным, – тип иҫләй ул.
1980 йылда Әбеш ауылы егете Ғәлим Әминев менән никахлаша. Беренсе балалары – Байрас донъяға килә. Артабан йәш ғаилә Федоровка ауылына күсеп килеп, йорт һалып сыға. Бер-бер артлы Дилә менән Булат тыуа.
– Фельдшер булһам да, һәр ваҡыт күңелемә халыҡ меди­цинаһы яҡын ине. Атайымдың әсәһе, Маһинур ҡартәсәйем, кеше имләне. Кендек инәһе лә булды, быуын ултыртты, эс һыланы, һөлөк менән дауаланы. Тирә-яҡтан уға күп кил­деләр. Имсе ҡартәсәйемдең миңә һөнәр һайла­ғанда ла йоғонтоһо ҙур булған. Әммә ул ваҡытта гирудотерапия (һө­лөк һалыу) менән шөғөллә­нермен тип уйламай инем, – ти Миңһылыу апай.
Фельдшер булып Федоровка ауылында 18 йыл эшләгән ханымдың алдына Аллаһы Тәғәлә һынау ҡуя: тормошонда килеп тыуған бәхетһеҙ осраҡ уны яратҡан һөнәрен ташларға мәжбүр итә.
– Әле миңә 55 йәш һәм тормошома байҡау яһап төрлө һығымтаға киләм. Бер нәмәне лә Аллаһы Тәғәләнән өҫтөн ҡуйырға ярамайҙыр ул, сөнки Ул яратҡаныңды теләгән ва­ҡытта тартып алыуы ихтимал. Ә кеше тап шул мәлдә бөгөлөп тө­шөүсән.
Мин дә көслө стресс арҡа­һында сирләп киттем. Ашай ҙа, йоҡлай ҙа алмай инем. Сибай дауаханаһына ятҡас, тормошома ҙур йоғонто яһарлыҡ бер ваҡиға булды. Унда мин хаҡлы ялдағы 84 йәшлек табип менән таныштым. Ул хәлемә инеп, төрлө кәңәштәрен бирҙе, би­решмәҫкә, аяҡҡа баҫырға өгөтләне. Аҙаҡ үҙенең фатирына алып ҡайтып оҙаҡ ҡына мине Ҡөрьән сүрәләре менән өшкөрҙө, һөлөк һалып дауаланы. Шул мәлдә үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем: “Аллаһ насип итеп, шәбәйеп китһәм, ошо эшкә тотонасаҡмын!” Аяҡҡа баҫып, нығындым, шөкөр. Әсәйем был һүҙҙәремде ишетеп: “Үҙе саҡ ултыра, һаман кеше дауалайым, ти”, – тип һуҡранды, әммә үҙемә талап һәм маҡсат ҡуйғайным инде, – тип хәтер ебен тағатты Миңһылыу апай.
Бер нәмә лә еңел бирелмәй, шулай ҙа Миңһылыу Сәмиғул­ла ҡыҙы аҙымлап-аҙымлап маҡсатына табан бара. Тәүҙә өйрәнсек булараҡ төрлө китап уҡый, Интернеттан кешеләрҙең дауаланыу тарихын, гирудотерапия серҙәрен өйрәнә. Аҙаҡ белемен уҡыу йортонда камил­лаштырып, районда беренсе­ләрҙән булып һөлөк һалып кешеләрҙе һауыҡтыра башлай. Эш башлаған осорҙа уға Өфө­нән табип-гирудотерапевт, медицина фәндәре кандидаты Айҙар Ғәзизов, Сибайҙан Лариса Ялалетдинова йүнәлеш биреп, ярҙам итә.
– Рәсми медицина менән бер рәт­тән һөлөктөң дә ҙур ярҙам биреүен билдәләр инем. Юлымда гел яҡшы кешеләр генә осраны. Тәү сиратта балаларым, тормош иптәшем һәм туғандарым һәр саҡ ҡул ярҙамы, тел ярҙамы менән һөйөндөрҙө. Иремдән дә, балаларымдан да уң­дым, хәҙер ейәндәремде тәрбиәлә­шеп, уларҙың ҡыуанысына һөйөнөп йәшәйем. Яҡындарымдың яным­да булыуы тормошҡа ҡарашымды, рухымды нығыт­ты. Ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, уны яратҡан кешең, эшең менән үткәрергә кәрәк, минең­сә. Тап шул мәлдә генә һин үҙеңде ысын кеше итеп тояһың. Түлһеҙлектән яфаланып килгән бер нисә ҡатын бәпес табып ҡыуанды, һаман да миңә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Ошо бит үҙе оло бәхет, хеҙмәтеңдең емеше! – тип күңел төбөндәге яҡты уйҙар менән уртаҡлаша табибә.







Автор: Айгизә АСҠАРОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә