Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама Уға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Хәстәрлекле, наҙлы ҡатын, әсә, бөтә яҡлап та булдыҡлы һәм уңған хужабикә, бурыстарын яуап­лы башҡарған йәмәғәт эшмәкәре, ҡул эшенә маһир оҫтабикә, күңелендәге кисерештәрен шиғыр юлдарына һалып, милли асылын сихри хәрәкәттәр аша халҡына еткереүсе бейеүсе лә. Иң мөһиме — нимәгә генә ҡағылмаһын, ҡулдарынан гөлдәр тама.

Батыр ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, 30 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ йәмәғәт эштә­рен­дә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Баш­ҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге грамоталарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Бағаева ул.
Хәлисә Бағаева республикабыҙҙың урман-тауҙар төбәге — Белорет райо­нының Рысыҡай ауылында тыуып үҫкән. Бала сағынан уҡ бик шуҡ һәм тиктормаҫ ҡыҙ спортты ярата, еңел атлетика менән шөғөлләнә, шәп саңғысы, хатта респуб­ликаның волейбол буйынса йыйылма командаһы ағзаһы ла була. Кескәй сағында уҡ үҙен һәләтле бейеүсе итеп тә күрһәтә.
Хәлисә мәктәптән һуң тәүҙә Белорет ҡалаһында физкультура курсын тамамлай. Шунан һуң бер йыл Хөсәйен ауылы мәктәбендә эшләп ала. Әммә күңеленә ниҙер етмәй йәш ҡыҙҙың, уҡығыһы, белемле булғыһы килә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә, баш ҡала­лағы резина-техник әйберҙәр заводына эшкә урынлаша. Шул йылдарҙа үҙенең буласаҡ яҙмышы Миҙхәт Бағаевты осрата.
Бер-береһен табышып, ҡауышҡан йәр­ҙәр өйләнешеп, тәүҙә Өфөлә йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Зөлфиә тыуа. 1976 йылда йәш ғаилә иренең тыуған яғы Батырға ҡайта.
Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы тормош иптә­ше Миҙхәт Миңләхмәт улына тағы ла бер ҡыҙ һәм ул бүләк итә, 35 йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай. Уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүҙән тыш, уларҙа туған телгә, мәҙәниәткә, халыҡ тарихына ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләй, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йыр-бейеүҙәр менән таныштыра. Фольклор буйынса түңәрәктәрҙә башҡорт йырҙарына, эпостарына, ҡобайырҙарына, бейеүҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, уҡыусыларына илһө­йәрлек тәрбиәһе лә биргән. Ҡасандыр төрлө район һәм республика конкурстарында үҙҙәренең уңыш-ҡаҙаныштары менән ҡыуандырған балалар — хәҙер инде хеҙмәте менән танылыу яулаған шәхестәр.
Хәлисә Бағаеваның ҡулдары алтын. Тырыш кеше замана ауырлыҡтарына һылтанып тормай шул, һәр саҡ яҡшы йәшәү яйын таба. Оҫтабикә үҙ ҡулдары менән төрлө-төрлө мөғжизәле, үҙенсә­лекле әйберҙәр эшләй. Уның иң яратҡан эш ҡоралы — ырғаҡ, ә аллы-гөллө ептәр, таҫмалар, сәйләндәр, туҡыма киҫәктәре — сәнғәт өлгөһө тыуҙырыу саралары ғына. Өйҙәренең стеналарын хужабикә ҡулдары менән бәйләгән картиналар биҙәй. Уларға ҡараһаң, гүзәллеккә хайран ҡалаһың, күңелең күтәрелә. Дивандар, кәнәфиҙәр, ултырғыстар өсөн сағыу япмалар, мендәр тыштары — бөтәһе лә ыр­ғаҡ менән бәйләнгән. Төрлө ҙурлыҡ­тағы һәм формалағы салфеткалар, күҙ­ҙең яуын алырлыҡ ҡорамалар, йомшаҡ уйынсыҡтар менән йорт интерьерын зауыҡлы итеп биҙәгән Хәлисә. Ҡағыҙҙан оригами ысулы менән эшләнгән аҡҡош­тар күле, башҡорт халыҡ кейемен кей­ҙереп эшләнгән ҡурсаҡтар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, яулыҡтар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Күпме күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған уларға!
— Ҡул эше менән ултырһам, донъям­ды онотам. Ҡайһы саҡта төн уртаһы еткәнен дә һиҙмәй ҡалам, — ти Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы.
Иң мөһиме – был хозур, ҡабатланмаҫ, сағыу эштәренә Бағаевтар үҙҙәре һәм ҡунаҡтары ғына һоҡланмай. Үҙенсәлекле хеҙмәт өлгөләре менән Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы район, республика күргәҙмәләрендә йыш ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Былтыр “Байыҡ” республика телевизи­он конкурсында ҡатнашып, йәнә шатлан­дырҙы ул беҙҙе!
— Башҡорттоң йолаһы буйынса, ҡыҙын кейәүгә оҙатҡанда әсәһе һыйыр бирергә тейеш. Тик уны йыраҡҡа алып китеп булмай, шуға әсәйем миңә ғаилә ҡомартҡыһын — һаҡал (күкрәксә, селтәр) бүләк итте. Ул 300 йылдан ашыу быуындан быуынға тапшырылып килгән. Ейәнсәрем Зәлифәгә бирермен тип торам, ул бишенсе хужабикә була инде.
Тыуған яғымды, әсәйемде һағынғанда ошо биҙәүесте йыш ҡына ҡулыма алыр булдым. Уны кейеп, әсәйемде иҫемә төшөрә торғайным. Эй, ниңә әле был һаҡал-селтәр тик ята, тип минең дә бейегем килә ине. Тик нисектер ҡыйманым. Шунан “Байыҡ” конкурсы башланды. Те­левизорҙан һәр тапшырыуҙы ҡарайбыҙ. Иптәшем Миҙхәт менән унда ҡатнашыу­сылар өсөн янып-көйәбеҙ, бәхәсләшеп китәбеҙ...
Йылдан ашыу ваҡыт элек Өфөлә ҡул эштәре оҫтабикәләре конкурсында баш ҡаланың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Альбина Күсимова менән таныштым. Һөй­ләшеп киттек тә, ул мине “Байыҡ”та ҡат­нашырға дәртләндерҙе. Ирем дә был фекерҙе хупланы, — тип хәтерләй Хәлисә апай.
Ә костюмдар, биҙәүестәр эҙләүгә, те­геү­гә күпме ваҡыт, көс, матди сығым кит­кәнен ул үҙе һәм ярҙамлашҡан кешеләре генә беләлер. Баянсыны, ҡурай­сыны ла эҙләргә, табырға кәрәк. Әйтеүе генә анһат. Тәүге “Мөғлифә” бейе­үен ҡуйыуҙа республикабыҙҙың атҡаҙанған артисткаһы Рәшиҙә Туйсина ярҙам иткән. Был бейеү менән Хәлисә Бағаева мартта “Байыҡ”тың һайлап алыу турын үткән, шунан Ишембайҙа “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында сығыш яһап, “Соло” номинация­һында еңеүсе булған. “Шаян еңгә” бейе­үен ҡуйыуҙа республика­быҙҙың атҡа­ҙанған артисы Миңзиә Насибуллина булышҡан. Уның менән конкурстың икенсе турында уңышлы сығыш яһағандан һуң, Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы гала-концертҡа һайлап алына һәм унда өсөнсө урынға лайыҡ була.
Шулай уҡ былтыр Хәлисә Бағаеваға “Башҡорт ҡатыны — милләт әсәһе” республика конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ — мәҙәниәт” номинацияһында өсөнсө урын бирелде. Бер йыл эсендә генә лә күпме еңеү! Ҡайҙа сығыш яһаһа ла, ул үҙен һәр ваҡыт зыялы, белемле, миһырбанлы, талантлы итеп күрһәтә.
Һәр ваҡыт эргәһендә булған, ярҙам ҡулы һуҙған тормош юлдашы Миҙхәт Миңләхмәт улының ҡатнашлығынан тыш, үҙ мауығыуҙарында бындай юғары уңыштарға өлгәшә лә алмаҫ ине Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы. Сөнки иң ҡәҙерле кеше­һе уның тәүге ярҙамсыһы ла, тәнҡитсеһе лә булған. Ҡулға-ҡул тотоношоп, улар 40 йылға яҡын ғүмер кисерә. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығаралар. Хәҙер бөтәһе лә Өфөлә йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Зөлфиә Мәҙәниәт министрлығында әйҙәүсе белгес булып эшләй. Икенсе ҡыҙҙары Гүзәл — журналист, улдары Айбулат — юрист.
Хәлисә менән Миҙхәт Бағаевтар әле күп итеп мал-тыуар аҫрап донъя көтә. Яҙ һайын 60-70-ләп ҡаҙ бәпкәһе, йөҙҙән ашыу бройлер, өйрәк үрсетәләр, умарта тоталар, баҡса үҫтерәләр. Улар­ҙың йорто, ҡаралты-ҡураһы һәр ваҡыт гөл-сәскәгә күмелә, һығылып виноградтар, еләк-емеш үҫә. Гөлдәй итеп донъя көтөүҙә ал-ял белмәй, башҡаларға өлгө күрһәтә улар.







Автор: Алһыу ТӘТЕГӘСЕВА. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә