Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр кемдең зауығына тура килә
Һәр кемдең зауығына тура килә Оҙайлы, алыҫ сәфәргә әҙерләнгән ҡыҙым сит илдә Башҡортостанды күрһәтер өсөн сувенир әйберҙәр хәстәрләй башланы. Ғәжәп, ҙур бүләктәрҙән айырмалы, республикабыҙҙы һәм Өфөнө сағылдырған ус аяһындай ғына магнитлы һүрәттәр таба алмай аптыранды. Маҡсатына өлгәште-өлгәшеүен, ләкин көс-хәл менән. Белмәҫһең, улар беҙҙә ирекле һатылмаймы, әллә рекламаланмаймы...

“ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексындағы “Уфа-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” тигән фестивалдә башҡортса яҙылған әлеге магниттарҙы тап иттем. “Башкирский магнитик” йәмғиә­тенең етәксеһе Ренат Закировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Бәйләнеш­тә” сайтына ла “йәбештергәндәр”, кешеләр эҙләп йөрөп алмаһа ла, еңел һатыла. Бынан тыш, дебетле кәзә менән дан тотҡан Ейәнсура районынан башҡорт шәленең ниндәйен генә алып килмәгәндәр.
– Беҙ тыуып үҫкән Иҙәш ауылында шәл бәйләү киң тарал­ғайны, – тип хәтерләй Зифа Ишмырҙина. – Мәктәпкә барыр алды­нан үҙенә бейәләй бәйлә­мәгән ҡыҙ баланы иҫләмәйем, ә инде үҫә төшкәс, шәл бәйләүҙә әсәйҙәр­ҙең уң ҡулына әйләндек. “Көрсөк килде, халыҡ ваҡ малын бөтөрөү яғындамы?” – тип йыш һорайҙар. Киреһенсә, ауылдаш­тарымдың ихаталарында кәзә йылдан-йыл күбәйә.
Дәүләкән ҡалаһынан Тимербай Вәлиев иһә тимерселеккә тотон­ған. Ат дағаһы, сәскәләр, хатта йылан, саян һәм башҡа шуның кеүек йәнлектәрҙең һындарын өҫтәленә теҙгән ул. “Хаҡлы ялдамын, тимергә йән индереү – күңел талабым”, – ти отставкалағы полковник Вәлиев.
Хәйбулла районынан Гөлназ Сурина: “Апай, тик ултырмайбыҙ, балаҫ та, шәл дә һуғабыҙ”, – тигәс, аптырашта ҡалдыҡ. “Шәлде һуғалармы ни?” Гөлназ Ғамир ҡыҙы билдәләүенсә, баҡтиһәң, Әбйәлил яҡтарында шулай тиҙәр. Бигерәк тә балаҫ һуғырға ул Рәсилә Вәлиеванан өйрәнгән. Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылына килен булып төшкәс, яратҡан шөғөлөн таш­ламаған. Ире Риф Сурин хатта станок эшләп биргән. Әле уға һоҡланып бер булдыҡ. Шулай уҡ халыҡ Башҡорт­остандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллинаның ҡул эштәрен йәнә әлшәйҙәрҙең биҙәкле балаҫ­тарын, баймаҡтар­ҙың семәрле көршәк­тәрен, нури­мандарҙың биҙәкле ҡурсаҡтарын, күгәрсен­дәрҙең ысын ҡурайын, сибай­ҙарҙың күҙҙең яуын алырлыҡ йәшмәләрен һәм башҡа күркәм әйберҙәрҙе ҡарап кинәнде.
Шунда уҡ алтын ҡуллылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, балалар тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеү күңелдәрҙе күтәрҙе.
Бындай сараны үткәреү кәрәк. Ата-бабаларыбыҙҙың традицион халыҡ художество кәсептәрен, һынлы сәнғәтте, сувенир һәм бүләк продукциялары етеште­реүҙе үҫтереү, Башҡортостанда быуындан быуынға тапшырыла килгән ҡул эштәрен киләсәккә еткереү маҡсатын ҡуйған ойоштороусылар.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә