Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күтәрерме башҡорт Башһыртын?
Күтәрерме башҡорт Башһыртын? ...Емеш-еләккә күмелгән йәшел утрауҙан ҡоштар моңо өҙөлмәй. Йырлы ерҙә бөтөн йән эйәләре үҙ-ара дуҫ, татыу. Төйәген һөйәләр, хәстәрләйҙәр, яңынан-яңы биҙәк өҫтәйҙәр... Бүтән ерҙә лә үҙҙәрендәге кеүек гүзәллек булыуын теләй улар. Изгелек өләшкән утрауға һоҡланып туймаған ҡояш та көноҙоно ошонда... Тап шул әкиәт күренеше күҙ алдынан үтте Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы менән танышҡас. Юғарылағы тып-тын, ап-аҡ “утрау” тирәләй бөтөн донъя әйләнгәндәй. Бәләкәй генә изге ер яҡты нурҙарын барлыҡ Йыһанға өләшергә, йәшәйештең асылын аңлатырға ынтыла ла...

Изгелектән кинәнес алып

Һикһән биш йыллыҡ сал тарихҡа эйә ҡур­саулыҡ – тәбиғәттең ысын өлгөһө. Бар­лыҡ йән эйәләре бер бөтөндө тәшкил итә бында. Тиҙҙән Ҡыраҡа тауҙарында ҡышлаған айыуҙар уяныр, мышылар үҙ юлы буйлап йүнәлер, ас бүреләр яңы ҡор­банының эҙенә төшөр, күсер ҡоштар ҡайта башлар... Ошо һәм башҡа күре­неш­тәр ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, урын­дағы халыҡ тормо­шоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Йәнлектәр генә түгел, һәр ағас, ҡыуаҡ, үлән-сәскә тыныс йәшәй бында – уларҙы яҡлаусылар, һаҡлаусылар бар.
Ғүмерен ҡурсаулыҡҡа бағышлаған хеҙмәт кешеләре тәбиғәтте ҡурсалаусы, хәстәрләүсе бурысын үҙ иңенә теләп йөк­мәгән. Бының өсөн уларға кеҫә тултырып аҡса түләнмәй, юғары наградалар бирел­мәй. Киләсәк алдындағы бурысын тойоп, йөрәге ҡушҡанды башҡара заман­дашта­рыбыҙ. Араларында әйҙәүсе көс – ҡурсау­лыҡтың директоры Вәсилә Яныбаева. Тыу­ған төйәге Бөрйәндең, тәбиғәт­тең яҙ­мы­шы хаҡында уйланмаған, улар мәнфә­ғә­тендә ниҙер эшләмәгән көнө юҡ етәксе­нең. “Ялҡын” янында һүнеү мөмкин түгел: хеҙмәткәрҙәр ҙә етеҙ, дәрт-дарманлы, көр күңелле.
– Беҙҙә ни күберәк “фанат”тар эшләй, – ти етәксе, ихлас йылмайып. – Был һүҙҙе бәғзеләр көлөп ҡабул итер. Ләкин, нисек кенә булмаһын, фанатизм һәр эштә лә бар ул. Беҙҙең бөрйәндәр өсөн урман-тау – йәшәүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға күрәлер ҙә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең дүрт-биш быуынлыҡ династиялары бар. Үҙ ерендә тәрән тамыр йәйгән ағастарҙы хәтерләтә улар миңә.
Күтәрерме башҡорт Башһыртын?Шул уҡ ваҡытта ҡырҙан килеп, был төйәккә ғашиҡ булып ошонда тороп ҡал­ғандар байтаҡ. Ундайҙарҙың хәҙерге йәш­тәр араһында ла күплеге ҡыуандыра. Беләһегеҙҙер: хеҙмәт хаҡы аҙ беҙҙә, ә эш күп. Үҙаллы тормошто башлап алып китеүе айырыуса ҡыйын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлеге коллективта йәштәр күпселекте тәшкил итә. Әҙәм балаһына үҙен уратып алған мөхиттең, кешеләр ара­һындағы мөнәсәбәттең яҡшылығы мөһим шул. Шундай шарттар бар икән, хеҙмәттең ауырлығы ҡурҡытмай уны. Ә беҙҙә – йәнле тәбиғәт, изге күңелле халыҡ. Тап улар яңы бейеклектәргә юл аса ла.
Вәсилә Әхәт ҡыҙы коллектив ағзала­ры­ның ҡулайлаштырыу мәлендә лә ысын кеше булып ҡалғаны хаҡында ғорурланып иҫкә ала. Әйтеүенсә, был үҙгәреште хеҙ­мәткәрҙәр ныҡ ауыр ҡабул иткән. Нисек ин­де ата-бабаңдың юлын дауам итә алма­йынса, бала саҡтан таныш ерҙәрҙе, йән­лектәрҙе ташлап, хәстәрлектән айырып, эштән сығып китмәк кәрәк? Үҙене­келәй кү­рәләр бит уларҙы... Һөҙөмтәлә, йыйылыш ойоштороп, фекер алышҡандар. “Беҙ­гә йыллыҡ эш хаҡы өсөн шул ҡәҙәр аҡса би­реләсәк. Ул 15 кешегә бүленәме йәки 50-гәме – үҙебеҙгә бәйле. Һәр кем урынын­да ҡалһын тиһегеҙ икән, хеҙмәт хаҡын бү­ле­шергә тура киләсәк, тип аң­лат­тым ха­лыҡҡа, – ти Вәсилә Әхәт ҡыҙы. – Улар дәррәү рәүештә тулы коллектив менән эш­ләү теләген белдерҙе. Шулай аҡсанан түгел, ә изге ғәмәлдәрҙән кинәнес алып йәшәйбеҙ”.

Элек бында океан булғанмы?

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ошо ерҙәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән, мәҫәлән, “Башһырт шарьяжы” этник-экскурсия комплексы айырым ҙур әһәмиәткә эйә. Уға Визит үҙәге, Тәбиғәт музейы, “Башһырт” һәм “Йылан ташы” тарих-геологик, “Араҙый” экологик һуҡмаҡтары инә.
– Был туристик программаны төҙөр алдынан эҙләнеү эштәре күп алып барылды, – ти Вәсилә Әхәт ҡыҙы. – Ҡыраҡалағы төп тауҙың атамаһы “Башһырт” ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Олатай-өләсәйҙәрҙең был йәһәттән ишеткән-белгәндәрен яҙа барҙыҡ. Әбйәлилдәге бер ир-уҙамандың әйткәндәре айырыуса хайран ҡалдырҙы. “Был һүҙҙе ҡайҙан алдығыҙ?” – тип ҡапыл аптырашта ҡалды ул. “Беҙҙең йылға, тау­ҙар “Башһырт” тип атала”, – тим. Ир-уҙа­ман иһә бер йыл элек кенә мәрхүм булып ҡалған атаһының ғүмер буйы Башһыртҡа барырға хыялланып йәшәгәне хаҡында бәйән итте...
Тау тураһында башҡа райондарҙа ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишеттек. Ғөмүмән, бик үҙенсәлекле тарихи объект булып сыҡты беҙҙең Башһырт. Боронғо яҙма­ларҙа уны климаттың етенсе сиге булараҡ тасуирлағандар. Ибн Фаҙлан да бит беҙҙе “Ағиҙел менән Урал араһында йәшәгән башһырттар” тип атаған.
Ҡыраҡа тауҙарының геологияһы иһә – айырым тарих. Атамаһы ике өлөштән тора: ҡыр һәм аҡа. “Древняя степь” мәғә­нә­һен бирә. Был тауҙар сылбыры хатта геологик шкалаға ла тура килмәй. Улар борон океан аҫтында булған тигән версия ла бар. Ғөмүмән, фекерҙәр төрлө. Уларҙың барыһы ла Ҡыраҡаның бик боронғо икәнлеген раҫлай.
Күтәрерме башҡорт Башһыртын?Әле телгә алынған һәм башҡа мәғлү­мәттәр тикшеренеү эшен киңәйтеүҙе талап итә. Йәштәргә тап шул бурыс хаҡында даи­ми әйтә киләбеҙ. Ғилми яҡтан әҙер­лекле, көслө бит улар. Араларында фән кандидаттары ла бар. Тыуған яғыбыҙҙы өйрәнһендәр, тикшерһендәр. Был улар өсөн үҫеш баҫҡысы буласаҡ.
Бер нисә йыл элек ҡурсаулыҡтарҙа танып-белеү туризмын ойоштороу талап ителә башлаған. Бында иһә эш электән ошо юҫыҡта алып барылған. Ҡунаҡтарға тирмә ҡороп, милли аш-һыу менән һыйлау, һабантуй уҙғарыу йолаға әүерелгән. Ә хәҙер ошо сараларҙы берләштереп, айырым төркөмдәр өсөн “Башҡортостан мәҙә­ниәте көнө” үткәрелә. Уны күпселек осраҡ­та “Урал батыр” эпосына бәйләп ойош­то­рор­ға тырышалар. Туристарға күрше Әб­дел­мәмбәт ауылы мәктәбенән уҡытыусы Миңнур Ҡасимова етәкселе­гендәге “Баш­һырт” экология түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар мәшһүр әҫәрҙән, шулай уҡ урындағы легендаларҙан төрлө күренеш­тәрҙе сәхнәләштереп күрһәтә.
– Ғилми туризм өсөн дә мөмкинлектәр тыуҙырылһын ине, – ти Вәсилә Яныбаева. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рәсәйҙә был йә­һәттән эш бигүк әүҙем алып барылмай. Сер түгел: ғилми туризм менән күберәк цивилизацияға өйрәнгән кешеләр шөғөл­ләнә. Тимәк, улар өсөн беҙҙә уңайлы шарттар булырға тейеш. Мәсьәлә ин­фраструк­тураға килеп терәлә.

Мышы асфальттан үтһә...

Инфраструктура тигәндә, тәү сиратта Бөр­йәндең урман юлдары күҙ алдына баҫа. Вәсилә Әхәт ҡыҙы иһә уларҙы бер ҙә насарламай.
– Юлдар ҡәнәғәтләнерлек, – ти ул. – Өҫтәүенә туристар беҙгә тап шундай тигеҙ­һеҙ, көрт баҫҡан йә соҡор-саҡырлы урын­дарҙан үтеү теләге менән киләлер ҙә.
Ҡурсаулыҡта асфальт булырға тейеш түгел. Ул йәнлектәргә лә, ҡоштар өсөн дә зарарлы. Белеүегеҙсә, айырыуса һуйырҙар ҡырсынташлы юлға сығып ултырырға яратыусан. Заман уңайлылыҡтары һөҙөмтә­һендә был ҡоштарҙың байтағын юғалттыҡ.
Белорет, Әбйәлил яҡтарынан килгән асфальт юл беҙҙең мышыларға ла ҡыйын­лыҡ тыуҙырҙы. Улар ҡурсаулыҡҡа ноябрҙә килә лә апрелдә кире китә. Элек-электән һалынған юлдары бар. Хәҙер иһә был һуҡ­маҡ автотрасса менән киҫеште. Юлдан, билдәле, техника туҡтауһыҙ үтә.
Күптәргә мәғлүмдер: ҡайһы бер илдәрҙә ошондай йәнлектәр өсөн юлдың өҫтөнән махсус үткәүел яһайҙар. Беҙ ҙә шундай проектты тәҡдим итеп ҡа­рағайныҡ та, әле­гә яуап юҡ. Ул ҡәҙәр ҡот осмалы ҙур аҡса ла талап ителмәй инде. Артынан ғына күп йөрөргә тура киләсәк.
Мышыларҙы яҙғыһын үҙебеҙ оҙатабыҙ. Ағиҙел аша сыҡҡан ерҙә айырыуса ҡур­ҡы­ныс: тап шул урында браконьерҙар кө­төп тороусан. Шуға ла ҡайһы саҡта беҙ­ҙең ҡурсаулыҡ егеттәренә Ағиҙел ярында унар көнләп һаҡсы булып торорға тура килә.
Вәсилә Әхәт ҡыҙының фекеренсә, бар­лыҡ ауылдарҙа аҡһаҡалдар ойошмаһы булдырырға кәрәк. Өлкәндәр йәштәргә тәр­биәне йорт эсендә лекция уҡыу аша түгел, ә тәбиғәт мөхитендә бирергә тейеш. Әйтелгәндәр күңелгә үтеп инеп, нығыраҡ иҫтә ҡаласаҡ. Һөҙөмтәлә әле телгә алын­ған браконьерлыҡ та булмаҫ ине, тип иҫәпләй ҡурсаулыҡ директоры.
Күтәрерме башҡорт Башһыртын?– Тәбиғәттең ҡөҙрәте шул ҡәҙәр ҙур, – ти ул. – Минеңсә, бөтөн тәрбиә шул мө­хиттә алып барылырға тейеш. Ата-баба­быҙҙың ошо ерҙе нисек яратҡаны, ниндәй шөғөлдәрҙе үҙ иткәне, йөҙйәшәр ағастар, тамырын юғалтмаҫ үҫемлектәр һәм баш­ҡалар хаҡында һөйләп тә, күрһәтеп тә йө­рөргә ваҡытты йәлләргә ярамай. Юғиһә бит бәғзе йәштәребеҙ элекке ғөрөф-ғә­ҙәттәребеҙҙе бөтөнләй танымай башланы. Мәҫәлән, ситтә дини ғилем алып ҡайт­ҡан­дарҙың урындағы ерләү мәсьә­лә­һенә үҙ ҡағиҙәһен индерергә тырыш­ҡаны ха­ҡын­да ишетергә тура килә. Ҡан аша күсеп килгән йәшәйеш ҡанун­дарын үҙгәртеү дө­рөҫ­мө һуң? Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тәбиғәттең көсөнә таянырға кәрәк.

“Атайымдың машинаһын алырһың!”

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
– Беҙгә балаларҙы йыш алып киләләр, – ти директор. – Бер мәл 12 – 16 йәшлек­тәрҙән тупланған ҙур ғына төркөмдө ҡар­шыланыҡ. Үҫмерҙәр ни өсөндөр һөйләш­мәй, ҡырыҫ кеүек. Ике сәғәт һайын юғалып торалар. Баҡһаң, был балаларҙы етәксе­ләре шул арала нимәгәлер табындыра икән. Беҙҙең егеттәр түҙмәгән: үҫмерҙәрҙе йәшерен рәүештә эйәртеп алып китеп, тауға мендергән. “Йөҙҙәрендәге шул саҡ­тағы үҙгәреште күрһәгеҙ ине! – тип хайран ҡалып һөйләнеләр аҙаҡ. – Күҙҙәре асылып, тәбиғәттең матурлығын күреп ҡалғас, һоҡланыуҙан ни эшләргә белмә­неләр!”
Уҙған быуат аҙағында Магнитогор­скиҙағы бер завод хеҙмәткәрҙәренең балаларын алып килделәр. Була бит шундай етәкселәр! “Балаларҙы бер нисә аҙнаға тәрбиәгә алығыҙ. Аҡса йәл түгел – күпме һораһағыҙ, шунса бирәбеҙ”, – тинеләр. Атта ла йөрөнөк был балалар менән, йәйәү ҙә. Ҡурсаулыҡта күрмәгән урындары, үтмәгән юлдары ҡалманы. Ҡайтыр ваҡыт еткәс иһә илай башланылар. Беҙҙән, тәбиғәттән айырылғылары килмәй! Араларынан береһе урмансының атын күҙ йәше менән һорай. “Зинһар өсөн, бирегеҙ, – ти. – Урынына атайымдың анау ҡиммәт­ле машинаһын ҡалдырырбыҙ”.
Балаларҙың ошондай тәьҫораттарын йыш күрергә тура килә. Шул ҡәҙәр аҡыллы бит ул беҙҙең йәш быуын! Тәбиғәт, тор­мош­тоң асылы хаҡындағы фекерҙәре – өлкән кеше өсөн үҙе бер дәрес. Бына ҡай­ҙа ул аҡыл, фәлсәфә! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәребеҙҙең эске донъяһын ваҡытында аса, һәләттәрен, зиһенен үҫтерә белмәйбеҙ. Күңел күҙҙәрен кәрәкһеҙ нәмәләр менән томалайбыҙ. Уларҙы виртуаль донъянан, компьютерҙан ситкә алып китергә кәрәк. Был йәһәттән экологик лагерҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Республикала улар күберәк булһын ине.
Беҙҙең тәбиғәт өлкәндәргә лә хаҡ юлды күрһәтә. Бер ваҡиға айырыуса ныҡ иҫемдә ҡалған. Рак диагнозы ҡуйылған ҡатын килгәйне. Сирле икәнен ишетеп ире таш­лағас, бөтөнләй яңғыҙ ҡалған. Бында кил­гәс, Ҡыраҡа тауҙарына көн дә күтә­релеп, доға уҡый башланы. Һөҙөмтәлә үҙендә дауалау көсө асылып, мохтаждарға ярҙам итергә тотондо...

Ниндәй мөнәсәбәт – шундай яуап

Ләкин мәрхәмәтле урманыбыҙ үҙенә ҡа­рата шундай уҡ яҡшы мөнәсәбәт кү­рәме?
Ундағы тормош кешелек донъяһына оҡшаш. Мәҫәлән, ҡарт ағастар йәштәренең дөрөҫ үҫеүенә йоғонто яһай икән. Гено­фондтың һаҡланыуы мөһим. Ҡағиҙәнең төрлөсә боҙолоуы афәттәргә нигеҙ һала. Мәҫәлән, янғынға. Урмандың һаҡһыҙ ҡырҡылыуы, тимәк, дымдың аҙайыуы, утҡа ҡаршы тороу көсөн кәметә. Һуңғы йылдарҙағы ҡурҡыныс янғындарҙы тетрәнеп иҫкә ала ҡурсаулыҡ директоры.
– Бер саҡ янғын тауҙың иң текә урыны Яманғырға хәтлем барып етте, – тип хәтерләй ул. – Һырттың бейеклеге бер саҡрымға яҡын, техника бер нисек тә бара алмай... Ҡулдарҙа – көрәк кенә...
Ғөмүмән, беҙҙәге янғындарҙың төп сәбәбе – ҡоро йәшен. Ошондай күре­неш­тең барлығына төрлө ведомство вәкилдә­рен саҡ ышандырҙыҡ. Юғиһә элек документ өсөн башҡа сәбәп эҙләтеп, аптыратып бөтә торғайнылар. Хәҙер иһә “ҡоро йәшен” төшөнсәһе терминологияға ла индерелде.
Ғәжәп күренеш ул. Йәшен уты, ағастың өҫкө ҡоро яғынан олон буйлап ергә табан йүнәлә. Унда быҫҡый башлай. Ныҡлы янып китеү тупраҡтың дымлылығына бәй­ле. Ыҫмалалы тамырҙарға тоҡанып, уттың бер нисә метр ситкә таралыуы ла ихтимал. Дымлылыҡ уртаса кимәлдә икән, дүрт-биш көндән генә төтөн сығырға керешә...
Ҡағиҙәләргә буйһонмай янғын. Ерҙе әллә күпме ҡаҙаһың, тамырҙарҙы сабып бөтәһең... Ә ут, өсәр метрлыҡ араларҙы “һикереп” үтеп, “теле” менән артабанғы үләндәргә йәбешә. Күп осраҡта өҫтән һыу һибеү өсөн вертолет саҡырырға ҡушалар. Кире ҡағам. Ярҙам булмаясаҡ: һелтәнгән һыу йыш ҡына башҡа урынға төшә, етмәһә, техниканың винты янғынды тағы ла көсәйтеп ебәрә...
Янғындың төп сәбәбе, әйткәнемсә, дымдың етмәүендә. Урман туҡтауһыҙ ҡырҡыла, һауа ҡороға әйләнә. Елгә ҡаршы тороу көсө лә кәмей. “Элек Бөрйәндә һепертмә бурандар булмай торғайны бит. Хәҙер иһә ел мәлендә күҙҙе асҡыһыҙ. Яландағы кеүек...” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп йөрәгем әрней. Төп ҡалҡаныбыҙ урман бит беҙҙең. Ул хатта Бөйөк Ватан һуғы­шынан һуңғы илде тергеҙеү йылдарында ла сама менән ҡырҡылған. Ә хәҙер нисек? Үҙебеҙ ултырған ботаҡты тумырабыҙ бит...
Вәсилә Әхәт ҡыҙын һуңғы йылдарҙағы ҡар ҙа аптырата. “Күптән түгел үҙебеҙҙең метеорология станцияһында яһаған анализ шуны күрһәтте: ҡарҙың дымлылыҡ запасы норманан түбәнерәк. Ә бит ҡыш яуым-төшөмлө булды, – тип ғәжәпләнә директор. – Һырынтылар ҙа бейек кеүек, ә барып баҫһаң, батып төшөп китәһең. Ҡарҙың тығыҙлығы юҡ. Әллә был көн­дәр­ҙең тотороҡһоҙ тороуына бәйлеме икән? Ни тиһәң дә, элекке ысын ҡыш түгел хә­ҙер. Шулай ҙа үҙгәреш булыр тип ышанам. Ҡар яуасаҡ әле, тиҙәр. Тимәк, дым запасы яҡшы булыр”.
Проблемалар араһында шулай ҙа иң ныҡ хафаға һалғаны – эсәр һыуҙың бысраныуы. Ҡурсаулыҡ директоры бының төп сәбәбен кер, ҡашығаяҡ таҙартыуға ҡулланылған химик әйберҙәргә бәйләй:
– Улар, йыуынты һыу менән бергә түгелгәс, 17 метр тәрәнлеккә китә икән. Унда иһә – артезиан һыуы... Ләкин был турала ниңәлер өндәшмәүҙе хуп күрәбеҙ. Ә сирҙәр артҡандан-арта, иммунитетыбыҙ ҡаҡшай. Бының төп сәбәбе һыуҙан икәнен белмәйбеҙме һуң? Ҡурсаулыҡҡа килгән балаларға әле телгә алынған проблемалар хаҡында һөйләргә тырышабыҙ. Уйлан­һындар, тибеҙ.

Ҡурсаулыҡҡа милли һыҙат кәрәк

Ҡурсаулыҡтың үҙәге булған Һарғая ауылында әле 150-гә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе – хаҡлы ялдағылар. Электән килгән йолаға ярашлы, мәҙәни сараларҙы ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ойоштора. Шәхси магазин бар. Һәр кем үҙ шөғөлөнә ярашлы аҡса табып көн күрә.
– Һыйырҙар 50 баш ти­рәһе, – ти Вәсилә Яныбаева. – Аҙ булыуҙарының сәбәбе лә бар: ҡурсаулыҡ биләмәһенә бит малды сығарыу тыйыла. Шуға ярашлы яңы программа әҙерләнек – порциялы заманса көтөүлек булдырырға теләйбеҙ. Проект БДУ-ның Сибай институтында эшләнде, хәҙер Башҡортостан дәүләт аграр универ­ситетында ҡарала. Программаның ауыл халҡына ярҙамы ҙур булырына ышанабыҙ.
Кешеләргә шөғөл өҫтәүҙең тағы ла бер юлы бар: туристарға күрһәтеү, һатыу өсөн оҫталарҙан төрлө сувенир, милли хеҙмәт ҡоралдары эшләүҙе ойошторорға ине. Былтыр, мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын­дағы геройҙарҙың һынын яһауға конкурс үткәрелде. Һөнәрмәндәр бер нисә көн эсендә шул ҡәҙәр шәп эштәр менән һоҡ­лан­дырыр тип уйламай ҙа инек. Яңы­лыш­ҡанбыҙ. Хайран ҡалдырҙылар. Был эш­тәрҙең ҡайһы берҙәрен музейға ингән ергә ҡуйғанбыҙ.
Вәсилә Әхәт ҡыҙының күптәнге хыялы – Башһыртҡа менеп барған ерҙәге асыҡ урынға ҡурай тартҡан башҡорт һынын ҡуйыу. Әлегә эшкә тотонорға йөрьәт итерлек һөнәрмән табылмаған.
– Туристарға тыуған еребеҙ хаҡында һөйләү генә етмәй. Күргәҙмә материал кәрәк, – ти директор. – Ҡунаҡтар бында аҙым һайын үҙенең башҡорт ерендә икәнлеген тойорға тейеш. Ҡурсаулыҡҡа милли һыҙат өҫтәү кәрәклеген район ха­кимиәте башлығы ла хуплай. Эшкә бергә­ләп тотонғанда барыһын да бул­дырырбыҙ, тип ышанам. Бөрйәнгә Белорет яғынан ингән ерҙә лә милләтебеҙҙең йөҙөн, борон­ғолоғон, ҡеүәтен сағылдырған сәнғәт әҫәрҙәре ҡаршыларға тейештер.
* * *
...Ап-аҡ, тып-тын утрау кешелеккә йәшә­йештең асылын аңлатырға теләй. Тамыр­ҙарға таянып, хаҡ юлдан тайпыл­дырмаҫҡа, бәләләрҙән йолоп ҡалырға ынтыла. Ишетерҙәрме уның тауышын?








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524