Өфөләге Америка-Башҡорт интерколледжында эшләгән АҠШ граждандары тураһында бығаса матбуғаттан, интернеттан уҡып, кешенән ишетеп кенә белә инем. “Улар башҡорт телен белә, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһына”, – тиһәләр, ныҡ аптырай торғайным. Шик тә тыуғыланы. Рәсәйҙең төпкөлөндә, Урал тауҙары ҡуйынына һыйынып йәшәп ятҡан бәләкәй генә милләттең теле хаҡында әллә ҡайҙа, океан аръяғында ишеткәндәр ҙә өйрәнергә килгәндәр, имеш... Шулай ҙа ирле-ҡатынлы Линдси һәм Крейг менән танышҡас, икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡты.Пигейҙар ғаиләһенең Өфөләге кафеһында осраштыҡ. Улар улдары Даниил менән ҡыҙҙары Аделинаны ла алып килгән ине. Баҡһаң, әле Линдси ошо ике бәләкәй балаһын ҡарап өйҙә генә ултыра икән. Өлкәненә – 2 йәш, бәләкәйенә ни бары 7 ай бит.
– Бөгөн тәрбиә, көнкүреш мәшәҡәттәре менән мәшғүлмен, шуға интерколледжда эшләмәйем. Крейг та, кафе асып, бизнесҡа башкөллө сумды, сөнки балаларҙы үҫтерергә кәрәк, өҫтәүенә банк кредиты ярҙамында Өфө янынан шәхси йорт һатып алғанбыҙ, – тине ҡатын. – Бер аҙ нығынып алғас, тел өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ, әлбиттә. Улыбыҙға ла, ҡыҙыбыҙға ла инглизсә, урыҫса һәм башҡортса мотлаҡ белеү талабын ҡуясаҡбыҙ.
Үҙен башҡортса Ләйсән тип таныштыра икән ул. “Линдси” һүҙенең мәғәнәһе “сафландырыусы” тигәнгә тап килә, ти. Ләйсән дә бит – яҙҙың тирә-яҡты сафландырған тәүге йылы ямғыры. Балаларының да икенсе исемдәре бар: улдарын – Илнур, ҡыҙҙарын Мари тип йөрөтәләр.
– Нисек кенә булмаһын, кеше барыбер ғаиләһендә үҙ телендә аралашырға тейеш, – тип һүҙгә ҡушылды Крейг. – Линдси менән беҙ балаларға гел инглизсә өндәшәбеҙ. Уларҙың аңына туған моңдар, милли тойғолар бәләкәй саҡтан һеңә барһын, тибеҙ.
Ни сәбәптән Рәсәйгә, Өфөгә килергә булып китеүҙәре хаҡында һораным. Пигейҙар бер-береһенә йылмайып ҡарашты ла һүҙ Линдсиға бирелде.
– Беҙ 1996 йылда Мәскәүҙә таныштыҡ, – тип башланы ул. – Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы департаменты саҡырыуы буйынса тәжрибә алмашыу маҡсатында дүрт айға тип юлланғайным, сәфәрем оҙаҡҡа һуҙылды ла китте. Крейг саҡ ҡына һуңғараҡ килде, етем балаларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнә ине. Илдең баш ҡалаһында күрешеп йөрөһәк тә, ҡауышыуыбыҙға фәҡәт Башҡортостан сәбәпсе булды. Крейг бит тауҙарҙы ныҡ ярата. Ҡайҙа бейек түбәләр бар икән тип картаны асып ҡарағайныҡ, Уралды күрҙек. Өфөлә Америка-Башҡорт интерколледжы ла эшләй икәнен белгәс, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ бермә-бер артты. Башҡортостанды күрергә генә ине иҫәбебеҙ. Мин, урыҫса яҡшы белгәс, тәржемәсе сифатында ғына саҡырылғанмындыр, тип уйланым. Яҙмыштыр инде...
Мөхәббәт, ғаилә тарихын шундай мауыҡтырғыс, хатта хисләнеп иларлыҡ итеп һөйләйҙәр. Таныштары уларҙы Башҡортостандың хозур төбәгенә – Ҡариҙел районына – ял итергә алып барған. Крейг менән Линдсиның йөрәктәрендә бер-береһенә ҡарата йылы хистәр тап шунда ҡабынған да инде. Егет ҡыҙҙан ата-әсәһенең телефонын һорап алған. “Нимәгә кәрәк булды икән?” – тип аптыраһа ла, төпсөнөп тормаған Линдси. Крейг шул уҡ көндө кис Америкалағы буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенә смс-хәбәр ебәреп, үҙен таныштырып, ҡыҙҙары менән осрашып йөрөргә рөхсәт һораған икән. Ризалыҡ алғас, иртәгәһенә һөйгәненә икәүләп кәмәлә йөҙөргә тәҡдим иткән...
– Америкаға ҡайтҡас та, ул атай-әсәйем менән яҡындан танышыр өсөн Канзас-Ситиға килде. Аҙаҡ мин уларға – Орегон штатына – барҙым, – тип дауам итте Линдси. – Бер мәл Крейг менән уларҙың штатындағы иң бейек тауға мендек. Шунда ул алдымда тубыҡланды ла кеҫәһенән ҡашлы йөҙөк сығарҙы.
Крейгтың исеме ҡая тигәнде аңлата икән. “Уның янында үҙемде ҡаяға ышыҡланғандай тыныс тоям”, – ти ҡатыны.
Өфөгә Пигейҙар 2010 йылда килгән. “Бында бик оҡшай, – тиҙәр. – Мәскәү ҙур ҡала булғас, унда шау-шыу күп, ә Өфө ҡупшыраҡ, халҡы ихлас. Рәсәйҙәр ҡунаҡсыллығы менән хайран итә, Башҡортостан кешеләре, башҡорттар иһә бигерәк тә алсаҡ, йомарт”. Шуға ла дуҫтары күп Линдси менән Крейгтың. Улар менән ял итеү маҡсатында республикабыҙҙың байтаҡ төбәгендә булғандар: Нуриманда, Архангелдә, Белоретта, Әбйәлилдә, Баймаҡта... Крейг, таулы ерҙә тыуып үҫкәс, Уралдың тәбиғәтен үҙ күрә. Айырыуса ҡыш көндәрендә саңғы кейеп сәйәхәт итергә яратам, ти.
Башҡорт телен нисек өйрәнә башлауҙары хаҡында ҡыҙыҡһынғас, өлкән Пигейҙарҙың икеһе лә үҙ фекерен әйтергә ашыҡты.
– Һеҙҙең телдә бит инглиздәрҙеке һымаҡ өндәр күп, – тине Крейг. – Мәҫәлән, ҙ, ҫ, ң. Мине шул яғы ылыҡтырҙы. Башҡорт теле шундай бай, өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Мәҙәниәтегеҙҙең бөйөклөгөнә телегеҙҙе яҡшыраҡ белгән һайын тәрәнерәк төшөнәһең.
– Ирем күберәк грамматикаға иғтибар бирә, яйлап, әммә дөрөҫ итеп һөйләргә, яҙырға, уҡырға тырыша, – тип өҫтәне Линдси. – Миңә иһә тиҙерәк һөйләшеү, йәнле аралашыу ҡыҙығыраҡ. Телегеҙгә ысынлап ғашиҡ булдыҡ беҙ. Әҙәбиәтегеҙҙе, сәнғәтегеҙҙе яраттыҡ. Башҡорттоң бөйөк шағиры Рәми Ғарипов ижадын өйрәнәм, уның шиғырҙары бик оҡшай. Театрҙарға, концерттарға барғылайбыҙ. Илгә, тыуған ергә һөйөү, киләсәк алдындағы яуаплылыҡ, рәхмәтле була белеү, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ – әҫәрҙәрегеҙҙәге ошондай темалар һеҙҙең халыҡтың рухи ҡиммәттәрен күрһәтә. Шуныһына иғтибар иттек: һеҙҙә һәр халыҡтың мәҙәниәте һаҡлана, үҫтерелә. Төрлө милләт кешеләре бында бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, татыу.
Башҡорт ҡымыҙын бер нисә тапҡыр эсеп ҡарағандар икән. “Тәүгеһендә оҡшаманы, ә икенсе урында, ябай кешенән һатып алынғаны тәмле ине”, – тиҙәр. Милли ризыҡтарыбыҙҙан шулай уҡ бишбармаҡты, ваҡ бәлеште, бауырһаҡты тәмләгәндәр, оҡшатҡандар. Башҡорт балын Линдсиның атаһы ныҡ ярата икән, шуға Америкаға ҡайтҡан һайын күстәнәскә берәй сирек алалар. Крейг көн дә тиерлек эшкә талҡан ашап китә, ти, сөнки был аҙыҡ туҡлыҡлы ла, файҙалы ла.
– Миңә һеҙҙең милли бейеүҙәрҙәге тыпырҙатып баҫыу шул тиклем оҡшай, – ти Линдси. – Бала саҡта ун йыл самаһы балет мәктәбендә шөғөлләнгәйнем. Башҡорт бейеүселәрен ҡарап һоҡланам: улар ҡулдары, бармаҡтары менән балеттағынан да матурыраҡ хәрәкәттәр яһай! Төрлө ритмға күсеп китәләр: берсә дәртле итеп тыпырҙаталар, берсә ҡанатланып осалар...
“Ни өсөн һеҙ кафе асырға булдығыҙ? Исеме лә үҙенсәлекле – “Чат хаус”. Бизнеста тәжрибәгеҙ бар инеме?” – тип һораным. Крейгтың аңлатыуынса, кафены “аралашыу йорто” тип атау юҡтан түгел: улар бында инеп, ҡәһүә һатып алған һәр кемгә ярты сәғәт буйы инглизсә әңгәмәләшеп, телен шымартырға, йәғни иркен һөйләшеп өйрәнергә мөмкинлек бирә. Ә Пигейҙар аралашырға ярата!.. Ҡайһы саҡта уларға Өфөләге интерколледжда уҡытҡан яҡташтары ла ярҙамға килә. Кафеға башлыса халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек алып барыусылар, сит илгә ялға юлланырға йыйыныусылар мөрәжәғәт итә икән. “Ябай студенттан алып ҙур компанияның генераль директорына тиклем күптәр йөрөй, – ти Крейг. – Америкала ундай күренеш ҡәҙимге былай: кешеләр аралашҡанда, ғәҙәттә, социаль статусына ҡарамай”.
Ҡәһүәханалар һеҙҙең илдә әлегә киң таралмаған, тигән фекерҙә Америка граждандары. “Чат хаус” һымаҡтарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ғына табырға мөмкин икән. Шулай ҙа Пигейҙар, көнәркәшлектең юҡлығынан файҙаланып, кәсебенә илке-һалҡы ҡарамай, төп иғтибарҙы сифатҡа йүнәлтә. Крейгтың әйтеүенсә, Рәсәйҙә бизнес башлауы ауырыраҡ, эшләүе еңелерәк, Америкала иһә – киреһенсә. “Беҙҙә сифатһыҙ хеҙмәтләндергән өсөн судҡа биреү, компенсация түләтеү – ғәҙәти хәл. Күптәр клиенттар алдында өлтөрәп тора, – ти ул. – Рәсәйҙә йәшәһәк тә, беҙҙең кафе Америкалағыса ойошторолған: халыҡҡа ярарға тырышабыҙ. Әлеге хеҙмәткәрҙәребеҙҙең бер нисәүһен башҡортса белеүенә ҡарап эшкә ҡабул иттек”.
Әйткәндәй, сайттарында ла мәғлүмәт өс телдә – инглизсә, урыҫса һәм башҡортса – бирелгән. Крейг үҙе эшләгән икән уны – бәләкәйҙән программалау менән шөғөлләнгән бит. “Тормош бөтә нәмәгә лә өйрәтә. Элек гел атайым мәрхүм ярҙамға килә торғайны, хәҙер үҙемә тотонорға тура килә, – ти ғаилә башлығы. – Кафеның биҙәлешен дә башҡа кешегә ышанып тапшыра алманым, әле өй шарттарында ҡәһүә ҡыҙҙырыу буйынса ла оҫтарып киттем...”
Линдси бер ҡыҙыҡ хәлде иҫенә төшөрҙө. Бер мәл, Рәсәйҙә оҙаҡ ҡына булғандан һуң Америкаға ҡайтҡас, ул әсәһенә: “Сәй эсеп алайыҡ әле”, – тип өндәшкән. “Аһ, эс һуң, сәйнүк ана тора”, – тигәндәр уға. Линдси аптыраған, әлеге яуап тупаҫ булып тойолған. “Мин бит “сәй эсәйек” тим! Нисек инде яңғыҙ эсмәк кәрәк уны?!” – тип үҙе уйға һалған шунан туғандарын. Беҙҙең өсөн табын тәү сиратта аралашыу урыны бит инде.
Пигейҙар менән күберәк әңгәмәләшкән һайын уларҙың рухи азатлығына, һәр нәмәгә ижади ҡарашына, тәүәккәллегенә һоҡланыу арта. Ҡайһы саҡта тап улар кеүек бүтән милләт, бүтән ҡитға вәкилдәре беҙҙең телгә, мәҙәниәткә тосораҡ файҙа килтерә шул.