Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дөрөҫ ҡулланайыҡ
Алтаҡталарҙағы хаталар, ауыл йәки йылға атамаларының дәүләт телдәрендә дөрөҫ яҙылмауы тураһында гәзитегеҙҙә йыш ҡына мәҡәләләр баҫылып тора. Бик дөрөҫ һәм кәрәкле эш.

Әммә һүҙем ҡайһы бер башҡортса атамаларҙың рус телендә килешһеҙ әйтелеше тураһында. Мәҫәлән, әкиәттәге ҡанатлы ат – тол­пар. Радио-телевидениела рус телендә ул йәмһеҙ итеп “талпар” тип яңғырай башланы. Башҡортса-русса һүҙлектә “толпар” һүҙенең руссаһы “тулпар” тип бирелгән бит. Шулай булғас, ни өсөн рус телендә “Хоккейный клуб “Тулпар” йә “Электропоезд “Тулпар” тип яҙмаҫҡа һәм һөйләмәҫкә?
“Ужым” һүҙенең ҡулланылышы тураһында ла фекерем бар. Ужым баҫыуы – ул арыш, көҙгөһөн бойҙай сәселгән майҙан. Ужым культуралары – арыш һәм көҙгө бойҙай. Матбуғатта, радио, телевидение тапшырыуҙарында ла “ужым арышы сәселде”, “фәләнсә гектарҙа ужым бойҙайы урылды” тип яҙыу, һөйләү йыш осрай. Халыҡ улай тимәй ҙә баһа!
Хәҙер территориаль бүленеш буйынса төбәктәр муниципаль райондар статусын алды. Шуға ярашлылыр инде, мәҫәлән, беҙҙең район әле (хәйер, бөтәһе лә) “Күгәрсен районы муниципаль районы” (русса – “Муниципальный район Кугарчинский район”) тип йөрөтөлә башланы. Әгәр “Күгәрсен муниципаль районы” (русса “Кугарчинсий муниципальный район”) тип кенә аталһа, дөрөҫ булмаҫ инеме ни? Был турала даһи ғалимдарыбыҙ, республикабыҙҙың “Терминология комиссияһы” ни уйлай? Шуны ныҡ белге килә. Элек бит бер ҙә “Башҡортостан Республикаһы автономиялы республи­каһы” тип аталманыҡ та баһа!

.



Автор: Алик СӘЙЕТҠОЛОВ Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә