Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яғыулыҡ ниңә ҡиммәтләнә?
Быйыл транспорт һалымын ғәмәлдән сығармаҡсылар Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Дәүләт Думаһы депутат­тарының 2016 йылда транспорт һалымын ғәмәлдән сығарыу хаҡында идеяһын хупланы. Белгестәр әлеге сумманы яғыулыҡҡа билдәләнәсәк акциз менән алмаштырмаҡсы. Һуңғыһына хаҡты арттырыу мәсьәләһе күптән хәл ителде инде.

– Яңы закон “йөрөйһөң – тү­ләйһең” принцибы буйынса эшлә­йәсәк. Әгәр кемдеңдер машинаһы айҙар буйы тик тора икән, йыл һайын уның өсөн һалым түләү, иҡтисади йәһәттән фекер йөрөт­кәндә, бөтөнләй ғәҙел түгел, – ти транспорт министры урын­баҫары Николай Асаул.
Белгестәр әйтеүенсә, бен­зинға билдәләнәсәк акциз ил һәм төбәк кимәлдәрендәге юл фондтарына таратыласаҡ. Әле иһә өҫтәмә аҡса ғәмәлдә юлдарҙы төҙөүгә һәм төҙөклән­дереүгә йүнәлтелә. Хәтере­геҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылдың аҙағынан йөк машиналары өсөн хаҡ индерелде. Киләсәктә күсәренә 3,5 тоннанан ашыу баҫым яһалған машина хужаларынан да аҡса түләттер­мәкселәр. Әле иһә Хөкүмәт был “баҫым дәүмәлен” 12 тонна менән сикләй, һәм бер километр юл 3 һум 75 тин тора.
– Йөк машиналарына хаҡ һалыу мәсьәләһен ентекле өйрә­неү шарт. Юҡһа фургондарҙы ғына алһаҡ, эшҡыуарҙарҙың йөктәрен ваҡлап ташый башлауы ла мөмкин. Был осраҡта юл хаҡын кәметеп, ташылған йөктөң ауырлығы өсөн генә хаҡ билдәләү дөрөҫөрәк булмаҫмы икән? Мәсьәләне өйрәнәбеҙ. Әлегә ҡәтғи ҡарар юҡ. Һәр хәлдә, яңылыҡтар еңел машиналарға ҡағылырға тейеш түгел, – ти Николай Асаул.
Пассажирҙар менән эшләү­гә килгәндә, министрлыҡ киләһе йылдан ташыусылар­ҙың пасса­жирҙар алдындағы яуаплылығын страховкалау тарифын да ҡай­танан ҡара­маҡсы. Билдәле, был тар­маҡтағы яңылыҡтар тәү сиратта “маршрутка” хужаларына ҡа­ғыласаҡ. Ташыусыларҙың күбе­һе – шәхси эшҡыуарҙар. Шуға ла Дәүләт Думаһында талап­тар­ҙы авиациялағы ише минималь парк принцибы буйынса көйлә­мәкселәр. Әйтә­йек, бөгөн авиация паркы өс самолеттан да кәм икән, авиаторҙарға пассажирҙар ташыуға рөхсәт бирелмәй.
– Беҙгә бөгөндән транспорт сараларын мотлаҡ рәүештә медицина һәм техник тик­шереү ҡорамалдары булған базаларҙа хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы­лыҡты закон менән нығытырға кәрәк. Ундай осраҡта ике, өс автобус менән генә аҡса эшләргә йыйынған эшҡыуар бындай сығымдарға бармаясаҡ. Һөҙөм­тәлә бер көнлөк рейстар бөтәсәк. Ә мотлаҡ базаларҙа хеҙмәт­ләндереү талабын индерһәк, беҙ тәү сиратта рейс алдын­дағы контролде көсәйтәсәкбеҙ, – тигән фекерҙә министр урынбаҫары.



Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә