Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡотҡарығыҙ! Фатир өсөн түләй алмайым...
Ҡотҡарығыҙ! Фатир өсөн  түләй алмайым... – Апай, тышта нисек?
– Әллә ямғыр, әллә ваҡ ҡар яуа.
– Ҡар епшектер инде... Сығып ҡыш бабай әүәләгәндә ҡалай шәп булыр ине...
– Беҙ әсәйең менән һөйләшкән арала сығып кил һуң.
– Юҡ, миңә ярамай. Әсәйем борсоласаҡ, уға былай ҙа ҡыйын. Ә минең инде күптән урамға сыҡҡаным юҡ...


Ирина Шалагинаның һигеҙ йәш­лек улы Лев ошондай кәйеф менән ҡаршы алды. Беҙ әңгә­мәләшкән арала малай тәҙрә төбөнә менеп ултырҙы ла тышты күҙәтә башланы. Геүләп үткән машиналар, ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләр – барыһы ла ҡыҙыҡ уға. “О, хәтәр генә “Лексус” үтеп китте!”, “Бынау “Форд”тың төҫө шәп”, “Хи-хи, ҡаршылағы өйҙән сыҡ­ҡан апайҙың эшләпәһе ҡалай ир­мәк!” Лев, әйтерһең, тәҙрә төбөндә тү­гел, ә урамда, шул мыжғыш араһында, йөрөй.
...Яңыраҡ редакцияға Елена исемле ҡатын килеп ингәйне.
– Яман шеш менән ауырыған танышыма ярҙам кәрәк. Ҡайҙа барып мөрә­жәғәт итергә бел­мәйбеҙ. Төрлө ишек­тәргә барып төртөлдөк, әммә ярҙам да, аңлау ҙа тапманыҡ, – тине ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ва­ҡытта кеше ҡайғыһынан фай­ҙа­ланып аҡса эшләргә маташыусылар күбәйҙе. Шуға тәүҙә ышанмайыраҡ ҡабул иттек был хәбәрҙе. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр тигәндәй, сирле ҡатындың хәлен белергә юлландыҡ.
Бер бүлмәле фатирҙың ишеген асыу менән бында мох­таж­лыҡтың күптән ҡунаҡҡа килеп инеп, өйҙәш булып тороп ҡал­ғаны аңлашыла. Шулай булмай ни, Ирина йылдар дауамында яман шеш диагнозы менән йәшәй бит. Дауахананан “4-се стадия” тип өмөтһөҙләндереп сығарғандар һәм тағы ни бары өс-дүрт ай йәшәргә ҡалғанын иҫкәрткәндәр... Бәхеткә күрә, Хоҙай ғүмерҙе күберәк биргән: көслө ҡатын бына инде өс йылдан ашыу үлем менән айҡаша.
– Ғүмер буйы үҙ тырыш­лы­ғыма таянып йәшәнем. Зама­нын­да, шәхси эш­ҡы­уар булып теркәлеп, үҙемдең бәлә­кәй генә кәсебемде ойошторғайным, – тип һөйләне ул беҙгә. – Хоҙай бала бир­мәне. Булмағас, юҡ ин­де тип, был хаҡта әллә ни уйланмай ҙа инем. Бер мәл ашҡа­ҙаныма операция яһаттым, шу­нан хәлем бөтә башланы. Ап­ты­ра­ғас, яңынан табипҡа бар­һам, ауырға ҡал­ғанымды әйт­теләр. “Баланы ҡал­ды­рырғамы, юҡмы?” тигән һорау тыу­ма­ны ла башымда. Хатта хыял­ла­ныр­ға ҡурҡҡан теләгем тормошҡа ашты бит! Шулай итеп, 41 йәштә саҡ әсәй булыу бәхетен татыным. Был хаҡта бер минутҡа ла үкенмәйем, әммә бөгөн баламдың киләсәге тураһында уйла­һам, йөрәгем әрней. Лев көндәр буйы мине ҡарап ултырырға мәжбүр. Унау баш­ҡа аш-һыу янына ла, йыуыныу бүл­мәһенә лә бара алмайым – улыма таянып ҡына атлайым. Тышҡа сығыу тура­һында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел...
Тап ошо сәбәптәр арҡаһында Лев балалар баҡсаһына йө­рө­мәгән, былтыр I класҡа барырға тейеш булһа ла, әсәһе мәктәпкә бирмәгән. Уны уҡырға йөрөтөргә кеше юҡ бит. Ярҙам ҡулы һу­ҙыр­лыҡ туған-тыумасалары юҡ: бар таяныстары бул­ған Ирина­ның әсәһе былтыр гүр эйәһе булған, бер туған ағаһы­ның ғүмере иһә күптән, 33 йә­шендә генә, фажиғәле өҙөлгән.
Балаһын тәүгә ҡулға алған көнөн ғүмеренең иң бәхетле мәле тип һанай ҡатын. Хәйер, ниндәй әсә башҡаса фекер йө­рөтһөн инде? Яратҡан йырсыһы Лев Лещенконың исемен ҡуш­ҡан ул малайына. Левушка (Ирина малайына шулай тип иркәләп өндәшә) уның өсөн ҡараңғылыҡ эсендәге берҙән-бер нур кеүек. Бар уйҙары балаһының киләсәге тураһында ғына...
Ҡатындың аптырауҙың сигенә еткәнсе түҙеп, гәзит аша йәмәғәтселеккә шулай һуңлап мөрәжәғәт итеүен аңларға була. Ғүмер буйы бер кемдән дә ярҙам һорамаған, хатта быны нин­дәйҙер кимәлдә ғәрлек тип һанаған быуын вәкиле бит ул.
– Әсәйем “Башҡортостан”ды өйгә алдырып уҡый торғайны, шуға күңе­лемә яҡын һеҙҙең гәзит, – ти Ирина. – Бөгөн йылдар буйы хәл ителмәй йыйылып килгән ауырлыҡтарҙы үҙем генә йырып сыға алмайым һәм миһырбанлы кешеләрҙең ярҙамына мохтажмын. Үҙем иһә ғүмер буйы кешеләргә таяныс булып йәшәргә тырыштым. Таныштарым дауаханаға эләкһә, барып ҡараштым, ҡапыл ниҙер кәрәккәндә лә битараф ҡалманым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай йәмғиәттә йәшәйбеҙ: икмәк хәстәрләүгә ҡарағанда араҡыға аҡса табыуы еңелерәк күптәр өсөн...
Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә аңлатып бирҙе ул үтенесен: фатир өсөн бурысы, йыйылып барып, 106 мең 277 һумға еткән, шу­ға яҡынса 15 мең һум штраф та өҫтәлгән икән. Сирле ҡатын­дың бындай хаҡты түләргә мөм­кинлеге юҡ. Ул – беренсе төркөм инвалиды, ай һайын 12 мең һум тирәһе пенсия ала. Яман шеш диагнозы ҡуйылған ауы­рыуҙарға дарыуҙар бушлай бирелә лә ул, әммә төрлө кәрәк-яраҡҡа ла аҡса кәрәк. Ай һайын Иринаның 4 мең һумы шундай сығымдарға китә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн иһә яҡынса 4 мең ярым һум кә­рәк. Ҡалған дүрт меңенә балаға ай буйына нимә ашатаһың?
Малайҙың атаһы ғаиләлә ҡыйын­лыҡтар башланыу менән ҡойроғон һыртҡа һалған. Бер йыл эсендә малай менән йәмғеһе ярты сәғәт тирәһе аралашҡанмы, юҡмы?.. Өс-дүрт ай һайын бер нисә минутҡа инеп, хәл белешеп сыға, ти. “Фатир бушағанмы-юҡмы икәнен тикшереп йөрөүе түгелме икән?” – тип һағая Ирина.
Ҡатындың әлеге мәлдәге ауыр тойғоларын һүҙ менән генә аңлатып биреп булмайҙыр.
– Ауыртыныуҙан, кеше көнлө булып ултырыуым өсөн ғәрлек­тән, йәшәү хаҡына туҡтауһыҙ бар­ған көрәштән арыным. Ҡай­һы саҡ, Лев йоҡлап китһә, башыма төрлө сәйер уйҙар инә башлай. Тик, баламдың тағы ла бәхетһеҙерәк киләсәген күҙ алдына килтереп, үҙемде тыйып киләм, – ти Ирина. – Улымдың яҙмышын хәл иткәнмен: тиҫтә­ләрсә йыл дауамында дуҫла­шып йөрөгән Людмила исемле әхирәтем, минең менән бер-бер хәл була ҡалһа, Левты тәрбиәгә аласаҡ. Элекке иремде атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итергә уйлайым, сөнки уның йәшәргә урыны юҡ, үҙе эсә. Нисек итеп баланы өмөтһөҙ кешегә ышанып ҡалдырайым?!
Ирина менән малайының һөйлә­шеүенә шаһит булғанда ирекһеҙҙән күҙгә йәштәр төйөлә. Нисек тә әмәл табып, берҙән-бер сабыйын киләсәктең аяуһыҙ ысынбарлығына – әсәйһеҙ йә­шәүгә – әҙерләп маташа сирле ҡатын. Был тәбиғи. Үҙенең хә­лен аңлағанға ла балаһының кү­ңелен ҡапыл селпәрәмә ки­леүҙән һаҡламаҡсы. Ә Левтың ауыҙынан “һин китһәң” тигән һүҙ­бәйләнеш йыш ишетелеп ҡала. Бала аҡылы менән әсә­һенең мәңгелеккә китәсәгенә, моғайын, төшөнөп етмәйҙер. “Һин китһәң, мин рәхәтләнеп тышта йөрөр инем”, “һин китһәң, мәктәпкә барыр инем”, “һин китһәң, һеңлеләрем менән йәшәр инем, юғиһә уйнарға кеше юҡ”... Ошо “һин китһәң...” артылышынан һуң малай ниндәй һынауҙарға дусар булыр? Бары тик дөрөҫ юл һайлап, лайыҡлы кеше булып үҫеүен теләйек.
Әлбиттә, был мәҡәләлә проб­лема бер яҡлы ғына сағыл­дырылды. Әммә беҙ бәйән иткән хәлдең ни тиклем аяныслы булыуын аңлағандар ҡатынға һәм уның улына ярҙам кәрәклегендә шикләнмәҫ. “Бөгөн фатир өсөн түләй алмаған ғаиләләр аҙмы ни?” – тип һораусылар булыр. Һис шикһеҙ, күп. Тик был осраҡта үлсәүгә баланың мәнфәғәттәре һалынған: әсәһе коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысын ҡапламаһа, түләүҙәр артабан Левты тәрбиәгә алған ғаиләнең иңенә ятасаҡ. Был осраҡта малайҙың фатирһыҙ ҡалыуы ихтимал. Балаһын үҙенекеләй күреп үҫтерергә риза булған кешеләргә ауырлыҡ төшөргөһө килмәй Иринаның.

P.S. Әле Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтендәге Опека һәм попечителлек идаралығына, хәлгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, редакция исеменән рәсми хат ебәрелде. Яуап көтәбеҙ.

"Ил төкөрһә, күл була", ти халҡыбыҙ. Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек, дуҫтар! Аҡсаны "Сбербанк" тарафынан бирелгән ошо картаға күсерергә кәрәк:
4276060016476312, Лилия Айдаровна Н.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ғәфиә Ғәфиә
    Ғәфиә Ғәфиә от 02.03.2016, 10:28
    1. Ул ҡатынға эшләмәгән берәй кеше, мәктәп уҡыусыһы булһа ла ярай, по уходу пенсионныйҙа оформлять итһә,үҙенә пенсионный стаж, ә ҡатынға 1300 һум аҡса өҫтәлер ине. 2. Ауырыу кешенең йөрөй алмаҫы билгеле, соцработник йыйырға тейеш ине ваҡытында субсидияға справкалар, фатирҙың ярты хаҡы түләнер ине. Тик әлеге беҙҙәге по заявлению принцибы инде, депутаттар күҙ алдына килтерәме икән, нисек итеп 1 төркөм инвалиды 105 справка йыйырын?

  2. Гульдар
    Гульдар от 02.03.2016, 11:13
    Алла бирха иртага райцентра сыгабыз, мотлак акса кусерасакмен, 500, 1000ме, купме булха ла, хам шул балакай малайга, асахена мин туган булырга ризамын, без ауылда йашайбез, личкага языгыз, кем улар менан контакт тота икан, шул хатлем йал бала... хозай хаулык бирхен инде. дустар, кусераек!

    Кызык та кызганыс та. Хар беребез 100хум ебарха ла, нисама кешенан куп йыйылыр ине. беззен ил кызык инде, фрискега миллионлап йыялар, узе беззен яндагы проблеманы курмаска тырышабыз. пусть говорятка язып булмай микан, или ул ауырыуга дауа юкмы ул?

  3. Уҡыусы
    Уҡыусы от 02.03.2016, 20:13
    Лилиә һылыу,был мәғлүмәтте "Комсомольская правда" сайтына ҡуйып булмаймы ? Уны көнөнә миллионлап кеше уҡый бит,бәлки, ныҡлап ярҙам итеүсе табылыр.Мин дә бер аҙ аҡса күсерермен тип торам.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872