Баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарының береһендә уңышлы уҡып йөрөгән, килемле генә урында эшләп тә өлгөргән танышым, әүҙем йәш кеше менән йәшәйеш ҡиммәттәре, ҡатын-ҡыҙ бәхете һәм тормош фәлсәфәһенә ҡағылышлы башҡа төшөнсәләр тураһында әңгәмәләшеп киттек. – Афарин, һеңлем, бигерәк уңғанһың! Гел шулай өлгөр бул – уңыш уңғандарға эйәрә ул, – тимен. – Үҙаллы, булдыҡлы булыуың һәйбәт, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ затынан икәнлегеңде онотма, шәхси тормошоңдо ла ваҡытында яйға һал. Һәйбәт холоҡло, аҡыллы егет осратһаң, бәхетеңде ҡулыңдан ысҡындырма.
Ҡыҙ моңһоуланып китте. Бер аҙ уйланып ултырғандан һуң:
– Эй, апай, кейәүгә сыҡмам инде мин, булмаҫ ул... Был хаҡта хатта хыялланырға ла ҡурҡам... Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошолай сабыулап, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышып йөрөүемдең йәмһеҙ сәбәбе бар... – тип тамам аптырашта ҡалдырҙы.
Төбөнә төшә башлағас, ҡыҙ баланы хафаға һалған, ул ғына түгел, үҙен тормош хәл-ваҡиғаларына ҡорбан итергә мәжбүрләгән бик аяныс сәбәп асыҡланды – әсәһе эсә икән.
– Апай, бына уйлап ҡарағыҙ, – тине, әсенеп, танышым. – Яҡшы ғына егет менән аралашам, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны, ти. Тимәк, уны, яҡындарын үҙемдең туғандар менән таныштыраһы, туй ойоштораһы бар. Ә был мөмкин түгел! Беренсенән, һөйгәнемә, минең ҡәҙерле әсәйем һөйрәлеп эсә, ҡайһы саҡта ҡайҙа, нисек йөрөгәнен белмәй, кеше ҡиәфәтен юғалтып бара, тип аңлатырға-аҡланырға телем әйләнмәй. Икенсенән, хәл мине бик түбәнһетә, егеттең алдында меҫкен хәлгә ҡуя. Ҡасан да булһа иремдең: “Әсәйең – эскесе!” – тип әйтеүенән ҡурҡам – күтәрә алмаясаҡмын. Өсөнсөнән, йүнле ата-әсә улының эскесе ҡыҙына өйләнеүенә юл ҡуймаясаҡ, алкаштан алкаш тыуа, тип ышандырасаҡ. Белә тороп ошо юлға барайыммы? Әсәйҙән баш тарта алмайым, унан һуң һеңлем бәләкәс бит, уны үҫтерергә ярҙам итәһе бар... Кейәү яҙмаған миңә, апай, арттан этеп тороусы булмағас, эшләргә лә эшләргә, маҡсаттарға өлгәшергә, әҙәмсә йәшәргә кәрәк...
Шаҡ ҡаттым... Ошо 22 генә йәшлек йөрәк ниндәй оло хафа менән йәшәй, башына төшкән бәләнән этәргес алып, тырышып-тырмашып уңыштарға өлгәшә, имеш! Ә беҙ уның тышҡы ялтырағын ғына күрәбеҙ, уңған да булдыҡлы, тип маҡтайбыҙ... Ҡыҙ бала иһә иңенә ятҡан проблемаларҙы нисек бар, шулай ҡабул иткән дә үҙе дөрөҫ тип иҫәпләгән юлдан алға бара, уларҙы хәл итергә маташа, бер-бер артлы сығып торған ҡаршылыҡтарға ҡаршы көрәшә.
Бәхәсләшеп киттек. Тәүге сиратта баланың ата-әсә ҡылығы өсөн яуап бирмәгәнен, эскелектең аяуһыҙ сир икәнлеген, мәгәр, кеше унан арынырға, дауаланырға теләмәһә, башҡаларҙың бер нисек тә ярҙам итә алмаясағын иҫбатларға тырыштым. Нисек кенә булмаһын, һәр хәлдән сығыу юлы бар – шуны онотмаҫҡа кәрәк! Әгәр ҙә, был ҡыҙ әйткәнсә, егете һынау минуттарында терәк-таяныс була алмай, кәмһетеп ҡарай икән – ана бара юлы! Аңлы-аҡыллырағы, кешене нисек бар, шулай ҡабул иткән, туғандарҙы һис тә һайлап алып булмай икәнлеген аңлаған юлдаш табылыр, моғайын. Тик быға тиклем ҡыҙҙың күңеле ҡатып, булмышы арып ҡуймаһын, сөнки ғаиләләге проблемалар кемде лә, бигерәк тә ҡанаты ла нығынып етмәгән йәш кешене таушалтырға, йонсоторға һәләтле...
Эйе, эскелек – афәт. Ә ҡатын-ҡыҙ уға дусар икән – икеләтә бәлә. Был ҡыҙҙың әсәһе лә эскесе булып тыумаған, әлбиттә. Ире менән матур ғаилә ҡорғандар, ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡандар, эштәре лә, аштары ла булған тигәндәй. Танышым әйтеүенсә, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәгәндәр, дуҫ-иш, таныш-тонош ҡунаҡсыл йортҡа килергә, йомарт хужабикәнең тәмле ризыҡтарынан ауыҙ итергә ифрат яратҡан. Һый янына шешәһе лә мул ҡуйылған, ҡунаҡтар ҙа күстәнәсһеҙ йөрөмәгән...
– Бына шулай, – ти танышым. – Юҡ сәбәптәрҙе бар итеп, һәр әйләнгән һайын рюмка күтәрә торғас, әсәйҙең эске менән мауығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ялға ҡайтҡан саҡта байрам итеүҙәрҙең йышайып китеүен, әсәйҙең йәмһеҙ булып иҫереп йөрөгәнен күреп һөйләшеп тә, илап та ҡараным. Өләсәй ҙә әрләне. Ә ул берәүҙе лә, хатта элек ҡурҡҡан атайҙы ла тыңламай. “Мин эсә башлағанда нимә ҡараның, хәҙер тиҙерәк дөмөктөрөп, йәш бисә алғың киләлер әле, ҡороғор”, – тип әрләшә, етмәһә. Атай ағас эше менән булғас, йәйгеһен күп ваҡытын урманда үткәрә, ә әсәй иреккә сыға. Мин уҡып-эшләп йөрөгәс, әйләнгән һайын ауылға ҡайта алмайым. Һеңлем йәл, уға эскелеккә бәйле бөтөн бысраҡлыҡҡа, кешеләрҙең кәмһетеп ҡарауына түҙергә тура килә. Әсәйҙе дауаламаныҡ түгел, атай наркологка, күрәҙәсе-имселәргә алып барып ҡараны, укол да ҡаҙанылар – файҙаһы юҡ.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ эскеселәрҙең арта барыуы күҙәтелә. Бәләгә тарығандарға – уртаса 25-35 йәш. “Йәшел йылан”ға ылығып китеүҙең сәбәптәре төрлөсә, әммә төп урынды психологик һылтауҙар биләй. Йыш ҡына оҙайлы депрессия, стресс, яңғыҙлыҡ (ире менән айырылышҡан йәки уртаҡ тел таба алмай, күңеленә ятышлы ир-егет осрамай һ.б.), яҡындарын юғалтыу, яңғыҙлыҡ тойғоһо, тирә-йүндәгеләрҙең аңламауы һәм тыңламауы кеүек кире күренештәр шешә менән дуҫлашыуға этәрә. Эшһеҙлектән йонсоғандар ҙа, күңелһеҙлекте еңәм тип тә эске менән кәйеф күтәреүе ихтимал. Шулай уҡ карьера йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшкән, башлы, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ тәрән яңғыҙлыҡ тойғоһо кисереп, бушлыҡты хәмер менән тултырған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Эскелек менән мауығып китеүҙә холоҡ-фиғел үҙенсәлектәренең, генетик бирешеүсәнлектең, йәшәгән мөхиттең тәьҫирен дә инҡар итеп булмай. Ҡайһы берәүҙәр иһә “ғүмер көҙө”ндә – организмда киҫкен үҙгәрештәр башланған климакс осоронда эсергә әүәҫләнеп китә. Күреүебеҙсә, сәбәптәр быуа быуырлыҡ, әммә һәр осраҡта гүзәл зат килеп тыуған проблемаларҙы ошо рәүешле хәл итергә, онотолорға теләй һәм үҙе лә һиҙмәйенсә эскелек һаҙлығына бата башлай. Ә унан сығыу юлы юҡ!
Иҫбатланған дәлил: ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда эскегә тиҙерәк бирешә, сөнки уның ауырлығы бәләкәйерәк, организмында һыуҙы һәм алкоголде эшкәртә торған фермент та аҙыраҡ. Аяныс, әммә эскесе ҡатын быны сир булараҡ түгел, ә насар ғәҙәт тип ҡабул итә. Шуға күпселек осраҡта ҡасып-боҫоп ҡына эсә, был бәлә өҫкә ҡалҡып сыҡҡансы, туғандары ла йәшереп маташа. Әгәр ҙә яҡынығыҙ алкоголь ҡулланыуҙа сама белмәй һәм лаяҡыл булғансы эсә, иртәгәһенә мотлаҡ баш төҙәтә, хәмер һемерер өсөн сәбәп эҙләп кенә йөрөй икән, саң ҡағырға күптән ваҡыт. Был – алкоголизм сире! Эскән кешене өгөт-нәсихәт, оялтыу менән генә еңеп булмағанды, мотлаҡ табиптарға барырға кәрәклекте аңлау фарыз.
Эскелектең ил кимәлендәге стратегик бәлә икәнлеген аңлаған һәм бигерәк тә йәш быуынды унан аралау өсөн йәмәғәтселек араһында аныҡ эштәр алып барған кешеләр бихисап, шөкөр. Улар иҫәбендә Башҡорт дәүләт университетының социология һәм философия факультеты уҡытыусыһы, профессор Гүзәл Вилданова ла бар. Ул эскелектең зыяны хаҡында студенттар араһында аңлатыу эше алып бара, лекция уҡый, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.
Гүзәл Булат ҡыҙы фекеренсә, эскелектең тамыры ғаилә традицияларына (балалар ата-әсәләренең шатлыҡлы йә ҡайғылы ваҡытта мотлаҡ алкоголь ҡулланғанын күреп үҫә), был насар ғәҙәттең киң пропагандаланыуына (кино, театр, рекламала ҡәҙимге күренеш итеп күрһәтелә, аҙыҡ-түлек магазиндарында икмәк-һөт араһында һатыла), иҫерткес эсемлектәрҙең иркен һатылыуына барып тоташа. Унан тыш, табиптарҙың хәҡиҡәтте боҙоп, яңылыш мәғлүмәт биреүе лә насар: йәнәһе, саҡ ҡына булһа ла (ҡан шыйығайтыу, иммунитет күтәреү, стресс үткәреү һ.б. маҡсатында) шарап эсергә ҡуша. Ә алкоголле эсемлектең нервы системаһын ҡаҡшатыусы наркотик, химик матдә икәнен әйтмәй!
– Элегерәк үҙем дә “мәҙәниәтле” (йәнәһе, аҙ-аҙлап) эсеү файҙалы, сама белһәң, уның бер зыяны ла юҡтыр тип уйлай торғайным, – ти Гүзәл Вилданова. – Тик балаларым үҫә башлағас, уларҙы нисек тәрбиәләрмен, нимә тип әйтермен тигән һорау борсой башланы. Шул уҡ ваҡытта билдәле дәүләт эшмәкәре, айыҡ тормош өсөн көрәш алып барған профессор Владимир Ждановтың лекцияларын тыңлағас, ул биргән мәғлүмәт миңә ныҡ тәьҫир итте. Ждановтың йәйге семинар-мәктәптәрендә студенттар менән бергә булдыҡ (ул ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында эшләй инем). Шул сарала ҡатнашып, күп дуҫтар, фекерҙәштәр таптым, белем эстәнем, артабан эшләргә дәрт-дарман алып ҡайтып, “Айыҡ Сибай” тигән социаль проект төҙөнөк. Эшебеҙҙе ҡала хакимиәтендә лә баһаланылар.
“Мәҙәниәтле” ағыуланыу – аҡылы булған, тормошо, балалары тураһында уйланған кеше өсөн мөмкин булмаған күренеш. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ҡулыңдағы шараптың мейе күҙәнәктәрен юҡҡа сығарыуын белә тороп, эсәһең икән – был ахмаҡлыҡ түгелме? Ғөмүмән, эскелек мәсьәләһен төрлө яҡлап тикшерергә тотондом, дини китаптарҙы өйрәнә башланым. Бөтә диндәрҙә лә эскелек ҡәтғи тыйылған!
Бер кешене лә алкоголизмдан көсләп ҡотҡарып булмайҙыр ул... Сәбәптәре күп: физик бәйлелек, рухи бушлыҡ, үҙеңде таба алмау, файҙалы шөғөлөң булмау, бала саҡтан “паразитик” психологияла тәрбиәләнеү. Ул ғына түгел, эскелеккә ҡаршы алып барған эшмәкәрлегебеҙгә ышанмай, шик менән ҡарағандар йыш һорай: исмаһам, бер эскесе Ждановты ҡарап айнынымы икән? Юҡты бушҡа ауҙараһығыҙ түгелме? Эйе, лекцияларыбыҙ (Сибай ҡалаһында мәктәптәргә йөрөп, өлкән класс уҡыусыларына сәләмәт тормош тураһында һөйләй торғайныҡ) эскеселәргә бағышланмаған. Улар, әлбиттә, профессиональ табиптар менән берлектә үҙҙәрен ихтыяр көсө, йәшәү теләге булғанда ғына ҡотҡара ала. Эшмәкәрлегебеҙ әле бер тапҡыр ҙа араҡы татып ҡарамаған йә булмаһа эскелек упҡынына табан рюмка күтәреп тәүге аҙымын яһаған йәштәргә арнала.
Гүзәл Вилданованың әйткәндәре менән килешеп, үрҙә телгә алған танышымдың яҙмышына әйләнеп ҡайтайыҡ. Психологтар эскелектән яфаланған кешенең ҡурайына бейемәҫкә, уға өгөт-нәсихәт уҡымаҫҡа, йәлләмәҫкә, тарыған мажараларынан ҡотҡарырға тотонмаҫҡа, ғаиләләге башҡа ағзаларҙың мәшәҡәттәренә күберәк иғтибар бүлергә кәңәш итә. Нисек кенә булмаһын, һәр кем ғүмере өсөн үҙе яуаплы. Эскесе үҙ хәленән үҙе ялҡып, ысын күңелдән дауаланырға теләк һәм ынтылыш күрһәтмәйенсә, уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Шуға ла әсәһенең эскәненән оялып, шәхси тормошонан ваз кисергә йыйынған һылыу бик тә хаталана! Киреһенсә, ул бер нимәгә ҡарамай, уҡыуын тамамларға, артабан уңышлы эшләргә, шәхси тормошон яйға һалырға, бәхетле булырға тейеш. Ул саҡта һеңлеһе лә апаһы өлгөһөндә терәк-таяныс табыр.
Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә. Әлбиттә, хәмер һемереп, сиргә дусар булған берәү ҙә алкоголдең зыяны хаҡында уҡып, дауаланырға йүгермәйәсәк, аҙыраҡ та эсмәйәсәк. Дөрөҫөрәге, мәҡәләне уҡып та тормаясаҡ – шешә ҡолдарының үҙ тормошо, улар “Ҡайҙан табып эсергә лә нисек баш төҙәтергә?” тигән уй менән генә йәшәй. Яҡындарының янып-көйөүе, донъяларының баштүбән түңкәрелеүе, тормоштарының упҡынға тәгәрәүе уларға барыбер. Ләкин гәзитте эскәндәрҙең туғандары, дуҫтары, таныштары – айыҡ аҡыллы, башлы кешеләр уҡый ҙабаһа! Был яҙмаға күҙ һалғандан һуң улар уйланһын, был афәтте урап үтерлек яңы һуҡмаҡтар тапһын ине, тип теләргә ҡала.