Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Булһа – бүреләй, булмаһа – сүреләй
Булһа – бүреләй, булмаһа – сүреләй Кешенекен алаһың, үҙеңдекен бирәһең, ти халыҡ әйтеме. Эйе-эйе, бурысҡа алғанды әйтәм. Өс көнгә генә тип уйлаһаң да, ҡайтарыу ваҡытын һуҙырға сәбәп табылып ҡына тора. Ярай яҡындарың, һуҡранһа ла, көтә. Ә финанс учреждениелары һиңә дуҫ та, туған да түгел...

Көрсөк килтереп ҡыҫҡас, беҙҙә көтәсәккә алыу шулай ҙа кәмегән. Юғиһә илебеҙ граждандарының банктарға бурысы тиҫтә триллионлап һанала инде. Ихтыяж булмағас, һуңғылары яңынан-яңы тәҡдимдәр уйлап таба, хатта тәжрибә үткәрә. Мәҫәлән, Владивосток ҡалаһында бер сауҙа селтәре партнеры – микрофинанс ойошмаһы менән килешеп, кредитҡа... аҙыҡ-түлек тәҡдим итә башлаған. Һәр картала өс, биш, ун мең һум ята. Ул сумманы өс ай эсендә 3-5 процент менән кире ҡайтарырға кәрәк. Ғаиләләрҙең финанс хәле насарайған мәлдә был яҡшы юл һымаҡ күренә. Тап туҡланыуға байтаҡ сығым китә бит һуң.
Күпме кеше кредит алған, һәр кем күпме аҡса тотонған – уныһы ҡараңғы, әммә тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, көтәсәккә башлыса затлы ризыҡтар, коньяк, виски кеүек ҡыйбатлы спиртлы эсемлектәр алынған икән. Вәт, әй! Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ тигәнде онотоп, булһа – бүреләй, булмаһа сүреләй ҡыланғандар бит!
Аҡса булмаһа ла, тәмле ашағы килә, тимәк. Ә кире ҡайтарыуы һуң? Бындай хеҙмәттән ҡулланыу күпкә ҡурҡынысыраҡ бит, сөнки кредитҡа алған көнкүреш техникаһы йәки затлы туның, машинаң, фатирың күҙ алдында булып, ошо бурысыңды иҫкәртеп тора. Аҙыҡ-түлек ни, ашаның-эстең – бөттө-китте, онотолдо...
Бына шулай банк, микрокредит ойошмалары клиенты булыуҙан күпме генә ҡурсып торһалар ҙа, халыҡ барыбер “бушлай сыр”ға ымһына. Етеш, матур йәшәге килә, әммә финанс ғилеме етмәй беҙгә. Ә күптәр бәләгә тарығас ҡына кәңәш, ярҙам һорай башлай.
Әлбиттә, кредитҡа аҡса алмай тороп булмай. Ләкин уйлап эш итергә кәрәк. Бигерәк тә микрозаемдар һәм банк карталары хәүефле. Микрокредит ойошмаһы бурысҡа көнөнә 1,5-2 процент менән бирә. Ваҡытында ҡайтарһаң, әллә ни ҡурҡынысы юҡ. Ә бына ни сәбәптәндер быны эшләй алмаһаң... ул ҡот осҡос суммаға барып баҫа, сөнки проценттар йыллыҡ түгел, ә көнлөк! Күптәр шуны бутай.
Йәки банк картаһы. Кемдер уны ала ла рәхәтләнеп уңға-һулға тотона башлай. Бындай карта ҡулаҡсаһыҙ иҫәп-хисап өсөн һәм ташламалы ваҡытты үткәреп ебәрмәһәң генә уңайлы. Әгәр ҙә унан банкомат аша ҡулаҡса алһаң, өҫтәп процентын да түләйһең. Быны аңламағандар һуңынан: “Алған сумманы ҡайтарып барам, ә бурысым ниңәлер бер ҙә кәмемәй”, – тип зарлана.
Тағы бер сетерекле мәсьәлә – һиңә бурысҡа биргән банктың ябылыуы. Көн дә тиерлек ниндәйҙер финанс учреждениеһы эшмәкәрлеге туҡтатыла. Уның клиенты, хәҙер кредитымды ҡайтармаһам да була, тип ҡыуана. Был төптө дөрөҫ уй түгел, сөнки ябылыуына ҡарамаҫтан, банктың барлыҡ йөкләмәләре һайлап ҡуйылған икенсе береһенә күсә. Тимәк, бурысыңды барыбер ҡайтарырға кәрәк буласаҡ.
Физик шәхестәрҙең банкротлығы тураһында яңы закон сығыуына ла ҡайһы берәүҙәр иртәрәк шатланды. Был – бик ҡатмарлы, оҙайлы һәм өҫтәмә сығымдар талап иткән ғәмәл. Ҡыҫҡаһы, күптәр өлгәшә алмаҫтай эш.
Тәҡдим булғас, файҙаланаһың инде, тиер кемдер. Эйе, теләһәк тә, теләмәһәк тә, заман менән бергә атларға мәжбүрбеҙ. Бөтә нәмә автоматлаштырыла, электрон вариантҡа күсә бара. Иҡтисади маҡсат – яйлап мөмкин тиклем ҡулаҡсаны ғәмәлдән сығарыу. Шулай булғас, финанс ғилемен дә нығыраҡ төшөнөү, яңы ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү – көнүҙәк мәсьәлә.
Закон буйынса, 14 йәштән үҙеңә карта аса алаһың. Яҡын киләсәктә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дә банк карталарын күберәк сығара башлаясаҡтар. Улар менән нимәлер һатып алғанда, транспортта йөрөгәндә түләргә мөмкин буласаҡ, шул уҡ карта мәктәпкә ингәндә шәхес танытмаһы рәүешен дә үтәйәсәк.
Әммә был өлкә күп кенә өлкәндәргә “ҡарурман” булып ҡалғанда, балалар өсөн хәүеф тағы ла ҙурыраҡ түгелме? Әллә, киреһенсә, шулай финанс ғилемен иртәрәк эстәү файҙаға булырмы? Үҙгәрештәргә тап балалар тиҙерәк ҡулайлаша бит. Шунан, бәлки, “кредит тоҙағына” эләгеүселәр ҙә кәмер...



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә