Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем һин, Зәйнулла Сәлимов?
Кем һин, Зәйнулла Сәлимов? Осраҡлы рәүештә генә килеп эләкте беҙгә был дәфтәр. Тышына латин хәрефтәре менән “Туғандарға, иптәштәргә бағышлап, йыр өсөн” тип яҙылған шиғырҙар ҡулъяҙмаһы. Датаһы ла ҡуйылған – 1943 йыл, 5 сентябрь. Өфө ҡалаһы. Авторы – Зәйнулла Сәлимов. Ваҡыт үтеүҙән һарғайып бөткән дәфтәр биттәрен асып ҡарайбыҙ. “Мин кем?” тигән шиғыр менән башланып китә ул. Тыуған ере Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылы икәнлеген, йотлоҡ йылында ата-әсәһе үлеп, өс кескәй туғаны менән етем ҡалыуын, бәләкәй саҡта мәктәптә уҡый алмаһалар ҙа, наҙан булмауҙарын бәйән итә автор. Артабан Фазыл туғанына, Нәзирә апаһына арнап яҙылған һәм башҡа шиғырҙары теркәлгән. 63 биттән торған был дәфтәргә 1941 – 1945 йылдарҙа ижад ителгән утыҙҙан ашыу шиғри яҙма тупланған.

Кем ул Зәйнулла Сәлимов? Һуғыш осорондағы биографияһын – ҡайҙарҙа, кем булып хеҙмәт итеүен асыҡлайһы бар, әлбиттә. Әммә ошо дүрт йыл эсендә дәфтәренә теркәп барған күңел кисе­реш­тәре битараф ҡалдырмай. Һуғыш башланғанда ҡырҡ йәштәр тирәһендә булған ир-уҙаман ҡайҙарҙа хеҙмәт юлы үтеүен тасуирлаған. Бына улар: 1941 йылда – Ишембайҙа; 1942 йылда – Өфөлә; 1943 йылда – Дим станцияһында, Ворошиловград, Курск, Воронеж өлкә­ләрендә; 1944 йылда – Украинала, Ленинград өлкәһендә; 1945 йылда Киев, Тернополь, Львов ҡалаларында булған.
Тыуған яҡтарҙан алыҫта йөрөгәндә Башҡортостан тәбиғәтен, төйәген һағы­нып, “Иҙел – һалсы”, “Ирәндек”, “Урал”, “Буранбай”, “Һаҡмар”, “Ишембай”, “Дим” шиғырҙарын яҙа. Шулай уҡ сит яҡтарҙағы төбәктәрҙе лә ихлас һүрәтләй: “Онеганы аша сыҡҡанда”, “Киев –Тернополь” һәм башҡалар.
Ут эсендә йөрөгән яугир тыуған еребеҙҙең янып көлгә әйләнеүен, ҡала-ауылдарҙың емерелеүен, халыҡтың ас-яланғас, ауырлыҡта йәшәүен күреп йәне әрней. Шул кисерештәрен “Һуғыш”, “Шинель”, “Ултырҙым да вагон эстәренә”, “Һуғышҡа өсөнсө йыл”, “Әсә”, “Яҡын дуҫты юғалтҡас...”, “Ҡурҡыныс шул үлем”, “Ялыҡтырҙы сит ил, һағындырҙы тыуған ил” тигән шиғырҙарында һүрәтләй.
Зәйнулла Сәлимов ысын мәғәнәһендә Тыуған илен яратҡан шағир, сәсән булған. Ул шиғырҙарын яҙғанда йыш ҡына халыҡ йырҙарына йәнәшә килтерә, образлы фекерләй, телде яҡшы белеүен күрһәтә.
Халҡыбыҙҙың әүәлге осор тормош-көнкүрешен һүрәтләгән “Йәйләү” тигән оҙон шиғырында, мәҫәлән, элек башҡорт­тарҙың нисек иртә яҙҙан йәйләүгә йәшәргә күсеүен тәфсирләп яҙған. Уны хатта шартлы рәүештә көнкүреш поэмаһы тип тә атарға мөмкиндер. Әҫәрҙәге һүҙ байлығы, йолалар, һауыт-һаба, аш-һыу, төрлө атамалар, малсылыҡ-ҡошсолоҡ, тирмәләр тураһында мәғлүмәттәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейемдәрен һүрәтләүе ҡы­ҙыҡлы, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың этногра­фияһы буйынса бөгөнгө уҡыусы байтаҡ мәғлүмәт аласаҡ. Телселәр һәм белгестәр өсөн дә бик ҡиммәтле ҡулъяҙма ул.
“Кәкүк” тигән шиғырында ла күпме ағастың атамаһы һанап бирелә. Юҡһа бөгөнгө заман кешеһе, ҡайын, имән, ҡарағай, шыршынан башҡаларының исемен һөйләш әйләнәһенән төшөрә бара кеүек...
Һуғыш ваҡытында тыуған яҡҡа булған һағышын баҫыр өсөн шундай шиғырҙар яҙа Зәйнулла Сәлимов.
Ирәндеккәй тауының, ай, башынан
Сылтырап-сылтырап аға ҡар һыуы.
Илгә тыныслыҡ таңы атмайынса,
Баҫылмаҫ та йөрәк ярһыуы.
(“Ирәндек”).

* * *

Ҡайғырмағыҙ, туғандар, минең өсөн,
Хур булмамын иҫән-һау саҡта.
Шик юҡ: еңелер дошман, бөтөр һуғыш,
Илгә ҡыуаныс килер шул саҡта.
(“Апайым Нәзирәгә”).

* * *

Хәрби завод төҙөнөк беҙ ҙә бында,
Хуш бул инде, Ишембай, китәбеҙ.
Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп ҡыуып,
Дошмандарҙы тар-мар итербеҙ!
(“Ишембай”).

* * *

Йәндәремде бүлеп бирер инем,
Терелмәҫһең, иптәш, үлгәстен.
Ҡайтһам, һине һорар туғандарың,
Ни әйтермен уларҙы күргәстен.
(“Яҡын дуҫты юғалтҡас...”).
Һуғыш ваҡытында яуҙаш иптәшен юғалтҡан һалдат шулай әрнеп яҙа. “Әсә” тигән шиғырында әсәнең берҙән-бер улын яуға оҙатып, көнө-төнө доғалар уҡып, ғәзиз балаһының ҡайтыуын көткәнен һүрәтләй. Әммә һуғыш аяуһыҙ, уның бер бөртөк улын да тартып ала:
Илай-илай теләп көткән саҡта
Хәбәр килде: “Улың үлде”, – тип.
“Дошмандарға ҡаршы алышҡанда
Батырҙарса һәләк булды”, – тип.
“Һуғышҡа өсөнсө йыл” тигән шиғы­рында илебеҙгә килгән ҡайғы-хәсрәтте, афәтте ошондай юлдар менән күрһәтә:
Өс йыл буйы түккән күҙ йәштәре,
Соҡор ерҙәр тулып, күл булды.
Яуҙа ятып ҡалды һанһыҙ ирҙәр,
Күп ҡалалар янып көл булды.
Зәйнулла Сәлимовтың дәфтәрендәге ҡайһы бер шиғырҙар латин хәрефтәре менән яҙылған. Атайым Сәлимйән Ҡотлогилдин да, һуғыштан алған яраларын дауалап Өфөләге госпиталдәрҙә ятҡанда яҙған шиғырҙарын өс ҡалын дәфтәргә латин хәрефтәре менән теркәгән. Шуға ла миңә был юлдарҙы уҡыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Әммә мин бик кескәй саҡта шул яраларынан вафат булған атайым тураһындағы һағышлы уйҙарымды ҡуҙғытты...
“Ялыҡтырҙы сит ил, һағындырҙы тыуған ил” тигән шиғырында һуғыш ҡырында йөрөп йонсоған яугир былай тип яҙа:
Илем һағынғанда ҡарар инем,
Юҡ бит һеҙҙең бейек тауығыҙ.
Бер көн тормаҫ инем илегеҙҙә,
Ерегеҙҙә бөтһә яуығыҙ.
“Шинель” тигән шиғырын уҡығас: “Их, заманы ғына тура килмәгән бит был кешегә, йотлоҡ йылында етем ҡалып, тейешле белем ала алмай, кескәй туғандарын ҡарап, артабан һуғышта йөрөп ғүмере үтмәһә, ниндәй ҙур шағир сығыр ине үҙенән!” – тип уйлап ҡуяһың.
Өҫтәремә шинель, ай, кейҙем дә,
Дауыл эстәрендә йөрөнөм.
Шатлыҡтарҙы, бөтә ҡайғыларҙы
Шул шинелкәйемә мин төрҙөм.

Туңмайым мин поста торған саҡта
Ел-дауылда, һыуыҡ буранда.
Минең шинелкәйемде ҡыҙҙар теккән,
Ҡул йылыһы бар бит уларҙа.

* * *
Еңеү таңын тиҙҙән мин күрермен,
Шинель кейеп өйгә керермен.
Тыуған илгә ҡайтҡас, мин иркәмде
Шул шинелкәйемә төрөрмөн.
1945 йылдың 25 апрелендә ижад иткән “Бәхет” шиғырында яугир тиҙҙән Еңеү көнөнөң етәсәген һиҙеп, шундай юлдар яҙа:
Беҙгә ҡаршы килгән дошмандарҙың
Баштарына тура атырбыҙ.
Яуыз көстө тиҙҙән тар-мар итеп,
Тыуған илебеҙгә ҡайтырбыҙ!
Әлбиттә, Зәйнулла Сәлимовтың шиғырҙарында әҙәби ғилем етешмәүе һиҙелә (беҙгә мәғлүм булыуынса, башланғыс белеме генә була уның!). Һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫ ҡулланмаған урындары ла байтаҡ, шиғри юлдарҙы проза менән һөйләгән ерҙәре лә күп, бер үк һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлауы ла күҙгә ташлана. Әммә шундай кәмселектәргә әҙ генә ҡул тейҙереү менән шиғырҙар балҡып китә.
Ошо барса шиғырҙарҙы айырым бер китап итеп сығарыу мөмкинлеге булғас, ең һыҙғанып был эшкә тотондоҡ. Иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән бергәләп (китапты әҙерләшеп, баш һүҙҙе ул яҙҙы) авторҙың стилен һаҡлап, “туғандар, иптәштәргә” тип кенә яҙған ҡулъяҙмаларҙы башҡалар иғтибарына ла тәҡдим итерлек кимәлгә еткерергә тырыштыҡ. Байтаҡ шиғырҙарҙа, мәҫәлән, “Донда” тигәнендә ваҡыт үтеү менән юйылған, ҡараһы йәйелеп, хәрефтәре буялған урындар бар – һүҙҙәрҙе таный алмай ултырған саҡтар булды. Шулай ҙа ул ерҙәрҙә авторҙың әйтәһе фекерен аңланыҡ, буғай.
Зәйнулла Рәхмәтулла улының ошо арала донъя күрәсәк китабына тик һуғыш осоронда яҙылған шиғырҙары ғына инә. Яу ҡырынан иҫән ҡайтҡас, артабан да ижад иткәнме-юҡмы – билдәһеҙ. Бәлки, тағы ла ошондай дәфтәрҙәре барҙыр? Утлы яуҙа яҙмай түҙмәгән шиғри күңелле кеше артабан тынып-баҫылып ҡалма­ғандыр бит? Ниңә был дәфтәр ошоғаса донъя күрмәгән? Оҙон ғүмер йәшәп, үҙе вафат булғандан һуң ғына туғандарының ҡәҙерле ҡомартҡыға икенсе тормош бүләк итеп, китап итеп сығарыуға ниәтләүҙәре – изге ғәмәл. Был йыйынтыҡ – яҡындары өсөн генә иҫтәлек түгел, ә утлы яу йылдарының, тарихыбыҙҙың өнһөҙ шаһиты ла. Китаптағы яҙмалар тотош бер дәүерҙе күҙ алдына баҫтыра, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халҡыбыҙҙың кисергән ҡайғы-хәсрәте лә, өмөт-ышанысы ла һүрәтләнә унда. Бөгөнгө заманда тыныслыҡты һаҡларға, уяу булырға ла саҡыра был шиғырҙар. Ҡулъяҙмалар шуныһы менән ҡәҙерле. Һеҙҙең иғтибарға һуғыш темаһына бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ.



Шинель

Өҫтәремә шинель, ай, кейҙем дә
Дауыл эстәрендә йөрөнөм.
Шатлыҡтарҙы, бөтә ҡайғыларҙы
Шул шинелкәйемә мин төрҙөм.

Туңмайым мин поста торған саҡта
Ел-дауылда, һыуыҡ буранда,
Был шинелкәйҙәрҙе ҡыҙҙар теккән,
Ҡул йылыһы ҡалған уларҙа.

Биртенмәҫ тә шуға быуған билем,
Борсолмаҫ та йәнем, күңелем.
Ямғырҙан да, һыуыҡ бурандан да
Һаҡлай бит ул мине шинелем.

Мендәрем дә, түшәгем дә һин бит,
Юрғаным да минең шул шинель.
Юлға сыҡҡанымда кейеп алам –
Шинелкәйем минең бик еңел.

Еңеү тауын тиҙҙән мин күрермен,
Шинель кейеп өйгә керермен.
Тыуған илгә ҡайтҡас, мин иркәмде
Шул шинелкәйемә төрөрмөн.

Бик күп уттар аша, ай, үттек беҙ,
Ҙур Еңеүгә табан киттек беҙ.
Ватан һуғышында шинель менән
Бер ҡуйындаш хеҙмәт иттек беҙ.

Һуғыш

Һуғыш киткәс илап оҙатып ҡалды
Ата-әсәһе ғәзиз балаһын.
Бар халыҡтар илде һаҡлар өсөн
Ташлап китте ауыл-ҡалаһын.

Атайҙары яуға киткән саҡта
Илап ҡалды күпме балалар.
Янып емерелде, көлгә ҡалды
Тыуған ерҙә ауыл, ҡалалар.
Беҙҙең ярҙам менән бар халыҡтар
Ҡотолдолар дошман ҡулынан.
“Батырлыҡҡа миҙал алдым”, – тиеп
Хаттар алды ата улынан.

1 ғинуар, 1943 йыл.


Апайым Нәзирәгә


Мин йырымды ҡайҙан башлаһам да,
Һеҙгә ҡайтып ҡала, туғандарым.
Тыуған илдән киткәс, иҫкә төшә
Һеҙҙең менән бергә булғандарым.

Хәрби хеҙмәттәргә алынғас та,
Ҡайыш билбау кейҙем билемә.
Сит яҡтарҙы бер ҙә ерһенмәйем,
Ҡайтҡыларым килә илемә.

Иртә торһам быуам, кисен сисәм
Ҡайыш билбауымды билемдән,
Һағынырмын ҡайҙа йөрөһәм дә,
Айырылмаһам ине мин һеҙҙән.

Көнөн-төнөн әллә уйлағанға,
Күренәһең гел дә төшөмдә.
Миңә ҡылған изгелектәрегеҙ
Һис тә онотолмай, иҫемдә.

Туғандарым, апай, ҡәрҙәштәрем,
Хуш булығыҙ ҡабат күргәнсә.
Ике ир туған ҡалдыҡ бер әсәнән,
Онотмағыҙ беҙҙе үлгәнсә.

Ҡайғырмағыҙ, туғандар, минең өсөн,
Хур булмамын иҫән-һау саҡта.
Шик юҡ: еңелер дошман, һуғыш бөтөр,
Илгә ҡыуаныс килер шул саҡта.

Ер йөҙөндә оло һуғыш бара,
Ер һелкенә, ҡырыла халыҡтар.
Баш күтәрмәҫ ҡабат яуыз дошман,
Беҙ еңербеҙ, беҙҙә хаҡлыҡ бар.

Бәхет

Тубылғы ла ағас, ай, ҙур булмаҫ,
Тубылғы ла үтә юл булмаҫ,
Ҡайҙа ғына барһаң, бәхет кәрәк,
Бәхетле лә ирҙәр хур булмаҫ.
(Халыҡ йыры).
Иҫкә төшһә дуҫ-иш, туғандарым,
Йоҡлай алмай таңда уянам.
Ҡайҙа барһам, шунда хур булмайым,
Бәхетем бар икән, тип ҡыуанам.

Йыраҡ ҡалғанғамы тыуған илем,
Көнөн-төнөн йөрәгем һыҙлана.
Һуғыштарҙа үлемдәрҙән һаҡлап
Бәхет миңә имен юл һала.

Ҡоштар моңло һайрай туғайҙарҙа –
Беҙҙең кеүек донъя гиҙмәйҙәр.
Ил эсендә рәхәт йәшәһәләр ҙә,
Бәхеттәре барын һиҙмәйҙәр.

Һайрар өсөн көн дә гөл һайлаған
Һандуғас та тигән ҡош ине.
Йыры аша миңә әйтте кеүек –
Алдағы көн бәхетең бар, тиеп...

Ҡош һайраған һайын, йөрәккәйем,
Ялҡынланып тибеп, янаһың.
Йыр сығарып илгә хат яҙырға,
Бармаҡҡайым, ниңә талаһың?

Йоҡоларһыҙ ҡалғас, күҙ нурҙарым,
Яҙған йырҙарымды күрмәйһең.
Уйланыуҙар баҫҡан ҡайғылы башым,
Бәхеттәрем барын һиҙмәйһең.

Беҙгә ҡаршы килгән дошмандарҙың
Баштарына тура атырбыҙ.
Яуыз көстө тиҙҙән тар-мар итеп,
Тыуған илебеҙгә ҡайтырбыҙ!
25 апрель, 1945 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873